- «Формирование основ финансовой грамотности дошкольников в соответствии с ФГОС ДО»
- «Патриотическое воспитание в детском саду»
- «Федеральная образовательная программа начального общего образования»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Нормативно-правовое обеспечение работы социального педагога образовательного учреждения»
- «Организационные аспекты работы педагога-психолога ДОУ»
- «Ранний детский аутизм»
- «Специальная психология»
- «Психолого-педагогическое сопровождение процесса адаптации детей-мигрантов в образовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Презентация Башкортостан - мой край родной
Каждому человеку дорог свой родной край, каждому кажется свой край самым красивым уголком во всем мире. Мы любим его за то, что именно здесь мы родились, выросли, сделали свои первые шаги, первый раз сказали слово «мама», в первый раз пошли учиться в школу… Мы любим свой край, потому что здесь у нас все самое близкое, родное: мама, папа, родные, друзья, наша красивая и богатая природа, наша родная матушка-земля!.. Я горжусь своей родной землей, своим краем.
Башкортостан… Когда я слышу это слово, передо мной встают гордые, высокие горы, привольные без конца и без краю степи, стремительные горные реки, чистые, прозрачные озера, густые чащи лесов… Когда я слышу слово «Башкортостан», представляю Салавата Юлаева, которым гордится каждый житель Башкортостана. Когда я слышу слово «Башкортостан», я слышу пение курая, который рассказывает о красоте башкирской земли и никого не оставляет равнодушным.
Край наш необыкновенно привлекателен разнообразием природы. В Башкортостане очень много цветов, красивых деревьев, особенно мне нравится, как цветет красавица яблоня и липа. Может быть именно поэтому наш край славится пчеловодством. Башкирский мед очень полезен, он обладает целебными свойствами. Каких только видов меда нет в Башкортостане! Он славится на весь мир.
Наш Башкортостан не только красив, но и сказочно богат. Хлеб, скот, рыба, леса и поля – все в изобилии есть у нас. Богат и нефтью, целебными родниками, чистым воздухом, лошадьми, историей и талантами. Сотни людей с разных уголков мира приезжают в нашу республику, чтобы лечиться, наслаждаться свежим воздухом, чудной природой.
Но главное богатство нашего края, я думаю, - люди. Все они трудолюбивы и талантливы. Это их труд вложен в промышленность, сельское хозяйство, в обучение детей, лечение людей, науку, чистоту городов и сел. Гости нашей республики удивляются и чистоте, и порядку, и красоте, и новым технологиям нашего производства. Нам всем хочется, чтобы наш край – родной Башкортостан – был всегда развитым, преуспевающим, чтобы жители республики были уверены в завтрашнем дне.
Мне очень дорог мой родной край! Многие, я думаю, хотели бы увидеть наши края. А мне повезло: я живу здесь. И я нисколько не жалею, что родился в таком прекрасном крае. Я очень люблю нашу республику и горжусь ею, потому что она одна такая неповторимая, дивная, чудная, и желаю ей только процветания!
Государственное бюджетное общеобразовательное учреждение
республиканская гимназия-интернат имени Газиза Альмухаметова
Мастер- класс на тему: « Башкортостан – страна чудес»
Выполнила: воспитатель Исмагилова Флюза Ишбулдовна
Тема : «Башҡортостан - мөғжизәләр иле»
Маҡсат :
1) Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле төбәктәре, музыка ҡоралдары менән яҡындан таныштырыу;
2) Улар менән ғорурланыу тойғоһо уятыу , нисек итеп үҙ ҡулдарың менән эшләргә мөмкин икәнлеген курһәтеү;
3) Уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: Башҡортостандың физик картаһы, слайдтар, мөғжизәләрҙең фотоһүрәтләмәләре.
Дәресбарышы.
1.Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә! М.Кәримдең «Ҡайын япрағы” тураһында шиғырынан өҙөк менән башлана.
Слайд 1 (шиғыр)
Башҡортостан картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына
Башҡортостан шул каратала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Уҡыусыларҙың кәйефтәрен һорау.
2. Инеш өлөш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ. Беҙҙе сәйәхәткә тоғро юлдашыбыҙ, Аҡбуҙат алып сығасаҡ. Әйҙәгеҙ уны саҡырайыҡ. (Уҡыусылар ҡулдары менән атта сабыу хәрәкәтен күрһәтәләр һәм телдәре менән ат сабып килгән тауыш сығаралар).
Слайд 2 ( Аҡбуҙат һүрәте)
Бына Аҡбуҙатыбыҙ осоп килеп тә етте. Аҡбуҙат һеҙгә танышмы, уҡыусылар? (уҡыусыларҙың яуаптары)
4. Төп өлөш.
Уҡытыусы. Ә хәҙер , Аҡбуҙатҡа ултырып, Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп, сәйәхәткә юлланайыҡ.Ҡайҙарға алып барыр икан беҙҙе Аҡбуҙат? (ат сапҡан тауыштар ишетелә).Уҡыусылар, нимә күренә унда?
Слайд 3
Был ни мөғжизә?(алда Шүлгән таш мәмерйәһе күренә)Ниндәй районда урынлашҡан? Кемдәр күргәне бар был мөғжизәне?Әйе, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Бөрйән районына килеп еттек. Ниндәй мәмерйә был? Унда нимә бар икән? Әйҙәгеҙ, инеп ҡарайыҡ.
Был ни ғәләмәт? Ниндәй һүрәттәр был? Уҡыусыларҙы тыңлау.
Уҡытыусы өҫтәлмә мәғлүмәт бирә: Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.
Был беҙҙең өсөн мөғжизәме , уҡыусылар? Эйе.
Слайд 4 («Урал батыр» эпосынан өҙөк)
Уҡытыусы. Балалар , мәмерйәнең исеме һеҙгә берәй нимә тураһында һөйләмәйме? Шүлгән + таш.
Уҡыусылар яуап бирә: Шүлгән – ул Урал батырҙың ағаһы.
Уҡытыусы. Ә Урал батырҙы беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
Уҡыусылар: Башҡорт халҡының « Урал батыр» тигән бөйөк эпосы барлығы тураһында әйтәләр. Унда Урал батыр бөтә кешелектең, ер йөҙөндәге тереклектең үлемһеҙлеге өсөн көрәшә. Был эпостың әһәмиәте нимәлә?
Уҡыусылар : «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора. Тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Ул « Урал батыр» эпосы.Был эпос буйынса тағы нимәләр әйтеп була. Йыл һайын “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы үткәрелә. Сәсәндәр эпосты һөйләгәндә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы думбыра көйөнә ятлана йәки йырлана.
Хәҙер һүҙ Регина Рифкатовнаға бирелә. Ул беҙгә думбыра эшләү серҙәрен асып бирә. Рәхим итегеҙ!
Уҡытыусы: сәйәхәтебеҙҙе дауам итайек уҡыусылар. Алда ниндәйҙер тау күренә. Был ниндәй тау икән?
Слайд 5
Яуап: Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы (картала урыны күрһәтелә). Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән? Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла. Икенсе мөғжизәбеҙ – Янғантау. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар! Ял итеп, дөңгөр эшләү серҙәрен дә өйрәнеп китәйек.
Слайд 6
Уҡытыусы. Күҙҙәрҙе йомоп Аҡбуҙатта еләбеҙ. Күҙҙәрҙе асайыҡ. Беҙ ҡайҙа килгәнбеҙ? Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе Ғафури районына алып килгән. Бында ниндәй мөғжизә бар икән? (Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә.)
Уҡыусылар үҙҙәре аңлап, дөрөҫ яуап бирәләр.
Уҡытыусы. Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимәменән дан тота? Уҡыусыларяуапбирә. Уҡытыусы дөйөмләштереп ҡуя: был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалымикроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар. Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ.Красноусол минерал һыуҙары.Артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек, уҡыусылар һәм был туҡталышта кумыҙ эшләп ҡарайыҡ.
Слайд 7
Был ниндәй районда урынлашҡан тәбиғәт мөғжизәһе икән...
Асылыкүл —Башҡортостандағы иң ҙур күл. Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш-көньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны – 23,5 квадрат километр, тәрәнлеге иһә — 5,1 метр. Уның оҙонлоғо — 8, киңлеге — 5 километр.Бынан бик күп йылдар элек был күл булмаған. Буранғол ауылы аша Асылы тигән йылға ағып ятҡан. Ул Сәрмәсәнгә ҡойған. Күл урынында Ташлытау ҡалҡып торған. Бөтә тирә-яҡ урман булған.Бынан бер нисә йөҙ йыл элек, йәйге көндәрҙең береһендә, тау артынан ҡара болот ҡалҡҡан. Бик ныҡ күк күкрәгән, ямғыр ҡоя башлаған. Ямғыр шул хәтле көслө ҡойған — Асылы йылғаһы ауылды баҫып киткән. Кешеләр аяҡтан йығылған, хайуандар үкергән.Иртәгеһенә ҡараһалар — Ташлытауҙың уртаһы убылған, шул урында ҙур күл барлыҡҡа килгән. Асылы йылғаһы ағышын бороп, шул күлгә ҡоя башлаған. Ана шуға был күлде Асылыкүл тип атағандар.
Уҡытыусы. Балалар, арып та киттек буғай .Әйҙәгеҙ, Асылыкүл буйында ял итеп алайыҡ.(шул саҡ ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә). Уҡыусылар күҙҙәрен йомоп ҡурай моңон тыңлайҙар. Ниндәй илаһи моң ағыла .Ҡайҙан сыға ул моң?
Уҡыусылар: Был – ҡурай моңо.
Уҡытыусы. Нимә ул ҡурай? Ҡурай – сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120 -170 см. Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә.
Ҡурай – улбашҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.Уҡыусылар, һеҙ тағы ла уны ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
Уҡыусылар :Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.Ҡурайҙың нисек эшләнгәнен беләһегеҙме, уҡыусылар? Әйҙәгеҙ, ҡурай тураһында һүҙ сыҡҡас, нисек эшләнгәнен дә ҡарап үтәйек әле! Уҡыусылар! Сәйәхәт тамамланырға куп ҡалманы. Атландыҡ Аҡбуҙатыбыҙға!
Слайд 8
Был ни мөғжизә? (алда Салауат Юлаев менан халыҡтар дуҫлығы монументы)
Яр башында - ике мөһабәт һәйкәл тора.
Һул яҡта: Салауат батыр текә ерҙә ат өҫтөндә илен һаҡлай.
Уҡыусылар яуап бирә: был Салауат Юлаев һәйкәле.
Бер уҡыусы үҙенең белгәндәре тураһында һөйләп бирә.
Уҡытыусы һығымта яһап ҡуя: Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Өфөгә ингәндә поездан да, машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.
Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.?
Уң яҡта: был һәйкәл башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай.1957 йылдың 14 июнендә башҡорт халҡының үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыуына арнап, нигеҙ төҙөлә.Ҡасандыр был тауҙа, ағастан төҙөлгән Өфө крепосы урынлашҡан була.Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө.
Музыка ишетелә:
Тау башында балҡый бер ҡала
Ул ҡала Өфө тип атала
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары
Эшсәндәр егет һәм ҡыҙҙары
Өфө ҡалаһы Ағиҙел буйында бейек тауҙа урынлашҡан. Өфө - боронғо ҡала. Тәүҙә - Тура-тау, аҙаҡ Имән ҡала исемдәрен йөрөткән.1574 - се йылда барлыҡҡа килгән.1632 - се йылда Өфөгә ҡала статусы бирелә.1919 - сы йылда баш ҡала булып китә.Өфө ҙур, матур, гүзәл ҡала. Ҡалаламузейҙар, театрҙар, уҡыуйорттарыбиккүп.Былкүркәмйорт - Республика йорто. Башҡортостан Республикаһының башлығы ошо йортта эшләй. Әйткәндәй, 11 октябрь Башҡортостан суверинететы көнө Радий Фәрит улы ХәбировҡаБашҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһы йөкмәтелде.Өфөлә төрлө халыҡтар йәшәй: башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, марийҙар, сыуаштар, удмурттар һәм башҡалар. Улар дуҫ, татыу йәшәй.
5. Ҡабатлау.
Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың мөғжизәләренең бер нисәүһенә сәйәхәт ҡылдыҡ, музыка ҡоралдарын эшләү серҙәренә төшөндөк.
6. Тәрбиәүи момент.
Эйе, беҙ ныҡышмалылыҡ ярҙамында Башҡортостандың мөғжизәле урындарын менән яҡындан таныштыҡ. Ләкин беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ ҡалған бит. Ул ниндәй бурыс? Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау һәм һығымта яһау: Иң мөһиме - беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
7. Нығытыу.
Уҡыусылар беҙ бөгөн күп кенә мәғлүмәттәр менән таныштыҡ.
Уҡыусыларҙың бөгөнгө дәрестә нимә эшләүҙәре тураһында һорашыу.
8. Дәресте йомғаҡлау.
Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.
9. Өй эше.
Бөгөнгө дәрес буйынса эшебеҙҙе дауам итеп “Тыуған яғымдың мөғжизәһе” исемле инша яҙып килергә.Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!!!
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/373540-prezentacija-bashkortostanmoj-kraj-rodnoj


БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Использование современных технических средств реабилитации»
- «Подготовка к ЕГЭ по истории в условиях реализации ФГОС: содержание экзамена и технологии работы с обучающимися»
- «Социальное обслуживание: основы и базовые технологии»
- «Основные направления работы психолога в сфере образования»
- «Управление кризисными ситуациями в деятельности педагога-психолога образовательной организации»
- «Нормативно-правовое обеспечение деятельности школьного учителя-логопеда»
- Основы дефектологии. Содержание и методы работы с обучающимися с ОВЗ
- Педагог-психолог дошкольной образовательной организации. Содержание и организация профессиональной деятельности
- Педагог-воспитатель группы продленного дня. Организация учебно-воспитательной деятельности обучающихся
- Менеджмент социальной работы и управление организацией социального обслуживания
- Предшкольная подготовка в условиях преемственности дошкольного и начального общего образования
- Основы менеджмента в образовательной организации
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.