- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Рабочая программа и КТП по башкирскому родному языку 8 класс
1.Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге программа нигеҙендә алып барыла:
1)Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа.(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Ижевск:КнигоГрад,2008.
Беҙҙең мәктәптә уҡытыу ошо программаға нигеҙләнеп ойошторолдо. Беренсе программа менән башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар шөғөлләнә.
2.Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.
Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.
Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.
1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында » законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:
Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме- барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:
башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;
башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;
башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә
белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.
Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.
Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:
Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы.
Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙеңI-XI синыфтары өсөн туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән программа»һына нигеҙләнеп төҙөлә.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Үрҙә әйтелгән типтағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәнгеләрҙән тора:
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт
урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренкле шәхестәре, тыуған илдең тәбәғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:
-информацион технологиялар;
-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;
-проблемалы уҡытыу;
-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;
- уйын алымдары;
- тестар эшләү;
- төркөмләп эшләү һ.б.
Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын контролләү формалары:
- тестар;
- ижади эштәр(тематик яҡтан,жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б;
- докладтар.
3 Уҡыу планында предметтың урыны.
Уҡыу планында мәктәптә туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға 8-се кластарҙа 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт: 1 сәғәт туған телгә,1 сәғәт әҙәбиәткә бүленә).
4 Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеше.
Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Программа телде өс йүнәлештә
-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу
-телдең системаһын өйрәнеү
-бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен 5-9 кластарҙа өйрәнеүҙең шәхсиһөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А.Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә).Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы: һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы:
тыңлап аңлауҙа:
уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; уҡыуҙа:
өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
яҙыу техникаһына эйә булыу;
үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).
башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция.
географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б.Танып белеү сфераһы:
айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
тематик кимәлдә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
үҙ-үҙеңде баһалай белеү;
В.Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г.Эстетик сферала:
башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д.Хеҙмәт сфераһында:
уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
5.Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Уҡытыу рус телендә баған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүҙе өс баҫҡысҡа бүлергә мөмкин:
1-4 –се кластарҙа башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:
- аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;
- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;
- фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;
- уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
- уҡыусылар үҙләштерергә тейеш булған һүҙҙәр теҙмәһе.
2. Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9 кластарға тура килә. Уның маҡсаты- башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды.Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик,тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡланды.
3.Башҡорт телен уҡытыуҙың өсөнсө баҫҡысы10-11-се кластарҙы үҙ эсенә ала. Уҡыусыларға туған тел, уның йәмғиәттәге әҙәбиәте, тел һәм милләт, милли мәҙәниәт,тел һәм телмәр, телмәр төрҙәре тураһындағы төшөнсәләр бирелә. Туған әҙәбиәт курсында башҡорт әҙәбиәте тарихын, иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеһ, системалы белем биреү күҙ уңында тотола.
Был эш программаһы уҡытыу планына ярашлы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһына(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Тикеев.Д.С.,ТоломбаевХ.А.,Вилданов (.Х.,Хөснөтдинова Ф. (Дәүләтшина М.С.,Хажин В.И.-Ижевск:КнигоГрад,2008.)нигеҙләнеп төҙөлдө.
9 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:“Башҡорт халыҡ ижады”, “Башҡорт халыө эпосы йәки ҡобайырҙа”, “Боронғо әҙәби ҡомартҡылар”, “Ҡол ғәли “Ҡиссаи Йософ”, “Йырауҙар”, “Сәсәндәр ижады”, “Шәжәрәләр”, “Салауат Юлаев”, “М. Аҡмулла”, “М. Өмөтбаев”, “Сафуан Яҡшығолов”, “Фәтхелҡадир Сөләймәнов”, “М.Ғафури”, “Ш.Бабич”.
