Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
07.11.2017

Концепция обучения и воспитания на башкирском языке в школах Республики

Кужабаев Забир Сабирович
учитель башкирского языка и литературы
Концепция обучения и воспитания на башҡортском языке определяет подходы к преподаванию родного языка в школах Республики Башкортостан. Документ разработан на основе Указа Президента Республики и Закона «Об образовании», закрепивших статус башҡортского языка как государственного. В материалах раскрыты ключевые задачи, проблемы и пути развития национального образования. В основе практической реализации лежат утвержденные Министерством образования программы по башҡортской литературе для 5-11 классов. Для основной школы предусмотрено, например, 68 часов в 8 классе и 66 часов в 9 классе (по 2 часа в неделю). Концепция и программы нацелены на сохранение и изучение языка, истории, литературы и культуры башҡортского народа.

Содержимое разработки

Аңлатма яҙыу

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн Башҡорт әҙәбиәтенән программа (V-XI кластар өсөн), (Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов, А. Байғарин, – Өфө: Информреклама, 2003, 70 с.) һәм төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программалар/ төҙ.: М.Б. Юлмөхәмәтов. - Өфө: Китап, 2011. – 80 бит. – (икенсе быуын стандарттары) нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы 8 – се класта 68 (аҙнаға 2 сәғәт), 9 – сы класта 66 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Мәктәптең «Уҡыу планы»на ярашлы төҙөлдө.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү;

уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе - нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу;

уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу;

әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм художество үҫешен, дөйөм мәҙәнилек кимәлен күтәреү бурыстары;

әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау;

әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡи тәрбиә биреү;

донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу;

логик һәм образлы фекерләү һәләтен, телмәр оҫталығын үҫтереү;

донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи

үҫешкән шәхес формалаштырыу;

шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ - үҙен реализа­циялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади

һәләтлеген үҫтереү;

уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;

художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализ­лау күнекмәләрен этап менән эҙмә - эҙлекле формалаштырыу;

художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу,

үҙең­дең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү,

уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ. б.).

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Предметты өйрәнеү маҡсаты:

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыстарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү , йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһынан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнниҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәтте заманса уҡытыу- уны сәнғәттең бер төрө булыу үҙенсәлегенә тәрәнерәк үтеп инеү, шул үҙенсәлектәргә ярашлы итеп уҡытыуҙы күҙ уңында тота.

8-се класта халыҡ ижадының “Ҡобайырҙар” темаһы ҙур ғына урын алып тора.

Әҙәбиәтте өйрәнеү Шафиҡ Әминев, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең “Ҡөрьән” китабы хаҡында белешмә биреүҙән башлана, тарихилыҡ принцибын тормошҡа ашырыуҙаҙур әһәмиәткә эйә булған Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романынан өҙөк, Б.Бикбайҙың “Ер” поэмаһы, “Ҡаһым түрә” әҫәрҙәрен өйрәнеү күҙ уңында тотолған. Әҙәбиәттең һуңғыраҡ осорҙо сағылдырған Р.Ниғмәти, М.Кәрим, Н.Мусин, әҫәрҙәрен өйрәнгәндән һуң Р.Ғонрипов, Б.Бикбай, Т.Ғиниәтуллин, Р.Назаров,Ҡ.Аралбаев, Ф.Туғыҙбаева ижадтарын өйрәнеү юлы менән бөгөнгө әҙәбиәттең төп һәм мөһим үҙенсәлектәрен асыу мөмкинлеге тыуа.

Программаға дөйөм характеристика

“Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙеәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла. Был кластарҙа программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея-эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйле алып барыла.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы – 6 – 8 – се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

Урта мәктәптең юғары - 9 – 11 – се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

Йөкмәткене яңыртыу әҙәбиәттең бөтә байлығын күҙ алдынан үткәреп, ошо рухи гәүһәрҙәрҙән уҡытыу-тәрбиәләү эшен уңышлы хәл ителеүгә иң яраҡлы һәм лайыҡлы әҫәрҙәрҙе һайлауҙан башланырға тейеш.

5 - 8 – се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тариха-хронологик һәм проблемалы-тематик принциптар, ә инде 9 - сы кластан тарих-әҙәбиәт нигеҙендә өйрәнеү тәҡдим ителә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандартарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса яҙма эштәргә план төҙөү. әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

Әҙәбиәт курсының базис уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы әҙәбиәтте 134 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 8 – се класта 68 сәғәт, 9 – сы класта 66 сәғәт.

Әҙәбиәт буйынса төп белем биреү ҙә өлгө программа инвариант өлөшөн тәшкил итәә һәм ул 86 сәғәткә иҫәпләнгән. Программаның вариатив өлөшө 42 сәғәт (аҙналы уҡыу планында ҡаралған дөйөм сәғәттәр һанынынң 12%) тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:

башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙаҡуллана белеүсе;

хаталаныуҙанҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;

үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

социаль әхлаҡиҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.

хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсылҡараш;

нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

ғаиләҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңаҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙеңҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Башҡорт әҙәбиәте” предметын үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Төп урта мәктәпте тамамлап сағыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙәмтәләре түбәндәгеләр:

шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.).

Төп урта мәктәптә “Әҙәбәит” фәнен өйрәнеүҙеңметапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Төп урта мәкәтәпте тамамлаусы уҡыусыларҙафән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) танып белеү сфераһында:

башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтерлгән төп проблемаларҙы аңлау;

художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

ҡиммәт-ориентация сфераһында:

башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың ңҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

коммуникатив сферала;

төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

эстетик сферала:

һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

VIII синыф (68 сәғәт)

Ә. Моратов. «Башҡортлоҡ». Р. Бикбаев. «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!» шиғырҙары (2 сәғәт).

Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылды¬рыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға, демократик нигеҙҙә.үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.

Ҡобайырҙар (4 сәғәт).

Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры — ҡобайыр. Унда ха¬лыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. Ҡобайырҙарҙа, нигеҙҙә, ХVIVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡ¬ты хандарға, бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. «Ай, Уралым, Уралым», «Салауат батыр» ҡобайырҙарында тыуған ерҙе һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ», «Бер тигәс тә ни яман» ҡобайырында халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.

Ҡобайырҙың поэтик үҙенсәлектәре. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше»ндә башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүлене¬ше һәм синфи көрәштең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, Шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни. «Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы» (I сәғәт).

Сәсәндең биографияһы. «Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы» шиғырҙарында үҙе йәшәгән I р Һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлау.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөрьән китабы» (1 сәғәт).

Хәҙистәр тураһында. Р. Бикбаев. «Хәҙистәр». М. Ямалетдинов. «Ҡөрьән сүрәләре» (2 сәғәт). Р, Ибраһимов. «Кинйә» (романдан өҙөк, 4 сәғәт). Романда сағылдырылғаносор, социаль-тарихи шарттар, халыҡ тормошо һәм көрәшенең һүрәтләнеше. Бикбай. «Ер», «Ҡаһым түрә» (4 сәғәт). Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. «Ер» поэмаһында халыҡтың үҙе өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулағанын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Лирик |образы. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында Ҡаһым түрә» драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Дра¬маның композиция үҙенсәлектәре. Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

Предмет-ара бәйләнештәр. 1812 йылғы Ватан һуғышы. Унда баш¬ҡорт ғәскәрҙәренең батырлыҡтары хаҡында тарихи мәғлүмәттәр биреү. Сәнғәт. «Башҡорттар Гамбургта», «Башҡорттар Дрезденда» гравюрала¬рының репродукциялары.

Артист Арыҫлан Мөбәрәков (үҙаллы уҡыу өсөн).

Әҙәбиәт теорияһы. Хәтирә жанры тураһында.

Ғ. Сәләм. «Шоңҡар» (3 сәғәт).

Ғ. Сәләмдең биографияһы.

«Шоңҡар» поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, капитан, Миньян образдары). Композиция үҙенсәлектәре, теленең образ¬лылығы, байлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис (риторик һорау, риторик өндәү) тураһында төшөнсә.

3. Биишева «һәнәрсе менән өйрәнсек» (2 сәғәт). Яҙыусының биографияһы. «Һөнәрсе менән өйрәнсек» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе, һәнәрсе менән өйрәнсек образдары, художестволы эшләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйәт тураһындағы төшөнсәне нығытыу, тәрәнәйтеү.

Композитор Заһир Исмәғилев (үҙаллы уҡыу өсөн).

Заһир Исмәғилевтең фиҙәкәр хеҙмәтен, музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге бөйөк ҡаҙаныштарын күрһәтеү.

М. Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы, «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар», «Айһылыуҙың күҙ йәштәре» «Ҡоролтайға ҡотлау» шиғырҙары (4 сәғәт). Яҙыусының биографияһы.

«Үлмәҫбай» поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Юмор һәм сати¬раны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традици¬яларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта файҙаланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдар¬ҙың әһәмиәте. «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар» шиғырҙарында ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәтләү, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

«Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлеллеккә саҡырыу.

Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре тураһында.

Н. Мусин. «Йыртҡыс тиреһе» романынан өҙөк (3 сәғәт). Әҫәрҙә һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күре¬нештәрен, фажиғәләрен тасуирлау.

Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым», «Кеше ғүмере» (4 сәғәт). Шағирҙың биографияһы. Заман һулышы менән һуғарылған «һүҙем бар», «Урал йөрәге» шиғырында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.

«Кеше ғүмере» шиғырҙарында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклеле¬ген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу. Ғ. Хөсәйенов, «һуңғы тарпан» (2 сәғәт).

Хикәйәттә ҡырағай аттар — тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек — хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү. Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.

Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» (4 сәғәт). Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындғы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Т. Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала» әҫәрҙәре (4 сәғәт).

Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһын күрһәтеү. Хәбибулла образы. «Әсә һәм бала» хикәйәһендә әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.

Н. Нәжми. «Башҡортостан», «Аҡ шишмә» (2 сәғәт). Тыуған Ер - әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.

Ҡ. Аралбаев. «Беҙ — кеше» (поэманан өҙөк, 2 сәғәт).

Ф. Туғыҙбаева. «Аҡмулла», «Ҡыңғырау» (2 сәғәт).

Ә. Әминев. «Ҡытай-город» (2 сәғәт). Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.

Р. Камал. «Таня-Таңһылыу». Әҫәрҙән өҙөк (2 сәғәт). Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Х. Назар. «Башҡортостан — минең баш йортом», «Аҡҡа табыныу», Дауа» (2 сәғәт). Шиғырҙарҙа ил, телде башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу. Поэмала бөгөнгө көндә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоған мәсьәләләр, кешелек хәтере. Китап Китап хаҡында хикәйәт (1 сәғәт). Башҡорт китабы. Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт әҙәбиәтенең үҙ-ара бәйләнеш, дус¬лык нигеҙендә үҫеүе, Башҡорт әҙәбиәтендә мораль-этик проблемаларҙың ццм ителеше хаҡында әңгәмә. Ә. Лотфуллиндың «Оҙатыу», «Көтөү» картиналары. Әҙәбиәт теорияһы буйынса алынған төшөнсәләрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.

IX синыф (66 сәғәт)

Ваҡыт бүленеше:

Әҫәрҙең тексын өйрәнеү — 47 сәғәт.

һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү — 16 сәғәт.

Синыфтан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә — 2 сәғәт.

Инеш (1 сәғәт).

Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Сәнғәт менән әҙәбиәт бәйләнеше.

Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Художестволы әҙәбиәт — һүҙ сәнғәте.

Әҙәбиәттең ижтимағи һәм эстетик тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте. Әҙәбиәт¬тең тормош менән бәйләнеше, халыҡсанлығы.

Башҡорт әҙәбиәте — халыҡ тормошоноң элекке замандарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем художестволы сағылыу формаһы. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Уның идея-эстетик йүнәлеше.

Халыҡ ижады (11 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады буйынса VIIVIII синыфтарҙа алған белемдәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлау. Йыр, таҡмаҡ, легенда, ҡобайыр, әкиәт жанрҙарын иҫкә төшөрөү.

Халыҡ ижады (фольклор) тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәү рәүеше. Фольклорҙың әһәмиәте. Фольклорҙа халыҡ педагогикаһының сағылышы. Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.

Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.

Иң боронғо жанр ҡарыһүҙҙәр (мифтар). Башҡорт ҡарыһүҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт.

Йола поэзияһы. Уларҙың башҡорт халыҡ йолаһына бәйле төрлө төрҙәре.

Халыҡтың художестволы аңы үҫешендә йырҙарҙың һәм бәйеттәрҙең тотҡан урыны. Уларҙа халыҡтың поэтик тарихының һәм рухи донъяһының сағылышы.

Халыҡ ижадының сәсмә формалары: әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр. Уларҙың халыҡ фантазияһын сағылдырыуҙары, жанр үҙенсәлектәре.

Халыҡтың афористик жанры: мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр. Халыҡ педагогикаһы. Халыҡ хәтере һәм традицион халыҡ институты төшөнсәһе.

Хәҙерге башҡорт фольклоры һәм уның үҫеш тенденциялары. Йыр жанрының киң үҫеш алыуы. Профессиональ сәнғәттә халыҡ йыры.

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. Халыҡ ижады эпик әҫәрҙәренең боронғо жанрҙары булыу яғынан ҡобайырҙар. Уларҙың жанр үҙенсәлектәре: йөкмәткенең киңлеге, образдарҙың мөһабәтлеге, тасуирлауҙарҙың гиперболаға бай булыуы, хикәйәләүҙең эҙмә-эҙлеге. Ҡобайырҙа фантастика. Боронғо кешеләргә хас донъяға ҡараштың, тормош фәлсәфәһенең сағылышы.

Ҡобайырҙың жанр формалары һәм төркөмдәре. Тыуған ил тураһындағы ҡобайырҙар. Батырҙар тураһында ҡобайырҙар. Тормош-көнкүреш ҡобайырҙары. Ҡобайыр шиғыры.

«Урал батыр» эпосы. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы — халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал'батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы.

Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәре. «Урал батыр» эпосының боронғо донъя мәҙәниәтеңдә тотҡан урыны.

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым — ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары.

һабрау — башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо.

Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Аҡһаҡ Тимер яуы. Бының эпос сюжетында бирелеш рәүеше.

Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажара-лылыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле.

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте (1 сәғәт).

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның (1990) 1-се томынан «Шәжәрәләр», «Тәуарихтар» бүлектәре менән танышырға.

Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник Төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, Мвҡәл үрнәктәре. «Ҡотадгу белек» дастаны. Уғыҙнамә, Ҡорҡут-Ата хик-ыттәре. Башҡорт версиялары.

Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Әҫәрҙең ҡулъяҙма рәүе¬шемдә таралыуы. Китап күсереүсе оҫталар.

Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡисса-и Йософ», «Буҙъегет» поэмалары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе һәм художестволы үҙенсәлектәре. Авторҙары тураһында. Поэмаларҙың ҡулъяҙма көйө таралыуы. Баҫмалары Башҡорт халыҡ варианттары.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары.

Урта быуаттар төрки әҙәбиәтенең Көнсығыш классик әҙәбиәте менән и бәйләнеше. Коб, Сәйф Сарай, Хәрәмзи, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың. Идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль, поэтик үҙенсәлектәре.

XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ-тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Халыҡ публицистикаһы. Батыршаның I ишанға яҙған хаты.

Халыҡ ижады сюжеттарынан файҙаланып яҙылған ҡулъяҙма әҫәрҙәр («Ҡуҙыйкүрпәс»).

Башҡорт әҙәбиәтендә артабанғы дастансылыҡ традициялары («Бәхтиәрнамә», «Буҙйегет»). Сәйәхәтнамә жанры.

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады (6 сәғәт).

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның 1-се томынан «Йырауҙар» бүлеге менән танышырға.

Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәндәрҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы.

Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Уларҙың тормошо һәм ижады тураһында айырым мәғлүмәттәр, риүәйәттәр. Был йырауҙарҙа һүҙ оҫталығы һәм музыкаллек һәләттәренең берләшеүе.

Сәсәнлек сәнғәте. Сәсәндәрҙең йыраусылыҡ традицияларын дауам итеүе. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр.

Ҡобағош сәсән. Уның тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешкәне» шиғри әйтеше.

Ҡарас сәсән. Тормошо тураһында риүәйәт. «Аҡша батыр менән әйтешкәне» әйтеше.

Ерәнсә сәсән. Тормошо һәм ижады. «Ерәнсә сәсәндең Әбелхайыр ханға әйткәне» әҫәренең идея-эстетик асылы. Ерәнсә сәсән исеме менән таралған көләмәстәр.

Байыҡ сәсән. Биографияһы. Ижади эшмәкәрлеге. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне. Сәсәндең йәш Салауатҡа һамаҡлап әйткәне. Байыҡ сәсән ижадының халыҡсанлығы, идея юғарылығы. Художество көсө.

Буранбай-Йәркәй сәсән. Тормошо һәм ижады. Ҡурайсылыҡ һәнәре һәм үҙе сығарған йырҙары.

Ишмөхәмәт сәсән. Биографияһы. Ижады.

Ғәбит сәсән. Ишмөхәмәт сәсәндең шәкерте. Эпик жанрҙан торған бай репертуары.

Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы. С. Юлаев (4 сәғәт)

«Яу», «Уҡ», «Егеткә», «һандуғас», «Зөләйха» шиғырҙары. «Салауат телмәре».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Салауат» (Өфө, 1983) китабынан Р. Игнатьев, Ф. Нефедов, С. Злобин әҫәрҙәре.

Салауат Юлаев тураһында VIII синыфта үткәнде ҡыҫҡаса ҡабатлау. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙарын иҫкә төшөрөү.

Салауат Юлаевтың тормошо һәм яу тураһында һөйләүгә күсерҙән алда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында тарих дәресе буйынса үткән материалды хәтергә төшөрөү.

Салауаттың тормошо һәм яҙмышы. Салауат — башҡорт халҡының ле¬гендар батыры һәм сәсән шағиры. Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы.

Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Тыуған тәбиғәтте һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек. Шиғырҙарының поэтик үҙенсәлектәре.

Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе.

«Салауат телмәре» йәки «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир батырға ҡуш булып» тигән ҡобайыр. Уның идея йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары.

Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәңғәтендә Салауат образы. Рус совет-әҙәбиәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәх,ес һәм әҙәби герой. Прототип. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр (Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романын миҫалға алыу).

XVIII быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр

Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлештең электән килгән тамырҙары. Уның та¬рихи, социаль ерлеге. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Уның күренекле вәкилдәре. Поэтикалағы традиционлыҡ, поэтик ҡанундар.

Т. Ялсығол-әл-Башҡорди (1 сәғәт)

Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге. «Рисаләи Ғәзизә» китабы. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу дәреслеге урынына ҡулланылышы. Китаптың дидактизмы. Жанр формалары.

«Тарихнамәи Болғар» әҫәре. Тәүарих жанры традицияларында ижад ителеше. Тарихи-әҙәби үҙенсәлектәре. Әй ырыуы шәжәрәһе тәүарихтың берҙәм өлөшө булып ҡушылыуы.

Ғәбдрәхим Усман (1 сәғәт)

Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге. Уның тураһында Р. Фәхретдин.

Әҙәби ижады. «Ғәүариф эз-заман» («Замана уҡымышлылары»), «Китабы Мөһиммәт эз-заман» («Заманының мөһим хәлдәре китабы») йыйынтыҡтары. Уларҙың тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик хосусиәттәре. Дидактик поэзия традициялары . Мәдхиә, мәрҫиә жанрҙары. Тәржемә әҫәрҙәре.

Ғ. Усман ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле һәм урыны. Уның традицияһын дауам итеүселәр.

XIX быуат әҙәбиәте (1 сәғәт)

XIX быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт. Халыҡсан ижад йүнәлеше. Мәҙрәсәләр. Уларҙағы дини һәм донъяуи күре¬нештәр.

Суфый шағирҙар. Улар ижадында дини һәм донъяуи мотивтар. Рухани поэзия. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. Мәғариф эшенең торошо. Мәғрифәтселек хәрәкәте. Башҡорт халҡы араһынан ғалимдарҙың күтәрелеп сығыуы (М. Биксурин, С. Күкләшев, М. Иванов).

Башҡортостан һәм рус яҙыусылары. Башҡорт фольклорын йыйыуҙа рус әҙиптәре һәм ғалимдары (Р. Игнатьев, С. Рыбаков, Ф. Нефедов, М. Лоссиевскийҙарҙың хеҙмәттәрен ҡылыҡһырлау).

А. Пушкиндың «Пугачев ихтилалы тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тарихының фажиғәле һәм азатлыҡ көрәше биттәре сағылышы. Л. Толстойҙың «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк» әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы тормошо кәүҙәләнеше. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының донъяға ҡарашы, М. Салтыков-Щедрин тураһында үткән материалдар менән бәйләү.

Н. Крашенинниковтың тормошо һәм ижадына характеристика. «Үлем сейәләре», «Әсә» хикәйәләре.

XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтенең нығына барыуы.

Реалистик поэзияның күтәрелеше. Проза әҫәрҙәре. Драматургия башланғыстары.

Ғ. Соҡорой (1 сәғәт)

Тормош юлы. Шәжәрәһе. Уның поэтик яҙмаһы. «Тәуарихи Болгария» әҫәре. Шиғырҙары.

М. Аҡмулла (4 сәғәт)

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе», «Минең ятҡан урыным — зиндан», «Инсафлыҡ», «Мәжлесенә ҡарай ғына», «Нәсихәт».

Тормошо һәм ижад юлы. Бала һәм үҫмер сағы: мәҙрәсә йылдары. Аҡмулла башҡорттар, ҡаҙаҡтар араһында. Китаптары: «Дамелла Ши¬һабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» (1892) һ.б. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Туҡһанбай ауылында Аҡмулла музейы.

Халыҡты мәғрифәткә өндәү, феодал иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы.

Уның шиғырҙарында социаль мотивтар. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәрҙе тәнҡитләү. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарының идея-эстетик көсө.

Аҡмулла — халыҡсан шағир, шиғыр оҫтаһы. Ижадындағы ике поэтик башланғыс — Көнсығыштың классик поэзияһы һәм башҡорт, ҡаҙаҡ фольклоры традициялары. Аҡмулланың сәсәнлек һәләте. Ҡобайыр стилендәге шиғырҙары («Бәхет», «Аттың ниһен маҡтайһың», «Нәсихәт»).

«Ҡәнәғәт», «Донъя», «Тиһеңме», «Уяныу», «Бәдбәхеткә һүҙем үтмәҫ» шиғырҙарында мораль-этик проблемалар. Сәсәндәр, аҡындар менән һүҙ ярышы. Поэтик жанрҙары.

Шағир һәм поэзияның ижтимағи бурысы тураһында Аҡмулла.

Аҡмулланың ҡаҙаҡ, татар поэзияһы үҫешенә йоғонтоһо.

Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.

М. Өмөтбаев (3 сәғәт)

«Йомран иле», «Ҡайыш менән йүкә», «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙа¬рының оҙатылыуы», «Башҡорттар».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: М. Өмөтбаев. «Йәдкәр» китабынан «Шиғырҙар» бүлеге.

Тормошо, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи эшмәкәрлеге. Старшина булып эшләүе. Халыҡ ходатайы. «Йәдкәр» китабы. Өмөтбаев хаҡында рус матбуғаты. Тыуған ауылы Ибраһимда М. Өмөтбаев музейы.

Өмөтбаев мәғрифәтсе һәм шағир. Рус телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап үҙләштергән эшмәкәр. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, фолькло¬ры буйынса хеҙмәттәре. Өмөтбаев — тәржемәсе. А. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны» әҫәрен беренсе булып тәржемә итеүе.

Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Башҡорт йәмғиәте тормошон сағылдырыу яғынан «Йомран иле» шиғыры. «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы» шиғырының этнографик белем биреү яғынан әһәмиәте.

«Ҡайын илә Йүкә» мәҫәле. Әҫәрҙең идея-художество ҡиммәте. Ҡайын һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе. Лирик шиғырҙары.

М. Өмөтбаевтың тарихи-этнографик хеҙмәттәре. «Башҡорттар» мәҡәләһе. М. Өмөтбаев ижады тураһында ғалимдар һәм яҙыусылар.

Р. Фәхретдин (3 сәғәт)

«Сәлимә», «Әсмә».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2-се китап (1984). Р. Фәхретдин. Сәлимә.

Тормошо. Мәҙрәсәлә уҡыуы, уҡытыуы. Дини эшмәкәрлеге: имам, ҡазый, мофтөй. Журналист. «Шура» журналы мөхәррире. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Р. Фәхретдин — мәғрифәтсе. Балалар һәм ололар өсөн яҙған нәсихәт китаптары. Ғаилә тәрбиәһе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә арналған йыйынтыҡтары. Уларҙа сағылған мәғрифәтселек ҡараштары. Халыҡ педагогикаһы.

