- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Навеки вместе
МӘҢГЕ
БЕРГӘ
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РӘСӘЙ ДӘҮЛӘТЕНӘ
ҠУШЫЛЫУЫНА 450 ЙЫЛ ТУЛЫУҒА БАҒЫШЛАНА
(Башланғыс синыфтарҙа үткәрелгән байрам)
УҠЫТЫУСЫ: СОЛТАНОВА Р.Ф.
ЮҒАРЫ ҠАНҺӨЙӘР МУНИЦИПАЛЬ ТӨП ДӨЙӨМ БЕЛЕМ
БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
2007 ЙЫЛ
МӘҢГЕ БЕРГӘ
Маҡсат: Тыуған илдең тариһы, халыҡтар дуҫлығы тураһында белемдәрен киңәйтеү, һүҙлек запасын байытыу. Тыуған илғә, ерғә, халыҡҡа ҡарата һөйөү, дуҫлык тойғоһо тәрбияләү.
Йыһазландырыу. Дуҫлык монументы һүрәте, Башҡортостан Республикаһының картаһы, БР Дәүләт гербы һәм флагының төҫлө һүрәтләнеше, РФ Дәүләт флагы һәм гербы; Башҡортостан тураһында китаптар күргәзмәһе, Башҡортостандың үҙ ирке менәм Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл” видеояҙмаһыннан “Дуҫлыҡ монументы эргәһендә байрам”күренештәре.
Байрамдың барышы.
Батыр. Һөйөнсө, Гөлнәзирә! Быйыл– беҙҙә оло байрам!
Айгөл. Һөйөнсө? Ниндәй байрам?
Батыр. Белеп торам бит инде: барыбер бүләк әҙерләгәнһеңдер!
Айгөл. Һин мине шаяртаһың, шулай бит? Быйыл - 2007 йыл.
Батыр. Дөрөҫ, дөрөҫ 2007 йыл. Беҙҙең республикала оло байрам. Башкортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл. Ышанмаһаң, Сал тарих олатайҙы саҡырам хәзер. Ул аңлатып бирер. (Батыр Сал тарих олатайҙы алып инә.)
Айгөл. Сал тарих олатай һин донъялағы бөтә нәмәне лә беләһең. Ҡояш менән бер йәштә бит һин. Әйтегеҙ әле, зинһар өсөн, Батыр ниндәй байрам тураһында һөйләй ул?
Сал тарих олатай. Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар! Хәйерле көн, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Кесе табын ырыуы шәжәрәһе буйынса, 1556 йылда Иҙел буйы башҡорттарынан тамъяндар исеменән Күрпәс бей батша Иван Васильевичҡа бара. 1557 йылдың башында ун ике олоҫтан торған Ҡүҙәй башҡорттары Рәсәйгә ҡушыла. Бына шул замандарҙан алып беҙ Рәсәй менән мәңге бергә. 1678 йылда инде Башҡортостан ерҙәрендә өс йөҙ меңдән ашыу урыҫ крәҫтиәне йәшәй. Ҡоллоҡтан ҡасып килгән сыуаштар, удмурттар, татарҙарҙы ла беҙҙең мәрхәмәтле халҡыбыҙ үҙ еренә һыйындыра.
Уҡытыусы. Рәхмәт Сал тарих олоатай.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? Әйҙәгеҙ, Башҡортостан тураһында шиғырҙарҙы тыңлайыҡ.
Шиғыр: “Ҡайын япрағы тураһында”.
Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башкортостаным - илем!
Бер сиғең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың - көмөш. Тупрағың -
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең! (Мостай Кәрим).
Шиғыр. Башкирия! Мой край родной
Трудолюбивая земля!
Сияя щедрой красотой,
Цветут сады, шумят поля,
В твоих подземных кладовых
И нефть, и уголь, и руда,
А дружба жителей твоих
Крепка всегда и на века.
Уҡытыусы. Республикабыҙҙың баш ҡалаһын әйтегеҙ әле уҡыусылар? (Уҡыусылар яуабы). Ә Өфөлә ниндәй иҫтәлекле һәм матур урындарҙы беләһегеҙ? Әйе, иң матур урындарҙың береһе – Дуҫлыҡ монументы. (Бына уның һүрәте).
Был монумент ҡасан төҙөлгән?
Ул Башҡортостандың Рәсәй менән бергә йәшәүенә 400 йыл тулыу
айҡанлы төҙөлгән. Төҙөүсе скульпторҙар – М.Р.Бабурин, Г.П.Левицкая, ә архитекторҙар – Г.И.Гаврилов, Е.И.Кутеров. Ә бына 2007 йылда Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тула. Дуҫлыҡ монументының бейеклеге 33 метрға еткән. Ағиҙел йылғаһы яғынан һәйҡәлгә, быуаттарҙы үлсәгәндәй, гранит баҫҡыс күтәрелә. Балалар, әйҙәгеҙ, һүрәткә ҡарап, Дуҫлыҡ монументы баҫҡысы буйлап өҫкә күтәреләбеҙ икән, тип күҙ алдына килтерәйек. Унда беҙ кемдәрҙе күрәбеҙ? (Башҡорт һәм рус ҡатын-ҡыҙҙарын күрәбеҙ.) Улар рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра. Ташҡа соҡоп, «1557- 1957», «Рус һәм башҡорт халҡының бөйөҡ дуҫлығына дан!» тигән һүҙҙәр яҙылған. Монумент бронза һәм граниттан эшләнгән. Ошо Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар уҙа: Республика көнө, ҡала ҡөнө, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.
Әйҙәгеҙ, балалар, видеояҙманан “Дуҫлыҡ монументы эргәһендә байрам” күренештәрен ҡарайбыҙ.
Сал тарих олатай. Әйҙәгеҙ балалар, байрамыбыҙҙы күңелле үткәрәйек. Тыуған телебеҙҙә шиғырҙар һөйләйек, йырлайыҡ! Бейеп тә алайыҡ! Йә, кем башлай?!
(Балалар уйнай, йырлай, бейей.)
Шиғыр. “Әсәй берәү булған һымаҡ.”
Башҡортостан – сәңгелдәгем,
Мин шунда тирбәлгәнмен.
Тирбәлгенмен, үҙ телемдә
Һөйләргә өйрәнгәнмен.
Башкортостан – тыуған өйөм,
Тәпәй баҫҡан ерҙәрем.
Ошонда башлап асҡанмын
Ерҙә йәшәү серҙәрен…
Башҡортотан – гөл баҡсаһы,
Берҙән-бер ғәзиз Ватан.
Башҡортостаным – илем, тип
Мин донъя яңғырата
Әсәй берәү булған һымаҡ,
Ватан да берәү була.
Илен һөйә белгән генә
Иленә терәк була.
Башкортостан.
Башкортостан – край счастливый,
стал навек свободным он.
Солнцем новой светлой жизни
край башкирский озарён.
На земле Башкортостана
счастьем стал богат народ.
Край башкирский, край свободный
садом радости цветет. (К. Даян.)
1-се бала. Республикам – минең тыуған йортом
Һәм тирбәлгән йылы бишегем!
Һинең аша сыҡтым кешелеккә
Һәм тормоштоң астым ишеген.
2-се бала. Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эҫкәнмен.
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.
3-се бала. Хаклымындыр, тимен, үҙемде әгәр
Сағыл имәненә оҡшатһам,
Тамырҙарым бит дүрт быуат элек
Мәскәү менән барып тоташҡан.
4-се бала. Дан иле, яҙ иле – беҙҙең ил,
Йыр булып яңғырай донъяла.
Күп ерҙәр, күп телдәр берләшкән
Бер бөйөк, бер туған ғаиләлә.
5-се бала. Иптәш һәм друг,
6-се бала. Товарищ һәм дуҫ -
Бергә. Башҡорт менән рус!
7-се бала. Тау-таштар аҡтарған сағында,
Өҫтәлдәр һығылған табында,
Мул уңыш уңдырған ҡырҙарҙа,
Байрамда, майҙанда, туйҙарҙа.
8-се бала. Иптәш һәм друг,
9-се бала. Товарищ һәм дуҫ -
Бергә. Башҡорт менән рус!
10-сы бала. Салт аяҙ көндө Ер йөҙөнә
Яуызлыҡ шәүләһе төшкәндә,
Дошманды ҡыйратып яуҙарҙа,
Ил өсөн ут-һыуҙар кискәндә.
11-се бала. Иптәш һәм друг,
12-се бала. Товарищ һәм дуҫ -
Бергә. Башҡорт менән рус!
13-се бала. Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,
Табындаштар оло байрамда,
Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш
Изге һуғыш үткән майҙанда.
14-се бала. Салауаттың утлы ирендәре
Пугачевты үпкән сағында,
Беләм, миңә мөхәббәтең артҡан
Рус туғаным, һинең ҡаныңда.
15-се бала. Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең мә кәрәк түгел
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!
16-сы бала. Бик дуҫ улар, бик татуҙар,
Һүҙ әйтерлек түгелдәр.
Шулай бергә йәшәгәнгә
Шат була күңелдәр.
17-се бала. Бөгөн беҙҙә оло табын –
Йыйылған бергә дуҫтар,
Һәр кем бында моңло йырсы,
Һәр кем бейеүгә оҫта.
Йыр “Башҡортостан гөлө беҙ.”
18-се бала. Башкортостан, поля твои
Пусть будут плодородны.
Пусть будут сыновья твои
Отважны, благородны!
19–сы бала. Еще чего желаем мы?
Чтобы в Отчизне нашей
Была Башкирия наша
Счастливой всех и краше!
20-се бала. Башҡортостан – Тыуған илем,
Башҡортостан – тыуған ерем!
Дан уға, мәңгелек дан!
Йәшәһен беҙҙең Ватан!
21-се бала. Беҙҙә бөгөн шатлыҡлы көн –
Байрамдарҙың олоһо.
Бергә. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре
Өҙөлмәһен, нығыһын.
Песня: “Пусть всегда будет солнце”.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/27380-naveki-vmeste
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Преподавание русского языка и литературы по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Преподавание музыки в дополнительном образовании: методы и приемы обучения и воспитания детей»
- «Специфика профессиональной деятельности педагога-психолога в организации СПО»
- «Преподавание истории и обществознания по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Федеральная образовательная программа дошкольного образования: требования и особенности организации образовательного процесса по ФГОС ДО»
- «Специфика преподавания обществознания в условиях реализации ФГОС ООО от 2021 года»
- Профессиональная деятельность специалиста в области охраны труда: теоретические и практические аспекты
- Деятельность учителя-методиста в рамках сопровождения реализации общеобразовательных программ
- Педагогика и методика преподавания истории и кубановедения
- История и кубановедение: теория и методика преподавания в образовательной организации
- Физическая культура. Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса
- Теория и методика преподавания истории и обществознания

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.