Грамматика буйынса блок-темалар:Ҡушмаһөйләмдәрҙең төрҙәре.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре
Эш төрҙәре | Күсереп яҙыу | Һорауҙарға яуаптар | Диктант | Изложение | Инша |
Һаны | - | - | 6 | 1 | 3 |
Яҙма эштәрҙең күләме
Эш төрҙәре | Кластар |
8 | |
Һүҙлек диктанты | 20-22 |
Диктант | 80-90 |
Изложение | 70-80 |
Инша | 75-85 |
Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
5 | 70-85 | 230-250 | 95-110 |
6 | 90-100 | 250-280 | 120-150 |
7 | 100-120 | 300-320 | 160-180 |
8 | 130-150 | 320-350 | 180-200 |
9 | 160-200 | 350-400 | 250-300 |
7 Уҡытыусы һәм уҡыусы өсөн төп әҙәбиәт.
Дәреслектәр
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Хажин. В.И., Вильданов А.Х. - Өфө:Китап,2008.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Хажин. В.И., Вильданов А.Х. - Өфө:Китап,2008.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башөҡрт балалары өсөн дәреслек.Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Кағарманов Ғ.Ғ.,Хөснөтдинова Ф.(. - Өфө:Китап,2009.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.(. -Өфө:Китап,2007.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.(. -Өфө:Китап,2006.
1.Уҡытыусы өсөн өҫтәмә әҙәбиәт.
Абубакирова З.Ф. Башкирский язык в таблицах, схемах и определениях. Изд.3-е, исп. И доп. –Уфа, 2009.-228с.
Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап. 2003.-112 бит.
М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова Күңелле минуттар.Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар/ 2-се баҫма.-Өфө:Китап.2010-52 бит.
Исламғолова Ы.Ә., Толомбаев Х.А. Башҡорт теленән дидактик материал. Уҡытыусыға ҡулланма.-Өфө: «Китап», 1996.- һүрәттәре менән 192 бит.
Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы; Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2009.- 168 бит.
Сәләм, Башҡортостан! Hello?Bashkortostan! Привет, Башкортостан! Башкирско-англо-русский разговорник. / Зайнуллина Л.М. – Уфа: Китап, 2000.-544 с.
Хәлилов А,М,, Гәрәева Р.М., Арифуллина Н,М. башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тестар.(5-9 кластар өсөн ). БМУИ нәшриәте Өфө.2007. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап,2008.
Электрон дәреслектәр. Башҡорт теле.ру.
Электрон һүҙлектәр.
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө-2008.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, “Йәшлек” гәзите, “Ашҡаҙар” гәзите, “Шоңҡар” журналы, “Ватандаш” журналы
2. Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә әҙәбиәт:
Матбуғат баҫмалары: “Йәншишмә” гәзите,“Аманат” журналы,“Аҡбуҙат” журналы.
Электрон ресурстар: Презентациялар. Уҡыу пособияһының электрон версияһы .“Русса-башҡортсаһәм башҡортса-русса һүҙлеге”нең электрон версияһы.
Видеояҙмалар:М. Акмулла.Ә. Вәлиди Туған. А. Мөбәрәковтың ижади портреты.Зәйтүнә Бикбулатованың ижади портреты. Оран. Комбриг Мортазин.Генерал Кусимов. Шайморатов генерал.Тамырҙар. Ф.Ғәскәров. Башҡорттар.Үткән дәүер геройҙары: башҡорттар. Кыпсаҡтар.Ислам.Алтын Урҙа.Арҡайым ҡаласығы. Ер аҫты лабиринттары.Урал-опорный край державы.Халыҡ шағиры М. Ғафури. Ташлама утты, Прометей! Урал-батыр. Мине Матросов тип йөрөт.Һәҙиә. Төнгө ут. Урал.Абдулла Солтанов.Танец скозь тьму ( Р. Нуреев тураһында).
Аудиояҙмалар : Кассеталар.Фонохристоматиялар (10 кассета) 5-9 кластар өсөн.
Календарь-тематик план. Туған тел һәм әҙәбиәт. 8 класс.
№ | Дәрес темаһы | Сәғ. һаны | Дата | Иҫкәрмә | |
План-ған | Үтк-гән | ||||
“Мәктәп – белем шишмәһе”. (7 сәғәт) | |||||
1 | Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | |||
2 | С.Әлибай. “Мәктәп юлы” шиғырында мәктәп юлы менән тормош юлы бәйләнешенең һүрәтләнеше. | 1 | |||
3 | 7-се класта үтелгәндәр буйынса диктант. Һай, донъяһы! | 1 | |||
4 | Н.Мусин. “Һабаҡ” хикәйәһендә балаларҙың йәйге ялындағы эштәренең һүрәтләнеше. | 1 | |||
5 | Хаталар өҫтөндә эш. Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. | 1 | |||
6 | Р.Тимершин. “Уйлап табыусы” хикәйәһендә Хәйҙәрҙең кәмселеген фашлау. | 1 | |||
7 | Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре. | 1 | |||
“Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы”. (2 сәғәт) | |||||
8 | “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙарының идес-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарын асыу. | 1 | |||
9 | “Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау” темаһы буйынса диктант. Яугир менән ат. | 1 | |||
“Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле”. (4 сәғәт) | |||||
10 | Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйәнең, хәбәрҙең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы. | 1 | |||
11 | З.Биишева. “Көҙгө ямғыр” шиғыры. Х.Назар. “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын” шиғырҙарында көҙгө ямғыр һәм моңһоу тәбиғәттең ҙүрәтләнеше. | 1 | |||
12 | “Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле” темаһы буйынса инша. Урманда көҙ. | 1 | |||
13 | Р.Ханнанов. “Икмәк ҡәҙере” әҫәрендә игенсе хеҙмәтенең һүрәтләнеше. Р.Өмөтбаев. “Әмир баҫыуы” хикәйәһендә тыл һәм фронттың берҙәмлеген асыҡлау. | 1 | |||
“Башҡортостан – алтын бишек”. (5 сәғәт) | |||||
14 | Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Уларҙың баш киҫәктәрҙе асыҡлап, уға эйәреп килеүе, һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары. | 1 | |||
15 | А.Игебаевтың “Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле – Башҡортостан”, И.Кинйәбула-товтың “Дуҫлыҡ төйәге” шиғыр-ҙарында Башҡортостан, Тыуған ер образдары. | 1 | |||
16 | Аныҡлаусылар, уларҙың биреле-ше, һөйләмдә урыны. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлектәр. | 1 | |||
17 | Н.Нәжми “Өфө йүкәләре” йырының тексын үҙләштереү. | 1 | |||
18 | Тултырыусылар. Тура һәм ситлә-телгән тултырыусылар. Билдәле һәм билдәһеҙ тултырыусылар. | 1 | |||
“Салауат батыр – ир ине”. (4 сәғәт) | |||||
19 | “Салауат батыр” ҡобайыры. Ф.Күзбәков. “Яу ораны бит һин, Салауат”, Ф,Рәхимғолова. “Са-лауат”, Т.Дәүләтбирҙина. “Сала-уат рухы” шиғырҙарында Сала-уат образы. | 1 | |||
20 | Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле. Улраҙың телмәрҙәге роле. | 1 | |||
21 | Я.Хамматов. “Салауат” романы-нан өҙөктә Салауат образында йыр-моңға, тәбиғәткә ғашиҡ, көслө, батыр үҫмерҙең һүрәтләнеше. | 1 | |||
22 | “Салауат батыр – ир ине” темаһы буйынса диктант. Башҡорт ҡурайы, башҡорт йыры . | 1 | |||
“Ҡыш”. (8 сәғәт) | |||||
23 | Ш.Бабич. “Ҡышҡы юлда”, Ф.Рә-химғолова. “Ҡыш” шиғырҙарын-да ҡышҡы тәбиғәттең һүрәтләнеше. | 1 | |||
24 | Хаталар өҫтөндә эш. Маҡсат хә-ле. Сәбәп хәле. Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәле. Уларҙың мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары. | 1 | |||
25 | Б.Рафиҡов. “Бүреләр” әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Образдарға ҡылыҡһырлама биреү. | 1 | |||
26 | Изложение. Салауат һәйкәле. | 1 | |||
27 | И.Теләүембәтов. “Маралаым таңы” әҫәрендә кейектәрҙең һүрәтләнеше. Кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәте. | 1 | |||
28 | Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телен-дәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙен-сәлектәре. | 1 | |||
29 | А.Йәғәфәрова. “Кескәй шишмә” хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү. | 1 | |||
30 | “Хәлдәр” грамматик темаһы буйынса контроль диктант. Бәхетле ҡартлыҡ. | 1 | |||
“Данлы йылдар, шанлы йылдар”. (7 сәғәт) | |||||
31 | М.Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы-нан өҙөктөң идея-тематик йөк-мәткеһе. Үлмәҫбай, Теребай образдарын Василий Теркин образы менән сағыштырыу. | 1 | |||
32 | Хаталар өҫтөндә эш. Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксис анализ яһау күнекмәләре. | 1 | |||
33 | М.Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы. Үлмәҫбай, Теребай образдарын А.Твардовскийҙың Василий Теркин образы менән сағыштырыу. | 1 | |||
34 | Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың үҙ-ара теркәүесле һәм теркәүесһеҙ бәйләнеүе. | 1 | |||
35 | Н.Ғәлиев. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. | 1 | |||
36 | Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. | 1 | |||
37 | Р.Өмөтбаев. “Генерал Кусимов” әҫәрендә башҡорт атлыларының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. | 1 | |||
“Әсәйем – күңел ҡояшым”. (5 сәғәт) | |||||
38 | Ике составлы һөйләмдәр. | 1 | |||
39 | Ш.Бикҡол.” Әсәйемдең кәңәш-тәре” шиғырының төп идеяһын билдәләү. | 1 | |||
40 | Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. | 1 | |||
41 | Т.Ғиниәтуллин. “Әсә һәм бала” әҫәрендә әсә һәм бала образдары. | 1 | |||
42 | “Әсәйем – күңел ҡояшым” темаһы буйынса инша. Минең һөйөклө әсәйем. | 1 | |||
Әҙәп барҙа – иман бар”. (4 сәғәт) | |||||
43 | Х.Назар. “”Өс һүҙ” шиғырының төп идеяһын асыу. М.Ямалетди-нов. “Иман” хикәйәһенең идея-тематикаһын асыҡлау. | 1 | |||
44 | Хаталар өҫтөндә эш. Айырымла-ныу тураһында төшөнсә. Баш-ҡорт телендә аныҡлаусыларҙың айырымланыуы. | 1 | |||
45 | З.Ғәлимов. “Ялан сәскәләре” әҫәрендә атай һәм ул мөнәсә-бәте. Атай үрнәге, уның менән ғорурланыу, матур ғаилә мөнә-сәбәттәрен күрһәтеү. | 1 | |||
46 | Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫ-мөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер һөйләм киҫәгенең интона-ция менән айырым әйтелеүе, уның һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте. | 1 | |||
“Шаулап, гөрләп яҙ килә”. (7 сәғәт) | |||||
47 | Р.Ғарипов. “Яҙғы йыр” шиғырын-да тәбиғәттең йәнләнеүенең һү-рәтләнеше. | 1 | |||
48 | Өҫтәлмәлектәрҙең айырымла-ныуы. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. Хәлдәрҙең айырымланыуы. | 1 | |||
49 | Р.Сафин. “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғырында һуғыштан һуңғы ауыр осорҙоң һүрәтләнеүе. | 1 | |||
50 | Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация менән уҡыу. | 1 | |||
51 | “Айырымланыу” темаһы буйынса диктант. Телдән төшмәҫ. | 1 | |||
52 | З.Ураҡсин. “Алмағас”, “Сәскә ғүмере” хикәйәләрендә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте. | 1 | |||
53 | Хаталар өҫтөндә эш. Протокол төҙөргә өйрәтеү. | 1 | |||
“Ай, Уралым, Уралым!” (10 сәғәт) | |||||
54 | Ҡ.Аралбай. “Ер тураһында ете һүҙ” шиғырында, Б.Бикбай. “Ер” поэмаһынан өҙөктә ерҙе һаҡлау, ер өсөн көрәш проблемалары. | 1 | |||
55 | Һөйләм киҫәктәре менән бәйлә-неше булмаған һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы. | 1 | |||
56 | Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында” ҡобайырында Уралдың сал тари-хының һүрәтләнеше, ер, азат-лыҡ, көрәш темаларының сағылышы. | 1 | |||
57 | Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен бел-дереүе. Инеш һүҙҙәрҙең, инеш һүҙбәйләнештәрҙең өтөр менән айырымланыуы. Инеш һөйләмдәр. | 1 | |||
58 | Н.Мусин. “Һуңғы солоҡ” романы-нан өҙөктөң төп идеяһын, проблемаһын асыҡлау. | 1 | |||
59 | Һөйләмдәгеэйе, юҡ, ярай, яра-май һүҙһөйләмдәрҙең, инеш һүҙ-ҙәр кеүек үк, раҫлауыҙы, инҡар итеүҙе белдереүе. Уларҙың һөйләмдәге урыны, тыныш билдәләре менән айырылыуы. | 1 | |||
60 | К.Шафиҡова. “Уйна, ҡурай!” әҫәрендә башҡорттоң күңел асыу сафлығы, рухи байлығын сағылдырыусы ҡурай образы. | 1 | |||
61 | Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында төшөнсә. Тура тел-мәрҙең һәм автор һүҙҙәренең һөйләмдә урынлашыу тәртибе. Бындай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. | 1 | |||
62 | “Ай, Уралым, Уралым!” темаһы буйынса инша. Минең Уралым. | 1 | |||
63 | Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм ки-ҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү. | 1 | |||
“Йәй”. (5 сәғәт) | |||||
64 | Ф.Рәхимғолова. “Бал ҡорто һәм күбәләк” шиғырының төп идея-һын асыҡлау. Башҡорт балы тураһында әңгәмә. | 1 | |||
65 | Бөтә үтелгәндәр буйынса контроль диктант. Күңелле ине ул саҡтар. | 1 | |||
66 | Ш.Яныбаев. Тегәнәк” әҫәре. Ке-ше тормошонда үҫемлектәрҙең әһәмиәте. Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ үҫемлектәр тураһында әңгәмә. | 1 | |||
67 | Хаталар өҫтөндә эш. Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | |||
68 | Р.Солтангәрәев. “Һуңғы һунар” әҫәрендә кешенең тоғро дуҫы – эт тураһында. Ә.Хәмәтдинова. “Йәшел аптека” әҫәрендә дарыу үләндәренең әһәмиәте тураһында. | 1 | |||
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/146669-rabochaja-programma-i-ktp-po-bashkirskomu-rod
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Особенности разработки и реализации рабочих программ внеурочной деятельности в соответствии с ФГОС»
- «Библиотечно-педагогическая деятельность: теоретические основы и методы работы»
- «Психологическое сопровождение семей, воспитывающих детей с ОВЗ и детей-инвалидов»
- «Обеспечение информационной безопасности обучающихся в сети Интернет»
- «Управление организацией дополнительного образования детей: специфика деятельности руководителя организации ДОД»
- «Музейная педагогика: содержание и технологии работы с обучающимися в соответствии с ФГОС»
- Логопедия. Коррекционно-педагогическая работа по преодолению речевых нарушений у обучающихся младшего школьного возраста
- Организация учебно-воспитательной работы с обучающимися в группе продленного дня
- Основы тифлопедагогики в работе педагога с обучающимися с нарушениями зрения
- Теория и методика преподавания основ безопасности жизнедеятельности
- Музыка: теория и методика преподавания в образовательных организациях
- Педагогика и методика преподавания информатики

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.