«Аҫар» исемле китаптар серияһы. Башҡорт һәм татарҙар араһынан сыҡҡан уҡымышлылар, дин әһелдәре хаҡында био-библиографик белешмә хеҙмәт булыуы.

Башҡорт әҙиптәренең (Т. Ялсығол, Ғ. Усман, Ә. Ҡарғалы, Сәлихов,Соҡорой, Аҡмулла һ.б.) тормошо һәм ижадтары тураһында мәғлүмәттәр.

Р. Фәхретдин — тарихсы. Уның хеҙмәттәрендә Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихының сағылышы. Ул энциклопедист ғалим.

«Сәлимә» повесы. Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә образы. Авторҙың мәғрифәтселек ҡараштарының һүрәтләнеше. Повестың сюжеты, бүтән образ¬дары. Теле һәм стиле. «Әсмә» повесы. Әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһе. Ыңғай образдары (Әсмә, Ғәббәс мулла). Кире образдар. Иҫкелек менән яңылыҡ көрәше. Мәғрифәтселек ҡараштарының тәрәнерәк бирелеше.

Повестың жанр үҙенсәлектәре. Сюжеттағы детектив элементтар. Теле һәм стиле.

Әҙәби әҫәрҙәренең, ғилми хеҙмәттәренең башҡорт мәҙәниәте һәм фәне өлкәһендәге урыны, әһәмиәте.

XX быуат башында әҙәбиәт (1 сәғәт)

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 1-се китап (Революцион поэзия өлгөләре), 2-се китап. Проза.

XX быуат башында Рәсәйҙә һәм уның бер өлөшө булған Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәл. 1905 йылғы революциянан һуң Башҡ¬ортостанда ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби хәрәкәт.

Башҡортостанда милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза жанр¬ҙарының үҫеүе. Драматургияның күтәрелеше (Ф. Туйкин, Ғ. Ниязбаев пьесалары).

Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү. Романтизм күренештәре. Халыҡсан, демократик рухлы яҙыусыларҙың майҙанға сығыуы: 3. һади, С. Яҡшығолов, Ф. Сөләймәнов, А. Таһиров. Д. Юлтый, Ш. Бабич.

С. Яҡшығолов (2 сәғәт)

«Башҡорт ағаларыма хитап», «Дим буйы».

Тормошо. Данлы, абруйлы нәҫел-ырыуы. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдары. 1904 йыл рус-япон һуғышында ҡатнашыуы. Ауылда имам, мәҙрәсәлә мөҙәрис, мөғәллим булып эшләүе.

Йәшләй әҙәбиәт менән мауығыуҙары. Матбуғатта баҫылған тәүге шиғырҙары. «Урал» гәзитендә сыҡҡан «Яҙ килеүе» шиғырының симво¬лик мәғәнәһе.

«Башҡорт хәлдәре» (1911), «Дим буйы» (1912) тигән шиғырҙар йыйынтыҡтары. Унда шағирҙың 1905—1907-се йылдарҙағы революцияны шатланып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләр, мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.

«Башҡорт ағаларыма хитап» шиғыры. Туған халҡының вайымһыҙ лығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараш тары. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәтендәге хитап жанры традициялары ның дауам итеүе. «Дим буйы» шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттар! 1.1 ерҙәренән яҙҙырыуға ҡаршы мотивтар.

Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙер ге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар. Мәҫәлде I Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.

Ф. Сөләймәнов (2 сәғәт)

«Башҡорт моңо», «Тимербай ҡурайсы».

Тормош юлы. Даусан, батыр ата-бабалары. Мәктәп, мәҙрәсәләрҙә уҡыу йылдары. Мөғәллимдәр мәктәбен тамамлауы. Башҡортостанда, Ҡаҙағстанда мөғәллимлек эше.

1917 йылда башҡорт азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы. Башҡорт хөкүмәте органдарында эшләүе.

1920 йылда Урта Азияға, аҙаҡ сит илдәргә эмиграцияға китеүе. Көнбайыш Европа илдәрендә, 1925 йылдан Төркиәлә йәшәүе, Стамбул,

Анкара институттарында һәм университетында уҡытыуы, фәнни эш менән шөғөлләнеүе.

Әҙәби ижады. Шиғырҙарындағы милли тойғолар («Йәйләүҙе һағын¬ғанда», «Батыр» һ.б.)

«Башҡорт моңо» шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тор¬мошо тураһындағы хикәйәләре: «Башҡорт йәйләүендә», «Ил өсөн», «Ҡасҡын», «Үләт» һ.б. Фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар.

«Тимербай ҡурайсы» хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғолар¬ҙың сәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы осөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы («Ил өсөн» һ.б.).

«Салауат батыр» пьесаһының ошо азатлыҡ идеяһын ҡуйыуы һәм ба¬шҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте.

Милли батырыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.

Ф. Сөләймәнов А. Инандың әҙәби-ғилми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.

М. Ғафури (4 сәғәт)

«Себер тимер юлы йәки милләттең хәле», «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы», «Бөтһөн һуғыш!», «Икмәк», «Ант», «Аждаһа», «Бир ҡулыңды», «Шағирҙың алтын приискыһында».

