- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Формирование основ финансовой грамотности дошкольников в соответствии с ФГОС ДО»
- «Патриотическое воспитание в детском саду»
- «Федеральная образовательная программа начального общего образования»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Сценарий «Счастливое детство»
Тема “Бәхетле бала саҡ”
Ойоштороу мәле
“Тамыр” ансамбленең “Бәхет” йырының музыкаһы яңғырай. 1 минут
Сәхнә артында текст уҡыла
Көндәлек тормошта беҙ бер - беребеҙгә бәхет теләйбеҙ. Был изге теләк тыуған көндәрҙә. Байрамдарҙа һәм ғәҙәти көндәрҙә лә яңғырай. Таныш тарға ла, таныш булмағандарға ла бәхетле тормош теләйбеҙ, ә шул ваҡытта бәхеттең нимә икәне тураһында, бәлки уйланмайбыҙҙаҙыр әле... 30 сек.
Сәхнәгә Нурислам менән Айлина сыға.
Нурислам - Һаумы,Айлина!
Айлина: - Сәләм,Нурислам! Класс сәғәтенә әҙерләндеңме әле? Нимә ул бәхет тигән һорауға яуап таптыңмы ?
Нурислам:Мин һүҙлектән ҡарағайным да ул. Тик унда төрлөсә яуап бирелгән.
Айлина:- Ә Лиана был һорауға яуап таптымы икән? Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ.
(сәхнәнән сығып китәләр, видео ҡуйыла)
(30 сек.видеояҙма ҡарала. Әсә менән ҡыҙ бала һөйләшә. Диалог гимназия шарттарында бара)
Ҡыҙ:- Әсәй, әсәй ,ә нимә ул бәхет?
Әсә:- Эй, бәләкәсем минең. Бәхет ул бөгөнгө матур, тыныс тормош. Яҡындарыңдың һау - сәләмәт булыуҙары. Яратҡан һөнәрең менән шөғөлләнеү, татыу ғаиләң булыу.
(3-4 минутлыҡ видеояҙма ҡарау. Өләсәй менән ейәнсәр һөйләшеүе)
Ейәнсәр:-Өләсәй, ә һин бәхетлеме?
Өләсәй:- Бәхетлемен, балам, бәхетле. Эргәмдә һеҙ, балаларым, бар. Ялан кеүек йортта йәшәйем, урыным түрҙә. Барыһы ла етеш. Эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк, шул саҡта бар нимә лә була. Аллаға шөкөр, заманында тырышып эшләнек, шуның рәхәтен күрәбеҙ. Күгебеҙ аяҙ, донъялар имен. Һуғыш ҡына була күрмәһен. А-ай, ул һуғыш!!! Бына һинең дә олатайың, ике бабайың һуғыштан әйләнеп ҡайта алманылар. Ҡара ҡағыҙҙары килде. Иҫтәлеккә өсмөйөшлө хаттары ғына ҡалды. (фото ҡарайҙар, 1-2 хат уҡыйҙар).
Ейәнсәр:-Өләсәй, ә нимә һуң ул бәхет?
Өләсәй:Бәхет ул тыныс тормош балам. Илдә тыныс тормош булһа, һуғыш булмаһа, барыһы ла табыла, ашарға ла, кейергә лә була. Һеҙ бәхетле балам. Аллаға шөкөр. Кейәм тиһәгеҙ ялт итеп торған кейемегеҙ, тәмле-татлы аҙыҡ-түлек тиһеңме, ниндәй генә уйынсығығыҙ юҡ. Ә бына балам беҙҙең бала-саҡ һуғыш йылдарына тура килде. Аслыҡ-яланғаслыҡ, юғалтыуҙар, күҙ йәштәре. Урман ҡырҡып йөрөгәндә ни бары 14 йәшлек кенә ҡыҙ балалар инек.
(Иҫке фотолар ҡарау, миҙалдар, һуғыш тураһында видеонан өҙөктәр, тауышы әкренәйә. “Изге һуғыш” йыры, “Еңеү көнө” йыры яңғырай һәм сәхнәгә өләсәй сыға)
Төп өлөш
(Өләсәй иҫке фотографиялар ҡарап, туҙандарын һөртөп, улар менән һөйләшеп йөрөй.)
Ишек шаҡып балалар инә.
- Һаумыһығыҙ, өләсәй!
Өләсәй:- Һаумыһығыҙ балалар, әйҙүк түрҙән уҙығыҙ! Рәхмәт төшкөрҙәре. килеп тә еткәндәр.
Айлина-Беҙ һиңә әҙерәк ярҙам итәйек тип килдек, өләсәй.
Өләсәй: Әлегә үҙем шәпмен, балалар, бер эшем дә юҡ. Һеҙ уйнап алығыҙ. Мин һеҙҙең уйнағанығыҙға ҡарап үҙемдең бала сағымды иҫкә төшөрөрмөн.
Әмир- Өләсәй, беҙгә әҙерәк һуғыш тураһында һөйләгеҙ әле.
Өләсәй: Тыңлағыҙ улайһа. Был бик ҡәһәрле һуғыш булды ул. Ауылда һәр өйҙән кәм тигәндә 2-3 кеше китте. Ылау-ылау булып, гармундар тартып,
йырлашып, бик тиҙ еңербеҙ ҙә ҡайтырбыҙ тип өмөтләнеп киткәйнеләр:
Һаҡмар һыуҙың буйҙарында
Яңғырай тальян моңдары,
Ил һаҡларға яуға китә
Уралтауҙың улдары.(Өләсәй йырлай)
Айгиз - Өләсәй, беҙ ҙә йырлай беләбеҙ.(йыр “Ерҙән һалдат атлай”)
Өләсәй: Тик һуғышҡа ирҙәр генә китмәне. Бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һалдат шинелен кейҙе, ҡулдарына ҡорал тотоп, ир-егеттәр менән бер рәттән фашистарға ҡаршы үлемесле көрәштә ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бик күп. Күбеһе әйләнеп ҡайта алманы, яу ҡырҙарында ятып ҡалды. Похоронка тигән ҡара ҡағыҙҙары ғына килде. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бик күп булды.
Өләсәй: Тылдағыларға ла еңелдән булманы. Яғырға утын, ашарға икмәк булманы.Үҙәккә үтә ине аслыҡ. Хатта картуфты ла һанап ҡына ашай инек. Яҙ етһә, яланға сығабыҙ. Ашарға яраҡлы бер үлән дә тормай ине инде – балтырған, ҡуҙғалаҡ, йыуа, алабута, бесәй тарыһы. Көҙ етеп, игендәр өлгөрә башлаһа, тиҙ генә ыуалап алып, ҡурмас ҡурып ашай торғайныҡ. Их, ул ҡурмастың тәме!
Резеда - Өләсәй, ә нимә ул ҡурмас?
Өләсәй: Бына бит, замана балалары, ҡурмастың да нимә икәнен белмәйҙәр. Игенде тәүҙә йыуалар, шунан майлы табала ҡыҙҙырып алалар. Унан инде шатырҙатып сәйнәп йотаһы ғына ҡала.
(Өләсәй ҡурмас менән һыйлай)
Данияр - Ә һеҙ уйындар уйнай инегеҙме?
Өләсәй: Һуғыш тигәс тә, балалар уйнамай торманылар. Уйындар күп ине инде ул.
Нурислам - Беҙгә лә шул саҡтағы уйындарҙы өйрәт әле, өләсәй.
Өләсәй: Беҙҙең иң яратып уйнаған уйыныбыҙ ,,Беҙ-беҙ-беҙ инек...” ине.Уны беҙ ҡыҙҙар менән уйнай торғайныҡ.
Алһыу - Өйрәт әле беҙгә лә, өләсәй!
Өләсәй: Өйрәтәм, балаҡайҙарым!
Уйнайҙар. (Яза – шиғыр Ғиззәтуллина Карина)
Өләсәй: Мин һеҙгә үҙебеҙ бәләкәй саҡта яратып уйнаған “Йәшерәм яулыҡ” уйынын өйрәтәйем, булмаһа. Тәүҙә беҙгә ҡулъяулыҡ һалыусыны һайларға кәрәк. Уны беҙ һанашмаҡ әйтеп һайлайыҡ.
(Әмир һанашмаҡ әйтә.)
Өләсәй: Ә хәҙер түңәрәк яһап ултырабыҙ. Яулыҡ һалыусы түңәрәк буйлап йөрөп, һиҙҙермәйсә генә береһенең артына һалып китергә тейеш. Шым ғына йөрөмәй, ә һамаҡ әйтеп йөрөй:
Артына яулыҡ һалынған кеше яулығын алып, һалыусыны ҡыуып етергә, ә
һалыусы тороп киткән уйынсының урынын алып өлгөрөргә тейеш. Өлгөрмәһә, яза бирелә. (Әтәс булып ҡысҡырыу, йыр “Ярай әле атай-әсәй бар” Мөхәмәтова Гөлсинә)
Уйнайҙар.
Өләсәй: Эй, балаҡайҙарым, рәхмәт төшкөрҙәре, ҡалай һәйбәт булды әле килеүегеҙ.Минең дә кәйефтәрем күтәрелеп, бала саҡтарым иҫемә төштө хатта. Мине онотмағыҙ, гел шулай килеп йөрөгөҙ.
Нурислам - Ярар, өләсәй, беҙ тағын килербеҙ әле. Ә һин тағы ла уйындар иҫеңә төшөрөп тор. Һау бул, өләсәй!
Өләсәй: Һау булығыҙ, балаҡайҙарым! Имен-аман йөрөгөҙ!
(Балалар сығып китәләр, өләсәй оҙата сыға)
Йомғаҡлау
Ҡыҙ бала өйөндә шатланып йөрөй. (һикерәңләп, көйләп ала )
Ҡыҙ: - Әсәй, атай, ағай килегеҙ әле бында! (эргәһенә ултырта)
Беләһегеҙме, мин бәхеттең нимә икәнен аңланым! Бәхет ул, әгәр яҡындарың эргәңдә, тыныс тормош булһа. Күңел тыныс булһа. Мин шундай бәхетле!
(яҙ тураһында картиналарр, презентация )
Сәхнә артында һүҙҙәр
Бәхет –ул аяҙ күк йөҙө. Тыныс тормош, бәхетле бала-саҡ. Тыныс тормошта наҙлы яҙҙарҙы ҡаршы алыу үҙе ҙур бәхет түгелмени?.. 30 сек.
Йыр “Бәхет өсөн”
Мәшәҡәтең, эшең булһа,
Көтөп алыр кешең булһа,
Йөрәгеңдә булһа һөйөү,
Яҡындарың өсөн көйөү...
Үҙе бәхет!
Ҡайтып килер өйөң булһа,
Йыр һуҙырҙай көйөң булһа,
Башың иҫән, айыҡ аҡыл,
Өҫтәлеңдә һыйың булһа.
Үҙе бәхет!
Һынауҙарға һығылмаһаң,
Сырхауҙарҙан йығылмаһаң,
Йондоҙ күрер күҙең булһа,
Йән йылытыр һүҙең булһа,
Үҙе бәхет!
Үткәндәрҙе иҫкә алып,
Аҡ ниәттән эш башлаһаң,
Тормош биҙәр көсөң булһа.
Ул ҙур бәхет.үҙе бәхет...
Бәхетле булығыҙ!
5
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/420130-scenarij-schastlivoe-detstvo
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Принципы планирования и организации лагерной смены»
- «Оказание первой помощи в образовательных учреждениях»
- «Основы профессиональной деятельности классного руководителя в основной и средней школе»
- «Образовательный маркетинг»
- «Профессиональная компетентность учителя начальных классов»
- «Разработка и реализация АООП и ООП основного общего и среднего общего образования в соответствии с ФГОС»
- Организация учебно-воспитательной работы с обучающимися в группе продленного дня
- Реализация физического воспитания. Особенности организации адаптивной физической культуры для обучающихся с ОВЗ
- Тьюторское сопровождение в образовательной организации
- Содержание профессиональной деятельности старшего вожатого образовательной организации
- Педагогика и методика преподавания физической культуры
- Учитель изобразительного искусства. Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.