- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Конспект урока башкирского языка в 4 классе
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Яңауыл районы муниципаль районы
Яңауыл ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы лицей
4-се класта башҡорт теленән
дәрес өлгөһө
Тема: Йәмле Ағиҙел буйҙары(Халыҡ йыры).
Ярҙамсы һүҙҙәр.
Төҙөнө: Яңауыл ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Яңауыл- 2016
Министерство образования
Республики Башкортостан
Муниципальный район Янаульский район
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа №1г.Янаул
муниципального района Янаульский район
Республики Башкортостан
Урок
побашкирскому языку
в 4 классе
Тема: Йәмле Ағиҙел буйҙары.(Халыҡ йыры)
Ярҙамсы һүҙҙәр.
Составила : учитель башкирского языка
и литературы МБОУ СОШ1 г.Янаул
Фаршатова Альфия Анваровна
Янаул- 2016
Дәрестең темаһы:Йәмле Ағиҙел буйҙары( Халыҡ йыры). Ярҙамсы һүҙҙәр.
Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты:
Һандар тураһында белгәндәрҙе тулыландырыу,системалаштырыу.
Логик фекерләүҙе үҫтереү.Уҡыусыларҙың үҙ позицияларын ,фекерен белдереүен ҡабул итеү, хуплау һәм уларҙы аныҡ әйтеп бирергә өйрәтеү.
Коммуникатив эшмәкәрлек ойоштороуҙа парҙарҙа,төркөмдәрҙә эштәр үткәреү.
Дәрес төрө: яңы белемде үҙләштереү дәресе
Көтөлгән һөҙөмтәләр | |||||
Предмет Һандар тураһында буйынса белгәндәрҙе тулыландырыу. Уҡыу һәм һөйләү телмәрен ,фекер йөрөтөү һәләттәрен үҫтереү,ижади һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итеү. Логик фекерләүҙе үҫтереү. | Метапредмет Төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү. Башҡортостандың иңҙур йылғаһы тураһында белемдеарттырыу. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. | Шәхсән Белем алыуҙа төрлө сығанаҡтарҡулланыу. Парҙарҙа, төркөмдәрҙә килешеп эшләргә өйрәнеү. | |||
Метапредмет бәйләнеш: Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, рус теле, музыка ,тирә-яҡ мөхит,хеҙмәт дәрестәре | |||||
Дәрестең ресурстары:4-се класс өсөн башҡорт теле дәреслеге (Толомбаев Х.А.), 147-148-се бит; компьютер,проектор,””йырының көйө | |||||
Дәрес барышы | |||||
Дәрестең этаптары | Уҡытыусының эшмәкәрлеге | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | УУЭ (универсаль уҡыу эшмәкәрле ге) | ||
Мотивлаш тырыу. Психологик инеш Маҡсат:ыңғай психологик һәләт тыуҙырыу. | Уҡыусыларҙы уҡыу эшсәнлегенә тартыу, бер-береһенә иғтибарлы һәм әҙәпле булырға өйрәтеү. 1. Балаларҙа яҡшы кәйеф, эш һәләте тыуҙырыу. - Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Мин Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы .Бөгөн башҡорт теле дәресен һеҙҙең менән бергә алып барырбыҙ.Һеҙҙең дәрестә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайым. Хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ та эшебеҙҙе даауам итәйек. 2.Телебеҙҙе шымартыр өсөн күнегеүҙәр яһайыҡ. Ға-ға-ға –әйҙә киттек йылғаға, Ҙә-ҙә-ҙә –унда балыҡтар йөҙә. Балыҡтарҙы һанайыҡ, Эшебеҙҙе дауам итәйек. 123456789 10 20 30 40 50 60 70 80 90 3.Слайд сыға.( 3.4 ) -Һеҙ нимә күрәһегеҙ? -Өфө ҡалаһы тирәләй ниндәй йылғалар бар? -Эйе,уҡыусылар,беҙҙең тәбиғәтебеҙ бик бай,матур.Шулай итеп,беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшербеҙ. | Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап йылмаялар. 2-се слайд Һандарҙы иҫкә төшөрәләр. Ҡушма һандарҙы дөрөҫ әйтеү күнегеүҙәре Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана, дөйөмләштерелә. Уҡыусылар теманы билдәләйҙәр. | Шәхсән уҡыу эшмәкәрлеге Үҙ фекереңде дөрөҫ әйтә белеү. Төркөмдәрҙә эшләй белеү. Үҙ фекереңде раҫлай белеү. Танып-белеү эшмәкәрле ге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Төрлө рәүештә бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм аңлау. Коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау . Үҙ фекереңә ышандыра белеү. Башҡаларға аңлайышлы һөйләй белеү. | ||
Актуалләштереү Маҡсат: Яңы материалды үҙләштереүгә теләк тыуҙырыу | Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә Башҡортостандың кескәй йылғалары төшөрөлгән рәсемдәр ята. Был йылғалар әлегә кескәй генә.Ләкин уларҙың киләсәге һеҙҙең ҡулда.Йылғалар мул һыулы,балыҡлы,тирә-яғы бөхтә.таҙа булһын өсөн һеҙҙең тырышлығығыҙ кәрәк. Әлегә беҙ быны үҙебеҙҙең дәрестәге тырышлығыбыҙ менән дәлилләп,проект эше башларбыҙ. Дәре барышында мин һеҙгә әүҙем эшегеҙ өсөн бына ошондай балыҡтар биреп барасаҡмын.Кешегә һулар өсөн һауа нисек кәрәк булһа,балыҡҡа ла экологик таҙа һыулы йылға-күл кәрәк. | Уҡыусыларҙың өҫтәлендәге рәсемдәргә иғтибарын йүнәлтеү. Яңы материалды үҙләштереүгә теләк уятыу. | Коммуникатив уҡыу эшмәкәрле ге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау . Үҙ фекереңә ышандыра белеү. Башҡаларға аңлайышлы һөйләй белеү. | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу Маҡсат: уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалашты рыу | Слайдҡа иғтибар итегеҙ. “Күршең менән эшлә” уйыны Һандарҙы тәртип менән уҡығыҙ.
Нимә килеп сыҡты? Дәфтәргә числоны,теманы яҙыпҡуйыу. Уҡытыусы һүҙе. Бик күп башҡорт йырҙарында маҡталып, риүәйәттәрҙә һоҡланып телгә алына Ағиҙел. | Уҡыусылар менән бергәләп теманы,маҡсатты билдәләү. 5-се слайд “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тип уҡыйҙар. Уҡығандан һуң бергәлп маҡсатты асыҡлайҙар. Дәфтәрҙәренә числоны, теманы яҙалар. Уҡытыусының мәғлүмәтенә ҡушылалар. | Коммуника тив уҡыу эшмәкәрлеге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау . Үҙ фекереңә ышандыра белеү. Башҡаларға аңлайышлы һөйләй белеү. Иптәшеңдең эшен дөрөҫбаһалай белеү. Танып-белеү эшмәкәрлеге. Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Төрлө рәүештә бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм аңлау. Уҡығанды анализлау. Өҫтәлмә әҙәбиәт менән танышыуға теләк тыуҙырыу. | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү Маҡсат: алған белемдәрҙеҡулланыу һәм нығытыу | 1.-Хәҙер китабығыҙҙың 147-се битен асығыҙ.Иғтибар менән тыңлап барығыҙ. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ. 2/Һүҙлек дәфтәрен асығыҙ ҙа бирелгән һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ. 6-сы слайд Файҙа-польза Яман-плохой Хәсрәтле- печальный Ҡом-песок 3.Был һүҙҙәрҙе текста табығыҙ.Мәғәнәһен бергәләп аңлатайыҡ. 4.Үҙ аллы уҡыу. 1-се рәт хор менән уҡый. 2-се рәт хор менән уҡый. Ял минуты Беҙҙең Башҡортостанда Бына шундай тауҙар, Бына шундай йылғалар, Бына шундай күлдәр. Күлдәрендә йөҙә балыҡтар. Бына шулай һикерә балалар. Шунан шым ғына ултыралар Һәм тағы белем алалар. 4.”Һорау- яуап” алымы. (дәреслектең148-се бите) -Халыҡ үҙ йырында Ағиҙел йылғаһының ниндәй сифаттарын маҡтай? -Был йыр халыҡ тыңлаусыларға нимә әйтергә теләй? -Һеҙ йәшәгән урында ниндәй йылға бар? Өйҙә был йылға тураһында мәғлүмәт табып алып килерһегеҙ. Уҡытыусы дөйөмләштерә. Ағиҙел күпте күргән,күпте кисергән йылға.Ул яуҙарҙы ла ,болғаныштарҙы ла күҙәткән. Һыу-аҡлыҡ,паҡлыҡ билдәһе.Ул бөтәһен дә йыуа. | Китаптың бтен асалар.Эстән уҡып баралар һәм таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләйҙәр. Дәфтәрҙәренә яҙалар. Парҙарҙа бер-береһенә мәғәнәһен аңлаталар. Яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайҙар. Ял итәләр Уҡыусыларҙа текст буйынса үҙ-ара һорау бирешәләр, шулай уҡ уҡытыусыға ла һорау бирергә була. Дөйөмләштереү. | Танып-белеү эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Төрлө рәүештә бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм аңлау. Уҡығанды анализлау. Төркәмдәрҙә эшләгәндә, төрлө миҫалдар менән үҙ фекереңде дәлилләү | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыусының аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү | “Үҙ-үҙемде тикшерәм” алымы Мультимедиа интерактив күнегеүе (“Йәмле Ағиҙел буйҙары” Уҡытыусы сайтында http://farshatova.jimdo.com/ күнегеү) | Уҡытыусының шәхси сайтында эш | Танып-белеү эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Төрлө рәүештә бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм аңлау. Уҡығанды анализлау. | ||
Ял минуты | 7-се слайд Хәҙер күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа үҙегеҙҙе Ағиҙел буйында тип хис итегеҙ. Һеҙгә рәхәт.Йомшаҡ ел битегеҙҙе иркәләй.Ҡоштар һайрай (көй ишетелә) | Күҙҙәрен асалар. | |||
Үтелгәнде нығытыу, тулыландырыу | “Сюрприз “ алымы. Күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ. Һеҙ таҡтала нимә һәм кемдәрҙе күрәһегеҙ? Балаларға исемдәр бирәйек. Һөйләмдәр төҙөү,бер нисә һөйләмде таҡтала яҙыу. Һөйләмдәге һүҙҙәргә һорау биреү. Мәҫәлән, Әлиә менән Ринат еләк йыя. Әлиә-кем? Ринат-кем? йыя-ни эшләй? Ҡайһы һүҙҙәргә һорау бирә алманығыҙ? Уларҙы түңәрәккә алығыҙ. Бергәләшеп һығымта сығарыу. Ҡағиҙә менән танышыу. Слайд Һөйләмдә айырым ҡулланылмай,йә берәй һүҙгә эйәреп,берәй һүҙҙе йәки һөйләмде икенсеһенә бәйләп килгән һүҙҙәр ярҙамсы һүҙҙәр тип атала. | Сюжетлы һүрәт буйынса эш. Ябай һөйләмдәр төҙөйҙәр. Бергәләшеп һығымта сығарыу. 8-се слайд | Коммуника тив уҡыу эшмәкәрле ге. Төркөмдә килешеп эшләй белеү. Регулятив уҡыу эшмәкәрлеге Үҙ фекереңде теүәл әйтә белеү. Таныш араһынан таныш булмағанды айыра белеү. Һөҙөмтәләр сығара белеү. Иптәшеңә булышыу,ярҙам күрһәтә белеү. | ||
Грамматик теманы нығытыу. Карточкалар менән эш. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе билдәләргә. | Үҙ аллы эшләйҙәр.Һуңынан бер-береһен тикшерәләр. 9-сы слайд | Коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау . Үҙ фекереңә ышандыра белеү. Бер-береңә аңлайышлы һөйләй белеү. Парҙарҙа килешеп эшләй белеү. | |||
Слайдта текст сыға ,шуға ҡарап эштәрен тикшерәләр. | |||||
Өй эше. Уны эшләү буйынса инструктаж | Тексты тасуири уҡып килергә Һүрәт төшөрөргә. 3)проект эшен дауам итер өсөн һеҙгә яҡын йылға тураһында мәғлүмәт алып килергә. 4)Ағиҙел тураһында халыҡ йырҙарын табып алып килергә. | Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған өй эшен эшләп килә алалар 10-сы слайд | Коммуника тив уҡыу эшмәкәрле ге Башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау . Үҙ фекереңә ышандыра белеү. | ||
Рефлек сия . Дәрескә һығымта эшләү. | Уҡытыусы кескәй йылғаларҙан ҙур йылға яһарға тәҡдим итә. Эштәрен баһалау. Уҡытыусы һүҙе. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 2-cе бүлегендә 61 cтатьялаошондайюлдар бар: “Башҡортостан Республикаһында һәр кем тирә-яҡ мөхитте ,хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡларға,тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға бурыслы”. Беҙ ҙә һеҙҙең менән бар тирә-яғыбыҙға һаҡсыл ҡарарға бурыслыбыҙ. Дәрестең иҫтәлеге итеп мин һеҙгә Яңауыл ҡалаһы календарен бүләк итәм. Һау булығыҙ! | Таҡтала һәр кем үҙенең йылғаға йыйған балығын йәбештерә.Шуға ҡарап уҡыусыларға баһа ҡуйыла. | |||
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Толомбаев Х.А. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек .- Өфө : Китап, 2011.
2.Юлмөхәмәтов М. Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. - Өфө : Китап, 2008.
3 Уҡытыусының шәхси сайты http://farshatova.jimdo.com/
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/218229-konspekt-uroka-bashkirskogo-jazyka-v-4-klasse
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Теоретические и практические аспекты работы с детьми с расстройствами аутистического спектра»
- Курс-практикум «Мастерская вовлечения: геймификация и инновации в обучении»
- «Олигофренопедагогика: теория и технологии работы с обучающимися с ОВЗ»
- «Методика преподавания информатики»
- «Федеральная образовательная программа дошкольного образования: требования и особенности организации образовательного процесса по ФГОС ДО»
- «Черчение: методика преподавания и современные педагогические технологии обучения»
- Педагогика и методика преподавания информатики
- Педагогика и методика преподавания биологии в образовательной организации
- География: теория и методика преподавания в образовательной организации
- Теория и методика преподавания технологии в образовательных организациях
- Сопровождение деятельности детских общественных объединений в образовательной организации
- Методика организации образовательного процесса в начальном общем образовании

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.