ВЕДУЩИЙ: Һау бул башланғыс класс! (Башланғыс класта сығарылыш кисәһе)

4 класс уҡыусылары вальсҡа сыға.

1-СЕ УҠЫУСЫ: Ҡәҙерле дуҫтарым! Әле ҡасан ғына беҙ мәктәпкә барырға әҙерләнеп йөрөй инек. Күлдәк һәм алъяпҡыстарыбыҙҙы, костюмдарыбыҙҙы әллә нисә тапҡыр кейеп ҡараныҡ. “1 сентябрь ҡасан етә?”, - тип, ата-әсәләребеҙҙе аптыратып бөтә инек. Мәктәптә беҙҙе уҡытыусы апабыҙ ҡаршы алды һәм етәкләп “Белем иленә” алып керҙе. Шул көндәрҙең нисек уҙыуын иҫкә төшөрәйек әле.

2-СЕ УҠЫУСЫ: 2015 йылда килдек 1 класҡа. Тиктормаҫтар, шаян инек, һикерҙек тә уйнаныҡ та, ҡайһы саҡта иланыҡ та.. Яратҡан Зилә апабыҙ түҙҙе хатта шунда ла.

ПАРОДИЯЛАР:

  1. “Замечательная” йыры көйөнә. Беҙҙең класс шундай яҡшы, ете уҡыусыбыҙ бар, һәр ҡайһына айырым туҡтап һөйләп китмәйсә булмаҫ. Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ, Замечательная! Класс булғас шулай булһын, обизательная!
  2. Розалина барһына ла нисек ваҡыт еткерә? Мәктәп, өй эше, ярыштарға - барһына ла өлгөрә. Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ, Замечательная! Ҡыҙыҡай булғас шулай булһын, обизательная!
  3. Ильмирыбыҙ бик күп белә, башы түңәрәк уның. Киләсәктә бик тырышһа, ғалим булыр моғайын. Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ, Замечательная! Егет булғас шулай булһын, обизательная!
  4. Ленарыбыҙ һәр ваҡыт ҡойоп ҡуя һүрәтте. Киләсәктә уҡып сығып, рәссам булыр бит әле.
  5. Ә беҙҙең Айнурыбыҙ хатта ысын йырсы ул. Ҙур еңеүҙәр яуланы сәхнә түрҙәрендә ул.
  6. Хоҙай бөтә көстө лә беҙҙең Азатҡа биргән. Футболист та, йөгөрөүсе лә, көрәшсе лә бул тигән.
  7. Беҙҙең Раиль тәбиғәтте бик яҡшы ғына белә. Тирә-яғыбыҙ дәресте, физкультура ярата.
  8. Йорттағы бар мәшәҡәт Азамат ҡарамағында. Бөтөн эште эшләп тора әсәһе юҡ сағында.

3-СӨ УҠЫУСЫ: Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа тәү аяҡ баҫҡан көнөм. Тәү тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асҡан көнөм.

4-СЕ УҠЫУСЫ: Шул көндәрҙән башлап, уҡытыусым, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙың һин. Ауыр минуттарҙа кәңәш бирҙең, белем донъяһына илтең һин.

5-СЕ УҠЫУСЫ: Һинән алдыҡ беҙ күп яҡтылыҡ, һин өйрәттең беҙҙе яҡшыға. Уҡытыусым! Ышанысыңды тырышырбыҙ һәр саҡ аҡларға.

ЙЫР “МӘКТӘП”

1-СЕ УҠЫУСЫ: Иҫтә әле ҡәләм тотҡан ҡулым бармай ине дәфтәр юлынан. Өйрәттегеҙ беҙҙе яҙырға һеҙ тотоп башта кескәй ҡулдарҙан.

2-СЕ УҠЫУСЫ: Ниңә инде хәрефтәр баҫырға теләмәйҙәр? Минең тырышыуымды һис кенә аңламайҙар.

ӘЛИФБА ЙЫРЫ

1-СЕ АЛЫП БАРЫУСЫ: Ә шулай ҙа, 4 йыл буйы беҙ нимәләргә өйрәндек һуң?

Беҙҙең уҡыусылар ҡайһы бер дәрестәрҙе бигрәк яратала. Мәҫәлән, физкультураны. Һыуҙа йөҙәләһеңме?

  1. Отжимание тиһәләр, сәстәрем үрә тора. Иң яратмаған дәрестәр - хеҙмәт һәм физкультура. Һыуҙа, һыуҙа, һыуҙа йөҙәләһеңме? Илле отжиманиенан үлмәй түҙәләһеңме?
  2. Гусиный шаг тигәндәрен кемдәр уйлап сығарған? Издевательство был барлыҡ уҡыусыларҙан. Һыуҙа, һыуҙа, һыуҙа йөҙәләһеңме? Атаҡаҙҙарға оҡшатып йүгерә алаһыңмы?
  3. Түҙәр хәлдәрем ҡалманы, зинһар ярҙам итегеҙ. Физкультура дәресенән освобождать итегеҙ. Һыуҙа, һыуҙа, һыуҙа йөҙәләһеңме? Был хәлдәргә мин түҙ(ә)алмам, ә һин түҙ(ә)алаһыңмы?

УҠЫТЫУСЫ: Йә, Рөстәм, мәсьәләне систеңме? Залда нисә кеше ултырған?

УҠЫУСЫ: Систем, залда 33,5 кеше.

УҠЫТЫУСЫ: Азалина, доктор һүҙенең синонимы нисек була?

УҠЫУСЫ: Айболит.

УҠЫТЫУСЫ: Булат, ф хәрефе менән берәй һүҙ әйт.

УҠЫУСЫ: Фил.

УҠЫТЫУСЫ: Дөрөҫ. Азалина, ә һин нимә әйтерһең?

УҠЫУСЫ: Тағы бер фил.

УҠЫТЫУСЫ: Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ниндәй заман була?

УҠЫУСЫ: Әлбиттә, тәнәфес ваҡыты.

1-СЕ УҠЫУСЫ: Дүртенселәр бөтә һорауҙарҙы ла еңеп сыҡтылар. Ә хәҙер уларҙа аттестат тапшырыу тантанаһы.

УҠЫТЫУСЫ: Өлгөргәнлек аттестаты бирелә ……

УҠЫТЫУСЫ: Уҡыу ваҡытында төрлө номинациялар буйынса конкурстар ҙа барған ине. Хәҙер шул ярыштарҙа айырыуса яҡшы нәтижәләргә ирешкәндәре өсөн бүләкләп китәбеҙ.

  • Иң өлгөр уҡыусы - …
  • Иң оҫта яҙыусы - …
  • Иң уңған уҡыусы - …
  • Иң оҫта артист - …
  • Иң яҡшы һүрәт төшөрөүсе - …

УҠЫТЫУСЫ: Улар был сифаттарҙы киләсәктә лә юғалтмаҫтар тип ышанаһы килә.

УҠЫТЫУСЫ: Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе ысын күңелемдән ошо иҫтәлекле, шатлыҡлы көн менән ҡотлайым. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шоморт сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ-төкәнмәс шатлыҡтар теләйем. Алдағы юлдарығыҙ таң нурылай яҡты, Салауат күпереләй нурлы булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

1-СЕ УҠЫУСЫ: Тура ултыр!

2-СЕ УҠЫУСЫ: Көндәлегеңде тултыр!

3-СӨ УҠЫУСЫ: Матур яҙ хәрефеңде!

4-СЕ УҠЫУСЫ: Әҙерләп йөрө дәресеңде!

5-СЕ УҠЫУСЫ: Һәр аҙымды күҙәтеп, һәр яңылышты төҙәтеп, өлкәндәрҙән яҡлашып, илағанда йыуатып, етәкләп барған апа.

БЕРГӘ: Бөгөн беҙҙе оҙата.

3-СӨ УҠЫУСЫ: Әллә ҡайҙан белә апа өй эшен онотҡанды? Ҡайтыу менән сумкамды ла мөйөшкә ырғытҡанды. Әллә ҡайҙан белә апа: “һин