Мин – уҡытыусы
(Эссе)
Мин үҙемдең 36 йыл мәктәптә эшләү осоронда үҙемдең эшемә байҡау яһайым,тик башланғыс кластарҙа ғына! Кескәҙәрҙең шат ,йә мөйөштә мышнап торған балалар менән эшләргә мине, уларҙы яратырға кем этәрҙе икән! Мин яйлап ҡына хәтер серҙәремде барлайым...Күҙ алдыма ике туған апайым киле баҫа... Ул Нәфисә Әйүп ҡыҙы Йосопова- Асылгужина, уҡытыусы-методист,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,уҡытыусы-пенсионер Шығай ауылында йәшәй.Йәш кенә ,матур ғына булып тыуған ауылы Ноҡатҡа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып килде лә, минең тиҫтерҙәремде 1-се класҡа уҡырға алды.Мине бәләкәйһең тип класҡа индермәне... Мин, ҡайтмай, мәктәп тирәләп уның һәлмәк кенә баҫып, һәр балаға яғымлы ғына өндәшеп дәрес биргәне күҙәтәм. Һунынан,өйгә ҡайтып туғандарымды өҫтәл артына ултырттым , тап уға оҡшатырға тырышып йә башҡорса, йә вата-емерә русса һөйләп дәрес бирҙем,арып-илаһалар орошмай ғына шелтәләп алам. Дәресемдең барышын тыңлаусылар ата-әсәйем,улар баһа биреүселәр. Ата-әсәйемдәрҙең уҡығыҙ, кеше булырһығыҙ тигән яҡынлы һүҙҙәре ғаиләбеҙ ҙә өсөбөҙгә юғары белемле уҡытыусы һөнәрен һайлауға этәргес булды. Яратҡан һөнәремдә 30 йыл тыуған мәктәбемдә эшләнем, бәләкәй генә аҙ комплектлы мәктәптә ике-өс класс менән эшләп күпме балаларға белем орлоғо сәселде икән? Ғаилә, мал-тыуар,балалар, арып-талып ҡайтыуҙар,йәмәғәт эштәре күпме көс талап итте икән? Уныштар, уңышһыҙлыҡтар... Әммә бер ваҡыт та ла зарланғанымды иҫләмәйем, Эшендә һине аңлап, ярһам итеп тороусы яҡындарын булыу үҙе бер бәхет бит ул! Мин ошо яҡтан бәхетлемен, ҙур рәхмәтлемен ата-әсәмә, тормош иптәшемә. Бәләкәй ауыл мәктәбен тамамлап күпме уҡыусым юғары белем алды ,күбеһе юғары белемле уҡытыусылар.Шулар араһында өс юғары белемле белгестәр-минең баларым, береһе минең юлымды дауам итеүсе –башланғыс класс уҡытыусыһы.!
Замана шауҡымы,үҙгәртеп ҡороуҙар минең мәктәпте лә урап үтмәне... Мине ҙур мәктәпкә,сит коллективҡа алып килде.Ғүмер буйы емеш йыйған мәктәбемде, етемһерәп ҡалған ауылымды һағынып йөрәгем өшөнө,ошо ауыр ваҡытта минең хәлемде аңлап ярҙам ҡулы һуҙған коллегаларым-остаздарым Фәйрүзә Хәбитдиновна, Ишбикә Байғилдеевналарға ҙур рәхмәтлемен. Сығарған уҡыусыларымдың байрам менән ҡотлап,хәл белешеүҙәре лә эшемә ҡанат, дәрт бирә бит ул! Шау—шыулы,зыңлап торған ҡыңғырау тауышын ишетеүемә лә етенсе йыл булып киткән... Мин бәхетле ошо ҙур коллектив та урынымды тапҡанға, рәхмәтлемен тыуған коллективыма. Рәхмәтлемен башланғыс класс уҡытыусыһы булыуыма. Һайланған һөнәремдең матурлығын ошо шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
“Уҡытыусы!
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенән һөйә, ҡәҙерләй,”- тип яҙа Рәми Ғарипов
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.