- «Формирование основ финансовой грамотности дошкольников в соответствии с ФГОС ДО»
- «Патриотическое воспитание в детском саду»
- «Федеральная образовательная программа начального общего образования»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Нормативно-правовое обеспечение работы социального педагога образовательного учреждения»
- «Организационные аспекты работы педагога-психолога ДОУ»
- «Ранний детский аутизм»
- «Специальная психология»
- «Психолого-педагогическое сопровождение процесса адаптации детей-мигрантов в образовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Моя педагогическая философия авторских ЭССЕ "Портрет современного педагога"
Э сЭссе
Уҡытыусы!
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй,
Ул тормоштоң көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Рәми Ғарипов.
Уҡытыусы… Ниндәй ғорур яңғырай… Ниндәй ҙур мәғәнә һалынған был һүҙгә. Тәү тапҡыр хәреф танырға өйрәткән, кеше араһында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген һөйләгән, яҡшыны ямандан айырырға, батырлыҡты ҡурҡаҡлыҡтан өҫтөн ҡуйырға нәсихәт биргән, белемлелеккә әйҙәгән, насар ғәҙәттәрҙе хурлаған, ғилем һәм тормош һабаҡтарын биргән - былар барыһы ла уҡытыусының йәмғиәтебеҙҙә башҡарған эштәренең иң мөһимдәре араһынан бер нисәүһе генә.
Тормошто уҡытыусыларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
Уҡытыусыларға тормошта иң ҡәҙерле нәмәне - балаларҙы, киләсәкте ышанып тапшыралар.
Уҡытыусы булыу - минең бала саҡтағы хыялым. Әсәйемдең уҡытыусы булып эшләүе лә йоғонтоһоҙ ҡалмағандыр. Бала саҡта иң яратҡан уйыным “Уҡытыусы” ине. Бәләкәй генә таҡтама ҡара ҡәләм менән яҙып, ҡустыма әҙәбиәт, тел, математика дәрестәрен үткәрә торғайным. Шиғырҙар, әкиәттәр һөйләргә яраттым. Шул ваҡытта уҡ әсәйем минең дәрестәремә төҙәтмәләр индерә, өйрәтә торған ине.
Барлыҡ класташтарым минең хыялымды - уҡытыусы булыу теләгемде беләләр ине. Дәрестә “Мин кем буласаҡмын?” темаһына инша яҙһаҡ та, һүрәт төшөрһәк тә, минең төп геройым уҡытыусы булды. Әсәйемә булған хөрмәткә, тынғыһыҙ эшенә ҡарап, мин мотлаҡ уҡытыусы буласаҡмын тип хыялландым. Хыялым тормошҡа ашты. Әсәйемдең: “Ҡыҙым, уҡытыусы һөнәре бик яуаплы, тынғыһыҙ эш,-”тигәне лә ҡурҡытманы.
Мин - уҡытыусы. Етенсе йыл инде үҙем балаларға белем, тәрбиә бирәм. Эшләй башлағас та бик күп ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде. Мин ауыл мөхитендә, башҡортса иркен һөйләшеп үҫкән ҡыҙмын. Ә ҡала ерлегендә хәл бөтөнләй икенсе. Мин баш ҡалаға килеп уҡый башлаған мәлдә башҡорттарҙың да үҙ теленән оялып вата-емерә рус телендә һөйләшергә маташыуы таң ҡалдырҙы. Шул мәлдә үк үҙ-үҙемә моңло телемде үҫтерергә, юҡҡа сығыуына юл ҡуймаҫҡа һүҙ бирҙем. Ошондай уҡ проблема менән мин уҡыта башлағас та осраштым. Ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт балаларының күптәре үҙ телдәрен белмәйҙәр, туған тел дәрестәрендә лә йыш ҡына улар менән туған телдә аралашып булмай. Шуның өсөн
мин иң тәүҙә балала туған теленә, тыуған иленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Уҡыусыларҙы туған телендә йырларға ла, бейергә лә өйрәтәм. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның:
“Башҡорт балаһы милли бейеүҙәр өйрәнергә, милли аштар бешерә белергә, ҡул эштәренә өйрәнергә тейеш. Сөнки халҡының үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булған, уны бөтә нескәлектәренә тиклем аңлаған, үҙенең бөтә булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала. Ә халыҡтың ҙурлығы шәхестәр һаны менән билдәләнә. Тимәк, халыҡ – шәхесте, ә шәхес халыҡты тыуҙыра,”- тигән һүҙҙәре девизыма әйләнде.