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Хәтерҙән сыҡмай торған ете» — Мәстүрә Фәйзуллина иҫтәлеге. «Ғафуриҙан өсөнсө хат» — уйасаҡ тормош юлдашы Зөһрәгә яҙған хаттары. (М. Ғафури. Әҫәрҙәр IV том, Өфө, 1980)

Тормошо. Белемгә ынтылышы. Троицк, Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләрендә» белем алыуы. Бөтә тормошо, эшсәнлеге Башҡортостанда үтә. Ижади эшмәкәрлегенә 1924 йылда 20 йыл тулыу байрамы. Уға Башҡортостан¬ыма халыҡ шағиры исеме бирелеүе.

Башланғыс ижады, унда мәғрифәтселек идеяларының сағылышы. “Себер тимер юлы...»)

Тәүге хикәйәләрендә ҡала һәм ауыл ярлыларының фәҡир тормошон сағылдырыу («Фәҡирлектә үткән тереклек»).

1905 йылғы революцияға шағирҙың синфи, идеологик көрәш күҙле¬генән ҡарауы. «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы» шиғырҙарында азатлыҡты данлауы, батшалыҡты ҡолатырға саҡырыуы.

1907—1910 йылдарындағы ижадында социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтеүе, мәҫәл жанрына мөрәжәғәт итеүе («Энә менән еп», «Һарыҡты кем ашаған?») Беренсе донъя һуғышы йылдарындағы ижадының төп идея мотивтары: һуғышҡа ҡаршы өндәү, ирек өсөн көрәшергә саҡырыу («Ул кем?» «Көс», «Бөтһөн һуғыш!»...)

Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдарындағы ижадының совет идеологияһы менән һуғарылыуы. «Хөрриәт иртәһе», «Аждаһа», «Ант» шиғырҙарында революцияны данлауы, яңы йәмғиәт ҡоролошон яҡларға саҡырыуы.

Егерменсе йылдарҙағы ижадында хеҙмәт темаһы һәм яңы кеше образы. «Бир ҡулыңды», «Гөлдәр баҡсаһында», «Яңы көстәргә» шиғырҙарында хеҙмәт кешеһен данлау, яңы тормошто төҙөү пафосы.

М. Ғафуриҙың милли опера тыуҙырыу өлкәһендәге тәүге аҙымдары. (1926-1930 йылдарҙа, С. Ғәбәши, Ғ. Әлмөхәмәтов, Виноградов менән берлектә «Эшсе» операһын яҙыуы).

Проза әҫәрҙәре, «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» повестарында үткән тормошто киҫкен идеологик көрәш күҙлегенән һүрәтләү.

«Шағирҙың алтын приискаһында» повесы, уның автобиографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, Сибғәт бабайҙар, ҡарауылсы ҡарт, ат башы ҙурлығы алтын тапҡан башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡ¬лығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу.

Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтар, управляющийҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары.

Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин, тигән идея үткәрелеүе.

Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алымының уңышлы ҡулланыуы. Тел-стиль сараларының байлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты. Образды асыусы саралар (портрет, автор характеристикаһы, телмәр ха рактеристикаһы). Художество методы. Реализм, тәнҡитле реализм хаҡында ҡабатлау.

Ш. Бабич (4 сәғәт)

«Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Бер минут», «Көрәшен үткәр ғүмерен дс», «Көтәм», «Йәшәһен эшселәр!», «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», "Китмәҫтән, «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлөхитап”.

Синыфтан тышуҡыу ө с ө н: Ш. Бабич. Беҙ үҙебеҙ —башҡорттар (1994).

Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижад юлы. Ғәлиә мәҙрәсәһендә уҡыуы. Мөғәллимлеге, ижтимағи, журналистик эшмәкәрлеге. 1917 йылда башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китеүе.

1914—1915 йылдарҙағы поэзияһы. Социаль тигеҙһеҙлектән зарланыу.

Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?» шиғырҙары, «Ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс» халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан «Бай һәм ярлы» шиғыры..

Ш. Бабич — романтик. «Бер минут», «Әйҙә, милләт», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» шиғырҙарының төп идея мотивтары — халыҡты аң-белемле итеү теләге менән, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеалы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм.

һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнкөлөгө күренештәре («Аптыраған минуттар», «Әйҙә, күңелем»).

Бабич — сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сатирик әҫәрҙәренән «Ҡандала» балладаһы, «Ғазазил» поэмаһы һәм «Китабен-нас» тигән эпиграммалары. Уларҙың идея йөкмәткеһе һәм художество формаһы.

Февраль революцияһынан һуңғы поэзияһы. Иҙелгән башҡорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу («Көтәм»), революцион эш¬селәргә дан йырлау («Йәшәһен эшселәр!»), Ш. Бабичтың Башҡортос¬тан, уның үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы шиғырҙары («Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр»). «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ» әҫәрҙәре.

Бабич — шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡ - йнлыҡ, тәрән мәғәнәлек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, ши¬ғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

Шәйехзада Бабичтың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһындаVIIVIII синыфта үтелгәндәрҙе йомғаҡлау, системалаштырыу һәм тәрәнәйтеү.

Шиғырҙа ритм һәм рифма.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү (2 сәғәт).

Тематик планлаштырыу 8-се класс

Темалар

Сәғәттәр

Шул иҫәптән

Кластан тыш уҡыу

Телмәр үҫтереү

1.

Р.Бикбаев. “Берләшегеҙ бөтә донъя башҡорттары!”

Ә.Моратов«Башҡортлоҡ» шиғыры

2

5

7

2-2

Ҡобайырҙар

4

3.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни

Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы”

1

4.

Ҡөрьән китабы”

1

5.

Р.Бикбаев “Хәҙистәр”

М. Ямалетдинов “Ҡөрьән сүрәләре”

2

6-8

Ғ. Ибраһимов “Кинйә”романы

4

9-10

Б. Бикбай “Ҡаһым түрә” драмаһы. “Ер”

4

8.

Ғ. Сәләм “Шоңҡар поэмаһы”

3

9.

З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек” әҫәре

2

10-11

М.Кәрим “Үлмәҫбай”

“Йәшәйһе бар”

Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”

Айһылыуҙың к үҙ йәштәре”, “Ҡоролтайғаҡотлау” шиғырҙары.

4

11-12

Н.Мусин” Йыртҡыс тиреһе” романы

3

13-14

Р.Ғарипов ижады

“Урал йөрәге “шиғыры

“Аманат” шиғыры

Уйҙарым” шиғыры.

“Кеше ғүмере” шиғыры.

4

15

Ғ.Хөсәйенов “Һуңғы тарпан”

2

16-17

Р.Бикбаев

Башҡортостан бында башлана” “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”

“ Дауыл”, “Барып етһен ине хаттарым”.

Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”

4

18-19

Т.Ғиниәтуллин

Мәтрүшкә еҫе “хикәйәһе

” Әсә һәм бала” хикәйәһе

4

20

Н.Нәжми “Башҡортостан”

Аҡ шишмә “шиғыры

2

21

Ҡ.Аралбаев. Беҙ кеше

1

22

Ф.Туғыҙбаева. “Аҡмулла” “Ҡыңғырау”шиғырҙары

1

22-23

Ә.Әминев. “Ҡытай- город” повесы

2

24

Р.Камал “Таня- Таңһылыу”

3

25

Х.Назар.”Башҡортостан- баш йортом”

2

26

Китап хаҡында хикәйәт

1

Тематик планлаштырыу 9-сы класс

Темалар

Сәғәттәр

Шул иҫәптән

Кластан тыш уҡыу

Телмәр үҫтереү

1

Художестволы әҙәбиәт. Уның ижтимағи әһәмиәте.

1

2

3

2

Халыҡ ижады.

1

3

Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.

2

4

«Урал батыр» эпосы.

4

5

Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы

4

6

Боронғонан алып XVIII быуаттың аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.

1

7

Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәте. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге.

1

8

Йософ Баласағунлы. «Ҡотадғу белек» дастаны.

1

9

Уғыҙнәмә” хикәйәте өҫтөндә эш.

1

10

Ҡорҡот-ата” хикәйәттәре.

1

11

Боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәткә дөйөм ҡараш.

1

12

Болғар осоро әҙәбиәте.

13

Ҡол Ғәли. “Ҡиссаи Йософ”.

2

14

Урта быуаттар әҙәбиәте. Ҡотб “Хәсрәү вә Ширин “ дастаны.

1

15

Хәрәзми “Мөхәббәтнама” әҫәре өҫтөндә эш.

1

16

Сәйф Сараи. “Гөлөстан бит төрки”.

1

17

Буҙйегет” әҙәре өҫтөндә эш.

1

18

Юрматы ырыуы шәжәрәһе.

2

19

Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе.

20

Батыршаның батшаға яҙған хаты әҫәре мнеән танышыу.

2

21

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады. Һабрау йырауҙың Уралға төбәп әйткәне.

1

22

Асан Ҡайғы йырау ижады “ Асан –ата йыры” әҫәре.

1

23

Ҡаҙтуған йырау ижады.

1

24

Сәсәндәр ижады. Ҡобағош сәсәндең әйткәне.

3

25

Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлы.

4

26

XVIIIбыуат әҙәбиәтендә йүнәлештәр.

1

27

Тажетдин Ялсығол Әл-Башҡорди ижады. “Тарихнамә и Болғар“ әҫәре.

1

28

Ғәбдерәхим Усман ижады. “Ғилемдең өҫтөнлөгө тураһында” әҫәре.

1

29

XIX быуат әҙәбиәте. Һибәтулла Салихов.

1

30

Ғәли Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлы.

1

31

Традицион жанрҙар системаһы.

1

32

Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлы.

4

33

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижады.

3

34

Ризаитдин Фәхретдин ижады һәм тормош юлы.

3

35

Сафуан Яҡшығолов ижады.

2

36

Фәтхел Ҡадир Сөләймәнов. Тормош Һәм ижад юлы.

2

37

Мәжит Ғафури ижады. Шағирҙың тормош юлы.

4

38

Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлы.

4

21


Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/278103-rabochaja-programma

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки