- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Иртәңде матур һүҙҙән башла «Темаһына класс сәғәте»
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы
Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе
«Иртәңде матур һүҙҙән башла»
темаһына класс сәғәте
Уҡытыусы Абдуллина С. З.
башланғыс кластар уҡытыусыһы
2014
Маҡсат: уҡыусыларҙа һөйләү культураһы тәрбиәләү, һөйләмде сафландырыу, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү.
Ойоштороу. Уҡыусылар:
Мин иртә менән мәктәпкә киләм, иптәштәремдең хәлдәрен беләм. Иҫәнме, ... .
Иҫәнме, ... .
Ауырымайһыңмы, ... .
Һеҙгә, дуҫтарым, иртәнге сәләм.
Хәйерле иртә!
Һаумы, иртә,
Иҫәнме! - тиҙәр.
Иркәләй, иркәләй йәнде
Яғымлы һүҙҙәр.
Дуҫтар, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе яңы көн менән ҡотлайыҡ.
Әйҙәгеҙ!
Яңы көндә барыбыҙ ҙа яҡшы эштәр генә эшләйек!
Яңы көн тыныслыҡ алып килһен!
Ата-әсәйебеҙгә яғымлы булайыҡ!
5-леләр генә алайыҡ!
Һаумы, ҡояш,
Һаумы, дуҫым,
Һаумы, уҡытыусым!
Мин матур,
Мин сәләмәт,
Салауат кеүек батыр!
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә!
Уяна иркен болондар,
Асыла гөл керпектәре.
Тирбәлеп япраҡ ситендә
Уйнай ысыҡ бөртөктәре.
Әкрен генә таң килә,
Аҡ селтәрҙәрен үреп.
Елкәндәрен ҡайырып,
Илгә яңы йәм биреп.
Яңы көн күркәм булһын,
Дәрт тулһын күңелдәргә.
Таң шикелле йылмайып,
Ҡул бир яңы көндәргә.
Алһыу йөҙлө ҡыҙ кеүек.
Шат ҡояш күтәрелә.
Һәр яңыға һоҡланып,
Ашҡынып йөрәк тибә.
Уҡытыусы:
Дуҫтар, бер-беребеҙҙе яңы көн менән ҡотланыҡ, ә ҡунаҡтарҙы кем ҡотлар?
Һаумыһығыҙ, ....
Яңы тема өҫтөндә эш.
Кешенең әҙәпле булыуы ана шул “Һаумыһығыҙ” һүҙенән башлана. Синыф сәғәтебеҙ ҙә “Иртәңде матур һүҙҙән башла” тип атала. Ә бөгөн беҙ иртәңе матур һүҙҙәрҙән башланыҡ, сөнки “Әйт кенә тәмле һүҙ – иркәләр күпме күҙ”. Таң атҡанда, һәр бер кеше изгелектәр теләргә, бер-береһенә яҡшы һүҙҙәр менән башлаһаң, көнөң дә матур үтәр, тиҙәр. Ниндәй һүҙҙәр ул матур һүҙҙәр?
(балаларҙың яуаптары)
Һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ таң менән торамы? (балаларҙың яуаптары)
Борон башҡорттар ҡояш менән бергә уянған. Ҡояш бәхет өләшкән саҡта, мәхрүм ҡалма, тип өйрәткәндәр. Ә нимә һуң ул бәхет өләшеү? Ҡояш нисек бәхет өләшә? (балаларҙың яуаптары)
Донъяла иң ҙур бәхет нимә ул?
Донъяла иң ҙур бәхет – ул һаулыҡ. Ҡояштың бәхет өләшеүе тип һаулыҡты әйткәндәр. Һаулығың булмаһа, бер ни ҙә һине бәхетле итә алмай. Ҡояштың тәүге нурҙары һаулыҡ өсөн файҙалы.
Беҙҙең башҡортта шундай матур ғәҙәт бар. Һәр бер яңы көндө доға ҡылып сәләмләйҙәр. Ураҙа
Ҡояштанда иртә тороп, илгә, көнгә, күршеһенә тыныслыҡ теләп, яңы көндө ҡаршы алалар. Мине изгелегеңдән ташлама тип доға ҡыла. Ҡояш мине һаҡлай, мин унан көс алам тип ышана.
(музыка)
Әйҙәгеҙ, бөгөнгө ҡояштан үҙебеҙгә көс алайыҡ. 2 ҡулды күтәрәбеҙ ҙә устарығыҙҙы яҙып,ҡояш сығышына табан боролоп тороғоҙ. Тынды тәрән итеп, күкрәп тултырып алабыҙ. Ҡояш нурын бөтә күкрәгебеҙ менән һеңдерәбеҙ.
Уҡыусылар:
Бөгөнгө ҡояшты
Күңеленә һалып ҡуй.
Иртәнге ҡояшты
Күңеленә һалып ҡуй.
Көн һайын яҡтырыр
Һүҙең дә, йөҙөң дә.
Һәр ваҡыт кешеләр
Һоҡланыр үҙеңә.
Был ҡәҙәр йылылыҡ,
Был ҡәҙәр яҡтылыҡ
Ҡайҙарҙан алған ул, -
Тип һөйләр бар халыҡ.
Йомғаҡлау.
Синыф сәғәтен ниндәй һүҙҙәр менән тамамларбыҙ?
Таҙа булайыҡ, матур булайыҡ, күркәм булайыҡ,
Һөйләшкәндә матур һүҙҙәр генә һөйләйек.
Рәнйемәһен, бойоҡмаһын, тиһәң йөрәк,
Изге һүҙҙәр, йылы ҡулдар – шатлыҡ кәрәк.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/303180-irtde-matur-n-bashla-temayna-klass-s
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Медиация в системе образования»
- «Организация образовательной деятельности в рамках обучения ОДНКНР в соответствии с ФГОС»
- «Организация образовательного процесса по ОРКСЭ в контексте ФГОС»
- «Подготовка учащихся начальных классов к ВПР: особенности организации обучения по ФГОС НОО»
- Курс-практикум «Цифровой арсенал учителя»
- «Наставничество в образовательной организации»
- Педагогика и методика преподавания физической культуры
- Теория и методика преподавания географии в образовательной организации
- Педагогика и методика начального образования
- Преподавание предмета «Основы безопасности и защиты Родины» в общеобразовательных организациях»
- Психолого-педагогическое сопровождение образовательного процесса
- Основы дефектологии. Содержание и методы работы с обучающимися с ОВЗ

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.