- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Оказание первой помощи в образовательных учреждениях»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Критерии оценивания письменных работ на уроках башкирского языка
1. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау........................................................................3
2. Төп белем биреү класы уҡыусыларының белемдәрен баһалау нормалары...............................................................................................4
2.1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау....................................5
2.2. Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары...........................6
3. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.7
4. Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары. Диктаннтарҙы баһалау........8
Практик өлөш.
Белорет ҡалаһы 1- се мәктәбе уҡыусыларының башҡорт теле дәрестәрендә яҙма эштәрен баһалау.............................................9
Муниципаль мәғариф бюджет учрежденияһы
Белорет ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Башҡорт теле дәрестәрендә
уҡыусыларҙың яҙма эштәрен баһалау критерийҙары.
Авторы: Сафина Ильзира Данияр ҡыҙы
Етәксеһе: Аҡъюлова Роза Рәжәп ҡыҙы
Йөкмәткеһе.
Теоретик өлөш.
1. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау........................................................................3
2. Төп белем биреү класы уҡыусыларының белемдәрен баһалау нормалары...............................................................................................4
2.1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау....................................5
2.2. Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары...........................6
3. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.7
4. Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары. Диктаннтарҙы баһалау........8
Практик өлөш.
Белорет ҡалаһы 1- се мәктәбе уҡыусыларының башҡорт теле дәрестәрендә яҙма эштәрен баһалау.............................................9
1. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
2. Төп белем биреү класы уҡыусыларының белемдәрен баһалау нормалары.
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы:
- уҡыусыларҙың эштәре;
- тест һөҙөмтәләре.
Методтар:
- күҙәтеү;
- яуап һайлау;
- ҡыҫҡа яуап;
- башҡарыу процесын баһалау;
- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
- портфолио.
Критерийҙар;
- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;
- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
- уҡыуҙың темпы;
- әңгәмәлә ҡатнашыу;
- яуаптың дөрөҫлөгө;
- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
2.1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Һүҙләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
2. 2.Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.
Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
материалды эҙмә - эҙлеклеһәмәҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы «5» билдәһенҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкинһирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенәнһуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндәһирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темағаҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауынһәм белеүен күрһәтһә,ләкин
материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙеңһәмҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусыһоралған материалдың күберәкөлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙеһәмҡағиҙәләрҙеәйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана
3.Яҙмаэштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар;
4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;
5) изложениелар;
6) иншалар;
7) тестарға яуаптар яҙыу.
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Белем кимәлен диагностикалау формалары һәм күләме:
Эш төрҙәре | 5 класс | 6 класс | 7 класс | 8 класс | 9 класс |
Күсереп яҙыу | 1 | 1 | - | - | - |
Һорауҙарға яуап яҙыу | 1 | 1 | 1 | 1 | 2 |
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | |
Һүҙлек диктанты | 12-15 | 15 - 18 | 18 - 20 | 22-25 | 25-28 |
4.Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.
Яҙма эштәргә уҡытыусы уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалау нормаларына ярашлы билдә ҡуйырға тейеш.
Диктанттарҙы баһалау.
Контроль диктант тексына алдағы ике – өс дәрестә өйрәнелгән, етерлек кимәлдә нығытылған яңы орфограммалар ғына индерелә. Үтелмәгәнҡағиҙәгәҡараған орфограммалар һәм тыныш билдәләре иҫкәртелә.
Диктантты тикшергәндә түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
- мәктәп программаһына индерелмәгәнҡағиҙәгә яҙылыштар;
- әлеүтелмәгәнҡағиҙәгә яһалған хаталар;
- автор ҡуйғанҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
- механик рәүештә бер хәрефте икенсеһе менән алыштырып яҙыу.
Диктантҡа билдәҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары,йәғни грамоталыҡты билдәләүөсөн мөһимәһәмиәте юҡтары айырым билдәлән. Бындай хаталарҙың икәүһе берәүгәһанала. Улар түбәндәгеләр:
- ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренәҡараған хаталар,
- бәйләү юлы менән яһалғанҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙаҙур хәрефтең яҙылышына хаталар,
- бер тыныш билдәһе урынына икенсеһенҡуйыу,
- үҙләштерелгәнһүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышында хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
Билдә ләр | Баһалауҙың төп критерийҙары |
«5» | Тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә |
«4» | 4 орфографик, 3 пунктуацион, йә 1 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған эшкә.Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә |
«3» | 6 орфографик, 6 пунктуацион, йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкәҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә ҡуйыла. |
«2» | 9 орфографик, 9 пунктуацион, йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хаталы эшкә ләҡуйыла. |
Практик өлөш.
Белорет ҡалаһы 1-се урта мәктәбе уҡыусыларының башҡорт теле дәрестәрендә яҙма эштәрен баһалау.
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәбе булараҡ, Белорет ҡалаһы 1-се урта мәктәбендә яҙма эш төрҙәре бик аҙ күләмдә үткәрелә. Юғарыла бирелгән таблицала күренеүенсә, беҙҙең мәктәптә яҙма эш төрҙәренән һүҙлек диктанты, күсереп яҙыу һәм һорауҙарға яуап (йәки тест) формалары ғына үткәрелә.
Быйылғы уҡыу йылында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр бик аҙ. Башланғыс класс уҡыусылары һәм 8в, 9б класс уҡыусылары ғына өйрәнә.
Беренсе сиректә инеш диктант яҙма эш формаһы юҡ. Сиреккә беҙ күсереп яҙыу (өҫтәлмә эш тә бирелә) йәки һорауҙарға яуап биреү үткәрәбеҙ.
Мәҫәлән, 8в класына бирелгән текст һәм өҫтәлмә эштәр.
Текст. Ысын дуҫлыҡ.( 80 һүҙ)
Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк-бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ-бына һиңә меңәрләгән келәт. Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.
Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары өсөн текст бик ауыр. Тота килеп күсерергә бирергә ярамай. Һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ. Үҙ аллы уҡытыу, таныш булған һүҙҙәрҙе табыу, бәйле булған һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү һ.б эштәрҙе, әлбиттә, эшләтмәү мөмкин түгел.
Уҡыусы тексты күсергән ваҡытта кем, нимә тураһында һүҙ барғанын белергә һәм аңларға тейеш. Уҡығанда һәм тексты күсергәндә ул яңы һүҙҙәҙе бик яҡшы иҫтә ҡалдыра. Был текстҡа өҫтәлмә эштәргә мин текст буйынса һорауҙарға яуап алам.
Бүрекле беснәктәр ҡышҡа нимә әҙерләйҙәр?
Әҙерләгән аҙығын ҡайҙа йәшерәләр?
Нисек һыйланалар?
Әйтеп үтер кәрәк- уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп булғас, дәрестәрҙә күберәк тәржемә өҫтөндә эшләйбеҙ. Улар яҙма ла , телдән дә башҡарыла.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/455806-kriterii-ocenivanija-pismennyh-rabot-na-uroka
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Реализация ФГОС ООО в условиях введения профессионального стандарта педагога»
- «Доступная среда в образовательной организации в условиях реализации ФГОС»
- «Методы исследования и оценки в деятельности специалиста по работе с молодёжью»
- «Технологии социальной интеграции выпускников всех форм попечения»
- «Подготовка к ЕГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС: содержание экзамена и технологии работы с обучающимися»
- «Цифровая трансформация библиотечного дела»
- Педагогическое образование: история и кубановедение в образовательной организации
- Образовательные технологии и методики обучения основам безопасности жизнедеятельности
- Педагогическое образование. Содержание и организация профессиональной деятельности учителя
- Содержание профессиональной деятельности старшего вожатого образовательной организации
- Теория и методика преподавания истории и обществознания
- Психолог в сфере образования: организация и ведение психолого-педагогической работы в образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.