Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
29.01.2020

Дәрес өлгөһө. 6-сы класс. Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле. Тема: Ҡыш. Һүҙлек менән эш

Тема : Ҡыш. Һүҙлек менән эш.
Максат: 1)уҡыусыларға ҡыш миҙгеле тураһында дөйөм төшөнсә биреү;
2)һөйләү телмәрен үҫтереү; 3)тыуған яғыбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, ҡар бөртөктәре ,смайликтар.
Дәрес барышы.
I. Психологик инеш.
Уҡытыусы:
-Һаумыһығыҙ.
Уҡыусылар:
-Һаумы, ҡояш!
Һаумы, зәңәгәр һауа!
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
Уҡытыусы:
-Хәйерле көн балалар. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, ҡәйефтәрегеҙ күтәренкеме?.Күрһәтегеҙ әле миңә .Бик яҡшы. Дәресебеҙҙә дөрөҫ итеп яуап бирер өсөн телдәрҙе йомшартып алайыҡ.
Уҡыусылар:
Кә-кә-кә - көн дә киләм мәктәпкә,
Ға-ға-ға - яңы белем алырға,
Гә-гә-гә - дуҫтарымды күрергә,
Йырларға һәм бейергә.
Уҡытыусы:

-Класта кем дежур
-Бөтәһе лә бармы?
-Бөгөнгө числоны әйтегеҙ.
-Аҙнаның ниндәй ҡөнө?
-Һауа торошо бөгөн ниндәй?
-Мәктәпкә килгәндә өшөнөгөҙмө?
-Температура күпме?
-Ниндәй йыл миҙгеле?
-Бөгөн дәрестә ҡатнашып ултырған һәр уҡыусыға ҡар бөртөктәре бирермен ошо ҡар бөртөктәренә ҡарап дәрес аҙағында баһалар алырһығыҙ

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Уҡытыусы:
-Экранда яҙылған шиғырҙы иғтибар менән уҡыйбыҙ. (СЛАЙД)
Уҡыусылар:
Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары
Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.
Ағастарға муйыл сәскәһендәй
Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.
(Ф.Рәхимғолова)
Уҡытыусы:
-Был шиғыр нимә тураһында? (Ҡыш)
-Ҡайҙан белдегеҙ? (Бөтә ер аҡ,аҡ шәл ябынған)
-Йомаҡтар ҡойоу бәйгеһе үткәреп алайыҡ. Уларҙың яуаптары йәшеренгән.
(Слайд)
Уҡыусылар:
1. Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була.
(ҡар)
2. Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып.
(ҡыш)
3.Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра.
(буран)
4. Ишектән керә, түргә уҙа.
(һалҡын)
Уҡытыусы:
-Был йомаҡтарҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Ҡыш)
-Ҡайҙан белдегеҙ? (Буран. Һалҡын. Ҡыш.Ҡар.)
-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? (Ҡыш) (Слайд)
-Беҙ бөгөн ҡыш темаһын өйрәнеүҙе, һүҙлек менән эшләүҙе дауам итәбеҙ.
-Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.(Слайд)
-Һынамыштар уҡыйыҡ. (Слайд)
-Урыҫ телендә ҡыш тураһында һынамыштар беләһегеҙме? (Балаларҙың яуабы)
III. Өй эштәрен тикшереү. Өйгә эш 21-се күнегеү.
1.Бер теманы һайлап хикәйә төҙөргә
2.Һүрәт төшөрөргә
3.Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙың исемлеген яҙырға.
Уҡытыусы:
Һүҙлектәр менән эшләүҙе дауам итеп дәреслектәге 22 –се күнегеүҙе ҡарайбыҙ. Биремен уҡыйбыҙ.
Дәреслек менән эш.
Һүҙлек эше:
Вьюга-буран
Тропинка –һуҡмаҡ
Полянҡа-аҡлан
Наряд-кейем
Һөйләмдәрҙе уҡыу һәм тәржемә итеү.
Ял минуты.
-Ребусты сисиеп тәржемә итәбеҙ. Был ниндәй һүҙҙәр? ( ҠЫЛЫМДАР)
Ҡылымдарҙан һөйләмдәр төҙөргә.Ҡылым һөйләмдә ҡайҙа урынлашҡан ?
(Һөйләм аҙағында урнашҡан)
3.Түбәндә бирелгән тексты тулыһынса башҡортса яҙ.Үҙ аллы эш.
В Башкортостане зима һалҡын һәм йәмле була. Вся земля ап-аҡ ҡар менән ҡаплана. Шуғ

Содержимое разработки

Дәрес өлгөһө. 6-сы класс. Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле.

Тема : Ҡыш. Һүҙлек менән эш.

Максат: 1)уҡыусыларға ҡыш миҙгеле тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

2)һөйләү телмәрен үҫтереү; 3)тыуған яғыбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, ҡар бөртөктәре ,смайликтар.

Дәрес барышы.

I. Психологик инеш.

Уҡытыусы:

-Һаумыһығыҙ.

Уҡыусылар:

-Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңәгәр һауа!

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

Уҡытыусы:

-Хәйерле көн балалар. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, ҡәйефтәрегеҙ күтәренкеме?.Күрһәтегеҙ әле миңә .Бик яҡшы. Дәресебеҙҙә дөрөҫ итеп яуап бирер өсөн телдәрҙе йомшартып алайыҡ.

Уҡыусылар:

Кә-кә-кә - көн дә киләм мәктәпкә,

Ға-ға-ға - яңы белем алырға,

Гә-гә-гә - дуҫтарымды күрергә,

Йырларға һәм бейергә.

Уҡытыусы:

-Класта кем дежур

-Бөтәһе лә бармы?

-Бөгөнгө числоны әйтегеҙ.

-Аҙнаның ниндәй ҡөнө?

-Һауа торошо бөгөн ниндәй?

-Мәктәпкә килгәндә өшөнөгөҙмө?

-Температура күпме?

-Ниндәй йыл миҙгеле?

-Бөгөн дәрестә ҡатнашып ултырған һәр уҡыусыға ҡар бөртөктәре бирермен ошо ҡар бөртөктәренә ҡарап дәрес аҙағында баһалар алырһығыҙ

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Уҡытыусы:

-Экранда яҙылған шиғырҙы иғтибар менән уҡыйбыҙ. (СЛАЙД)
Уҡыусылар:

Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары
Әйтерһең, ер аҡ шәл
ябынған.
Ағастарға муйыл сәскәһендәй
Тәлгәш-тәлгәш суҡтар
тағылған.
(Ф.Рәхимғолова)

Уҡытыусы:

-Был шиғыр нимә тураһында? (Ҡыш)

-Ҡайҙан белдегеҙ? (Бөтә ер аҡ,аҡ шәл ябынған)

-Йомаҡтар ҡойоу бәйгеһе үткәреп алайыҡ. Уларҙың яуаптары йәшеренгән.

(Слайд)

Уҡыусылар:

1. Иретһәң, һыу була,

Ҡайнатһаң, быу була.

(ҡар)

2. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып.

(ҡыш)

3.Үкерә лә ҡотора,

Бөтә ерҙе тултыра.

(буран)

4. Ишектән керә, түргә уҙа.

(һалҡын)

Уҡытыусы:

-Был йомаҡтарҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Ҡыш)

-Ҡайҙан белдегеҙ? (Буран. Һалҡын. Ҡыш.Ҡар.)

-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? (Ҡыш) (Слайд)

-Беҙ бөгөн ҡыш темаһын өйрәнеүҙе, һүҙлек менән эшләүҙе дауам итәбеҙ.

-Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.(Слайд)

-Һынамыштар уҡыйыҡ. (Слайд)

-Урыҫ телендә ҡыш тураһында һынамыштар беләһегеҙме? (Балаларҙың яуабы)

III. Өй эштәрен тикшереү. Өйгә эш 21-се күнегеү.

1.Бер теманы һайлап хикәйә төҙөргә

2.Һүрәт төшөрөргә

3.Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙың исемлеген яҙырға.

Уҡытыусы:

Һүҙлектәр менән эшләүҙе дауам итеп дәреслектәге 22 –се күнегеүҙе ҡарайбыҙ. Биремен уҡыйбыҙ.

Дәреслек менән эш.

Һүҙлек эше:

Вьюга-буран

Тропинка –һуҡмаҡ

Полянҡа-аҡлан

Наряд-кейем

Һөйләмдәрҙе уҡыу һәм тәржемә итеү.

Ял минуты.

-Ребусты сисиеп тәржемә итәбеҙ. Был ниндәй һүҙҙәр? ( ҠЫЛЫМДАР)

Ҡылымдарҙан һөйләмдәр төҙөргә.Ҡылым һөйләмдә ҡайҙа урынлашҡан ?

(Һөйләм аҙағында урнашҡан)

3.Түбәндә бирелгән тексты тулыһынса башҡортса яҙ.Үҙ аллы эш.

В Башкортостане зима һалҡын һәм йәмле була. Вся земля ап-аҡ ҡар менән ҡаплана. Шуға ла беҙҙәзимующим птицам ем табыу ауыр. Детиҡышлаусы ҡоштарға помогают. Мәктәптәрҙә “Птицы наши пернатые друзья” акциялары үткәрелә. Балалар был байрамдарҙа о птицах шиғырҙар рассказывают, йырҙар поют. Дәрестәрҙән һуң кормушки делают һәм уларҙы ағас баштарына, ҡыйыҡтарға эләләр һәм ем һалалар.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: Башҡортостанда ҡыш,бөтә ер,ҡышлаусы ҡоштарға, балалар,ярҙам итә,Ҡоштар беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ,ҡоштар тураһында, һөйләйҙәр,йырлайҙар,тағараҡтар яһайҙар.

-Ҡоштарға ярҙам итеүселәрҙе икенсе төрлө тағы нисек тип атайҙар? (Волотерҙар)

-Быйылғы 2018 йырл Рәсәйҙә “Волонтерҙар йылы” тип иғлан ителде. (СЛАЙД)

-Беҙ ҙә ҡоштарға ,йәнлектәргә ярҙам итәйек. Уйын уйнап алайыҡ.

-Ниндәй һөйләмдәр йәшеренгән? (Төркөмдәрҙә эшләү)

-Ҡоштарҙы ҡышын ашатығыҙ!

15,20,34,26,1,23,7,37 15,37,34,37,18 1,34,1,26,37,5,37,7!

Ҡоштарға тағараҡтар элегеҙ!

15,20,34,26,1,23,5,1 26,1,5,1,23,1,15,26,1,23 39,16,8,4,8,7

Тағараҡтарға бойҙай,икмәк һалығыҙ!

26,1,5,1,23,1,15,26,1,23,5,1 2,20,13,7,1,13, 12,14,17,40,14 31,1,16,37,5,37,7

Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар.

15,20,34,26,1,23 2,8,7,7,8,19 6,27,25,26,1,23

-Һеҙгә ҡыш оҡшаймы?Ниңә оҡшай?

(Ҡыш көнө сана ,саңғы шыуып була .Каникулдар була. Ҡыш бабай килә. Яңы йыл килә.)

Уҡытыусы:

Тағы ҡыш көнө нидәй байрамдар була? (Ғашиҡтар көнө, Илде һаҡлаусылар көнө)

-Һеҙ был байрамдарҙы кем менән, нисек үткәрәһегеҙ?

(Ғәйлә менән үткәрәбеҙ)

-Һеҙҙең ғаиләлә кемдәр йәшәй? (Олатай, өләсәй ,ағай, апай)

Балар Рәсәйҙә Волонтерҙар йылы булһа Башҡортостанда Ғаилә йылы

Бына уның эмблемаһы. (СЛАЙД)

-Өләсәйҙәрегеҙҙе яратаһығыҙмы? Өләсәйгә барып ял итеп алайыҡ.

Ял минуты

-Өләсәйҙә һеҙгә оҡшанымы?

Электрон дәреслек менән эш

Һүҙлек диктанты: ҡалын боҙ,йомшаҡ бәҫ,ҡышҡы ҡаниҡул,һалҡын көн,

ап-аҡ ҡар, көслө буран, ҡоштар, йәнлектәр,саңғы, сана.

Бер берһен тикшереү.

Башҡорт әҙәбиәтендә күп шағирҙар ҡыш һәм ҡышҡы тәбиғәткә арнап шиғырҙар ижад иткәндәр. “Аҡбуҙат” журналы.

Шиғырҙар уҡыу. (Слайд)

Йомғаҡлау. Агростих алымын ҡулланып шиғыр яҙайыҡ. Был шиғырҙы яҙыр өсөн һүҙлектәр ҡулланабыҙ.

Ҡупшы кейенеп урман

Ылыстарын биҙәгән.

Шатлыҡтар алып килгән.

Һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып уҡырға.

Рефлексия.

- Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ?

Бөгөн дәрестә миңә оҡшаны...

(Мин үҙем шиғыр яҙҙым. Ҡыш тураһында шиғырҙар уҡыныҡ. Йомаҡтарҙың яуаптарын таптыҡ. Һүҙлек менән эшләнек.

Дәрестә мин 2018 йыл Башҡортостанда “Ғаилә йылы” икәнен белдем.

Дәрестә мин 2018 йыл Рәсәйҙә Волонтерҙар йылы икәнен белдем.)

Өйгә эш. Слайдта бирелгән өйгә эш төрөн һайлап көндәлеккә яҙып ҡуйығыҙ.

1.“Беҙ ғаилә менән ҡоштарға ярҙам итәбеҙ” темаһына фотоһүрәттәр

табырға , хикәйә яҙып килергә.

2.22-се күнегеүҙең йөкмәткеһен һөйләргә.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/394686-dres-lg-6-sy-klass-dlt-tele-bulara-b

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки