- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Адаптированная рабочая программа факультативных занятий «Башкирский язык как государственный язык Республики Башкортостан» для обучающихся 7,8 классов
Эш программаһы 6-8-се кластар өсөн ошо нигеҙҙә төҙөлдө:
- Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-сы кластары өсөн) 5-11-сы кластар өсөн Габитова З. М., Усманова М. Г., Ижевск – 2008.
- “Башҡорт теле” дәреслеге 7-се класс өсөн, Усманова М. Ғ., Габитова З. М., Өфө: Китап, 2015.
- “Башҡорт теле” дәреслеге 8-се класс өсөн, Усманова М. Ғ., Габитова З. М., Өфө: Китап, 2017.
Башҡорт теленән эш программаһы аҙнаһына 1 сәғәткә бүленгән:
- 7-се класта – 35 с;
- 8-се класта – 33 с;
Был программа уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу. Башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләре биреү. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған ерҙең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам тәрбиәләү, илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Башҡорт теленән яраҡлаштырылған эш программаһына 7-8-се кластар өсөн аннотация
Эш программаһы 6-8-се кластар өсөн ошо нигеҙҙә төҙөлдө:
- Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-сы кластары өсөн) 5-11-сы кластар өсөн Габитова З. М., Усманова М. Г., Ижевск – 2008.
- “Башҡорт теле” дәреслеге 7-се класс өсөн, Усманова М. Ғ., Габитова З. М., Өфө: Китап, 2015.
- “Башҡорт теле” дәреслеге 8-се класс өсөн, Усманова М. Ғ., Габитова З. М., Өфө: Китап, 2017.
Башҡорт теленән эш программаһы аҙнаһына 1 сәғәткә бүленгән:
- 7-се класта – 35 с;
- 8-се класта – 33 с;
Был программа уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу. Башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләре биреү. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған ерҙең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам тәрбиәләү, илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.
1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән коррекция интернат-мәктәптәрендә башәорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу программаһы төҙөлмәгән. Шуға күрә башҡорт телен уҡытыу өсөн эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Ғабитова З.М., Усманова М.Г., 2008й., «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. –Уфа, 2005 й.
Программа уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнгән. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән коррекцион интернат-мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Аң кимәле үҫеп етмәгән балаларға башҡорт теленән (дәәүләт теле булараә) белем биреү өсөн ошо программа 6улайлы тип таптым. Сөнки был программа нигеҙендә сығарылған дәреслектәрҙә уҡыу өсөн текстар аңлайышлы, күнегеүҙәр уҡыусыларҙың аң кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән, төрлө уйындар, ребустар, кроссвордтар, һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн һүрәттәр ҙә бар. Дәреслектәр программаға ярашлы (аҙнаға 1 сәғәт) төҙөлгән.
Бындай мәктәптә башәорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принципҡа нигеҙләнеп атҡарырға мөмкин:
- Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
- Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
- Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.
- Башҡорт телен тик телмәрһәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.
Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
1) Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2) Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3) Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
4.) Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
5) Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
6) Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
7 КЛАСС
УҠЫТЫУ-ТЕМАТИК ПЛАНЫ
№ | Тема | Сәғәт һаны |
1 | Яңынан мәктәпкә | 4 |
2 | Ауыл тормошо | 5 |
3 | Башҡортостан буйлап сәйәхәт | 3 |
4 | Спорт | 5 |
5 | Мин Һәм беҙҙең ғаилә | 5 |
6 | Сәнғәт оҫталары | 5 |
7 | Исемең матур, кемдәр ҡушҡан | 2 |
8 | Борон-борон заманда | 2 |
9 | Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ | 4 |
Бөтәһе - 35 |
Уҡыу курсының йөкмәткеһе.
Яңынан мәктәпкә (4сәғ)
5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора. Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.Грамматика: 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ауыл тормошо(4сәғ.)
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.Грамматика: Ҡылым. һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө.
Башкортостан буйлапсәйәхәт(3сәғ.)
Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.Грамматика: Яңғыҙлыҡ исемдәр.
Спорт. Спорт кәрәк-ярактары(5сәғ.)
Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү. Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.
Мин һәм беҙҙең ғаилә(5сәғ.)
Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарарға, аңларға һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.Грамматика: Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.
Сәнғәт оҫталары.(6сәғ.)
Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Грамматика: Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.
Исемдәрең матур, кемдәр ҡуйған?(2сәғ.)
Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк. Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (4сәғ.)
Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһындағына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәрҙә иғтибар үҙәгендә торорғатейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.Грамматика: Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы
7 класс өсөн белем күнекмәләренә талаптар:
1) Ойрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белергә тейеш;
- программала ятлау өсөөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау.
2) Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
- эпик әҫәр һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;
- 8-9 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3) Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;
- художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
- ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;
4) Йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте;
- фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
- графика, алфавит; хәрефтәрҙеү өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;
- яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
8 КЛАСС
УҠЫТЫУ-ТЕМАТИК ПЛАНЫ
№ | Тема | Сәғәт һаны |
1 | Алтын көҙ етте | 2 |
2 | Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт. | 6 |
3 | Хинган тауҙары аша | 4 |
4 | Хеҙмәт төбө – хөрмәт | 7 |
5 | Ҡыш дауам итә. | 3 |
6 | С.Юлаев-башҡорт халҡының милли батыры. | 3 |
7 | Йәмле яҙ, һағындыҡ һине | 5 |
8 | Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ. | 3 |
Бөтәһе-33 |
Уҡыу курсының йөкмәткеһе.
Алтын көҙ етте(2сәғ.)
Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәнеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаҡында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ урынлаштырыу. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт(6сәғ.)
Кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен, логик баҫымды өйрәнеү. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.
Хеҙмәт төбө – хөрмәт(7сәғ.)
Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыуҙы дауам итеү. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Ябай һөйләм төрҙәрен өйрәнеү.
Ҡыш дауам итә(3сәғ.)
Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу. Яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр менән танышыу. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйыу осраҡтарын өйрәнеү.
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры(3сәғ.)
С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында төрлө ижади эштәр эшләү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусының һөйләмдәге ролен өйрәнеү.
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!(5сәғ.)
Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләрҙә ҡатнашыу. Тултырыусының һөйләмдәге роле.
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ(3сәғ.)
Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы, ветерандарға, батырҙарға ҡарата ихтирамлы булыу, ғорурланыу. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙарҙа ҡатнашыу. Хәлдәр тураһында төшөнсә биреү. Һүҙлек менән эш күнекмәләре эшләү.
8 класс өсөн белем күнекмәләренә талаптар:
1) Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу;
- художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;
- ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен дөрөҫ һөйләп биреү;
- хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе инсценировкалау;
2) өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен белеү;
- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙеү төп темаһын аңлау;
- программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын яттан белеү;
3) Яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;
- текстың планын төҙөү;
4) Төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
- һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1) «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., ДәүләтшинаМ.С., ГабитоваЗ.М., Усманова М.Г. – Ижевск,2008й.
2) «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. –Уфа, 2005 й.
3) М.Ғ.Усманова, З.М.Габитова. Рус мәктәптәренең 6 класында уҡыған балалар өсөн башҡорт теле дәреслеге. Өфө: Китап, 2015 й.
4) М.Ғ.Усманова, З.М.Габитова. Рус мәктәптәренең 7 класында уҡыған балалар өсөн башҡорт теле дәреслеге. Өфө: Китап, 2015 й.
5) М.Ғ.Усманова, З.М.Габитова. Рус мәктәптәренең 8 класында уҡыған балалар өсөн башҡорт теле дәреслеге. Өфө: Китап, 2017 й.
7
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/537368-adaptirovannaja-rabochaja-programma-fakultati
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Организация образовательного процесса по ОБЖ в соответствии с ФГОС ООО от 2021 года»
- «Учитель географии и биологии: современные методы и технологии преподавания по ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Инновационные подходы к обучению и воспитанию в ДОУ»
- «Методика преподавания русского языка»
- «Преподавание физической культуры по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Формы и методы организации культурно-досуговой деятельности детей в каникулярное время»
- Теория и методика преподавания истории в общеобразовательной организации
- Деятельность учителя-методиста в рамках сопровождения реализации общеобразовательных программ
- Социально-педагогическая деятельность в образовательной организации
- Физика: теория и методика преподавания в образовательной организации
- Педагогика и методика преподавания истории
- Ведение педагогической деятельности в образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.