Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
12.03.2018

Сценарий, посвященный к Дню Защитников родины «Наши папы защитники Родины»

Абдуллина
учитель начальных классов
Сценарий праздника, посвященный к Дню Защитников родины, для 1-4 классов на башкирском языке.

Содержимое разработки

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе

«Атай – ғаилә тотҡаһы»

(Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә сценарийы)

Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

2018

Алға, Рәсәй”(О. Газманов) музыкаһы аҫтында балалар бейеп сығалар һәм бер рәткә теҙелеп торалар.

А.б. Ғаиләнең терәге – ир-ат, атай кеше. Беҙҙең башҡорт халҡында борондан атай кеше – ғаилә башлығы итеп, уға ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар, был бөгөнгө көндә лә шулай ҡала бирә. Ни әйтһәңдә ғаиләнең бөтөнлөгө, барлығы атай елкәһендә. Атайҙар ил терәге, ғаилә таянысы ла. Беҙҙең атайҙарыбыҙ, ҡартатайҙарыбыҙ, беҙ тыныс йәшәһендәр, матур уйнаһындар, тамаҡтарыбыҙ туҡ булһын, илебеҙ имен булһын өсөн Ватаныбыҙҙы һаҡлағандар. Беҙ был ҡәҙерле кешелеребеҙҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрик итәбеҙ! Һеҙгә, хөрмәтлеләребеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, балаларыбыҙға үрнәк булыуығыҙҙы, ғүмерҙәрегеҙ оҙон булып, тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәргә насип итһен!

Уҡыусыларҙың сығышы:

1. Бер байрам бар февралдә,

Ҡәҙерле ул һәркемгә.

Уны иң ҙур байрам тип

Мөмкин хатта әйтергә.

2. Ул тыныслык байрамы,

Уны һәр кеше белә.

Ватанды һаҡлаусылар

Байрамы тип йөртөлә.

3. Ул һалдаттар байрамы,

Беҙ ҡотлайбыҙ уларҙы

Атайҙарҙы, ағайҙарҙы,

Ҡартайҙарҙы һәм малайҙарҙы.

Йыр “Егеттәр”

4. Батыр hөнәр бар ерҙә –

Ерҙе , илде һаҡлаусы.

Һине, мине – hәркемде

Дошмандарҙан яҡлаусы.

 Генералмы, майормы,

Капитанмы йә сержант –

Барһының да исеме

Донья бер ул – һалдат.

5.Ватанды һаҡлаусылар

Аямайҙар үҙҙҙәрен:

Беләкле, йөрәклеләр,

Ихтиярлы hәм түҙемле.

6. Сабый бала йоҡлай бишектә

Уяна ул тауыш ишетһә.

Татлы булһын өсөн йоҡоһо,

Матур булһын өсөн тормошо,

Һаҡта тора һиҙгер егеттәр.

7. Бөтәһе лә ыласын кеүектәр.

Бөркөт кеүек уяу тора.

Илебеҙҙең һәр яғында

Тора һалдат көн дә, төн дә

Ғорур баҫып ил һағында.

Йыр “Егет ерҙән атлай”

8. Мин дә ҙур булып үҫкәс,

Хеҙмәткә ваҡыт еткәс,

Булырмын ысын һалдат,

Илемдең күген һаҡлап.

Һалдат булыу изге бурыс

Уны мин дә беләмен.

Сыныға торайым тиеп

Ағас атта еләмен.

Йыр “Ҡыҙыл юрға”

9.Бөгөн беҙҙең мәктәптә

Шундай рәхәт, күңелле.

Сөнки ҡунаҡ булып беҙгә

Атайҙарыбыҙ килде.

10. Минең әле бер ҡат та

Ҡолаҡты бормаһа ла,

Һабантуйҙарҙа ла әле

Еңгәне булмаһа ла,

Ул иң-иң көслө кеше!

Баһадир төҫлө кеше.

А.Б. Иң зирәктәр, шаяндар,

Аҡыллылар, һәйбәттәр.

Бына шундай атайҙар.

Бергә: Бына шундай беҙҙең атайҙар.

 А.Б. Иң аҡыллы, иң уңғандар

Бар эшкә лә булғандар

Бына шундай атайҙар.

Бергә: Бына шундай беҙҙең атайҙар.

 А.Б.Атайҙарилдең терәге

Ғаиләнең йөрәге.

Ауырлыҡтарға бирешмәй

Атайҙарҙыңбеләге.

Бына шундай атайҙар.

Бергә: Бына шундай беҙҙең атайҙар.

11.Атайҙарыбыҙбик ғәҙел,

Йомарт, шаян һәм көслө,

Беҙҙең өсөн ул зур терәк,

Атайбеҙгә бик кәрәк!

Атайбеҙҙең ғорурлыҡ,

Теләйбеҙ уға һаулыҡ,

Яҙһын инде ғүмергә

«Атай» тиеп йәшәргә!

12.Әсәйҙәр менән бергә

Озон-оҙак йәшәгеҙ.

Шатлыҡ килһен өйөбөҙгә

Ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ.

Бәхетебеҙ тулы булһын

Һеҙ беҙгә шундай кәрәк.

Моряктар бейеүе

13. Әсәйҙәрҙе иң ҡәҙерле тибеҙ,

Атайҙарһыҙ йәшәп буламы?!

Таба алмам алыштырыр кеше-

Әйләнһәм дә бөтөн донъяны.

«Балам» тиеп бер өндәшеүе лә бит

Йылы һала йәнгә, күңелгә.

Ҡайғыртыуың өсөн рәхмәт, атай,

Шулай булһын ине ғүмергә!

14. Һәр тыуар таң Ерҙә тыныс булһын,

Имен булһын ине донъялар.

Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын.

Балҡып торһон күктә йондоҙҙар.

15. Шаулай урман, гөрләй болон,

Япраҡ яра тал-тирәк,

Йәшел баҡса төҙөү өсөн,

Бергә: Беҙгә тыныслыҡ кәрәк.

Тормошто, Ерҙе яратыу-

Беҙҙең беренсе теләк,

Ерҙә матур йәшәү өсөн,

Бергә: Беҙгә тыныслыҡ кәрәк.

Һалдаттар бейеүе

16. Атһын өсөн Тыуған илдең

Һәр таңы матур булып,

Үҫәбеҙ көрәшсе булып,

Үҙебеҙ матур булып.

17. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тиҙәр,

Һүҙебеҙҙә торорбоҙ,

Уҡыуҙа ла, тормошта ла

Гел алдынғы булырбыҙ.

Йыр “Мин башҡорт балаһы”

А.Б. Афарин, балалар! Атайығыҙҙы бик яратаһығыҙ икән. Уларға әйткән яғымлы һүҙҙәрегеҙ атайҙарҙы шатландырып, һәр ваҡыт дәртләндереп, ҡолаҡтарында яңғырап торһон. Ә һеҙ уларҙы матур эштәрегеҙ менән шатландырып, уларға терәк булырһығыҙ тип ышанам.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/303173-scenarij-posvjaschennyj-k-dnju-zaschitnikov-r

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки