Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
08.01.2014

Праздник родословной «Шэжэрэ байрамы»

Султанова Рушания
учитель начальных классов
Праздник родословной «Шэжэрэ байрамы» — это семейное мероприятие для учащихся начальных классов. На праздник приглашаются семьи одного рода, чтобы вместе обратиться к своим корням. Основная цель события — воспитание у детей уважения и любви к своей семье, роду и истории народа. Мероприятие способствует укреплению семейных связей и формированию ценностного отношения к культурному наследию у школьников.

Содержимое разработки

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫГЫ

Башҡортостан Республикаһы Балтас районы

муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Туғанлыҡтың

ҡәҙерен белһәң ҡәҙерле булырһың!

Шәжәрә байрамы

Сара үрнәген Тусыбай

мәктәбәнең башланғыс кластар

уҡытыусыһы Солтанова Р.Ф. төҙөнө

2013

Туғанлыҡтың ҡәҙерен белһәң,

ҡәҙерле булырһың!”

ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ

Маҡсат: гөрөф – ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына ҡыҙыҡһыныу

уятыу, быуындар бәйләнеше, исем, фамилиялар килеп

сығышы, әһәмиәте тураһында күҙаллауҙы тирәнәйтеү;

үҙ нәҫелең менән ғорурланыу хистәре, Ватаныбыҙҙың

үткәненә, өлкәндәргә ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: плакаттар, шәжәрә тураһында китаптар

күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың шәжәрәләре.

Байрамда ҡатнашалар: 1 – 9 –сы синыф уҡыусылары, уҡы-

тыусылар, килгән ҡунаҡтар – Солтановтар ғаиләһе.

БАЙРАМДЫҢ БАРЫШЫ:

1. Башланғыс синыф уҡытыусыһы Солтанова Рушания Фәрит

ҡыҙының байрам менән ҡотлауы.

2. Әҙәби – музыкаль композиция “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белһәң,

ҡәҙерле булырһың!” Башланғыс синыф уҡыусыларының

сығышы.

3. Уҡыусыларҙың төзөгән шәжәрәләре менән сығышы.

4. Ауыл тарихы менән танышыу.

5. Һүҙҡунаҡтарға.

6. Башланғыс синыф уҡыусыларының концерт номерҙары.

7. Йомғаҡлау һүҙе.

Төйәгем - Урал,

Илем - Башҡортостан,

Ырыуым - ҡыр Танып,

Батырым - Батырша,

Йылғам - Танып,

Тауым - Бейектау,

Иманым - дуҫлыҡ,

Милләтем - башҡорт.

1. Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла

Ата-бабалар мираҫы –

Шәжәрә байрамына.

2. Бер-береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ.

Күршеләрҙе күрегеҙ.

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

3. Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы белегеҙ!

Кипмәһен ырыу ағасым –

Тере һыуҙар һибегеҙ!

4. Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!

5. “Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, - ти халыҡ. Әүәл оло йәштәгеләр “Кем нәҫеле?” - тип һорашыр булғандар. Ете быуын атай-олатаһын әйтеп биргәс кенә уны иҫәпкә алғандар.

Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,

Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?

Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан!

6. (Ауыл тарихы тураһында)

Юғары Ҡанһөйәр ауылы тарихы

Юғары Ҡанһөйәр ауылы урынлашҡан урын бынан 300 йылдар элек ҡуйы урманлыҡ булған. Ауылға беренсе килеп ултырыусылар урманды киҫеп үҙҙәренә ҡаралты һалғандыр. Ауылда ағасты төпләп үҙҙәренә сәсеүлек ер әҙерләгәндәр.

Ошо урындан һуғыш менән Хан һәм Ҡабан исемле кешеләр уҙып барышлай, был урынды бик яратҡандар. Хан ошо урында үлеп ҡалған. Шуның өсөн был урынға Хан һөйәр тип исем биргәндәр. Был исем телдән-телгә күсеп Ҡанһөйәр исеме алған. Юғары урында урынлашҡаны өсөн Юғары Ҡанһөйәр тип йөрөтөлә. Һуңға табан халыҡтар Ҡазандан һәм Ҡушманаҡтан күсеп килгәндәр һәм үҙҙәренә ҡаралты һалып йәшәй башлаған-дар. Был урынға беренсе күсеп килеү һәм ауылға нигеҙ һалыу бынан 275 йылдар элек (1733 йылдар) була.

Юғары Ҡанһөйәр ауылы Танып йылғаһының уң яҡ ярынан 4 километр алыҫлыҡта, ҡалҡыулыҡ урында урынлашҡан. Ауылдың тәбиғәте бик матур: тирә-яғын иген баҫыуҙары, бесәнлек һәм урмандар уратып алған. Ауылдың уртаһында кескенә йылға бар. Ул йылға үҙенең башланғысы итеп һыуҙы ауыл уртаһындағы көмештәй саф һыулы шишмәнән ала. Ауылдың төнъяғында, ауылдан ярты километр йыраҡлыҡта Башки йылғаһы аға. Йылға аръяғында япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙан торған урманлыҡ башлана.

7. Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында.

Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Онотмаһын үткәнең!

Бел һин, йыраҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен.

8. “Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржимә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Ҙур шәжәрәләр быуындан-быуынға тапшырылып килгән.

Шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә (географик ата-маһын да күрһәтеп) тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхләҡҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбияте тураһында бай материал туплай. Тамырҙарыңды, ырыуыңдың тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙҡылыҡтары һәм өәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә.

9. “Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәҫәпте, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡ-ландырып яҙа барған. Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән? Ағас бороңғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған, халыҡтар тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, кәүҙәһе - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары - киләсәгебеҙ. Һәр ағас үҙ тамыры аша ғына һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Кешелек донъяһы ла шулай уҡ. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған”, - икән.

10. Уҡыусыларҙың төҙөгән шәжәрәләре менән сығыштары:

Солтанова А. (3 класс), Ғилмуллина Г. (4 класс), Ғиләжева А. (6 класс), Сәләхов Д. (7 класс), Нуримов И. (8 класс), Исламғалиева И. (9 класс).

Солтанова Айгөлдөң сығышы:

Тыуып – үҫкән, тәпәй баҫҡан, тәүге аҙымдарҙы яһаған изге төйәгем ул - Түбән Ҡанһөйәр. Бында минең ата – бабаларым ғүмер кисергән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡ-ландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән. Шуға ла үҙ ырыуы-быҙҙы, ырыу тарихын белеү - беҙҙең бурысыбыҙ.

Шәжәрәңде төҙөү, белеү кешегә ата – бабалары йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойорға, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шәжәрәңде белеү - иң изге йолаларҙың береһе. Мин дә, шәжәрәмде белеү өҫтөндә эҙләнеүләр алып барам.

Беҙҙең нәҫелдең башы Хәмәюлдаш исемле кеше булған. Уның ике улы Хәйретдин һәм Фәхретдин йәштән үк эшһөйәр кешеләр бу-лып үҫкәндәр. Фәхретдин бабам аслык йылдарында йәшәгән, мал тотҡан, ер эшкәрткән. Фәхретдин бабамдың улы Шәйхисолтан. Оло кешеләр әйтеүенсә ул бик уңған, эшлекле, аҡыллы кеше булған. Иртүк кеше йоҡонан торғансы, ул бесәндән ҡайткан. Бик ҙур утары булған. Унда ат аҫраған. Иркен, бай тормошта йәшәгән-дәр. Шәйхисолтан олатайымдың ғаиләһе ишле булған. Тик ул иртә 45 йәшендә үк донъя ҡуйған. Фәтхиә, Әхмәтнур, Сәлимә, Мәғәнәүи, Маһира, Сәғитйән, Сөғҙә, Орхәбзә исемле балалары булған. Улар араһында минең ҡартатайым Шәйхисолтанов Хәмитйән дә була. Ҡартатайым 1909 йылғы булған. Ул бик уңған, алтын ҡуллы кеше булған. Уны ауыпдаштары тимерсе, оҫта балтасы, мейес сығарыусы, быйма баҫыусы итеп беләләр.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына һәм 1946 йылда ғына иҫән-имен тыуған ауылына ҡайта. Һуғышҡа алынғансы Гөлсирә ҡарт-әсәйем менән сәстәрен бәйләй. Уларҙың Рәлиф, Маһиян исемле улдары тыуа. Һуғыштан һуң 2 игеҙәк малай Алберт һәм Ҡамил, Әлфирә исемле ҡыҙ бүләк итә Гөлсирә ҡартәсәйем.

Ҡартатайым Маһиян 1940 йылда тыуған. Ул күп йылдар колхозда төрлө эштәрҙә лә, комбайнер булып та эшләй, балта оҫтаһы, оҫта быйма баҫыусы ла. 1974 йылда улар ҡартәсәйем Ҡәҙриә менән өйләнешәләр. Уларҙың улы Мәснәүи, минең атайым, Гөлшат һәм Гөлфинә исемле ҡыҙҙары тыуа. Әлеге көндә беҙҡартәсәйем һәм ҡартатайым менән бер ғаилә булып тыныс тормош көтәбеҙ. Улар беҙҙең кәңәшселәребеҙ, терәгебеҙ. Беҙҙә улар кеүек уңған, эшсән булып үҫәрбеҙ.

(9-сы синыф уҡыусыһы Солтанова Айгөл нәҫел ағасы менән таныштыра)

11. Йондоҙҙар күктә янарлар,

Кешеләр ерҙә балҡый.

Илем, ерем, халҡым, тиеп,

Янырҙар ғүмер баҡый.

12. Кешелектең үҙе шикелле үк,

Боронғонан килгән йолалар.

Шатлыҡтарын байрам итә кеше,

Йолаларҙа оло йәм дә бар.

Йолаларҙа бәхет тантанаһы,

Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.

Ғүмер буйы оҙата барһын беҙҙе

Был байрамдың күңел паҡлығы.

13. Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар кидә. Тормош дауам итә. Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән тора.

Ҡәҙерле балалар, тамырларығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫеле-геҙгә генә хас булган күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарыбыҙҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

14.- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Әсәй һәм атай кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Яҡты, йылы өй кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Бишек йырҙары кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге йәшәр тел кәрәк.

Тыуған-үҫкән ил кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге имен ил кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Быуын ныҡлығы кәрәк.

15. Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерәбеҙ,

Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.

Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,

Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.

16. “Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ”, - ти халыҡ. Беҙ игелекле лә, холоҡло ла, нәҫел- нәсәпле лә булып йәшәһәк ине.

17. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда,

Йәшәргә лә әле йәшәргә.

18. Ҡунаҡтар сығышы. Һүҙ Солтанов Маһиян Хәмитйән улына бирелә. Ул уҡыусыларға үҙенең тормош юлы тураһында әйтеп үтте. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, ата-әсәләрен тыңларға ҡушты. Уның тормош иптәше Ҡәҙриә апай ҙа уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен әйтте.

19. Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәз,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!...

Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе - башҡортомдоң ал ҡанында!

20.Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәз,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр щәжәрә!...

Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе - башҡортомдоң ал ҡанында!

21. Башланғыс синыф уҡыусыларының концерт номерҙары.

22. Йомғаҡлау һүҙе.

ШӘЖӘРӘ (Ҡәҙим Аралбаев)

Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,

Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,

Мең ғаҙаптар аша ҡан тартыуы,

Уттар аша ғүмер киҫеше.

Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,

Һыулар һауа, тупраҡ, ғәҙиҙ ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге.

Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай,

Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,

Буш тромаған бала бишегендәй,

Арҡа терәр мәғрур Уралдай.

Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң.

Үға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаныңа Ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Йәшәргә лә әле йәшәргә! (Баш уҡыт №1 – 2007)

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/27381-prazdnik-rodoslovnoj-shjezhjerje-bajramy

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки