Усманов   Ғәлиәхмәт Усман улы.

 Усманов Ғәлиәхмәт бабай Белорет районы  Собханғол  ауылында  1911 йылда донъяға килә.

1939 йылда  Фин һуғышында ҡатнаша. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыуы була, немец илбаҫарҙары беҙҙең илебеҙгә баҫып ингәс беренселәрҙән булып  һуғышҡа алына.

Ғәлиәхмәт бабай  1-се Белоруссия,Украина фронттарында  ручной пулеметчик булып    һуғышырға тура килә. Ауылға үлгән тиеп ҡара ҡағыҙ килә.Ул ҡаты яраланған була. Госпиталдә оҙаҡ дауаланып, 1946 йылда имен-аман тыу ған яҡтарына ҡайтып төшә.

Ғәлиәхмәт  бабайҙың түше тулы орден миҙалдар тағылған булған. Ғәлиәхмәт бабай немецтарҙы туҡмаһа, ҡатыны   Маһира инәй ауылдағы күп инәй –ағайҙар менән “ Бөтәһе лә фронт өсөн,бөтәһе лә еңеү өсөн”тигән дивиз аҫтында бөтә көстәрен йыйып урманда ағас ҡырҡалар, яҙлы-көҙлө айҙарҙа  һал ағыҙалар. Маһира инәй эшселәргә аш бешереүсе булып эшләй.

   Күпләп мал-тыуар , балалар үҫтереп матур ғүмер кисерҙеләр. 

Олаталарынын юлын дауам итеселәрҙән бына тигән ейән- ейәнсәрҙәре үҫә: Усманов Илфат  “Ҡыҙыу нөктә”лә  хеҙмәт итеп балалар үҫтереп Белорет ҡалаһында йәшәй, ә ағаһы Усманов Ришат

почетлы  полиция хеҙмәткәре –өс бала атаһы   Белорет ҡалаһында йәшәй.

 

... «Немецтарҙа  эшләне беҙҙең яҡта... » тип һөйләне Бахтиярова  Сара Шәкирйән ҡыҙы.

 1926 йылдың  20 авгусында Ноҡат   ауылында  тыуғанмын .  Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс  ,1941-1942 йылдарҙа Мәрйәм менән  Ҡыя юл үҙгендә утын ҡырҡтыҡ,калон станогында утын да ҡырҡтыҡ, бүрәнәлә ярҙыҡ.  Ҡышҡа ҡарай мин леспромхозға эшкә күстем. Бик күмәк эшләнек, арабыҙҙа колхоз яғынан килгән ҡыҙҙар ҙа бар ине. Яҙ көнө Сирайкин яланында сплав эшенә сыҡтыҡ, Зөлфиә апай минең менән бергә эшләне. Йәй көнө бесән эшенә күерҙеләр.

Утын ҡырҡыу эшендә Фазылов Иксан, Сәғитә апай менән бергә эшләнек. Зыян күргән саҡтар ҙа күп булды . Арышпар ауылынан килгән ҡыҙҙы йәшен атты, ҡарағай аҫтында торған, бөтөбеҙҙе йыйып хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен аңлаттылар. Норма тулһа, 8оо грамм, тулмаһа-600грамм икмәк бирелде.Барактарҙа йәшәнек.1946  йылда мине балалар баҡсаһына эшкә күсерҙеләр. Мин уларҙы мандолинала   уйнап бейетеп  йырлаттым.

 1941 йылда март айында  1200   немецтарҙы алып килделәр.Немецтар араһында күбеһе ҡатын  ҡыҙҙар ине.Күптәре  үлделәр, уларҙы айырым зыяратҡа күмделәр(ул зыярат  Ноҡат ) ауылында һаҡлаған. Бер нисә йыл элек Германиянан беҙҙең яҡта эшләп һәләк булғандарҙың туғандары килделәр.Мейес туғайҙан, йырындан ары булған ерҙә   немецтар йәшәгән  зона ине.  Улар барактар ҙа йәшәне.   Леспромхоздың аттары шул тиклем күп ине. Күптәр ат көтөү эшендә эшләнеләр. Килеп эшләгән  немец ҡыҙҙары менән  аралашып йәшәнек. Кесерткән йыйып ашанылар. Кейемдәрен һөткә, ҡатыҡҡа алмаштырҙылар.1945 йылда немец пленныйҙарын

 кире алып киттеләр.

1954 йылда  Ямашты    ауылына күсеп киттек. 1961 йылда кире ауыл ға күсеп ҡайттыҡ.  11 балаға

ғүмер биргән. «Материнская  слава»миҙалынын 1,2,3, дәрәжәһе менән бәләкләнгән.  Бер нисә

созыв депутат  та булып һайланған.

Бөгөнгө көндә Ноҡат ауылында Сара инәйҙең Салауат   улы менән Зилә киленейәшәй.

 Бахтияровтар икеһелә «Хеҙмәт ветеран»дары. Дүрт балаға юғары белем бирҙеләр.Дүрт балалары

ла Ноҡат башланғыс мәктәбендә белем алдылар.Атай  -әсәләренә оҡшап тырышып эшләп балалар үҫтерәләр. Улар республикабыҙҙың төрлө өлкәлрендә йәшәйҙәй.