Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
07.09.2017

Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компонент ҡулланыу

Бакиева Лиана Искандаровна
учитель башкирского языка и литературы
Статья на башкирском языке «Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компонент ҡулланыу»

Содержимое разработки

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ ОКТЯБРЬ РАЙОНЫ 93-СӨ ҺАНЛЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЯҺЫ

Тема:

Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу.

(проект эше)

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

Мусина Фәриҙә Миңлеғәле ҡыҙы

Өфө - 2012

Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу.

Бөгөн күптәр тормошон интернет­һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Интернет XXI быуаттың виртуаль донъяһы. Виртуаль селтәр киң аралашыу өсөн, мәғлүмәт алыу өсөн дә файҙалы. Шуға ла Интернетты үрмәксе ауы менән сағыштыралар. Күҙгә күренер-күренмәҫ ептәрен үрә лә үрә.
Интернетҡа барып инәһең дә, йәнең теләгән өлкәнән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табаһың: кәрәкле әҙәбиәт, реферат, курс эштәре, иншалар, һүҙлектәр…Күпме файҙалы мәғлүмәтте компьютерҙан алырға була. Заманалар үҙгәрә, замана үҙгәргән һайын тормошҡа ҡараш та, талаптар ҙа үҙгәрә.Бындай үҙгәрештәр мәктәпте лә урап үтмәй. Уҡыу системаһына яңы стандарттар инә. Яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырғанда ИКТ ҙур урын алып тора. Һуңғы йылдарҙа кеше менән компьютер бәйләнеше үҫә, төрлө информациялар биреү программалары компьютерға һалына. Бөгөн һеҙгә “
Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу” тигән теманы тәҡдим итәбеҙ.

Компетент йүнәлеше түбәндәге ғалимдар эштәрендә сағылды: А.В. Хуторский, Л.Ф. Иванова, А.Г. Каспржак, И.А. Зимняя, Дж. Равен, В. Вестер, Р.Барнет һ.б.

Проблеманың актуаллеге: башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белем сифатын күтәреү, һау-сәләмәт бала тәрбиәләү.

Өйрәнеү объектты: Өфө ҡалаһы Октябрь районы 93-сө һанлы гимназияның башланғыс кластарында башҡорт теле дәрестәре.

Маҡсат:уҡытыу процессында компетент йүнәлеште тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, яңы алымдар, ысулдар, технологиялар ҡулланыу.

Тикшереү предметы: уҡыусыларҙың уҡыу прцессында күп яҡлы компетент йүнәлеште үҙләштереү.

Гипотеза (ғилми фараз):

белем сифатын күтәреү;

уҡыусының һаулығын нығытыу һәм һаҡлау;

үҙаллылыҡ, үҙ-үҙеңә анализ биреү, үҙ-үҙеңде баһалау кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.

Ә нимә аңлата һуң был һүҙҙәр: “комптентлыҡ”, “компетенция”, “компетент йүнәлеш”? “Компетентлы кеше ниндәй булырға тейеш?”Хәҙерге көндә был һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. “Компетентлы кеше” тип, үҙ эшен белгән, нигеҙле фекер йөрөткән кешегә әйтәләр. Ә “компетенция”-кемгәлер яҡшы таныш булған эш йәки фән өлкәһе. Дәрестә ”компетент йүнәлеш”ҡулланыу, тимәк уҡыу прцессында алған белемдәреңде практикала дөрөҫ, нигеҙле ҡулланыу белеү тигән һүҙ.

Ә хәҙер компетент йүнәлешенең практикала ҡулланылышын ҡарап үтәйек. Ул 5 төп технологияға нигеҙләнә:

- модуль;

- уйын;

- проеклаштырыу;

-мультимедиа;

- интерактив.

Йәғни , беҙ баланы уйланырға, эҙләнергә, анализларға өйрәтергә, алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәтергә тейешбеҙ. Проект ярҙамыда күп мәғлүмәтте схема, таблица, фото-рәсемдәр формаһында бирергә була. Интернет ярҙамында был эштәрҙе эшләү ауырлыҡ тыуҙырмай. Әйткәндә, Интернет башҡа уҡытыусылар менән аралашырға булышлыҡ итә, ул үҙ йәһәтенән уҡытыусының үҙе өҫтөндә эшләүен булышлыҡ итә.Уҡытыусы үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнә ала. "Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”,- тигән билдәле педагог Л.В.Занков. Үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы ла эҙләнергә, уйланырға, үҙҙәре башҡарған эштәрҙе анализларға өйрәтергә тейешбеҙ. ”Белем тик шул саҡта белем булыр, әгәр ул ятлау юлы менән түгел, ә фекерләү нигеҙендә алынһа”,- тип яҙған Л.Н. Толстой.

Һәр дәрестә сәләмәтлек технологияһы тураһында онторға ярамай. Мәҫәлән, икенсе класта “Хайуандар” һәм “Тән өлөштәре” тигән теманы үткәндә логоритмик күнегеүҙәр ҡулланыу уңайлы. (слайд)

Күнегеүҙәр балаларҙың телмәрен үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта.

Дәрестә компьютер технологияһын ҡулланыу эмоцияға ла йоғонто яһай, мәғлүмәтте тулыраҡ һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Балаларҙың күрмә хәтерен нығытыуҙа ла был иң уңышлы сараларҙың береһе һанала. Мәҫәлән, “Ҡоштар” һәм “Йәшелсәләр” темаһын үткәндә ошо ысулды ҡулланырға була.(слайд).Ә ял минуттарында һүрәттрҙә ҡулланылған төрлө анимациялар дәрестә йылы атмосфера тыуҙыра. (слайд – йомаҡтар) .

Дәрестә мультимедиа һәм интерактив технологияһын ҡулланыу, минеңсә, баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай: уҡыусыларҙың компьютер менән эшләү күнекмәләре нығына, ул белем алыуҙа үҙаллылыҡҡа өйрәнә, күп яҡлы информацияға эйә була, телде өйрәнеүгә ынтылышы үҫә. Интерактив таҡтала бирелгән текстағы йәки һөйләмдәге хаталарҙы төҙәтеү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе, тәржемә итеү мөмкинселеге бар. Бының өсөн ябайҙан ҡатмарлыға күсәгилешлек принцибын ҡулланырға мөмкин. Бындай дәрестәргә уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй, һәр бер дәресте көтөп ала. Мәҫәлән, был күренеште дүртенсе класта “Ғаилә” темаһын үткәндә ҡарап үтәйек.(слайд) Ҡабатлау дәресе бара. Бер –нисә уҡыусы үҙ аллы ике вариантҡа бүленгән эш башҡара, шул уҡ ваҡытта таҡтала ширма артында тағы ике уҡыусы ошо уҡ эште башҡара, тағы дүртәүһенә индивидуаль эш бирелә. Уҡытыусы, балалар эштәрҙе эшләгән арала, парта буйлап йөрөй, өй эштәрен тикшерә. Был бик уңайлы, сөнки педагог өс йүнәлештә эшләй һәм ваҡытты дөрөҫ, рациональ ҡуллана:

балаларҙың фронталь эшмәкәре;

балаларң үҙ аллы эшмәкәре;

уҡытыусының үҙ эшмәкәре.(слайд)

“3” билдәһен алыусыларҙың һаны –“5%”, “4” – “35%” булһа, “5” - “60%” тәшҡил итә. Ә «2» билдәһе бөтөнләй ҡуйылмай. Дәрестә индивидуал һәм төркөмдәргә бүленеп эшләргә лә була.

Бөгөн дәрестәрҙә электрон дәреслектәр ҙә ҡулланыу уңайлы. Улар З.А.Сиражетдинов, Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина тарафынан нәшер ителгән. Дәреслектәр уҡыусыларҙың телдәрен шымартыу, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу өсөн ярҙам итә.

Башҡорт телен уҡытыуҙа компьютер технологияларын ҡулланыу ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә, белем сифатын күтәрергә ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙҙа телгә ҡарата һөйөү уята. Телдең һүҙлек байлығын, нескә мәғәнә биҙәктәрен, фекер тәрәнлеген асып бирә. Сөнки сағыу күргәҙмә материалдар, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр уҡыусылар күңеленә ятышлы.
Үҙемдең фекеремде йомғаҡлап Бөйөк Гетеның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәһе килә. Уның йѳкмәткеһе бына шундай: буласаҡ уҡытыусы донъяға килгәндә уның баш осонда ѳс фәрештә пәйҙә була. Беренсеһе әйтә:

—Күңелең һинең мәңге йәш булыр, сѳнки һине һәр ваҡыт балалар уратып алыр…

Икенсеһе:

—Күңелең гел матур булыр, сѳнки һин балаларҙы яҡшылыҡҡа ѳйрәтәсәкһең,—ти.

Һин бәхетле буласаҡһың, сѳнки хеҙмәтеңдең емештәрен татыясаҡһың, уҡыусыларың һинән юғарыраҡ бейеклеккә күтәреләсәк, ә шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ,—ти ѳсѳнсѳ фәрештә.

Минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурысы: һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Ә иң ҙур шатлыҡ, әлбиттә, уҡыусыларымдың һөҙөмтәләре, уларҙың шатлыҡтары, эҙләнеүгә ынтылыуҙары. Мин-уҡытыусы.Уҡытыусы булыуым менән мин  бәхетле!

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Аҙнағолов Р.Ғ. “Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы”. Өфө, 2011йыл.

2. Башҡорт теленән программа (уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11 синыфтары өсөн) Толомбаев Х.А.. Өфө, 2003 йыл.

3. Вәлиев Г.Д. “Текст өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар”( 5-6 кластар өсөн, Өфө, 2011 йыл.

4. Загвоздкин В.К. Проблема ключевых компетентностей в зарубежных исследованиях // вопросы образования. 2009.№4

5. Зимняя И.А. Ключевые компетентности как результативно – целевая основа компетентностного подхода в образовании. М.,2004

6. Исаева Т.Е. педагогическая культура преподавания как условие и показатель качества образовательного процесса в высшей школе. Ростов-н/Д, 2003

7. Ермаков Д.С. Формирование экологической компетентности учащихся. М.,2008

8. Компетентностный подход к формированию содержания образования / Д.С. Ермаков, Е.О. Иванова и др. М., 2007

9. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова «Күңелле минуттар ».- Өфө: Китап, 2010.

10. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.Е. «Мин башҡортса уҡыйым».- Өфө: Китап, 2007.

11.Журнал “Башҡортостан уҡытыусыһы”.

  

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/267188-bashort-tele-drestrend-kp-jaly-komponen

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки