Башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен уҡытыу телгә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә. Инглиз теле дәрестәрендә башҡорт теленә таяныу уйланылған һәм маҡсатлы булырға тейеш. Бигерәктә башланғыс кластарҙа был алымды ярҙамсы сифатында ҡулланыу урынлы.
Терәк һүҙҙәр: инглиз телен, башҡорт теле, оҡшаш өндәр, грамматик, лексик материалдар, фразеологизмдар.
Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең ижад емеше. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Үҙ телен яҡшы белгән кеше сит ил телен дә яҡшыраҡ үҙләштерә.
Инглиз һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш өндәр бар. Был яҡтан башҡорттарға һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, дөрөҫ ятларға еңелерәк. Икенсе яҡтан, башҡорт телен белгән кеше генә инглиз телен еңелерәк өйрәнә, тип тә әйтеп булмай. Телде өйрәнеү күп нәмәнән тора: беренсенән, уҡытыусынан, икенсенән, кешенең һәләтенән, өсөнсөнән, иң мөһиме – уның тырышлығынан.
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.