Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
05.12.2020

Асылыкүл. Ябай һәм ҡушма һандар

«Асылыкүл. ябай һәм ҡушма һандар» темаһына дәрес өлгөһө
Маҡсат: Башҡортостандың милли тәбиғи паркы - Асылыкүл тураһында мәғлүмәт биреү, текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм анализ яһарға өйрәтеү; ябай һәм ҡушма һандарҙы өйрәнеү,уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; һүҙ байлығын арттырыу; тыуған төбәккә, матурлыҡҡа һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрес төрө: дәрес-сәйәхәт

Содержимое разработки

Тема: Асылыкүл. Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат: Башҡортостандың милли тәбиғи паркы - Асылыкүл тураһында мәғлүмәт биреү, текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм анализ яһарға өйрәтеү; ябай һәм ҡушма һандарҙы өйрәнеү,уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; һүҙ байлығын арттырыу; тыуған төбәккә, матурлыҡҡа һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес төрө: дәрес-сәйәхәт

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты,

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: Асылыкүл тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы өйрәнеү.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәттее таба белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.

Шәхси һөҙөмтәләр:

Йыһазландырыу: һүҙлектәр, Асылыкүл һүрәттәре, компьютер, презентация материалдары, эш дәфтәре

Дәрес барышы

Уҡытыусы:

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

1

2

3

4

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

Әйҙәгеҙ, бөтә донъяны ла сәләмләйек әле.

Хәйерле иртә, ағастар!

Хәйерле иртә, ҡоштар!

Хәйерле иртә, тәбиғәт!

Афарин! Әгәр һеҙ һәр көндө бөтә донъяны сәләмләһәгеҙ, яратһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кеше булып үҫерһегеҙ.Был эштә мәктәптә алған белемдәрегеҙ ҙә ярҙам итер. Шуға күрә дәресте башларға рөхсәт итегеҙ, ултырығыҙ!

Мин һеҙҙе бөгөн сәйәхәткә алып сығырға теләйем. Нимә ул сәйәхәт?

Шулай итеп, бөгөн һеҙ, сәйәхәтселәр, йәки туристар, ә мин оло сәфәргә юл башлаусы,күрһәтеүсе,таныштырыусы, йәғни гид булам. Сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Ә нимә менән барайыҡ?

Мин алып барасаҡ урынға автобус, машина, поезд, йәйәү барырға мөмкин. Ә беҙ бөгөн автобус менән барайыҡ. Беҙҙең билеттар юҡ, әйҙәгеҙ, кассир апайҙан билеттар алайыҡ, һәм ҡайҙа барасағыбыҙҙы белербеҙ.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Сәйәхәт – путешествие

Сәйәхәтселәр – путешественнки

Гид

Үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Ребус сисеү.

Шулай итеп, бөгөн беҙ Асылыкүлгә юлланабыҙ. Ҡуҙғалыу ваҡытын дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

Сәфәребеҙ күңелле һәм уңышлы үтһен өсөн өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнәйек

Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға,

Ҙа-ҙа-ҙа – кем белә, ҡоштар ҡайҙа?

Һа-һа-һа – йылға бик тәрән булһа ла, Ҡа-ҡа-ҡа – йылғала йәшәй баҡа.

Ға-ға-ға – әйҙә киттек урманға,

Шә-шә-шә- урманда еләк бешә,

Ле-ле-ле – беҙгә унда күңелле!

Асылыкүл ниндәй районда урынлашҡан? Кем белә?

Беренсе туҡталыш. Китапхана.

Ә быны белер өсөн әйҙәгеҙ, китапханаға туҡталайыҡ, һәм ошо һорауға яуап эҙләйек.

Китаптарығыҙҙың 152-се битен асығыҙ, һәм текст менән танышығыҙ үҙ аллы.

Асылыкүл Башҡортостандың ниндәй районында урынлашҡан?

Дәүләкән ҡалаһынан нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан?

Был күлдең оҙонлоғо, киңлеге, тәрәнлеге күмпе икән, кем белә?

Асылыкүлдең һыуы ниндәй?

Шулай итеп, Асылыкүл – ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы ул.

Афарин, балалар! Был туҡталышта күп мәғлүмәт алдыҡ һәм артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек.

Икенсе туҡталышыбыҙ. Башҡортостан картаһы менән эшләү.

Башҡортостан ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй,Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.

Карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.

Беҙҙең йылға, күлдәрҙә төрлө балыҡтар йәшәй.

Өсөнсө туҡталыш “Күлдән балыҡ тотоу” (балыҡ артына мәҡәлдәр яҙылған. Мәҡәлдәрҙән һандарҙы табыу)

Бер атыуҙа ике ҡуян. Ике уйла, бер уйла. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә. Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын. Биш тинлек ҡуян – ун тинлек зыян.

Дүртенсе туҡталыш. “Артыҡ һүҙ”

1-се төркөм. Өфө, Стәрлетамаҡ, Янғантау, Ишембай

2-се төркөм. Ағиҙел, Ҡариҙел, Өршәк, Дәүләкән

3-сө төркөм. Аҡҡош, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙары, ҡуян.

4-се төркөм. Ирәндек, Ямантау, Торатау, Ағиҙел.

Бишенсе туҡталыш. Ребус сисеү.

6Н, К3, Һ2, Т10, 7М, 5ЕК, 100ӨК, 5МӘТ

Белемде нығытыу.

Бөгөнгө сәйәхәттә ниндәй һандар осраны?

Был һандарҙы ниндәй төркөмдәргә бүлергә була?

Шулай итеп, уҡыусылар Асылыкүл тураһында нимәләр белдек?

Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес бай. Шуға ла беҙҙең Башҡортостанда тәбиғи һәйкәлдәр ҙә бар. Башҡортостанда ике милли парк бар: “Башҡортостан” һәм “Асылыкүл”. “Башҡортостан” 1986 йылда,ә “Асылыкүл” - 1993 йылда. Шулай уҡ тәбиғи парк та бар. Ул – Ҡандракүл.

Шулай итеп, Асылыкүл – Башҡортостанда иң ҙур күлдәрҙең береһе. Ул башҡорт халҡының милли байлығы. Ошо байлыҡты ни эшләтергә кәрәк? Эйе, дөрөҫ һаҡларға кәрәк.

Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле. Матур шул беҙҙең еребеҙ!

Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын , бигерәк тә йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота…

Үҙеңде урманда, яланда, йылға, күл буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға? Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, күлдәрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була?

Ә хәҙер әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, яҙып ҡуяйыҡ. Туристарға кәңәштәр яҙайыҡ.

Походҡа барғанда

Йылға, күлдәрҙе

Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа,

Йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.

Ә кешегә тыуған ил кәрәк! (М. Пришвин)

Баһалау. Уҡыусылар, бик әүҙем ҡатнаштығыҙ, тырышып эшләнегеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә бишле билдәһе ҡуям. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Өйгә эш биреү. Асылыкүл тексын уҡып һөйләргә өйрәнергә.

Асылыкүл тураһында бик күп мәғлүмәттәр, легендалар бар, шуларҙы табып киләһе дәрескә алып килергә.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/431819-asylykl-jabaj-m-ushma-andar

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки