- «Формирование основ финансовой грамотности дошкольников в соответствии с ФГОС ДО»
- «Патриотическое воспитание в детском саду»
- «Федеральная образовательная программа начального общего образования»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Нормативно-правовое обеспечение работы социального педагога образовательного учреждения»
- «Организационные аспекты работы педагога-психолога ДОУ»
- «Ранний детский аутизм»
- «Специальная психология»
- «Психолого-педагогическое сопровождение процесса адаптации детей-мигрантов в образовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Педагогик эссе
Изге бурыс минең алда-
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Үҙ телемдә балаларға
Белем нуры өләшәм!
Уҡытыусы хаҡында уйҙар.
(Педагогик эссе)
Изге бурыс минең алда-
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Үҙ телемдә балаларға
Белем нуры өләшәм!
Ап-аҡ ҡарҙар яуа... Ап-аҡ ҡарлы юлдан ҡабаланып алға атлайым.
Бөтә уҡытыусы тигән һөнәр эйәләренеке кеүек минең дә һәр иртәм сәғәт шылтырауынан, һәр эш көнөм ҡыңғырау шылтырауынан башланып китә. Көндә үткән мәктәп юлында мин бөтә уйҙарымды барлап, бөгөнгө көнөмдөң һәр сәғәтен, һәр минутын тәртипкә килтереп өлгөрөргә тейешмен. Хәҙер инде ғәиләң, башҡа мәшәҡәттәрең онотола, һинең алда – һинең һөнәри бурысың, һинең синыфыңдың (инде үҙеңдекенә әйләнеп бөткән балаларыңдың) проблемалары. Быйыл инде ун һигеҙенсе йыл ҡулыма сумка тотоп, изге юлдан-мәктәп юлынан атлайым. Сумкамда туған телебеҙҙең мөғжизәле көсө хаҡында дәреслектәр һәм ошо сергә эйә булыусы уҡыусыларымдың ижад емештәре ята.Бөгөнгө уйҙарым- үтеп киткән Уҡытыусы йылы хаҡында. Уҡытыусы өсөн һәр йыл уныҡы, нимә генә эшләнһә лә, эшләнмәһә лә ул ябай,әммә ғорур булып ҡала. Уның өсөн дан-шөһрәттәр кәрәкмәй. Минең был һөнәрҙе һайлауым ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләүсе әсәйемдән киләлер.
Төрлө һөнәрҙәр бар, һәр береһе оло хөрмәткә лайыҡ. Йылдар үтә килә, аҙыраҡ абруйы кәмеһә лә, Уҡытыусы барыбер иң изге һөнәр булып ҡала килә, Гиппократ анты бирмәһә лә, ғүмере буйы үҙ эшенә тоғро ҡала.
Ә кем һуң ул – уҡытыусы...
Уҡытыусы - ул дәрес биреүсе. Университетта беҙҙе Ғ.Ғ.Сәйетбатталов “бер ваҡытта ла шәлегеҙгә төрөнөп, урынығыҙҙан тормай ғына, күнегеүҙәр эшләтеп кенә ултырмағыҙ,”- ти торғайны. Юҡ, мин һәр ваҡыт дәресемде ҡыҙыҡлыраҡ, сифатлыраҡ итеп үткәрергә тырышам. Ә бының өсөн яңылыҡҡа ынтылырға, белемеңде арттырырға кәрәк. Замана уҡыусыһына заман талаптарына яуап биргән дәрес кәрәк, шуға күрә яңы технологиялар ҡулланам. Бала бала инде, һәр ваҡыт уйынға тартыла, шуға ла күп дәрестәрҙе уйын формаһында үткәрәм. Уҡыусыларым: «Ә хәҙер, әйҙәгеҙ,уйнап алайыҡ!»-тигәнде көтөп кенә торалар. Уйын барышында бик ауыр һаналған темаларҙы ла еңел үҙләштерергә була, иң мөһиме-бөтә балалар ҙа теләп ҡатнаша.Мәҫәлән: рус синыфтарында һүҙҙәрҙе ятлатыуы бик ауыр,ә беҙ һүҙлек эше тикшергәндә, «Һуңғы герой» уйыны уйнайбыҙ-бөтә уҡыусылар ҙа баҫалар, мин русса әйткән һүҙҙәрҙең тәржемәһен әйтә баралар, кем ниндәйҙер һүҙҙе белмәй- уйындан сыға бара, насар уҡыған уҡыусыларҙың да,бигерәк тә малайҙарҙың герой булғылары килә, ә бының өсөн көн дә бер нисә һүҙҙе ятлауы бер ни тормай. Тик был уйындар етди уйындар икәнен дә аңлатам. Ә әҙәбиәт дәресе, педагог Е.Н.Ильин әйткәнсә,”ысын мәғәнәһендә кеше күңеленә йүнәлтелгән берҙән-бер дәрес”. Шуға күрә лә әҙәбиәт дәрестәрен ҙур эмоциональ йөкмәтке, юғары рухи күтәренкелек, илһамлы йәнлелек менән үткәрергә тырышам. Уҡыусылар әҙәби әҫәр – тормошто образлы сағылдырыу икәнен, быны яҙыусы үҙенең ижади фантазияһы аша тормошҡа ашырғанын аңларға тейеш.Һуңғы ваҡытта әҙәби китап уҡытыуға ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырыу өҫтөндә ныҡ эшләү талап ителә.
Тимәк, уҡытыусы - эҙләнеүсе, артист, киң эрудициялы психолог.
Уҡытыусы – ул тәрбиәсе. Тик яҡшы тәрбиәсе үҙ миҫалында тәрбиәләргә тейеш. Тимәк, мин өлгөлө шәхес булырға тейешмен. Кейемем дә, ҡылығым да, характерым да, һөйләшеүем дә уҡыусыларымды һоҡландырырға тейеш. Шул саҡта ғына балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулап була.Үҙемдең етешһеҙлектәрем, хаталарым аша ла тәрбиәләйем. Үҙем ҡыйыуһыҙыраҡ булғанға, тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн, сос, үткер, хатта бер аҙ нахалыраҡ булырға ла өйрәтәм.
Тимәк, уҡытыусы - өлгөлө шәхес.
Уҡытыусы – үҙе лә шәхес үҫтереүсе. Минең өсөн һәр бала – шәхес. Ауыл мәктәбендә талантыңды үҫтереү өсөн шарттар юҡ кимәлендә. Һәр баланың талантын күреп,уға йүнәлеш биреүсе лә - Уҡытыусы.Ҡасандыр Ирәндек бейеү ансамбле түңәрәгенә йөрөүем ярҙам итә - уҡыусыларыма бейеүҙәр өйрәтәм. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратыуым арҡаһында стенгазеталар сығарғанда, төрлө конкурстарҙа уҡыусыларыма яҡшы ярҙамсымын. Спортты яратам – синыфым менән саңғыла ла, велосипедта ла йөрөйөм, футбол, волейбол да уйнайым. Шахмат уйнай белмәй инем, мине өйрәтә торғас, малайҙар үҙҙәре лә оҫтарып китте.
Тимәк, уҡытыусы – талант эйәһе.
Уҡытыусы- аҡ ҡарҙай бала күңеленә тормош китабын яҙыусы. Аяҡ аҫтындағы аҡ ҡарға ҡарағас, уйҙарым тормоштоң ысынбарлығына ҡайтты. Ысынлап та , ап-аҡмы икән ул бала күңеле. Юл ситендәге бысраҡ ҡарҙай , ҡайһы бер балаларҙың күңеле бысранып, йөрәге яраланып өлгөргән, ҡатҡан ҡарҙай күңелдәре ҡатҡандары бар. Былары – тере етемдәр, беҙҙең мәктәпкә йөрөп уҡыусы социаль приют балалары. Шуларҙы күреп йәнем әсей. Ошо балаларға күңел йылыһын биреүсе, уларҙы ҡанатландырыусы ла – Уҡытыусы. Уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыусы ла, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеүсе лә, артыҡ гуманлы хөкүмәт ҡурсалауында әҙергә-бәҙер генә йәшәргә ярамағанын әйтеүсе лә - Уҡытыусы. Ул үҙ балаларынан алда уҡыусыларын уйлай, уларҙың киләсәген ҡайғырта.
Башҡорт теле уҡытыусыһы – ул үҙ халҡы, үҙ республикаһы өсөн яуаплы кеше лә. Тел яҙмышы, ил яҙмышы тип эшләргә, йәшәргә тейеш ул. Был һүҙҙәр ни тиклем генә баналь һүҙҙәр булһа ла, беҙҙең һәр эшебеҙ быны иҫбатлай ала. Телгә һөйөү тәрбиәләүе бөгөнгө көндә бик үк еңелдән түгел. Бында инде һин балаларҙы яратыусы ғына уҡытыусы була алмайһың, ә үҙ еребеҙҙә үҙ телебеҙҙе өйрәнеүҙең кәрәклеген иҫбат итә алыусы талапсан уҡытыусы ла булырға тейешһең.
Уҡытыусы тағы ла актив йәмәғәтсе, артист, сөгөлдөрсө, юл таҙартыусы, бесән сабыусы, япраҡ бәйләүсе, төнгө дружинник та, ҡарауылсы ла. Тик ул байлыҡ ҡыуыусы, намыҫын һатыусы, нахаҡ һүҙҙәр һөйләүсе түгел.
Уйҙар, уйҙар...Ябалаҡлап яуған ҡарҙар төҫлө...Уҡытыусы ул, моғайын, ошо донъяны аҡҡа төрөүсе ҡарҙар кеүектер, донъяны нурға сорнаусы ҡояштыр, изге орлоҡ һибеп, уңыш үҫтереүсе ерҙер.
Мәктәптә мине төрлө милләт балалары саф башҡортса “Һаумыһығыҙ! “- тип ҡаршы ала. Көн һайын ошо һүҙҙәр менән башлана һәр эш көнөм. Шат йөҙҙәр, һиңә өмөт менән ҡараған күҙҙәр-ошо үҙе бәхет түгелме ни уҡытыусы өсөн.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/471839-pedagogik-jesse


БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Всероссийский физкультурно-спортивный комплекс «Готов к труду и обороне» (ГТО): организационно-методические особенности подготовки обучающихся к выполнению нормативов»
- «Содержание профессиональной деятельности методиста: организация методической работы в дополнительном образовании детей»
- «Профессиональная деятельность методиста образовательной организации: содержание и методы работы по ФГОС»
- «Проектирование учебного процесса в соответствии с ФГОС НОО»
- «Преподавание географии и экологии по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Особенности разработки и реализации АООП с учетом образовательных потребностей обучающихся с РАС в соответствии с ФГОС»
- Теория и методика преподавания истории и обществознания
- Управленческая деятельность в дошкольной образовательной организации
- Организация досуговых мероприятий и развитие социального партнёрства в дополнительном образовании детей
- Преподавание технологии в образовательных организациях
- Теория и методика преподавания русского языка и литературы в образовательных организациях
- Теория и методика обучения и воспитания
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.