- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
- «Риторические аспекты профессиональной коммуникативной деятельности современного педагога»
- «Игровые пособия для работы с детьми дошкольного возраста (палочки Кюизенера, блоки Дьенеша, круги Луллия, ментальные карты Бьюзена)»
- «Обучение английскому языку детей дошкольного возраста»
- «ИКТ-компетентность современного педагога»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Башҡорт халыҡ уйындары
- Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)
- Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?
- Үҙем баҫтырам!
- (Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)
- Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?
- Баҫтырыш.
- Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!
- Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)
- Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)
- Йәшенмәк уйнайыҡ!
- Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!
- Бөтәһе бергә:
- -Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
- (бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:
Аҡ тирәк, күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!
Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)
Малайҙар һорай: Аҡ тирәк...
Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.
Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк...
Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)
- Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!
- Әйҙәгеҙ, “Назаны”!
- Әйҙә! (бергә)
- Кем башлай?
- Мин!
( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)
- Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)
- Ул Айнурҙы (ярата.)2
( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)
Уйнап арығас;
- Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!
- Әйҙәгеҙ!
- Мин һанашмаҡ әйтәм!
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?( биш)
- Мин башлайым!
- Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
- Йәшел ҡайын аҫтына.
- Һиҙҙермәйсә һалып китәм
- Бер иптәшем артына.
(Ризатҡа һала)
-Ризатҡа ни наказ? (Низам)
- Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)
-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!
Ризат яулыҡты Низамға һала.
-Ни наказ? (бөтәһе бергә)
-Йырлаһын! (Альбина)
(Низам йырлай)
Низам яулыҡты Самираға һалып китә.
-Самираға ни наказ? (Вика)
-Бейеһен! (Айнур)
Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.
- Айнурға ни наказ? (Марсель)
- Гармунда уйнаһын! (Низам)
- Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)
- Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!
- Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)
- Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)
- (Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)
(уйын бөткәс, өләсәй сыға)
- Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!
- Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!
- Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.
- Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?
-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)
Сығып китәләр.
Башҡорт халыҡ уйындары
Инеш
Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн үҫтерә (арттыра) һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Элек уйын ваҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланылһа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.
Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт деталдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.
Ә бына «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнаусы малайҙар билгә тиклем сисенеп, йәғни күлмәктәрен һалып уйнау барСәпәмә туп» уйынында ла һауанан осоп килгән тупты тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған «дошманға» бәреп, уны «үлтереү», уйынсынан ҙур тәжрибә, көсөргәнешле күнегеү талап итә. Күреүебеҙсә, халыҡ уйындары — халыҡ көнкүрешенең кескәй бер сағылышы, тимәк, халыҡ үҙе ижад иткән төрлө уйындар ярҙамында йәш быуынды тормош көтөргә, матур ғүмер итергә әҙерләй.
Фәнни-ғәмәли эҙләнеү эшенең актуаллеге
Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдолар. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан- арта бара. Ата- әсәләр ҙә әллә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, әллә урам буйында йөрөүгә ҡарағанда өйҙә ултырыуҙы һәйбәтерәк күреп, балаларының уйындарына бик иғтибар бирмәйҙәр. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек- электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат- балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатма эше алып барыу. Һәм, әлбиттә, уларҙы компьютерҙан айырып урам буйына алып сығыу.
Башҡорт халыҡ уйындары
Башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.
Халыҡ уйындарын бер нисә төркөмгә бүлергә була. Мәҫәлән, йыр менән башҡарылған уйындар- етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ һәм башҡа физик тәрбиә биреү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә. Был төр уйындарына “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” кеүек уйындарҙы индерергә була.
Туп менән башҡарылған уйындар физик яҡтан үҫешергә ҙур ярҙам итә, күбеһе йүгереүгә ҡоролған. Улар етеҙлек, йылдамлыҡ, һиҙгерлек тәрбиәләйҙәр. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” һәм башҡа уйындарын туп менән уйнайҙар.
Киләһе төркөм- таяҡтар ярҙамында уйналған хәрәкәтле уйындар. Һәр ваҡыт таяҡтар менән эш итергә тура килгәнлектән, уларҙы саф һауала ойошторалар. Уйында ҡатнашыусылар йүгерәләр, һикерәләр. Мәҫәлән, “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән уйындары”.
Коллектив рәүештә башҡарылған төрлө хәрәкәтле уйындар бик күп һәм үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Уйындарҙың күбеһе хәрәкәткә, йүгереүгә, һиҙгерлекте арттырыуға, етеҙлеккә өйрәтә, балаларҙа берҙәмлек, намыҫлылыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.
Был төркөмгә ошо уйындар инә: “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” кеүек уйындар.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары
“Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.
Ололарҙың һөйләүе буйынса, борон, балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ, мәргәнлек һәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.
Халыҡ уйындарының шундай һәйбәт яғы бар: улар ваҡыт һынауынан ҡурҡмайҙар, оҙаҡ йылдар һуҙымына бер аҙ үҙгәреш кисерһәләр ҙә, һаман да киләсәк быуынға хеҙмәт итеүен дауам итәләр. Шуныһы ла ҡыуаныслы — уйындар тел барьерына ла дусар түгелдәр. Әйтәйек, башҡорт малайҙарының уйындарын рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡа милләт халҡы ул балалары ла кинәнеп уйнайҙар.
Балалар уйыны (сценарий)
Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)
Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?
Үҙем баҫтырам!
(Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)
Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?
Баҫтырыш.
Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!
Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)
Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)
Йәшенмәк уйнайыҡ!
Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!
Бөтәһе бергә:
-Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
(бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:
Аҡ тирәк, күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!
Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)
Малайҙар һорай: Аҡ тирәк...
Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.
Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк...
Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)
Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Назаны”!
Әйҙә! (бергә)
Кем башлай?
Мин!
( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)
Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)
Ул Айнурҙы (ярата.)2
( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)
Уйнап арығас;
Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!
Әйҙәгеҙ!
Мин һанашмаҡ әйтәм!
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?( биш)
Мин башлайым!
Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын аҫтына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
(Ризатҡа һала)
-Ризатҡа ни наказ? (Низам)
- Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)
-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!
Ризат яулыҡты Низамға һала.
-Ни наказ? (бөтәһе бергә)
-Йырлаһын! (Альбина)
(Низам йырлай)
Низам яулыҡты Самираға һалып китә.
-Самираға ни наказ? (Вика)
-Бейеһен! (Айнур)
Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.
Айнурға ни наказ? (Марсель)
Гармунда уйнаһын! (Низам)
Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)
Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!
Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)
Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)
(Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)
(уйын бөткәс, өләсәй сыға)
Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!
Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!
Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.
Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?
-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)
Сығып китәләр.
Әҙәбиәт:
Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир: конец XIX — первая половина XX в. — Уфа: Гилем, 2000.- 133 с.
Башҡорт халыҡ уйындары — Өфө: Ғилем, 2006. — 72 б.
Галяутдинов И. Г. Башкирские народные детские игры (на башк. и рус. яз.). Кн. первая. 2-е изд., с изм. Уфа: Китап, 2002.
Игры взрослых у башкир //Интеграция археологических и этнографических исследований. — Омск, 1995, — Ч. 2. — С.54-58
Игрушки башкирских детей. //Вторые Валидовские чтения. — Уфа, 1994 г. — С. 74.
Игра и её роль в воспитании мальчиков в башкирском обществе //Ватандаш. — 2000. — № 5. — С.142-146.
Игры как историко-этнографический источник. //Евразийство: историко-культурное наследие и перспективы развития. — Уфа, 2000.-С. 114.
Игры и развлечения башкир. //В степях Евразии. — Стерлитамак, 2000. — С.136-144.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/291314-bashort-haly-ujyndary
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Преподавание математики по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Заместитель директора по УВР: организация и содержание профессиональной деятельности»
- «Соблюдение требований ФОП ДО и ФАОП ДО для обучающихся с ОВЗ: организация учебно-воспитательной работы с детьми дошкольного возраста по ФГОС ДО»
- «Учитель физики и астрономии: современные методы и технологии преподавания по ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Психологическая реабилитация и абилитация инвалидов и детей-инвалидов»
- «Современные подходы к преподаванию физики в условиях реализации ФГОС ООО»
- Учитель-методист в образовательной организации. Содержание методического сопровождения реализации общеобразовательных программ
- Педагогика и методика преподавания биологии
- Организация инклюзивного образовательного процесса для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья
- Учитель-наставник. Организационно-методическое сопровождение профессиональной деятельности педагогов
- Преподавание предмета «Основы безопасности и защиты Родины» в общеобразовательных организациях»
- Педагогическое образование: тьюторское сопровождение обучающихся

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.