- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Формирование основ финансовой грамотности дошкольников в соответствии с ФГОС ДО»
- «Патриотическое воспитание в детском саду»
- «Федеральная образовательная программа начального общего образования»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Сценарий мероприятия «Встреча с ветераном ВОВ» ( на башкирском языке)
Бөйөк Еңеүгә-70 йыл
“ Еңеү яҙы килә тыуған илгә”
Әҙерләне:РозалияРафаэль ҡыҙы Заһитова
Аургазы районы,Толбазы башҡорт
гимназияһы тәрбиәсеһе
Толбазы-2015
Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;
һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү;
балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек
тойғолары тәрбиәләү;
Йыһазландырыу:«Бөйөк Еңеүгә-70 йыл», «1941-1945»тигән
яҙыуҙар,Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап
сығарылған гәзиттәр,стендтар ҡуйыла,
сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә.
Кисә барышы
1-cе алып барыусы.Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ветерандар,атайҙар, олатайҙар,
ағайҙар- фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар...
2-се алып барыусы.Һаумыһығыҙ, апайҙар,әсәйҙәр- өләсәйҙәр бөгөнгө көндөң
бәхетле йәштәре,уҡыусылар !
1-cе алып барыусы .Һеҙҙең барығыҙҙы ла тантаналы байрам –Бөйөк Еңеүҙең
70йыллығы менән ҡотлайбыҙ!
2-се алып барыусы.Илебеҙ күгенең 70-се йыл аяҙ булыуы менән беҙ һеҙгә
бурыслы.Оҙон ғүмер ,тыныс көндәр насип булһын
барығыҙға ла!
1-cе алып барыусы.
Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған !
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.
Тыуған ил хаҡына ,тыуған ер хаҡына
Ауылдаштар башын һалдылар.
Беҙҙең ғүмер өсөн улар
Мәңгегә сит илдә ҡалдылар!
2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Бөгөн беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа тағы
ла бер тапҡыр һоҡланыр өсөн ,һеҙгә дан һәм мәҙхиә
йырлар өсөн ,һеҙҙең түҙемлегегеҙ ,сабырлығығыҙ
алдында баш эйәбеҙ.
1-cе алып барыусы.Бөгөн яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә
дошманды тар-мар итеп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан
хөрмәтле ветерандарға ,тылда ас-яланғас килеш ҡар
һыуҙарын йырған ,ел-бурандар аҫтында барлыҡ
сәләмәтлектәрен ,ғүмерҙәрен биргән ҡатын-ҡыҙҙар һәм
шул осор үҫмерҙәре алдында хөрмәт менән баш
эйәбеҙ.Бөгөнгө сығышыбыҙ һеҙгә бағышлана ,ҡәҙерле
яҡташтар!
2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Был еңеү ҙур ҡорбандар аша
яуланды һәм бына 70 йыл инде илебеҙ халҡы тыныс
тормошта йәшәй.4йыл дауам иткән һуғышта халҡыбыҙ
күрһәткән батырлыҡтар һәм кисергән ҙур ғазаптар70йыл
буйына ла ,100йылдан һуң да оноторлоҡ
түгел.Ҡаһармандар даны мәңгелек!Халыҡ күңелендә лә
улар мәңге һаҡланыр!
1-се бала. Еңеү Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бөгөн илемде
Йөрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар доңъяның баҫып киңлеген.
(Ф.Бикбаев)
2-себала. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә ,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
(М.Кәрим)
1-се бала.1941йылдың22июне ...Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы
алып килде.
Йәшен булып осто был хәбәр :
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл,ҡала ...түгелә ҡан.
Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын,шахта ,тау-ерен...
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
(Х.Кәрим)
(Фонограмма.Һуғыш башланыуы хәбәр ителә.)
(“Изге һуғыш” (В.Лебедев-Кумач һүҙҙәре,А.В. Александров көйө) йыры яңғырай.)
1-cе алып барыусы. Һуғыш!!! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге
уңалмаҫ ер яраһы,күңел яраһы,ватылған-емерелгән
яҙмыш,өҙөлгән ғүмер,яралы мөхәббәт,йәтимлек...
2-се алып барыусы. Һуғыш!!!Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән
йөрәктәр ҡыҫыла,меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше
күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк
өҙгөс ауазы телеп үткәндәй...
(“Һалдаттар “йыры яңғырай (Р.Әхмәтйәнов
һүҙҙәре,Ф.Әхмәҙиев көйө))
1-cе алып барыусы. Ҡыҙыл Армия һалдаттары1418 көн һәм төн бығаса
тарихта тиңе булмаған батырлыҡтар күрһәтте.Яуызлығы
һәм яһиллығы бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаған аяуһыҙ
дошманды тар-мар иткәндә бик күптәрҙең исеме
легендаға әүерелде,улар бөгөн дә киләсәк быуын өсөн
һоҡланғыс өлгө булып йәшәүҙәрен дауам итәләр.
2-се алып барыусы.
Беҙ ҡайтырбыҙ ,тиеп киткән юлдан
Китһәләр ҙә ,улар ҡайтманы.
Улар өсөн бары елдәр генә
Асып-ябып йөрөй ҡапҡаны.
1-cе алып барыусы. “Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ әле”,-тип китһәләр ҙә
күпме яҡташтарыбыҙ сит тупраҡта ятып ҡалдылар.Ә
күпме әсәләр- улһыҙ, балалар – атайһыҙ,ҡыҙҙар-һөйгән
йәрһеҙ,ҡатындар-ирһеҙ ҡалдылар.
2-се алып барыусы.Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған
батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Улар беҙҙең
менән,беҙҙең арала.
1-се бала. Илдә иҫән ҡалған батыр улың,
Йәшәй халҡы менән ул бергә.
Тыныс тормош өсөн тырыша ул,
Йырлап иген игә ул ерҙә.
1-cе алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар,ветерандар!
Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ,сабыйҙарыбыҙҙың тыныс
йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән
яҡташтарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ!
(Бер минут тынлыҡ.)
Барыһы ла аяғүрә баҫа.Бер минутлыҡ тынлыҡ,тик сәғәт
һуғыуы ғына ишетелә.
2-се алып барыусы.Рәхмәт.“Йылдар аша баш эйәбеҙ”йыры
яңғырай.(Ф.Чанышева һүңҙҙәре ,С.Садыҡова көйө.)
1-се бала Һуғыш бөтөп,илгә еңеү килде,
Күп атайҙар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
2-се бала. Ҡайтыр тигән өмөт менән ҡалды
Яҡындары,тыуған яҡтары.
Ә беҙгә тик иҫтәлеккә ҡалды.
Өсмөйөшлө атай хаттары.
1-cе алып барыусы.
Хаттар...Хаттар...Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы
улар,төрлө хәбәр-хәтер килтереүсе лә.Ә бит хат образы
ҡанлы һуғыш йылдары менән ныҡ бәйле.Сөнки
фронттағылары менән тылдағыларҙың хәлдәрен бер-
береһенә еткереүсе – шул уҡ өскөл хаттар.Әлеге көнгә
тиклем һаҡланған һалдат хаттарының һәр береһендә
фашизмға,Гитлергә ҡаршы нәфрәт тойғоһо сағыла.
(Һуғыш яланынан яҙылған хат.Хат уҡыу)
2-се алып барыусы.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта саҡырылған һуғыш һәм хеҙмәт
ветерандары ла ошо Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең тос
өлөштәрен индергән.Бөгөнгө кисәлә беҙҙә ҡунаҡта
Мусағитов Шәриф Һаҙый улы һәм Зайнағутдино Рәшид
Сирәжетдин улы саҡырылды.
1-cе алып барыусы.Хөрмәтле, ҡәҙерле ветерандар!!!Хәҙер һалдат иҫтәлеге
биттәрен асайыҡ.Үҫеп килгән йәш быуынға хәтерегеҙҙә
ҡалған бер нисә ваҡиға тураһында һөйләп үтһәгеҙ.
(Ҡәҙерле ветерандар һүҙ һеҙгә бирелә)
2-се алып барыусы.Рәхмәт.Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ,Бөйөк Ватан һуғышы һәм
хеҙмәт Ветерандары!!!Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын
йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ,ныҡлы һаулыҡ,үҙегеҙгә һәм
ғаилә ағзаларығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Еңеүҙең70-се
яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып
килһен.Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға
йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!
1-cе алып барыусы.Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм
тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!Һеҙҙең өсөн
хөрмәтле ҡунаҡтар,йыр яңғырай “Еңеү көнө”.
Музыка аҫтында композицияла ҡатнашыусы уҡыусылар
ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.
Байрам тантанаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/120009-scenarij-meroprijatija-vstrecha-s-veteranom-v
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Особенности реабилитации и абилитации детей и подростков с ОВЗ»
- «Профессиональная деятельность воспитателя детского лагеря»
- «Профессиональный стандарт педагога (учителя основной и средней школы)»
- «Механизмы реализации внеурочной деятельности по ФГОС НОО»
- «Подготовка к ЕГЭ по информатике в условиях реализации ФГОС: содержание экзамена и технологии работы с обучающимися»
- «Развитие естественно-научной грамотности обучающихся на уроках химии»
- Педагогика и методика преподавания химии
- Социальная работа. Обеспечение реализации социальных услуг и мер социальной поддержки населения
- Организация учебно-воспитательной работы с обучающимися в группе продленного дня
- Тьюторское сопровождение в образовательной организации
- Организационно-методическое сопровождение педагогов. Наставническая деятельность в образовательной организации
- Теория и методика обучения астрономии в образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.