Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
16.04.2018

Река Кундряк

Исследовательская работа по теме: «Река Кундряк» на башкирском языке

Содержимое разработки

Отдел образования Администрации МР Стерлибашевский район

Республики Башкортостан.

Малая академия наук младшего школьника.

Секция: Краеведение.

Күндерәк йылғаһы.

Курбанова Рузиля Радиковна.

3 класс, МБОУ СОш с. Елимбетово

МР Стерлибашевский район.

Научный руководитель: Курбанова Ракия Фарраховна,

учитель начальных классов

с. Елимбетово 2009-2010 учебный год.

Инеш.

Мин йәшәгән Йәлембәт ауылының эргәһенән генә Күндерәк йылғаһы ағып ята.Уның тирәһендә үҫкән ағастар йылғаға йәм биреп торалар. Йылғаның һыуын бик таҙа тип әйтеп булмай. Шулай ҙа һайыраҡ ерҙәрендә һыу тѳбѳндәге таштар, йѳҙѳп йѳрѳгән балыҡтар күренеп тора. Йәй кѳнѳ һыу буйында ифрат күңелле була. Балалар кинәнеп китеп һыу инәләр, ҡомда ҡыҙыналар.

Ләкин йылы йәй кѳндәре оҙаҡҡа бармай. Һалҡын кѳҙ, ҡыш айҙары килеп етә. Йылға ѳҫтѳ ялтыр боҙ менән ҡаплана. Балалар боҙ ѳҫтѳндә конькиҙа шыуалар. Боҙҙа шыуыуы тағы ла күңеллерәк. Ауыл кешеләре мәкеләр уйып Күндерәктең һыуын эсәләр.

Яҙ етеү менән ҡояш нурҙары, йылғаны тонсоу юрғанынан әрсергә теләгәндәй, тирә-яҡтағы йырғанаҡтарҙы Күндерәккә йүнәлтә. Әллә ҡайҙарҙа тиклем диңгеҙ хасил була, ағастар бил быуарҙан ултыра. Ошо мәлдәрҙе күрергә тип, ауыл халҡы кискелеккә мал-тыуарҙы яба һалып, яр буйҙарына ашҡына. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Тирәк башында кәкүк саҡыра. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Күндерәк йылғаһы, үҙенең мәңге шат йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана- кѳлә бер ѳҙлѳкһѳҙ сылтырап аға ла аға.

Бына шулай, Күндерәк йылғаһы үҙенең ярҙары буйлап ултырған халыҡты ҡыуандырып аға ла аға.Кешеләргә ҙур файҙа килтерә. Тик йылғаға кеше менән йәнәш булыу уңайлы микән? Был һорауға яуап бирер ѳсѳн, мин йылғаның үткән йылдарҙағы торошон ѳйрәнергә һәм килеп сыҡҡан һѳҙѳмтәләр менән һығымта эшләргә булдым.

Маҡсат итеп:

1. Башҡортостан йылғалары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу;

2. Йылғаның кешеләргә әһәмиәте;
3. Күндерәк йылғаһының хәҙерге һәм элекке торошон күҙәтеү.

План.

1.Инеш.

2.Тема буйынса әҙәбиәт ѳйрәнеү.

3. Һорау- яуаптар алыу.

4. Тәжрибә эшләү.

5. Һығымталар эшләү.

Тикшереү ысулдары:

Әҙәбиәтте анализлау.

Һорау- яуаптар алыу.

Тәжрибәләр эшләү.

2)Тема буйынса әҙәбиәт ѳйрәнеү

Әҙәбиәтте ѳйрәнгәндән һуң, мин Башҡортостан- йылға - күлдәр иле икәнен аңланым. Республикабыҙҙың йәшәйешендә, үҫешендә уларҙың әһәмиәте баһалап бѳткѳһѳҙ. Fѳмүмән, йылғалар- тормош сығанағы, юҡҡа ғына ауылдар,ҡәлғәләр, һуңғараҡ ҡалалар йылға буйҙарында барлыҡҡа килмәгән.

Республикабыҙҙың биләмәләре буйлап дѳйѳм оҙонлоғо 57 мең километр тәшкил иткән 13 мең самаһы йылға аға. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы-Ағиҙел. Уның оҙонлоғо- 1420 километр, һыу йыйылмаһының майҙаны- 141900 квадрат км. Ағиҙелдең уң ҡушылдығы- Ҡариҙел. Уның оҙонлоғо- 918 километр. Ҡариҙелдең һул ҡушылдығы- Әй (549 километр), яратып халыҡта Күгиҙел тип исемләнгән Дим (556 километр),Ямантауҙан башланғыс алған Йүрүҙән (404 километр) Башҡортостандың ҙур йылғалары иҫәбенә инә.

Стәрлебаш районының кѳньяҡ- кѳнсығыш ѳлѳшѳн дуғалай әйләндереп алып, үҙ күрке, үҙ матурлығы менән тыуған еребеҙгә йәм биреп, бәләкәйерәк Кундерәк йылғаһы ағып ята. Был йылға ла, Стәрле кеүек, Ашҡаҙарҙың һул ҡушылдығы. Уның исеме, Стәрле шикелле, әллә ни алыҫ таралмаған. Гидронимдың мәғәнәһе лә, ер һәм һыу кеүек, ябай, күркәм: күндерәк «ҡондораҡ» һүҙенән булырға тейеш. Күпереп, күк үләндәр һәм, әлбиттә, ҡондораҡ та үҫкән уның буйҙарында. Күндерәк буйҙарының үҙенә генә хас һыҙаттары, үҙенең тарихи иҫтәлектәре, хатта, әлегә билдәһеҙ булһа ла, бик моңло, тәрән йѳкмәткеле йыры ла, кѳйѳ лә бар. Шул матур йыр һәм кѳйҙѳ сығарырға хисләндергән дә индебеҙҙең ата- бабаларыбыҙҙы тыныс һыуҙарын боролоп- боролоп Ашҡаҙар йылғаһына алып барған Күндерәк йылғаһы.

Күндерәккәй буйы.

Иртәндәй генәй тороп, атҡай барһам,

Күндерәккәй буйы кәрешкә.

Сабырлыҡай- солтан, сабырһыҙ- шайтан

Сабырлылар кәрәк һәр эшкә.

Күндерәккәй буйы- туғай- туғай,

Бер туғайы уның- андыҙлыҡ.

Моңло ла ғынай егет түгел инем

Моңландыра икән яңғыҙлыҡ.

Иртән генәй тороп, атҡа барһам,

Күндерәккәй буйы бүтәгә,

Йыр йырлауы беҙгә тәсбих түгел,

Йыр йырлауы күңел күтәрә.

Күндерәккәйҙәрҙең туғайҙары

Уның да ғына береһе- андыҙлыҡ;

Аңһыҙ ҙа ғына бала(лау) түгел инем,

Аңһыҙлата икән яңғыҙлыҡ.

Тарта ла ғына торған ҡурайымдың

Ике башҡайы ла ҡурғашлы,

Быйыл да ғына торған хәсрәттәрем

Ерҙән алып күктәргә олғашты.

Күндерәккәйҙәрҙең аҡ таштарын

Аҡ билкәйеңә һабын ит;

Бер ауырлыҡ килә, бер еңеллек,

Бер ауырлыҡтарға сабыр ит.

3. Һорау- яуаптар алыу.

Оло кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда Күндерәк йылғаһы элек тәрән, һыуы таҙа булған тейҙәр. Ысынлап та, был боронғо фотоһүрәт йылғаның һыуы Ашҡаҙар йылғаһына оҡшап тәрән икәнелеген күрергә була.

Илкина Рита Рәшит ҡыҙы һѳйләй.(1998 йылдарҙа)

-Күндерәк йылғаһы беҙҙе үҙенең балыҡтарының күплеге менән дә йәлеп итә торғайны. Малайҙар менән бер рәттән , мин балыҡ ҡармаҡларға йѳрѳй торғайным. Йылғала сабаҡ, алабуға, шамбы, һыла, йәйен, опто, ажау, табан балыҡ, суртан, шамбы,энәле балыҡтар осрай торғайны. Хәҙер ул балыҡтар кәмене, ҡайһы берҙәре юҡҡа сыҡты.

Ҡорбанов Радик Саһман улы һѳйләй.

-1986 йылда мин әрме сафтарында хеҙмәт итә инем. Атайымдың хатынан Күндерәк йылғаһында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында белдем. Уларҙы тотоп, бешереп ашап ҡарағандар, ләкин ауыҙға ла ҡабырлыҡ булмаған. Баҡһаң, Күндерәк ауылының (Күндерәк ауылы менән Йәлембәт ауылы араһы 15 км) мал аҫрау комплексынан бысраҡ һыуҙар ағып тѳшә һәм йылғалағы барлыҡ балыҡтар үлемгә дусар була.

Мин балыҡтар менән ҡыҙыҡһынам, уларҙы ѳйрәнәм. Әлеге ваҡытта,

Күндерәк йылғаһында, балыҡсыларҙың балыҡ ҡармаҡлап ултырғанын бик һирәк күренеш булһа ла осратырға мѳмкин. Бигерәк тә яҙ ташҡындары үтеп, һыу үҙ ярҙарына кире ҡайтҡас, иңдәренә ҡармаҡ һалып, йылға буйына ыңғайлағандарҙы күрергә була. Мин дә былтыр ғаиләм менән балыҡ ҡармаҡларға барып, ҙур карп тотоуҙарына шаһит булдым. Тимәк, йылғала балыҡҡа үрсергә бѳтә мѳмкинселектәр ҙә бар. Ә беҙ ҡулдан килгәнде бѳтәһен дә эшләргә тырышырға кәрәк: балыҡты тик ҡармаҡ менән тоторға, һыуҙы,яр ситтәрен бысратмаҫҡа, ҡыш мәкеләр уйырға,ғѳмүмән,барлыҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. Шаһиттарымдың һѳйләүенән сығып, мин ошондай таблица килтереп сығарҙым.

йылдар\ балыҡтар

сабаҡ

һыла

алабуға,

шамбы

ҡыҫала

йәйен

опто,

ажау

табан балыҡ

ҡыҙыл балыҡ

суртан

энәле балыҡ

1980

+

+

+

+

+

+

+

+

+

+

+

+

1986

+

+

+

+

+

-

+

+

+

+

+

+

2010

+

+

+

+

-

-

+

+

+

-

-

+

Бында күренеүенсә, утыҙ йыл тирәһе үтеүгә ҡайһы бер балыҡтар йылғала күренмәй башлаған. Был күренеш беҙҙе, әлбиттә, борсоуға һала..

Илкин Рәшит Зариф улы һѳйләй.

- Мин (1959 йылғы) Өмѳтбай ауылында тыуып, тормош юлымды ошонда үткәргән кешемен. Күндерәк йылғаһының һыуы тәрән һәм таҙа ине. Бала- саға һыу инә торған ерҙе « Мәрйен тубығы» тип йѳрѳтә торғайнылар. Йылғаның ҡырҡа боролош алып киткән был ерен мәрйенгә оҡшатып әйткәндәрҙер, моғайын. Уның эргәһендәге аҡландан колхоз эшселәре ике эҫкерт бесән сабып алыр булғандар.

Ҡыҙрасова Әнүрә Тимерғәли ҡыҙы һѳйләй.

-Беҙ бәләкәй саҡта (1941 йылғы) Күндерәк йылғаһынан барлыҡ халыҡ һыу ала ине. Һыуы тәрән, таҙа ине. Кешеләр мейескә яҡҡан утын кѳлдәрен һыу буйына түгә торғайнылар. 1980 йылдарҙа ауылдағы сельсовет һыу буйына сүп-сар түгергә рѳхсәт юҡлығы тураһында әйтеп йѳрѳнѳ. Ул осорҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мѳхитте бысратырға ярамағанлығын халыҡ белеп тә етмәй ине. Бер ҡалыпҡа һалынып алынғас, һыу буйҙарына сүп- сарҙы түгеүҙе дауам иттеләр.

Ошоларҙан сығып, тәбиғәтте һаҡлау, экологик хәлде яҡшыртыу ѳсѳн бар кѳсѳбѳҙҙѳ һалырға тейешбеҙ.Беҙ нимә эшләй алабыҙ инде, тип уйларҙар күп иптәштәрем.Минеңсә,тәбиғәткә зыян килтермәү ҙә ул ҙур файҙа. Мәҫәлән, ағастарҙы һындырмаҫҡа, ҡоштарҙы ҡурҡытмаҫҡа, ялан сәскәләрен ѳҙмәҫкә һ.б.

4. Тәжрибә эшләү.

Күндерәк йылғаһы һыуының торошон тикшерер ѳсѳн мин ошондай тәжрибә үткәрҙем: таҙа ике стакан алдым һәм береһенә йылға һыуын, икенсеһенә ҡойоноҡон ҡойҙом. Килеп сыҡҡан һѳҙѳмтәләремде таблицаға теркәнем.

Һыуҙың пробаһы

Үтә күренмәлелек

Тѳҫѳ

Тѳбѳнә тәбиғи ултырыуы

Еҫе

Йомшаҡлығы

1

Күндерәк йылғаһының һыуы

Болғансыҡ, үтә күренмәй

Кѳрәнерәк тѳҫлѳ

Балсығы тѳбѳнә ултыра

юҡ

Йомшаҡ(һабын ирей)

2

Ҡойо һыуы

Үтә күренә

Тѳҫһѳҙ

Тѳбѳ таҙа

юҡ

Ҡаты(һабын иремәй)

Был таблицала Күндерәк йылғаһының әлеге осорҙа болғансыҡ,йомшаҡ икәне күренә. Болғансыҡлығы балсыҡ менән ҡушылып китеүе тураһында һѳйләһә, йомшаҡлығына ҡарап йылға һыуының ҡар һәм яуым-тѳшѳм һыуҙары менән туҡлана тип әйтеп була. Тимәк, йылғаны мѳмкин тиклем бысратмаҫҡа, эргәһендәге ултырған ағастарҙы киҫмәҫкә,һәр бер кешегә йылғаға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк.

5. Һығымталар эшләү.

Тикшеренеүҙәремдән сығып, Күндерәк йылғаһының торошон ѳйрәнеүҙе киләһе йылдарҙа ла дауам итергә уйлайым. Мѳхәмәттәдәмин ауылы эргәһенән башланған инешен һәм Өмѳтбай ауылы янында Ашҡаҙар йылғаһына тоташҡан ерен, Ашҡаҙар йылғаһының үҙенсәлектәрен ѳйрәнергә теләйем.

Кеше бер кѳн дә һыуһыҙ тора алмай. Һыу менән ашарға әҙерләй, йыуына, йыуа, таҙарта. Юҡҡа ғына «Һыу- ул тормош сығанағы»,- тип әйтмәгәндәрҙер. Шуның ѳсѳн,йылғаларыбыҙҙы мѳмкин тиклем бысратмаҫҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау- һәр беребеҙҙең изге бурысы.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Күсәров Е.В. Башҡортостан тәбиғәте.3-4 кластар ѳсѳн дәреслек.

«Китап» нәшриәте. Өфѳ,2002

2. Йәшлек гәзите.Башҡортостандың йылға- күлдәре-№31,21.03.2006

3. Хисмәтов М.Ф. Башҡортостан Республикаһы картаһы-Өфѳ, 2002

4.Хисмәтов М.Ф. Кеше һәм тәбиғәт- Өфѳ, 1972

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/307983-reka-kundrjak

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки