Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
19.01.2015

Классный час на тему: «Курай»

Классный час «Курай» знакомит школьников с уникальным башкирским музыкальным инструментом. Дети узнают о его истории, значении для культуры и знаменитых кураистах своего края. В ходе занятия предусмотрен наглядный показ настоящего растения курай, произрастающего в данной местности. Материал способствует формированию у учащихся уважения к национальным традициям и расширению их культурного кругозора.

Содержимое разработки

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Ҡурай” хикәйәһе

(Әлифбанан дәрес-сәйәхәт)

Башҡарыусыһы Ҡыҙрас урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Сапай ауылы филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы

Дәүләтгәрәева Гөлүрә Зөфәр ҡыҙы

Тема: Ҡурай – халыҡ милли музыка ҡоралы

Маҡсат: а) Башҡорт халыҡ ҡоралы ҡурай тураһында танышыу;

б) уға ҡыҙыҡһыныу уятыу;

в) халыҡ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

I.Ойоштороу моменты.

II.Масатты билдәләү.

III. Ҡурай тураһында һөйләү. (ҡурай моңо – кассета).

Бына ҡурай. Абдулхаҡ Игебаев “Ҡурай” тураһында шиғыр яҙған.

Ерҙең йөрәк тамырынан

Яралғанһың, ҡурайым,

Шуға ла һин, ер-әсәмдәй,

Моңлоһоңдор, моғайын!

-Ҡурай һүрәтен ҡайҙа күргәнегеҙ бар?

(Гербта, флагта – күрһәтәм).

Ҡурайҙы нимәнән яһайҙар? (ҡороған ҡурай үләнен ҡырҡып алып һабағында тишектәр эшләйҙәр).

Ул үлән беҙҙең яҡтарҙа ла үҫә.

Был ҡурай беҙҙең данлыҡлы Урал тауҙарында ла үҫә.

Эй, ҡурайым, ҡурайым,

Үҫтең һин ҡырлас тауҙа.

Һайрай унда һандуғас,

Бытбылдыҡ та, турғай ҙа.

Ҡурайсы ҡурай уйнаһа, күңел күтәрелеп китә, ҡайғылар онотола.

Уҡыусылар һөйләүе:

Халҡымдың моң шишмәһе һин,

Йор тауышлы ҡурайым,

Тауышҡайыңды ишетһәм,

Яҡтыралыр сырайым.

Һин һыҙҙырып уйнағанда,

Мин ҡушылып йырлайым.

Милли моңға йән өрөүсе

Әлдә һин бар, ҡурайым!

IV. “Ҡурай” уйыны уйнау. Физкультминут.

V. “Кем күп белә?”

Ҡурайсы исемдәрен әйтеү. Ришат Рәхимов, Азат Айытҡолов, Илбәков Ишморат, Рушан Биктимеров, Азат Биксурин һ.б.

VI. Ҡ У Р А Й – һүҙенән һүҙҙәр төҙөү.

УРА

АЙ

ҠУРА

АҠ

УР

УРАЙ – ҡала

АУ

VII. Ҡурайсы – ауылдаштар.

Кемдең тыш алышы һәйбәт, үпкәһе таҙа, кем тәмәке тартмай, шулар ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙрас ауылынан: физика уҡытыусыһы Ишморат Рәхмәтуллин, Сапайҙан Сәйетгәрәев Флүр.

Йомғаҡлау, баһалау.

Йомаҡ: 1) Ауыҙы бар һүҙе юҡ,

Тауышы бар, теле юҡ (ҡурай)

2) Ҡырҙа үҫкән бер бала

Ел иҫкәндә моң һала (ҡурай).

Мәҡәлдәр: Ҡурай халыҡ күңелен юрай.

Ҡурай тартһаң, көй булыр, бүрәнә тартһаң, өй булыр.

Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ.

Ял минуты. Мин ҡурайҙы яратам,

Ҡулдарымда уйнатам.

Бармаҡтарым уйнайҙар,

Улар һис тә талмайҙар.

Хәҙер беҙ ял итәбеҙ.

Тағы эшләп китәбеҙ.

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Тема: “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”.

Башҡарыусыһы Ҡыҙрас урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Сапай ауылы филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы

Дәүләтгәрәева Гөлүрә Зөфәр ҡыҙы

Тема: “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”.

Маҡсат: уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ыңғай ҡараш тыуҙырыу; сәләмәтлекте һаҡлау – иң мөһим мәсьәлә икәнлеген төшөндөрөү, гигиена ҡағиҙәләрен ҡабатлау.

Йыһазландырыу: һабын, тараҡ, щетка, дарыуҙар, скакалка, обруч, һ.б. менән яҙылған плакаттар.

Ойоштороу моменты.

Төп теманы аңлатыу. Бөтә нимәне таҙа тотоу өсөн ни кәрәк? Һыу.

Сәләмәтлек, таҙалыҡ – кеше бәхетенең нигеҙе. Һаулыҡ булһа, кеше теләгәненә ирешә, эштән дә, уҡыуҙан да ҡәнәғәтлек ала. Һәр кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе ҡайғырта. Юҡҡа ғына: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ тимәгәндәр. Ауырымаҫ өсөн, сирҙәр урап үтеһен өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

Спорт яратырға;

Зарядка яһарға;

Гигиена, таҙа йөрөү ҡағиҙәләрен үтәргә;

Тейешенсә йоҡларға;

Дөрөҫ туҡланырға;

Эскелек менән мауыҡмаҫҡа;

Тәмәке тартмаҫҡа.

(Тәмәке төтөнө тештәрҙе һарғайта, үпкәне зарарлай, тамырға зыян килтерә, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола. Әлеге ваҡытта кем тәмәке ташлай, уларға завод һәм фабрикаларҙа премия бирәләр).

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Ә хәҙер, ниндәй халыҡ мәҡәлдәре бар икән тыңлайыҡ.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.

Байлыҡ башы – һаулыҡ.

Ғүмерҙе һаулыҡ оҙонайта.

Һаулыҡ ҡәҙерен йәштән бел.

Таҙалыҡ һаулыҡтың нигеҙе.

Был халыҡ әйтемдәрен, кем нисек аңлай.

Йомаҡтар.

Улар менән дуҫ булһаң,

Тештәрең ап-аҡ булыр.

Врач ҡулланырға ҡуша көнөнә ике тапҡыр.

(теш щеткаһы һәм паста).

2) Аҡ итә лә, пак итә

Бит, ҡул, муйынды һөртә (таҫтамал).

3) Үҙе тешле, ләкин тешләмәй,

Шыуа-шыуа шымарта,

Үҙенә табан тарта (тараҡ).

4) Үҙе шыма, күбеккә күмә,

Хуш еҫле, йә кем белә? (һабын)

5) Айҡала ла, сайҡала

Күмелә ул күбеккә.

Онотолоп тора өйҙә,

Кәрәк була мунсала (йыуғыс).

Ә һеҙ ниндәй теш пасталары беләһегеҙ?

(Лесной, жемчуг, блендамед, кольгейт, һ.б.)

Ауыл фельдшеры Ф. Шафикова менән осрашыу.

(Ул гриптан һаҡланыу, таҙа йөрөү, дарыу һәм уколдар тураһында һөйләй).

-Гриптан ярҙамға килеүсе дарыуҙарҙы һанайбыҙ. (аспирин, парацетамол, аналгин, бромгексин, трависил).

VI. Ярыш ойоштороу.

(скакалка һикереү – кем һикерә?)

(обручта әйләнеү – кем күберәк әйләнер).

Йомғаҡлау.

Нимәне һатып алып булмай?

Һаулыҡты!

Шуның өсөн, һау тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек. Сәләмәт кеше генә бәхетле була, уңышҡа, маҡсаттарына ирешә.

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Яҙ килә

(Туған тел дәресе)

Башҡарыусыһы Ҡыҙрас урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Сапай ауылы филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы

Дәүләтгәрәева Гөлүрә Зөфәр ҡыҙы

Маҡсат: Ә. Вәлиҙең “Яҙ килә” хикәйәһе менән танышыу; тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү; һорауҙарға тулы яуап биреү; ҡоштарға, яҙ миҙгеленә йылы ҡараш тәрбиәләү; телмәрҙе үҫтереү.

Синыф менән танышыу.

Үҙе зирәк, үҙе матур

Һәр саҡ йылмайып көлә.

Кем икән тип уйлаһағыҙ

Исеме уның Зәлиә.

Көн дә биштәр алып ҡайта

Бөтә белемгә эйә.

Бөтәһенә өлгө булыр

Ул тырыш ҡыҙ Юлиә.

Үҙе бәләкәй булһа ла,

Яҡшы унда тәрбиә.

Кем икән тип, баш ватмағыҙ

Ул бит беҙҙең Зәриә.

Дәрестә лә тырыша,

Күп нәмәгә өйрәнә.

Уны һеҙ беләһегеҙ,

Исеме уның Фәриҙә.

Матур итеп, таҙа яҙа,

Үҙе тырыш, бына ҡара.

Йә кем тип уйлайһығыҙ,

Ул бит беҙҙең Гөлнара.

Әсәһенә булыша, уҡыуына талапсан,

Яҙыуын да тырыша, синыфташыбыҙ Ләйсән.

Ә бына беҙҙең Таңһылыу

Үҙе уңған, үҙе һылыу,

Кәрәк саҡта уға бер ни тормай иҙән дә йыуыу.

Синыфтағы егетебеҙ, тәү ҡарауға бик тыныс,

Исемен кем тиһәгеҙ, ул була беҙҙең Денис.

Әңгәмә.

Эле ниндәй миҙгел?

Ә ҡайҙан белдегеҙ?

Ниндәй яҙ айҙарын беләһегеҙ?

Картинаға ҡарап, яҙ икәнен әйтеп буламы?

Ҡоштар? Ҡуяндар?

Йорт хайуандары?

Ә һеҙ ҡоштарҙы нисек ҡаршы алдығыҙ?

III. Автор тураһында белешмә.

Беҙ өйрәнәсәк хикәйәне Әкрәм Мөхәррәм улы Вәлиев яҙған. Ул 1908 йылда Саҡмағош районы Аблай ауылында тыуған. БДПИ тамамлай. Армия сафтарында хеҙмәт итә. Депутат итеп һайлана. “Көс” исемле китабы 1930 йылда донъя күрә. “Башҡортостан” исемле китабы – 1932, әҫәрҙәр һайланмаһы 1959 йылда баҫылып сыға.

IV.Хикәйә “Яҙ килә” - ә хәҙер был яҙыусының хикәйәһе менән таныштырам.

Салт аяҙ-көн матур, сыуаҡ, йылы, бер болот әҫәре юҡ.

Ҡояш нимә эшләй?

Ҡоштар ни эшләйҙәр?

Хикәйәне үҙ аллы уҡыу.

Ҡысҡырып уҡыу.

Дәфтәрҙә эш..

Дәфтәрҙәрҙә эшләйбеҙ.

Число.

Синыф эше.

Әкрәм Вәли.

2, 3-сө һорауҙарға яуап яҙабыҙ.

VII. Ял минуты.

Мәктәпкә нисек килдегеҙ?

Мәктәптән нисек ҡайтаһығыҙ?

Төндә нисек йоҡлайһығыҙ?

Уҡыуҙар инсек?

VIII.Сылбырлы уҡыу.

Һайланма уҡыу.

Хикәйәләге 1-се һөйләмде әйтегеҙ?

Хикәйә ниндәй һөйләм менән бөтә?

Ҡоштар тураһында нимә әйтелә?

Балалар тураһында нимә әйтелә?

Ошо хикәйәгә ниндәй һүрәт эшләр инегеҙ?

Сағыштырып эшләү.

Ҡышяҙ

Ҡарямғыр

ҡар ирей

ҡояш юғары

көндәр оҙоная

кешеләр еңел кейенә

ҡоштар ҡайта

Ә ике уҡыусы конверттар менән эшләйҙәр. Дәфтәргә яҙалар.

Был нимәнең башы?

Был нимәнең ҡойроғо?

Уйын “Нимә артыҡ”

Тамсы, яҙ, парта, ҡарға, ҡояш, боҙ, сыйырсыҡ.

Саған, ерек, ҡайын, китап, тал, ҡарағай.

Йомаҡтар.

Суҡышһыҙ турғай боҙ тишә (тамсы).

Күктән килде, ергә китте (ямғыр).

Аҡ юрғанын ташлай, һыртын күрһәтә башлай (яҙ).

Утта янмай, һыуҙа батмай (боҙ).

Ятты, ятты ла, тороп йылғаға аҡты (ҡар).

Өҫтә саҡта беленмәй,

Аҫҡа төшкәс күренмәй,

Ҡойо ҡаҙый, эйелмәй, бөгөлмәй (тамсы).

(Ваҡыт ҡалһа, китаптағы шиғыр-йомаҡ өҫтөндә эшләү).

Тест һорауҙарына яуаптар.

Ә хәҙер булған белемдәрҙе йомғаҡлап тест һорауҙарына яуаптарҙы дөрөҫөн һайлап, түңәрәккә алабыҙ.

Нимә тураһында һөйләштек?

Яҙ миҙгелен яратаһығыҙмы?

Йыр “Яҙ килә”.

Ә хәҙер дәресте “Яҙ килә” йыры менән тамамлайбыҙ.

Баһалау.

Өйгә: яҙ тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр яҙып килергә

Тест

Яҙ айҙарын билдәлә:

апрель

декабрь

май

ғинуар

март

Яҙҙы ниндәй ҡош “килтерә”, тиҙәр:

торна

сыйырсыҡ

ҡара ҡарға

Яҙ билдәләре:

ҡар ирей

ҡар иремәй

тамсы тама

ҡар яуа

Ҡасан көн менән төн оҙонлоғо тигеҙләшә?

13 февраль

21 март

22 июнь

Мышы яҙҙың килеүен нисек күрһәтә?

тешен ҡоя

мөгөҙҙәрен ташлай

йоҡонан уяна.

Цель: ознакомить со стихотворением “Добрые слова”; отработка техники чтения, правильного и выразительного чтения; запомнить прилежные, добрые слова; использовать в реч, воспитание прилежности, доброты.

I.Организация класса.Здравствуйте! Садитесь. .

II.Проверка домашнего задания.

Текст “Как ваше, здоровье?”

Пересказ содержания текста.

III.Знакомство с классом.

Я, Галлямова Флюра.

Я. Мустафина Венера и т.д.

IV.Беседа.

Если приходите в класс, что вы скажите?

Здравствуйте.

А если уходите из класса?

До свиданья.

Если нужна вам ручка?

Дайте пожалуйста, ручку.

V.Словарная работа.

Хоровое повторение: ткач

Ткачи – ткут ткани.

Ткани бывают: крашенные

Суровые.

Сатин, байковые, ситцы и т.д.

Кузнец – коет железо.

Врач – лечит людей. Заботится о здоровье человека.

У нас фельдшер Фатима әбей.

Добрый день – хәйерле иртә.

Работа над стихотворением: “Добрые слова”. Чтение учителя.

Самостоятельное чтение.

а) чтение по цепочке;

б) чтение парами;

в) чтение целиком:

г) чтение по одной строчке.

VIII.Физминутка.

Малыши – крепыши

Вышли на площадку.

Малыши – крепыши,

Делают зарядку!

Pабота в тетрадях.

-Сегодня какое число?

Какая погода?

Какое время года?

Пишем число, классная работа.

Минутка чистописания. Пишем добрые и прилежные слова: здравствуйте, до свиданья, пожалуйста, спасибо и т.д.

Работа по картине.

У нас ткачи, врачи.

На картине, как вы думаете, кто по профессии?

Швея, учитель, водитель, повар, комбайнер, врач, тракторист.

Что делает повар?

Что делает камбайнер?

Чем занимается швея?

Чем занимается водитель?

Кем работает твоя мама?

Кем работает твой папа?

Физминутка.

1, 2, 3, 4, 5

Вышел зайчик погулять.

Вдруг охотник выбегает,

Прямо в зайчика стреляет.

Но охотник не попал,

Серый зайчик убежал.

Письменная работа.

Пишем слова:

Врач, чабан, кричу чай, грач, встречаю, мяч.

Подчеркнуть мягкое глухое согласное ч.

Устно составим предложения.

Я купил красный мяч.

Мой дед кузнец.

Разговор по телефону.

Составим диолог.

-Здравствуй, Гали.

Здравствуй, Рафаэль.

Как поживаешь?

Спасибо, хорошо.

А ты как?

До свиданья. Довстречи!

Обобщение.

-Какие добрые слова вы знаете?

Классный час на тему: «Добрые слова»

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки