Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
05.04.2019

Классный час о редких видах животных и растений и защите окружающей среды

Зайтунова Мусалия Хидиятовна
Учитель начальных классов
Класс сәғәте
Тема: Тәбиғәтте һаҡлаү
Маҡсат. 1) Уҡыусыларҙы һирәк осраусы һәм бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан үҫемлек һәм хайуандар менән таныштырыу. 2) Кешенең тирә-яҡ мөхиткә ыңғай һәм кире йоғонтоһон асыҡлау. 3) Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазлау
Дәрес барышы:
. Стендта ниндәй хозур тәбиғәт бирелгән! Уның менән һоҡланып туйғыһыҙ. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, был үҫемлек һәм хайуандарҙың барыһы ла “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән. Уларға ер йөҙөнән бөтөнләй юғалыу ҡурҡыныслығы янай. Әлеге көндә һүрәттәрҙә генә һаҡланған уҫемлек йә хайуандарҙы беләһегеҙме? (Эйе, улар-ил гиҙеүсе күгәосендәр, осмай торған ҡош-дронттар,дингеҙ һыйырҙары...)
-Теге йәки был хайуан йәки үҫемлекте һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләр ҡурсаулыҡтар уйлаған.
Ҡурсаулыҡ – тирә яҡ мөхитте тәбиғи хәлендә һаҡлау өсөн хөкүмәт тарафынан бүленгән ер ул.
Зоопарк – ҡош һәм хайуандарҙы аҫрау өсөн кәртәләнгән майҙан.
-Шулай итеп, ҡайһы бер йәнлектәрҙең кәмеүенә йә бөтөнләй ҡырылып бөтөүенә нимә сәбәпсе?
Тәбиғи тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Уҡыусылар, тәбиғи тигеҙлекте боҙорға ярамай, унда һәр нәмә үҙ урынында. Был хайуан, ҡош йә үҫемлек артыҡ,тип уларҙың ҡайһы берҙәрен кәметеүгә юл ҡуйып, хатта экологик ҡазаға тарығаныбыҙ ҙа булды. Мәҫәлән, Америкала бер мәл боландарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында бүреләргә ау ойошторола. Әммә, тиҙҙән артыҡ үрсеп киткән боландар көтөүлектәрҙе юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә улар астан ҡырыла.
Балалар, урманда йәшәүселәр оран һала – беҙҙән ярҙам һорай. (Бер уҡыусы уларҙан килгән ялыуҙы уҡый, ә ҡалғандар уның хужаһын белергә тырыша.)
1) “Эй, кешеләр мине яратмайҙар ҙа инде. Уларға минең тауышым оҡшап етмәй, күҙҙәремде лә йәмһеҙ тиҙәр. Етмәһә, мине бәлә килтерә тип иҫәпләйҙәр. Шулаймы икән? Әгәр мин булмаһам ҡайһы берәүҙәр икмәкһеҙ ҡалырын онотмағыҙ!” (Өкө 1964 йылдан хөкөмәт тарафынан ҡурсалауға алынған. Ул бер йәйҙә 1тонна ашлыҡ ташып ашаусы 1000 сысҡанды юҡ итә)
2) “Йәмһеҙлегемде үҙем дә беләм. Мине күргән кешеләр ҡурҡыпмы, ерәнепме ситкә тайпыла, йә булмаһа тибә, таш тәмей. Улар ниңә улай ҡылана икән? Үҙҙәренә ҙур файҙа килтерәм дәбаһа.” (Бер әрмәнде бөтә ҡаланы бөжәк һәм ҡаршылауыҡтарҙан ҡотҡара ала. Өйҙәге тараҡандан да әрмәнде ярҙамында ҡотолорға була.)
2. “Беҙ һаҡлауға мохтаж” кросвордын сисеү.
1. Теҙелешеп баралар
Билен ҡырҡтан быуғандар
Ауыр йөк күтәргәндәр
Арыу талыу белмәйҙәр (Ҡырмыҫҡа)
2. Ҡойроғо бик ҡыҫҡа,
Мөгөҙө ботаҡтай,
Сабырға бик оҫта. (Болан)
3. Үҙе былай кес кенә,
Баҫҡан инем өҫтөнә
Ҡойроғон өҙҙө тиҙ генә. (Кеҫәртке)
4. Һыу өҫтөндә һары май (Томбойоҡ)
5. Башы бар – сәсе юҡ,
Күҙе бар – ҡашы юҡ,
Ҡанаты бар – оса алмай
Болоттарҙы ҡоса алмай. (Балыҡ)
6. Сик-сик итә ситкә ҡуна.
Бысҡыһы бар ҡулында (Сиңерткә)



Ҡ
О
Т
Ҡ
А
Р

- Ә хәҙер алдан әҙерләнгән балалар һаҡлауға мохтаж аҡҡош, торна, аҡ айыу, арыҫлан, аҡ фламинго, йофар тураһында һөйләй.
- Балалар, “Ҡыҙыл китап”ҡа инмәгән ҡош һәм

Содержимое разработки

Класс сәғәте

Тема: Тәбиғәтте һаҡлаү

Маҡсат. 1) Уҡыусыларҙы һирәк осраусы һәм бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан үҫемлек һәм хайуандар менән таныштырыу. 2) Кешенең тирә-яҡ мөхиткә ыңғай һәм кире йоғонтоһон асыҡлау. 3) Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазлау

Дәрес барышы:

. Стендта ниндәй хозур тәбиғәт бирелгән! Уның менән һоҡланып туйғыһыҙ. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, был үҫемлек һәм хайуандарҙың барыһы ла “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән. Уларға ер йөҙөнән бөтөнләй юғалыу ҡурҡыныслығы янай. Әлеге көндә һүрәттәрҙә генә һаҡланған уҫемлек йә хайуандарҙы беләһегеҙме? (Эйе, улар-ил гиҙеүсе күгәосендәр, осмай торған ҡош-дронттар,дингеҙ һыйырҙары...)

-Теге йәки был хайуан йәки үҫемлекте һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләр ҡурсаулыҡтар уйлаған.

Ҡурсаулыҡ – тирә яҡ мөхитте тәбиғи хәлендә һаҡлау өсөн хөкүмәт тарафынан бүленгән ер ул.

Зоопарк – ҡош һәм хайуандарҙы аҫрау өсөн кәртәләнгән майҙан.

-Шулай итеп, ҡайһы бер йәнлектәрҙең кәмеүенә йә бөтөнләй ҡырылып бөтөүенә нимә сәбәпсе?

Тәбиғи тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Уҡыусылар, тәбиғи тигеҙлекте боҙорға ярамай, унда һәр нәмә үҙ урынында. Был хайуан, ҡош йә үҫемлек артыҡ,тип уларҙың ҡайһы берҙәрен кәметеүгә юл ҡуйып, хатта экологик ҡазаға тарығаныбыҙ ҙа булды. Мәҫәлән, Америкала бер мәл боландарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында бүреләргә ау ойошторола. Әммә, тиҙҙән артыҡ үрсеп киткән боландар көтөүлектәрҙе юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә улар астан ҡырыла.

Балалар, урманда йәшәүселәр оран һала – беҙҙән ярҙам һорай. (Бер уҡыусы уларҙан килгән ялыуҙы уҡый, ә ҡалғандар уның хужаһын белергә тырыша.)

Эй, кешеләр мине яратмайҙар ҙа инде. Уларға минең тауышым оҡшап етмәй, күҙҙәремде лә йәмһеҙ тиҙәр. Етмәһә, мине бәлә килтерә тип иҫәпләйҙәр. Шулаймы икән? Әгәр мин булмаһам ҡайһы берәүҙәр икмәкһеҙ ҡалырын онотмағыҙ!” (Өкө 1964 йылдан хөкөмәт тарафынан ҡурсалауға алынған. Ул бер йәйҙә 1тонна ашлыҡ ташып ашаусы 1000 сысҡанды юҡ итә)

Йәмһеҙлегемде үҙем дә беләм. Мине күргән кешеләр ҡурҡыпмы, ерәнепме ситкә тайпыла, йә булмаһа тибә, таш тәмей. Улар ниңә улай ҡылана икән? Үҙҙәренә ҙур файҙа килтерәм дәбаһа.” (Бер әрмәнде бөтә ҡаланы бөжәк һәм ҡаршылауыҡтарҙан ҡотҡара ала. Өйҙәге тараҡандан да әрмәнде ярҙамында ҡотолорға була.)

2. “Беҙ һаҡлауға мохтаж” кросвордын сисеү.

1. Теҙелешеп баралар

Билен ҡырҡтан быуғандар

Ауыр йөк күтәргәндәр

Арыу талыу белмәйҙәр (Ҡырмыҫҡа)

2. Ҡойроғо бик ҡыҫҡа,

Мөгөҙө ботаҡтай,

Сабырға бик оҫта. (Болан)

3. Үҙе былай кес кенә,

Баҫҡан инем өҫтөнә

Ҡойроғон өҙҙө тиҙ генә. (Кеҫәртке)

4. Һыу өҫтөндә һары май (Томбойоҡ)

5. Башы бар – сәсе юҡ,

Күҙе бар – ҡашы юҡ,

Ҡанаты бар – оса алмай

Болоттарҙы ҡоса алмай. (Балыҡ)

6. Сик-сик итә ситкә ҡуна.

Бысҡыһы бар ҡулында (Сиңерткә)

Ҡ

 

 

 

 

 

 

 

О

 

 

 

 

 

 

 

 

Т

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡ

 

А

 

 

 

 

 

 

 

Р

 

 

 

Ә хәҙер алдан әҙерләнгән балалар һаҡлауға мохтаж аҡҡош, торна, аҡ айыу, арыҫлан, аҡ фламинго, йофар тураһында һөйләй.

Балалар, “Ҡыҙыл китап”ҡа инмәгән ҡош һәм йәнлектәрҙе һаҡлағыҙ! Уларҙың ғүмере һеҙҙең ҡулда!

3. Экологияға арналған мәсьәләләр сисеү.

1. Уҡыусылар крандан һыу тамыу тиҙлеген тикшергәндәр. Уларҙың ике литрлыҡ һауыттары бер сәғәттә тулған. Әгәр кран асыҡ ҡалһа, көнөнә купме һыу юғалтырбыҙ?

2.6 алйырҙан ҡышҡылыҡҡа 300кг аҙыҡ (бойҙай, арыш, һоло, борсаҡ, картуф) әҙерләй . Бер гектар ерҙә 20-ләп алйырҙан йәшәй.4 гектар ерҙә йәшәгән алйырҙан күпие зыян килтерер?

3. 3 ҡара ҡарға һабан артынан йөрөп, көнөнә 900 ҡаршылауыҡты юҡ итә. Бер пар ҡара ҡарғаны тотоп, ҡарасҡыға бәйләһәләр нисә ҡаршылауыҡ тере ҡалыр?

4. Бер иләү ҡырмыҫҡалары 10 минутта 4 һуҡмаҡтан 52 бөжәк ташый. Ә иләү тирәһендә шундай егермеләп һуҡмаҡ була. Әгәр малайҙар 3 ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырһалар, купме бөжәк тере ҡалыр?

5. 60кг макулатура 50йыл үҫкән ағасты киҫеүҙ ҡотҡара.Беҙҙең мәктәп уҡыусылары 780кг макулатура тапшырһа, нисә ағасты киҫеүҙән ҡотҡарыр?

6.Башҡортостанда 800-гә яҡын күл бар. Йылғалар күлдәрҙең ¾ өлөшөн тәшкил итә. Башҡортостанда нисә йылға бар?

4.Һорауҙарға яуап биреү.

Крандағы һыуҙы исраф итмәһәк?

Ағастарҙы киҫмәһәк йә һындырмаһаҡ?

Теләһә ҡайҙа (йылғаға) сүп-сар ташламаһаҡ?

Ҡоштарҙы ашатһаҡ?

Балалар, һыуҙа сереп тарҡалыр өсөн 2-5 ай, әфлисүн ҡабығына 6 ай, ҡатырға һөт һауытына 5 йыл, пенопласҡа 50-80 йыл кәрәк булһа, пластик шешә тарҡалмай мәңге һаҡлана. Балалар, тәбиғәт – беҙҙең өйөбөҙ, уны бысратмайыҡ!

5. Тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләре.

Ҡош ояларына яҡын барма, уларҙы туҙҙырма, балаларына теймә, өйгә алып ҡайтма.

Ҡоштар өсөн тағараҡтарға ем һал, оялар эшлә.

Кубәләк, иңкеш һәм башҡа бөжәктәрҙе тотма.

Ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырма.

Яҙ йә иртә йәй этеңде бауҙан ысҡындырма, юғиһә ул нығынып өлгөмәгән ҡош һәм йәнлек балаларын тота саҡ

Сәскәләрҙе өҙмә, ағастарҙы һындырма һ.б.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/355456-klassnyj-chas-beregite-prirodu

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки