Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
11.09.2015

Сценарий праздника «8 марта»

Ибракова Зульфия Шайхетдиновна
воспитатель интерната
Сценарий праздника «8 марта» для детского сада или начальной школы. Включает стихи, песни, танцевальные номера и конкурсы для детей, посвященные мамам и бабушкам. Готовый план мероприятия с ролями, репликами и описанием действий. Подробные инструкции по подготовке: идеи для украшения зала, простые костюмы и поделки для подарков. Материал поможет организовать яркий, трогательный и веселый утренник, который создаст теплую праздничную атмосферу и порадует всех участников.

Содержимое разработки

Тема: Әсәйҙәр байрамы

Маҡсат: уҡыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын, изге, ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү; укыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт, яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

Илнар.-Һаумыһығыҙ. Дилбәр-Һаумы, Илнар. Илнар . -Һеҙҙең ваҡытығыҙ бармы, миңә кәңәш бирә алмаҫһығыҙмы икән? Дилбәр - Илнар, мин шул ҡәҙәр ашығам, “БСТ ” каналында тапшырыу алып бараһым бар, һуңға ҡалам.Әйҙә башҡа ваҡытта иркенләп һөйләшербеҙ йәме. Илнар . -Юк, башҡа ваҡытта инде һуң була. Дилбәр –Йә, ярай, тыңлайым һине Илнар, ләкин тиҙ һәм ҡыҫҡа итеп аңлатырға тырыш йәме. Илнар . - “ Әсәйҙәр байрамы” етте бит, Дилбәр, әсәйемде нисегерәк ҡотлаһам яҡшы булыр ине икән? Дилбәр. - Илнар, һин бик тә ваҡытлы йөрөйһөң.Мин хәҙер әсәйҙәргә бағышланған тапшырыу алып барырға барам, әйҙә минең менән бар ҙа, әсәйеңде телевизор аша ҡотларһың. Илнар . -Ә-ә, был бик шәп булыр ине. (Көй яңғырай)

Дилбәр. - Хәйерле кис, хөрмәтле телевизор ҡараусылар. “БСТ” каналында туранан-тура эфирҙағы “Йөрәктән йөрәккә” тигән тапшырыуыбыҙҙы башлайбыҙ. Беҙ бөгөн уны ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң бөйөк, иң илаһи заттар булған әсәйҙәргә бағышлайбыҙ һәм уны “Рәхмәт һиңә, әсәйем!” тип атайбыҙ. (бала илаған тауыш ишетелә). Донъяға кеше тигән оло зат тыуҙы. Бына уның беренсе ауаздары яңғыраны. Сабый үҙен донъяға китергән әсәһенең күкрәгенә һыйынды. Әсә сабыйына иң татлы, иркә һүҙҙәр әйтеп, йәшәү көсөнә эйә булған күкрәк һөтөн бирҙе, аҡ биләүгә һалып бишек йырын йырланы. (бишек йыры көйө ишетелә) Әле һин бер бала ғына. Һин үҙеңдең донъяла йәшәүеңде лә белмәйһең. Әсә күкрәгенән килгән һөт ниндәй паҡ! Әй бала! Әсәңә, ергә булған мөхәббәтең дә шишмә һыуылай саф булһын ине.

Д:- Хөрмәтле телевизор ҡараусылар, быйылғы йыл илебеҙҙә әҙәбиәт йылын билдәләп үтәбеҙ, шул айҡанлы бөгөн беҙ студиябыҙға районыбыҙҙың күренекле шағиры, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашевты ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Рәхим итегеҙ!

-Һаумыһығыҙ Вәрис ағай. Нисек килеп еттегеҙ?

-Шулай уҡ Вәрис ағайға һорауҙары булған кешеләр беҙгә тапшырыу ваҡытында шалтырата алалар.

-Яҙҙың беренсе байрамы – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы алдынан саҡырыуыбыҙҙың сәбәбе - һеҙҙең менән осрашып, әсәйҙәребеҙҙе байрам менән ҡотлап, һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы, йырҙарығыҙҙы бергәләп тыңлау, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап биреү, күңелле итеп байрам итеү.

-Вәрис ағай, үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

-Ә Хәҙер Вәрис ағай Аҡбашев һүҙҙәренә Урал Рашитов яҙған йырҙы тыңлап китәйек - “Күңел айы”. Башҡаралар Дилмөхәмәтова Илүзә һәм Усманов Илнар.

- Әсәй,әни,әнкәй...Ниндәй ҙур көскә, ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Вәрис ағай һеҙҙең әсәйегеҙ тураһында белгебеҙ килә?

-Беҙгә шылтыратыу бар.Тыңлап китәйек.

-Әсәйҙәребеҙ тураһында шиғырҙарығыҙ бармы?

-Беҙҙең ҡыҙҙырыбыҙ ҙа һеҙҙең шиғырҙарҙы ятланы, рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар, Әсфәндиәрова Лилиә һәм Басырова Лиана. (шиғыр)

Икмәк йәнле әсәйем

Алып ҡайтты тыуған йортҡа

Йәнем – күңел елкәнем.

Мистән сыҡҡан икмәк әйтте

Әсәй өйҙә икәнен.

Ул ашҡынам, тәҙрә сиртәм,

Әй, һағындым, әсәйем,

-Кем йөрөй ул, таңға ҡарап?

-Әсәй, ас – тим, был бит мин.

Собханалла, балам ҡайтҡан

Йылдың изге айында

Ризыҡ булғас, өлгөргәнһең

Тәүге сәхәр ашына.

Уйға баттым мискә ҡарап,

Йәшлегем усағыма.

Һәм эренем икмәк йәнле

Әсәйем ҡосағында.

Д: - Ғаиләне тотоусы ла, тарҡатыусы ла ҡатын-ҡыҙ, ти халыҡ. Әйе, ғаиләлә күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ғүмер-ғүмергә ҡатын-ҡыҙға мәдхиә йырлана. Вәрис ағай, ә һеҙҙең ижадығыҙҙа был тема нисек йырлана? Һеҙҙеңсә ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?

Д- Ә хәҙер 9 класс ҡыҙҙары Ибраһимова Гөлнара һәм Мөхәмәтова Миләүшә башҡарыуында бейеү.

Д-Тамашасыларыбыҙҙың һорауҙары бар, тыңлап китәйек. Рәхим итегеҙ! (залдан һорауҙар 2-3)

Д-Вәрис ағай, быйылғы әҙәбиәт йылына ҡарашығыҙ ниндәй? Уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

-Ғәлиуллина Элина башҡарыуында шиғыр тыңлап үтәйек.

Әсәйемә

Әсәй, Ҡояш, Ерем йыуаталар,

Әгәр булһа ҡайғы-хәсрәтем

Ҡояш бирә нурын, Ер – хөрмәтен,

Әсәй тынын, тормош ләззәтен.

Әсәйемде сағыштырып һорайым

Осоп барған изге ҡоштарҙан.

Ҡояш, тиҙәр, уның яҡтылығы.

Түҙемлеге ергә оҡшаған.

Иртә таңда нурҙар араһында

Әсәйемдең күрәм күҙҙәрен

Һәм ишетәм көн дә теләп ҡалған

Йәнгә һеңгән изге һүҙҙәрен.

Рәхмәт, Әсәй, тыуҙырғаның өсөн,

Аяҙ көндәр булһын йәнеңдә.

Бисмилла тип һин шатланып уян

Ғүмереңдең һәр бер таңында.

Д-Баланың иң яҡын кәңәшсеһе,хәленә кереүсе,ҡайғы-шатлығын үҙ йөрәге аша үткәреүсе кеше-Әсә. Беҙҙең халыҡта шудай мәҡәл бар: “Ус төбөндә бешереп ашатһаң да, әсәйең ҡаршында изге бурысыңды үтәй алмайһың”. Әйе, әсәйҙәр үҙҙәре лә бала хаҡына барыһын да эшләргә әҙер шул. Ә бит улар элек-электән бала өсөн утҡа-һыуға кергәндәр, һуңғы телемдәрен сабыйҙарына ҡаптырғандар.

- Бөгөн студиябыҙға ҡунаҡҡа 4 класс уҡыусылары ла килде. Улар башҡарыуында йыр - “Әсәйгә ярҙам итәм”.

Д: -Һуңғы ваҡыттарҙа тормошобоҙҙа “изгелек”, “шәфҡәтлелек”, “олоно ололау” төшөнсәләре онотолоп бара түгелме? Күкрәк һөтөн имеҙеп, беҙгә ғүмер бүләк иткән иң оло зат булған Әсәне тәрбиәләмәү, рәнйетеү ваҡиғалары менән әленән-әле осрашып торабыҙ. Бик-бик ҡыҙғаныс хәл. Ошондай хәлдәргә һеҙҙең ҡарашығыҙ, Вәрис ағай?

Д- Сабыйҙарыбыҙға тигеҙ ғаиләлә, сәләмәт булып үҫергә, ә ата- әсәләргә, ғүмер буйы балалары йәнәшәһендә йәшәргә яҙһын. Һәр ата-әсәнең изге теләге ҡабул булһын! Бер-беребеҙгә яғымлы булайыҡ, матур һүҙҙәр генә әйтеп йәшәйек. -Ә хәҙер Биканасова Нәркәс башҡарыуында йыр тыңлап үтәйек. Вәрис Аҡбашев һүҙҙәренә Урал Рәшитов музыкаһы - “Ҡурсағым”.

Ҡурсағым

1.Кистәр етте, уйнап туйҙым. Йоҡла инде минең ҡурсағым, Ҡурыҡма бәләкәсем был Минең йылы ҡосағым

Йоҡла инде, ҡурсағым,

Йоҡла инде, ҡурсағым,

Арығанһың,уйланма,

Йоҡла инде, ҡурсағым,

Тыныс йоҡо, ҡурсағым,

Төштәр күреп уянма.

2.Әйе беләм һинең кеүек

Мин дә уйнап туйманым,

Тик йоҡларға ваҡыт еткән

Йом күҙеңде, ҡурсағым.

3.Һин йоҡлағас, себешкәйем

Әсәй мине йоҡлатыр,

Таң атҡас та һайрап, йырлап

Һандуғастар уяныр.

Д: -Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ. Һеҙҙе байрамығыҙ менән тағын бер тапҡыр ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, тапшырыуыбыҙ аша теләктәребеҙҙең иң изгеләрен юллайбыҙ. Бөгөнгө беҙҙең Вәрис ағай Аҡбашев менән осрашыуыбыҙ, уның шиғырҙарын тыңлау, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы бергәләп йырлау әсәйҙәребеҙгә, ҡыҙҙарыбыҙға оло бер бүләк булғандыр. -Ә инде Вәрис ағай, һеҙгә, беҙгә килгәнегеҙ өсөн, матур әңгәмә ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ ҡыуаныстар теләйбеҙ. Әсәйҙәребеҙҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Һау булығыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

-Тапшырыуыбыҙҙы Ғәлимов Илнар башҡарыуында Вәрис ағай Аҡбашев шиғырына ижад ителгән йыр менән тамамлайбыҙ, рәхим ит, Илнар.- “Һау булығыҙ, аҡ ҡыйындар”

Тапшырыуыбыҙға СМС һорауҙар ҙа килә уҡып китәйек :

-Балалар тураһында шиғырҙар йыш яҙыламы?

-Ниндәй проблемалар борсой?

-Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәрегеҙ бармы?

-Әҙәбиәт йылында ижадта үҙгәреш булырмы?

-Алдағы тормошта һеҙҙең пландарығыҙ?

-Ғаиләгеҙ тураһында белгебеҙ килә?

-Һеҙҙең яратҡан яҙыусығыҙ кем?

-Китаптарығыҙҙы ҡайҙан алып була? Улар һатыуҙа бармы?

-Һеҙҙеңсә бәхет нимә ул?

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/146154-scenarij-prazdnika-8-marta

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки