Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Участие подтверждается официальными документами
  • Приказ Приказ о проведении
  • Положение Положение
  • Протокол Выписка из Протокола
  • Диплом Диплом победителя
  • Инновации Диплом за инновационную деятельность
  • Благодарность Благодарность
24.11.2025

"Семь девушек"

Гульназ Билаловна Исламгулова
МДОБУ ЦРР - д/с "Алёнушка", г.Сибай
Конкурсная работа

Тема: Ете ҡыҙ легендаһы менән таныштырыу.

Маҡсаттар: 1. Ете ҡыҙ легендаһы менән таныштырыу, фонтан тураһында мәғлүмәт биреү.

2. Тәрбиәләнеүселәрҙең һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;

3. Халыҡ ижадына һөйөү уятыу, башҡорт халҡының йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу. 

Йыһазландырыу:  ноутбук, интерактив таҡта, таратма материалдар.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ балалар! Ултырығыҙ! Бөгөнгө беҙҙең дәрес ябай түгел, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡунаҡтарҙы, ҡояшты сәләмләйек!

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

Дәрестең темаһын асыҡлар өсөн бер йырҙы тыңлап китәйек. Иғтибар менән тыңлағыҙ.  (Йырҙан өҙөк яңғырай)

Илгә сығып киткәнемдә,

Бергә ҡалды ете ҡыҙ,

Йән hөйгәнен көтөргә тип,

Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ.
Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан,
Ғәйеп итер ере юҡ.

( Уҡытыусы йырҙың һүҙҙәрен уҡып сыға)

Балалар, йырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй һүҙҙәр йыш  осрай?

Эйе, дөрөҫ, ете ҡыҙ тураһында һүҙ бара.

Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу.

 Балалар, беҙ һеҙҙең менән теманы асыҡланыҡ. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә өйрәнәсәкбеҙ? (Балалар үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтәләр). Ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

‒ Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итегеҙ, һеҙ әйткән маҡсаттар бында бармы? (Слайдта Беләм! Белергә теләйем! Нисек белергә? алымының схемаһы бирелә).

Төп өлөш.

Бөгөн беҙ дәрестә «Ете ҡыҙ» тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм Өфөләге Ете ҡыҙ фонтанына виртуаль сәйәхәт ҡылырбыҙ.

Һүҙлек эше:

Ете ҡыҙ – семь девушек

Бейеү – танец

Ил – 1) родина 2) страна

Намыҫ – честь

Ғәйеп – вина; проступок

Яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыр өсөн, улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк. Миҫалдар таҡтала күрәһәтелгән. (бөйөк ил – великая страна, күңелле бейеү – веселый танец)

Ете ҡыҙ менән бәйле нимәләр беләһегеҙ?

Ниндәй бейеү ул? Ни өсөн бейеү шулай атала?

Бейеүҙең нигеҙендә легенда ята. Кем легенданы һөйләр?

(Балаларҙың яуаптары)

Был легенданың бер нисә варианты бар. Әйҙәгеҙ беренсеһен уҡып китәйек.

Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

      Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм  һикереп күккә ашҡандар.

Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға  тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

Халыҡ араһында йөрөгөн тағы ла бер нисәлегенда варианты бар; мәҫәлән бер вариант: еребеҙгә сит ҡәүем баҫҡынсылары килеп, ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып китергә теләгәс, бер туған ете ҡыҙ урман-тау араһына ҡаса һәм, арттарынан төшкән атлыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн етәкләшеп, юлда тап булған йылғаға инеп юғала. Ошо тетрәндергес хәлде халыҡ «Ете ҡыҙ» йырына һала.

Эйе, был легенданың бер варианты.

Хәҙер ошо легенданы ҡарап үтәйек. (Видео)

    Ысынында, бәлки шулай булғандыр. Әммә халыҡ ете ҡыҙҙың тоғролоғон, батырлығын Етегән йондоҙ итеп күргеһе килә һәм мәңгеләштерә.

  Ошо легенда нигеҙендә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт бейеүсеһе һәм балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров бейеү ҡуйған. Әйҙәгеҙ, ошо “Ете ҡыҙ” бейеүенең видеофильмынан бер өҙөк  ҡарайыҡ. Был бейеүҙе Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡара. (Видео ҡарау)

Ял итеп алайыҡ. Ял минуты бик кәрәк, дәрестең уртаһында

                            Төрлө хәрәкәттәр яһау арыуҙы оноттора.

       (Баҫабыҙ)   1, 2 – уңға борол, 1, 2 –һул яҡҡа,

                            1, 2 – ҡулдарыңды тейҙереп ал аяҡҡа.

                            1,2 – эйеләйек, 1, 2 – үҫәйек,

                            1,2 – ипләп кенә урынға ултырайыҡ.

Ете ҡыҙ” бейеүе аша нимәне аңланығыҙ? (Ҡыҙҙарҙың баҫалҡы, ғорур, берҙәм, татыу, ипле булыуҙарын.)

 - Ни өсөн ҡыҙҙар йылға буйында һүрәтләнгән? Ни өсөн ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре бойоҡ, хәрәкәттәре һәлмәк кенә, улар хатта күҙҙәрен дә күтәреп ҡарамайҙар? (Девушки грустные, движения плавные). (Ҡыҙҙар бейеү аҙағында ғына күҙҙәрен күтәреп ҡарайҙар.)

(Сөнки легенда буйынса уларҙың артынан дошман баҫтырып килә, ҡыҙҙар намыҫ һаҡлап үҙҙәрен ҡорбан итәләр) (привели себя в жертву). Әммә халыҡ үҙенең 7 ҡыҙының батырлығын онотмай, әле булһа күктә янып торған Етегән йондоҙ итеп күрә.

Һеҙҙең белеүегеҙсә Өфөлә 2015 йылдың июнь айында «Ете ҡыҙ» фонтаны асылды. Был фонтан ошо беҙ уҡыған легендаға арналған. Был композицияның скульпторы  Башҡортостандың атҡаҙанған рәсамы – Хәниф  Хәбибрахманов. Модель булып Фәйзи Ғасҡаров ансамбленең бейеүселәре булды.

Бөгөн беҙ Ете ҡыҙ фонтанына экскурсияға барабыҙ.

Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккәрефлексия.

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән нимә үттек?

Ниндәй яңы һүҙҙәр үҙләштерҙегеҙ?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрес башында билдәләгән маҡсаттарға беҙ ирештекме?

Дәрестә үҙегеҙҙе нисек эшләнем, тип уйлайһығыҙ икән?

Әгәр бөтә эш тә еңел бирелһә, дәрес оҡшаһа – йылмайып торған йылмайлик күрһәтегеҙ.

Дәрес бик ауыр булһа, нимәлер аңлашылмаһа – кәйефе төшкән йылмайликтар күрһәтегеҙ.

Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Афарин! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.

Киләһе дәрестә беҙ һеҙҙең менән легенда буйынса һүрәт төшөрөрбөҙ.

Легенда буйынса һүрәт төшөрөү. Альбом битенә, төрлө буяуҙар ҡулланып төшөрөргә мөмкин.

Дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Свидетельство участника экспертного совета жюри

Свидетельство можно заказать сразу, как Вы оставите не менее 3 объективных комментариев в этом разделе сайта.

У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.