Конспект урока "Кейем-Һалым. Синонимдар" в 5 классе
Тема: Кейем-һалым. Синонимдар.
Маҡсат:1. Уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, балаларҙы кейем-һалым исемдәременән таныштырыу һәм белгәндәрен иҫкә төшөрөү, ҡабатлау; яңы һүҙҙәр менән танышыу һәм үҙләштереү; Синонимдар темаһы буйынса үҙләштерелгәнде тәртипкә һалыу һәм нығытыу
2. Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3. Тәрбиәүи: башҡорт милли кейеменә ыңғай ҡараш тәрбиәләү, бөхтә булырға иҫкәртеү, кейенә белеүгә юл һалыу.
Йыһазландырыу: карточкалар, һүрәттәр
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Сәләмләү.
‒ Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ!
‒ Уҡыусылар, күреп торам, кәйефтәрегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт. Дәресте башлап ебәрһәк тә була.
Фонетик күнегеү.
‒ Дәресте тел шымартыуҙан башлап ебәрәйек. (Шиғырҙы башта бер-ике бала уҡый, артабан хор һәм рәт менән уҡыйҙар.)
Ҡулъяулыҡты, ойоҡбашты
Мин инде йыуа беләм.
Тап таҙа итеп сайҡағас,
Тышҡа киптерергә эләм.
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ниндәй һүҙҙәр билдәләнгән? Ниндәй темаға ҡарай был һүҙҙәр? Ниндәй кейемдәр тураһында һүҙ бара?(Уҡыусылар яуаптарын тыңлау).
Төп өлөш ‒ Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ? (Кейем-һалым һәм синонимдар тураһында барасаҡ.). Ә бына был һүрәттәргә ҡарап, һүҙҙәрҙең тәржемәһен әйтегеҙ. Былар ниндәй һүҙҙәр?
--Нимә ул синонимдар? Тимәк, кем синонимдарҙы күп белә шуның телмәре тулы, матур, бай була.
‒ Бөгөнгө числоны һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ.
Слайдта кейем-һалым темаһына ҡараған, быға тиклем үткән һүҙҙәр бирелә: салбар, пинжәк, куртка, күлдәк, түбәтәй, шорты, свитер, бирсәткә, спорт костюмы, сарафан, халат, шәл, яулыҡ, итәк, топик, пальто Иҫкә төшөрәйек ниндәй кейемдәрҙең исемдәрен беләһегеҙ.
-Һүҙҙәрҙең синонимдарын табығыҙ. Слайдта Кейем, матур, тәмле, таҙа, кейем-һалым, күркәм, бөхтә, татлы, йыйнаҡ, өҫ-баш, нәфис, шәрбәтле.
2) Ә хәҙер яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыр өсөн ике уҡыусы таҡтаға сыға, ә беҙ әйтербеҙ нимә улар кейгәндәр.
4.Ял минуты. Баҡсала.
‒ Хәҙер ял итеп алайыҡ.
Һары итек, һары итек
Бейеүсегә тапҡандар.
Ике йөҙөк, ҡуш беләҙек
Бейеүсегә таҡҡандар.
5.Ә кемдәр , башҡорт милли кейемдәрен күргәне бар?
Слайдта башҡорт милли кейемдәре, һүҙлек эше.
Хор менән уҡыу ( камзул, һаҡал, ситек, билбау, ҡашмау, күкрәксә)
Ҡыҙҙарға топик кейеп, кендектәрегеҙҙе күрһәтеп йөрөргә ярамай. Күҙ теймәһен өсөн беләҙек һәм билбау таҡҡандар.
-Ә кем белә яңы кейемде кейер алдынан нимә тип, әйтергә кәрәк?
Кейемем ҡотло булһын,-
Ғүмерем оҙон булһын!
6.Дәреслек менән эш.
-354- се күнегеү.
-уҡытыусы берәй һөйләмде уҡый башлай, ә кем таба-ҡулын күтәрә, шунан уҡып тәржемә итербеҙ.
-Уҡыусылар тәржемә итә.
7. Нығытыу. Таҡтала эш.
Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙырға
1 рәт бей. л .й 2 рәт түб. т. й 3 рәт .лән
Баһалау.
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?
( Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар)
‒ Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Афарин! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.
Өйгә эш биреү.
‒ Өйҙә һеҙгә бөгөн танышҡан һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға. Синонимдар менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә.
‒ Дәрес тамам. Һау булығыҙ!
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.