- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Оказание первой помощи в образовательных учреждениях»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Мой педагогический взгляд (эссе на башкирском языке)
Һуңғы йылдарҙа хөкүмәтебеҙ тарафынан класс етәкселәренең эшенә иғтибар артты, был тәбиғи, сөнки ул уҡыусының белеме, тәртибе, характеры формалашыуына ғына түгел, ә киләсәге, яҙмышы, әхлаҡи йөҙө өсөн дә үҙенә яуаплы һанарға тейеш.
Бының өсөн, йәғни бала шәхесен уңышлы формалаштырыу маҡсатында мин уҡыусыларым менән икенсе кластан ошо йүнәлештә эш башланым. Тәрбиә эшемдең темаһы «Тәрбиә процессында әхлаҡлылыҡ формалаштырыу» тип билдәләнем.
Класта тәрбиә эшен ойоштороу концепцияһы төҙөлдө. Уның төп маҡсаты, идеяһы булып, үткәрелегән сараларҙың күплеге түгел, ә балаларҙы тәрбиәләүҙәге әһәмиәте, сифаты тора. Шулай уҡ тәрбиә эшен дөрөҫ тәрбиәләнеүен, сәләмәтлеген, буш ваҡытын ойоштороуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклегенә баҫым яһалды.
Мәктәптә алынған белем һәм тәрбиә шәхестә әхлаҡлылыҡ формалаштырырға ярҙам итһен өсөн мин эште бер нисә йүнәлештә алып барҙым:
Төрлө яҡлап үҫешкән Башҡортостан гражданын тәрбиләү;
Балаларҙың изик һәм әхлаҡи һаулығын нығытыу;
Уҡытыу-тәрбиә эшендә башҡорт халыҡ педагогикаһының нигеҙҙәрен, башҡорт халыҡ йолаларын һәм традицияларын ҡулланыу һәм үҫтереү.
Класта тәртипте һаҡлау, уҡыусыларҙы тәртипкә күнектереү өсөн класс етәксеһе үҙе лә һәр саҡ уяу булырға, уҡыусыларҙың иғтибарын яулап торорға тейеш. Аңлы тәртип тәрбиләүҙә, әлбиттә, тәрбиә сараларының үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуын, уларҙың бер-береһенә һәр ваҡыт тәьҫир итеп тороуын иҫтә н сығармаҫҡа кәрәк.
Ауыл балаһына халыҡ педагогикаһы бик таныш. Ошондайыраҡ әңгәмәләрҙе улар бик ярата, һөйләшәкәндән һуң тынысланып ҡалалар. Бөтәһе лә аламаһа ла, күңелендә булған бала барыбер хәтеренә һалып ҡуя.
Тәртип – ул көҙгө, унда һәр кеше үҙен, ҡиәфәтен күрһәтә. Тәртип мәҙәниәте кешеләргә тәрән ихтирамға ҡайтып ҡала, ә был беҙҙең эш-ҡылынышыбыҙға һәм һөйләшеүебеҙҙә сағыла. Тәртиптең, тышҡы мәҙәнәтиәттең һәр кеше өсөн мәжбүри дөйөм ҡағиҙәләрен үҙләштереү уларға балаларҙы күнектереү ул тиклем үк ҡатмарлы ла түгел. Класс етәксеһе булараҡ мин быға балалар менән маҡсатҡа йүнәлешле эштә өлгәшергә, тейешле һөҙөмтәләр алырға тырышам. Яҡшы булырға туранан-тура өндәү, өгөтлөүгә ҡарағанда кешелек йәмғиәтендә тәртип ҡағиҙәләренең зарурлығын, уларҙы үтәүҙең ҡатмарлы булмауын һәм күңел рәхәтлеге биреүен уйын, күнегеүҙәр, тестар аша күрәһәтергә тырышам.
Бала, үткәрелгән сараның сюжетына инеп, үҙенең эштәрен анализлай, үҙен баһалай. Методик алымдар уйлағанда мин бала үҙләштергән белемдең мотлаҡ рәүештә уның эске донъяһына тәьҫир итергә тейешлегенән сығып эш итәм. Методтар бик күп төрлө: әңгәмә, диалогтар, әкиәттәрҙе, балар өсөн хикәйә һәм шиғырҙарҙы анализлау, инсценировкалау, ижади эштәр, уйын, ғәмәли эшмәкәрлек. Эшемдә файҙаланылған әхлаҡи класс сәғәттәрен, әңгәмәләр серияһын бик файҙалы тип иҫәпләйем. Улар класс етәксеһенә уҡыусының әхлаҡи белем алып, уны эмоциональ ҡабул итеп конкрет эше-ҡыланышында, үҙ-үҙен тотоуында ғәмәлгә ашырыуын күрергә мөмкинлек бирә. Был аралашыу сәғәттәрендә балалар класс етксеһе менән, шулай уҡ үҙ-ара ихлас күңелдән һөйләшәләр, уй-ниәттәрендәге хеҙмәттәшлеге дөйөм шатлыҡ ҡуя.
Балаларҙың тәртип ҡағиҙәләрен үҙләштереүҙәренә өлгәшеүҙә мин ошондай йүнәлештәр файҙаланам:
иллюстратив йүнәлеш – ул балаларҙы күренекле шәхестәрҙең тормошо менән таныштырыу, дуҫлыҡ, намыҫ, ғәҙеллек, изгелек, бурыс тураһында хикәйә, әкиәттәр уҡыу аша ғәмәлгә ашырыла;
декаратив йүнәлеш – бала форма аша йөкмәткегә килә, шуға күрә теге йәки был ҡағиҙәне ул миңә «оҡшай, оҡмашамай» тигән фекре аша ҡабул итә;
дәлилләү йүнәлеше – тәртип ҡағиҙәһенә мөнәсәбәт форалаштырыуҙа, тимәк уны ҡабул итеҙә һәм уға эйәреүҙә хәл иткес момент булып тора. Балалар үҙҙәренә «Ни өсөн?», «Ни сәбәпле?» һорауҙары бирергә һәм уларға яуап эҙләргә тейеш.
Әхлаҡлылыҡ тәрбиәләгәндә мин халыҡ педагогикаһы принциптарына таянып эш итәм. Кластан тыш сараларҙа, тәрбиә сәғәттәрендә бер генә тапҡыр булһа ла халҡыбыҙҙың зирәклеген һынар йомаҡтар әйтелмәһә, уның бай тормош тәжрибәһе тупланған екер мәргәнлеген күрһәткән мәҡәлдәр ҡулланылмаһа, күңелгә ҡыуаныс, һаышлығы йыуаныс булған моңло йырһар тыңланылмаһа йә йырланылмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп, уларҙы ял иттереүсе халыҡ уйындары булмаһа, ул тәрбиә сараларынан балаларыбыҙҙың ҡәнәғәт булыуы икеле. Сөнки халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, педагогикаһы улар нигеҙендә ята. Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡ педагогикаһы хазиналарын йәш быуынды тәрбиләүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре ифрат ҙур һәм формалары ла күп (уйын, йыйын, һабантуй, бәйге, йолалар һ.б.). ошондай ябай ғына юлдар менән балаларҙа изгелек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек тойғолары тәрбиәләргә була. Ҡәҙерен белеп, һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, тәрбиәүи сараларҙың сифаты күтәрәлер, киләсәктә белемле, тәрбиәле шәхестәр тәрбиләй алырбыҙ, тип ыганам.
Баҡһаң, тәрбиә эшенең мөмкинлетәре киң икән. Ул үҙ эсенә уҡытыу-тәрбиә сараларының бөтәһен дә һыйҙыра: бында хеҙмәт тәрбиәһе лә, әхлаҡ тәрбиәһе лә, уҡыуға ынтылыш уятыу ҙа бар. Хатта ябай ғына физик хеҙмәт башҡарғанда ла шәхес тәрбиәләргә мөмкин.
«Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй» тигәндәй, ата-бабаларҙың ҡайһы бер феһемле уәңәштәрен иҫкә төшөрөү тәрбиә эшендә бары тик файҙаға ғына, тип уйлайым.
Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә.
Тәрбиә алымдарын насар кәйефле саҡта ҡулланмау зарур. «Аҡылһыҙ ғына аҡырып алдырыр», тигән боронғолар. Быны онотмаҫҡа кәрәк.
«Ни сәсһәң, шуны урырһың» ти халыҡ мәҡәле. Балалар тормошҡа бөтә яҡтан әҙер булып тыумайҙар. Әгәр ҙә беҙ уларҙы киләсәктә ҡыйыу, сабыр, зирәк, аҡыллы итеп күрергә теләйбеҙ икән, шулай тәрбиәләргә, киң күңеленә изгелек орлоғон үҙебеҙ һалырға тейешбеҙ.
«Ояһында ни – осҡанында шул» тигәнде лә онотмаҫҡа кәрәк. Баланың һәр аҙымын, ҡылығын һаҡ аҫтында алырға ярамай. Урынлы һм ваҡытлы кәңәш биреү, дөрөҫ юл күрһәтеү ике ят өсөн дә отошло ғына буласаҡ.
«Бер хата икенсеһен тарта» тип иҫкәртә ололар. Шуның өсөн баланың хатаһын даими күрһәтергә кәрәк. Уның шәхесен түгел, ә ҡылығын баһалау отошло.
«Атына күрә санаһы, маҡсатына күрә сараһы» тигән ата-бабаларыбыҙ. Баланы кесе йәштән үк оло маҡсат менән йәшәргә өйрәтеү мөһим.
Тәрбиәүи өлкәлә эҙмә-эҙлелек, күсәгилешлелек маҡсатҡа ярашлы булырға тейеш. Бейеклеккә һикергәндә планканы эҙмә-эҙлекле, түбәндән бейеккә күтәрергә кәрәк һымаҡ, тәрбиә мәсьәләһендә лә был ҡанун ҙур әһәмиәткә эйә.
Мин халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләнгән балаларкиләсәктә Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға тик изге эштәр генә ҡылырҙар тип ышанам, һәм пак күңелле яңы граждандар тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы йәмләндереү хәсәтәре менән йәшәйем.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/38642-moj-pedagogicheskij-vzgljad-jesse-na-bashkirs
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Профессиональный стандарт деятельности специалиста по уходу за детьми дошкольного возраста»
- «Основы преподавания музыки в начальной школе в соответствии с ФГОС»
- «Преподавание русского родного языка и родной литературы в условиях реализации ФГОС»
- «Обучение детей с нарушениями зрения: особенности разработки и реализации АООП в соответствии с ФГОС»
- «Реализация инклюзивного процесса для детей с ОВЗ в дополнительном образовании»
- «Преподавание литературного чтения в соответствии с требованиями ФГОС НОО»
- Педагогическое образование. Содержание и организация профессиональной деятельности учителя
- Деятельность тьютора по сопровождению детей с ограниченными возможностями здоровья
- Практическая психология. Методы и технологии оказания психологической помощи населению
- Подготовка детей к обучению в школе: содержание и организация работы с детьми
- Теория и методика преподавания физики и астрономии в образовательной организации
- Тьюторское сопровождение в образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.