2006 йылда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бөтә мәктәптәрҙә лә, бөтә кластарҙа ла өйрәнелә башланы. Башҡорт теленә ҡарата иғтибар артты. Был мәлдә уҡытыусы иңенә бик күп ауырлыҡтар төштө. “Ни өсөн мин башҡорт телен өйрәнергә тейеш? Мин башҡорт түгел,- тип өндәшеүселәр ҙә табылды. Башҡа милләт вәкилдәре милләтебеҙҙе, телебеҙҙе хөрмәтләһен, ерле халыҡ икәнебеҙҙе белеһен өсөн уҡытыусыларға бик күп көс һалырға тура килде. Бында уҡытыусыға түҙемлек тә, сабырлыҡ та, оҫталыҡ та талап ителде. “Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ,”- тигән башҡорт халыҡ мәҡәленә таянып, мин тәү сиратта башҡорт теленең байлығын, матурлығын уҡыусыларға күрһәтергә, телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уны өйрәнергә теләк булдырырға тырышам. Бының өсөн традицион булмаған дәрес төрҙәрен йышыраҡ ҡулланам. Бигерәк тә ғәҙәти дәрестәргә “Йомаҡтар илендә”, “Әҙәби кафе”, “Мөғжизәләр яланы”, “Дәрес-сәйәхәт” кеүек мауыҡтырғыс исемдәр биреү, класты төркөмдәргә бүлеп, төрлө уйындар ҡулланыу уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һәр бер дәрестә уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланам. Мәҫәлән, бәләкәй хаттар, синонимик рәттәрҙе киңәйтеү, тематик карточкалар, күргәҙмәлелек, ишетеп аңлау, хәтер календары. Сөнки башҡорт телендә һөйләшеү, аралашыу өсөн балаларҙың билдәле кимәлдә һүҙ байлығы булдырырға кәрәк.
Уҡытыусының һәр бер хәрәкәте, һәр бер һүҙе күҙәтеү аҫтында. Ул кесеһенән алып олоһона тиклем өлгө. Уҡыусыны ысын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн күп көс талап ителә. Ә шәхес үҫтереүҙән илдең киләсәге тора. Илдең киләсәге уҡытыусының ҡулында.
Һәр көн дәрестәрҙән һуң: “Иртәгә нимә эшләргә? Уҡыусыны нисек итеп ҡыҙыҡһындырырға, өйрәтергә, тәрбиәләргә, онотолмаҫлыҡ итеп дәрес үткәрергә?”- тип уйлайым. Уҡыусыларҙың эскерһеҙ күҙҙәренә ҡарап өйрәтергә яратам. Һиңә ышаныс менән төбәлгән күҙҙәрҙе нисек яратмайһың инде?
Баланың эске донъяһы ынйылырҙан теҙелгән бер мөғжизә. Шул мөғжизәне күрә, аса һәм үҫтерә белергә, ынйыларҙы дөрөҫ теҙергә кәрәк. Бер ынйыны ғына ла яңылыш төшөрөп ебәрһәң дә, селпәрәмә киләсәк. Быуаттар буйына тапшырылып килгән аманатты киләһе быуынға еткерергә, сылбырҙы өҙмәҫкә кәрәк. Телен, илен, халҡын яратҡан, киләсәкте уйлаған шәхес милләттең ҡыйыу бер вәкиле, яҡлаусыһы, үҫтереүсеһе булһа ғына, халҡымдың яҡты киләсәге, теле һаҡланасаҡ, киләһе быуынға еткерәләсәк. Уҡытыусы алдында телде, илде һаҡлаусы шәхес тәрбиәләү тигән бурыс ҡына тормайҙыр, замана алға китә, үҫешә, атай-олатайҙарҙан ҡалған аманатты үҫтереү бурысы ла мөһим. Хәҙерге заман кешеһе үҙ фекерен дәлилләй, аңлайышлы, асыҡ итеп еткерә белергә тейеш. Шунда ғына ул төҙөк бер тормош программаһын булдыра, маҡсатҡа ярашлы эшләй ала һәм дөрөҫ юлдан тайпылмай алға барасаҡ.
Ни тиклем шатлыҡлы ла, рәхмәтле лә уҡытыусы хеҙмәте! Уҡытыусы өсөн үҙ уҡыусыңдың йәмғиәттең яҡшы, файҙалы кеше булып китеүен күреүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс, баһа бармы икән?
Минеңсә, уҡытыусы һөнәре барлыҡ һөнәрҙәрҙән дә бөйөгөрәк. Сөнки һәр кемде уҡытыусы уҡыта, белем донъяһын аса, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтә, ул меңәрләгән уҡыусыны тәрбиәләй, юғары үрҙәрҙе яуларға ярҙам итә, төрлө кәңәштәр бирә.
Уҡытыусы! Мөғәллим! Мин ошо аһәңле һүҙҙәргә ғашиҡмын. Хөрмәтле уҡыусым, күҙҙәреңде йом да, нәҡ бер генә һүҙ әйт: “Уҡытыусы!”
Уҡытыусы… Наҙлылыҡ, яңылыҡ, ниндәйҙер бер аңлатып бирә алмаҫлыҡ рәхәтлек солғап алыр. Эйе, уҡытыусы - донъяны яҡтыртыусы, нур һибеүсе!
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/248753-moja-pedagogicheskaja-filosofija-avtorskih-je


БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Монтессори-педагогика»
- «Содержание и организация педагогической работы в детском лагере»
- «Музыкальное развитие детей дошкольного возраста в условиях реализации ФГОС ДО»
- «Особенности работы с одаренными детьми»
- «Методы и технологии обучения студентов в профессиональных образовательных организациях по ФГОС СПО»
- «Особенности обучения и воспитания детей дошкольного возраста с ЗПР в соответствии с ФГОС ДО»
- Логопедия. Коррекционно-педагогическая работа по преодолению речевых нарушений у обучающихся младшего школьного возраста
- Организация и содержание деятельности младшего воспитателя в дошкольном образовательном учреждении
- Психолого-педагогическое сопровождение образовательного процесса
- Управленческая деятельность в дошкольной образовательной организации
- Тифлопедагогика: обучение и воспитание детей с нарушениями зрения
- Деятельность няни в рамках социального обслуживания населения: теоретические и практические основы
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.