Оҫталыҡ дәресемдең темаһы Ноғман Мусиндың "Һуңғы солоҡ" ("Последняя борть") романында заман проблемалары.
Тел уҡытыусыһы - ул халҡыбыҙҙың киләсәген әҙерләүсе, һабаҡ биреүсе кеше. Борондан ктлгән хазинаның бөртөгөн дә түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереү, тәрбиәле, белемле Ысын кеше тәрбиәләү.
И.Г. Песталоцийҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп китәйек: "Һәр кем үҙе эшләп ҡарағанда ғына нимәлер өйрәнә". Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тикшереү эштәре алып барыу, уҡыусыларҙың ижади эшләү һәләтен, ихтыяр көсөн үҫтереү, һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, эҙләнеү теләге булдырыу, ҙур маҡсаттар ҡуйып, тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ менән шуға ынтылыуҙарын үҫтереүгә киң мөмкинселектәр бар.
Н. Мусиндың "Һуңғы солоҡ" романы буйынса дәрестә фәнни-тикшереү эшенең бер төрө - ПРОЕКТ. Проект формаһы буйынса - ИНТЕРВЬЮ. Интервью нигеҙендә - СТЕНД төҙөргә була, ә кластерҙар һәм стенд буйынса - ДОКЛАД.
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.