Проект эшмәкәрлеге. Проектың төрҙәре. Уҡыусыларҙың һаны буйынса проект төрҙәренең бүленеше. Ваҡыты йәки дауамлылығы буйынса проект төрҙәре. Йөкмәткеһе буйынса проект төрҙәре. Уҡыу проекты. Социаль проект. Социаль проекттарҙы баһалау. Театр проекты. Проект эшенең һөҙөмтәләре. Баһалау критерийҙары. Уҡытыусының роле. Формалашыусы УУЭ. Проект эшенең паспорты.

Проект эше "Тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең ҡулда!"

Башҡортостаныбыҙ иҫ китмәле матур һәм бай республика ул. Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел, ә тәбиғәтенең, үҫемлектәрҙең, ҡош-йәнлектәрҙең байлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең наҙы, йылға-күлдәрҙең күплеге, һыуҙарының муллығы һәм башҡа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоҡланғыс ул.

Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сылтырауы, һыҙылып таң атыуы, сихри биҙәктәр яһар болоттар йөҙөүе – бөтәһе лә минең өсөн, һинең өсөн, беҙҙең өсөн, Кеше өсөн!

Тәбиғәт – йәшел йортобоҙ. Ул яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Битараф булмайыҡ. Тирә-яҡ мөхитте бысратмайыҡ, ҡәҙерләйек. Тәбиғәтебеҙҙе киләһе быуындарға саф, матур итеп тапшырыу – беҙҙең бурыс.