- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
- «Риторические аспекты профессиональной коммуникативной деятельности современного педагога»
- «Игровые пособия для работы с детьми дошкольного возраста (палочки Кюизенера, блоки Дьенеша, круги Луллия, ментальные карты Бьюзена)»
- «Обучение английскому языку детей дошкольного возраста»
- «ИКТ-компетентность современного педагога»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Проблемы и перспективы изучения башкирского языка
информацион технологиялар шәхестең аң даирәһен киңәйтеүсе, уны йәмғиәттә йәшәү нормаларынаhәм ысын теимматтарга ылыҡтырыусы сифат булараҡҡаралһа;
был эштә күтәрелгән проблемарзың йөкмәткеһендәге бөта аспекттар берҙәм дидактик система сиктәрендәuapanha;
уҡытыусылар тарафынан профессиональ ҡыйынлыҡтар педагогик эшмәкәрлекте тотҡарлаусы итеп түгел,әпрофессиональ кимәлдәүҫтереү есөн нигеҙ итеп ҡapaлha,
башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар индереү файҙалы буласаҡ
Концепцияның маҡсатына hәм гипотезаһына ярашлы шундай бурыстар ҡуйылды:
психологикhәм педагогик әҙәбиәттә информацион технологиялар буйынса материалдар ҡарап сығыу;
башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологияларҙың йөкмәткеһенhәм методологик нигезҙҙәрен асыҡлау;
фәнни-методикәҙәбиәтте анализлау hәм мәктәптәрҙә тупланған тәжрибә нигеҙендәәлегә тиклем ҡулланылып килгән информацион технологияларҙы системалаштырыу hәм киләсәктәүҙемдең педагогик практикала файҙаланыу;
тәжрибә нигеҙенда гимназияһында башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙың танып белеүәүҙемлеген, заманса технологиялар hәм мониторинг системаһына таянып, шәхескә йүнәлтелгән эш формалары ойоштороу аша информацион технологиялар индереүҙең эффектлылығын тикшереү.
Концепцияныңөҫтөндә эшләү процесында түбәндәге методтар ҡулланылды:
тикшеренеүҙең концептуаль положениеларын эшләп сығарыу маҡсатында психологикhәмфәнни-педагогикәҙәбиәтте анализлау;
информацион технологиялар ҡулланыусы алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһенөйрәнеүhәм йомғаҡлау;
информацион технологиялар ҡулланған мәктәптәрҙең тәжрибәһенөйрәнеү;
үҙемдең педагогик эшмәкәрлектә информацион технологияларҙыҡулланыпҡарау.
Концепцияның теоретикhәм методологик нигеҙҙәре:
2010 йылға тиклем Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһы;
милли мәғариф концепцияһыhәм Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыу принциптары;
уҡытыуға информацион технологиялар индереү проблемаһына система л ы hәм шәхескә йүнелтелгәнҡараш концепцияһы;
гуманлы (кешелекле) педагогика һәм психология теорияһы;
Концепциянын этаптары:
этап: 2004 - 2005 йылдар - концепцияла күтәрелгән проблема буйынса методологик, психологик, социологик, фәлсәфәүи, педагогик әҙәбиәттеөйрәнеү. Был этапта теоретик положениелар,ҡапма-ҡаршылыҡтар, проблемалар билдәләнде, концепцияның йөкмәткеһеһәм эштең төп фәнни төшөнсәләре асыҡланды, башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу тәжрибәһеөйрәнелде.
этап: 2005 - 2006 йылдар - концепцияның проблемаһы буйынса сығанаҡтар базаһын, мәктәптәр тәжрибәһенөйрәнеү тәрәнәйтелдеһәм мәктәптә тәжрибәүткәрелде.
этап: 2006 - 2007 йылдар - тәжрибә эшен анализлау hәм теоретик яҡтан йомғаҡлау, башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологияларға төҙәтмәләр индереү, тәжрибә эшен тамамлау, һығымталаряhayһәм тикшереү проблемаһы буйынса методик рекомендациялар эшләүҡаралған.
Концепцияның фәнни яңылығы түбәндәгеләрҙән тора:
башҡорт теленуҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыуҙың асылы киңәйәсәкһәм тәрнәйәсәк;
башҡорт телен уҡытҡанда компьютер программалары ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы тураһында талаптар асыҡланасаҡ.
Концепцияның теоретик әһәмиәте:
башҡорт теле уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу алымына, уның асылын аңлауға, дидактикаға (уҡытыу эшенең йөкмәткеһе, формаһыһәм ысулдарына) билдәле кимэлдэ өлөш индерелде.
Төп өлөш
Технологияһәм педагогик технология
"Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре" Законына ярашлы быйылғы йылдан башҡорт теле республикабыҙҙың бөтә урта белем биреү учреждениеларында ла дәүләт теле булараҡөйрәнелә башланы.
Ҡала шарттарында башҡорт теле дәресеүткәргәндә,ғөмүмән, бөгөнгө көндә мәктәптә уҡыусы балаларҙың мейеһенә нагрузка ифрат ҙур. Шуға күрә балаларҙа предметҡаҡаратаҡыҙыҡһыныу уятыу, дәрес барышында уларҙыәүҙем эшләтеү тураһында уйларға кәрәк. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген йәнләндереүөсөн дәрестеңҡайһы бер этабында компьютер ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы.
Хәҙерге персональ компьютерҙарһәм программалар иң ябай тестар, анимация, һүрәт төшөрөү, тауыш, фотография ярҙамында уҡытыу ситуацияларын төҙөүгә мөмкинлектәр бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡтаҡулланыу уҡытыусы алдында ғәйәтҙур мөмкинлектәр аса. Уҡытыу уйындары һәм программалары *****************
***************
эшләп сығарыу яңыhәм тиҙүҫеүсе тармаҡҡа әйләнде. Көнүҙәк мәсьәләрҙеңбepehe - бөтә мәғариф системаһын компьютер технологияларын ҡулланыуға йәлеп итеү.
Нимәһуң ул "технология" һәм "педагогик технология"? Энциклопедия һүҙлегендә былай тип аңлатыла: "Технология - грек теленән үҙләштерелгәнhүҙ:techne - оҫталыҡ,loqos - тәғлимәт,ғилем". С.И. Ожеговтың "Рус теленеңһүҙлегендә былай аңлатма бирелә: "Технология - билдәле бер производство өлкәһендэ материалдарҙы эшкәртеү, торошон үҙгәртеү процестарыныңйыйылмаһы, шулай уҡ производство ысулдарын фәнни тасуирлау". Тағы бер белешмәлә: "Технология - продукция эшләп сығарғанда сеймалдың, материалдьң, ярымфабрикаттың формаһын,үҙенсәлеген, торошон үҙгәртеү, етештереү, эшкәртеү методтарының йыйылмаһы. Фән булараҡ технологияның бурысы - иң эффектив һәм экономиялы производство процестарын асыҡлауһәм практикала ҡулланыу маҡсатында физик, химик, механик h.б. закондарҙы асыу, күрһәтеү,"- тип яҙылған. Сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе аңлатыусыһүҙлектә: "Технология - производство процесынүткәреү ысулдары һәм юлдары тураһындағы белем йыйылмаһы (совокупность знаний)". (Концепция авторының тәржемәләре).
"Технология"hүҙe бөтә белешмә,һүҙлектәрҙә лә "производство" һүҙе менән бәйле аңлатыла.Әммә уларҙағы уртаҡ төшөнсә: "...методтар йыйылмаһы" йәиһә"... белем йыйылмаһы".
Хәҙерге башҡорт эәҙәби теленең аңлатмалыһүҙлегендә "технология" һүҙенә ике билдәләмә биреләһәм улар алда ҡарап киткән формулировкаларҙанәҙерәк айырыла: "1. Төрлө нәмәне эшләүһәм эшкәртеү ысулдары тураһындағы белем. 2. Төрлө нәмәне эшләүhәм эшкәртеү процесындағы эш алымдары". "Йыйылма" йәки "йыйым" тигәнһүҙҙең булмауы мәғәнәне ярлыландырғанһымаҡ.
"Педагогик технология" төшөнсәһенә килгәндә, Рәсәй педагогик энциклопедияһында: "... белем биреүҙе уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуһәм тәрбиәнең теоретик яҡтан нигеҙләнгән процесын барлыҡҡа килтереүсе саралар һәм ысулдар йыйылмаһы,"- тип әйтелә. Концепция өҫтөндә эшләү процесында алда курһәтелеп кителгән ике төшөнсәгә лә таянып эш ителде.
Педагогикәҙәбиәттә 5 быуын педагогик технологиялар күрһәтелә:
традицион методика;
модуль-блок технологияһы;
блок технологияһы;
үҫтереүсе уҡытыу технологияһы;
информацион технология;
Уҡыу-уҡытыу системаһы боронғо антик мәктәптәрендә уҡ барлыҡҡа килгән. Унда уҡытыусы менән уҡыусылар монолог һәм диалог формаһы ярҙамындабep-бepehe менән аралашҡандар. Хәҙерге тел менәнәйткәндә, боронғо грек дәрестәрен лекция һәм семинар формаһы, тип әйтергә булыр ине. Мәктәптәрҙең, университеттарҙың барлыҡҡа килеүе синыфтарҙаүткәрелә торған дәресһәм лекция - семинар формаһындағы уҡытыуҙы яйғаһалған. Нисә быуат инде уҡытыуҙың бындай формалары үҙгәрешһеҙҡала килә. Йөҙәр йыл арауығында күҙгә күренгән иңҙyp яңылыҡ - баҫма дәреслектәр барлыҡҡа килeүe.Yҙ сиратында баҫма дәреслектәрүҙ аллы белем алыу мемкинлеген бирә. Радио, телевидение лә мәғариф системаһынүҙгәртмәне,ә уҡытыуҙың эффектлылығын бер аҙ күтәрҙе.
Уҡытыуҙың классик формаларыныңүҙгәрешһеҙҡалыуының төп факторҙары итеп түбәндәгеләрҙе һанарға мөмкин:
мәғлүмәтте күһәтеп (визуаль) һәмhүҙ менәнәйтеп еткереү;
уҡыусылар менән күҙмә-күҙ бәйләнеш булыуы, шулай уҡ тикшереүһәм үҙ аллы эш булыуы;
белемдеүҙләштереүгә ярҙам итеүсе уҡытыусы шәхесенең эмоциональ тәьҫир көсө.
Өҫтәкүрһәтелгән факторҙар уҡытыуҙың нығынған формаларын алмаштырғыһыҙ итә. Ләкин традицион уҡытыу формаларында балалар алдында мотлаҡ уҡытыусы барып торорға тейеш. Уҡыусыларһаны ла норманан артмауы кәрәк. Шулай уҡ уҡытыу процесы ҡайһы бер субъектив сәбәптәргә, атап әйткәндә, уҡытыусының профессиональ һәм шәхси сифаттарына, уҡытыу шарттарына h.б. сәбәптәргә бәйләнгән.
Уҡытыуҙа компьютер технологиялары ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы-булмауы тураһында төрлө фекерҙәр бар. Бөгөнгө көн талаптарынан сығып уйлағанда, был мәсьәлә ыңғай хәл ителә, тип һанарға мөмкиндер. Мәғлүм булыуынса, компьютер технологиялары -hәp бала файҙалана алырлыҡ,hәp баланы ҡыҙыҡһындырырлыҡҡеүәтле информацион ысул. Шуға күрә информацион технологиялар уҡытыу процесында ҡулланылышын тапты.
Бөгөнгө көндә мәғариф алдында ике мөһим мәсьәлә тора:
уҡытыуҙың ниндәй бурыстарын компьютер хәл итергә тейеш?
ул бурыстарҙың хәл ителеү технологиялары ниндәй?
Беҙҙең уйыбыҙса, был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың нығынған традицион формалары менән бер рәттән информацион технологияларҙы ла ҡулланыу яҡшыһөҙөмтәләр бирер.
Мәҫәлән, баҫма дәреслектәр сығарыу уҡытыу системаһыөсөн прогрессив аҙым булды: уҡыусыларға ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге асылды, уларҙың аудиторияһы ла киңәйҙе. Ләкин дәреслек мәғлүмәттекүҙмә-күҙҡарап алыуҙыһәмhүҙ ярҙамында аралашыуҙы тәьмин итә алмай. Шулай уҡ уҡытыусының дәрес биргән ваҡыттағы эмоциональ етәкселеге лә ситтәҡала. Ошо шарттар үҙ алдына белем алыуҙыңбаһаһын төшөрә. Хәҙерге көндә дәреслек - уҡытыу процесындағыҡулланма,әсбапә бына информацион технологиялар ярҙамында дәресүткәргәндэ электрон дереслектер - иң кәрәклеҡулланма.
Электрон дәреслектәр
Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән хупланған "Башҡортостан халыҡтары телдәренһаҡпау,өйрәнеүһәмүҫтереү буйынса дәүләт программаһына ярашлы төрлө дәреслектәр,һүҙлектәр сыҡты. Шуныһыҡыуандыра, дәреслектәрҙеңһәмһүҙлектәрзең электрон варианттары уҡытыу практикаһындаҡулланылышын тапты.
Электрон дәреслектәр түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
дәрес һәм лекцияларҙың имитацияһы;
уҡыу программаһынан тыш белемде тәрәнәйтеү мөмкинлеге булыу (белешмә, предметты тәрәнәйтепөйрәтеүсе программалар булыу);
уҡыусыларҙыңүҙ белемдәрен тикшереүе (алдан эшләнгәнһорауҙарһәм тестар ярҙамындаһөҙөмтәләрҙе автоматик рәүештә баһалау);
-hәp бер компьютер менән файҙаланыусының индивидуаль программа буйынса эшләй алыу мөмкинлеге булыу.
Әлеге көндә башҡорт теле буйынса ошондай электрон ҡулланмаларбар:
"Башҡортсаөйрәнәйек". Урыҫ мәктәптәренеә 1 - 4 синыфтары өсөн
дәреслек (авторҙары X. Толомбаев);
Башҡорт теле. Урыҫ мәктәптәренең5-11 синыфтары өсөн дәреслек
(авторҙарыM.F. Усманова, З.М. Ғәбитовa);
Башҡорт теле. Башҡорт мәктәптәренең9-11 синыфтары өсөн
дәреслек (авторҙары В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин);
Электронһүҙлектәр.
Үкенескәҡаршы,әлегә башҡорт теле буйынса сыҡҡан электрон дәреслектәргә методик күрһәтмәләр юҡ. Уҡытыусы дәрестә компьютер файҙаланырға булһа, программаны нисек ҡулланыуҙыүҙе уйлап табырға тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыларының бик һирәгенеңөйөндә компьютеры бар. Күптәре техникаға тотонорғаҡурҡа, уның ниндәй мөмкинлектәре барын күҙ алдына ла килтермәй. Шуға күрә уҡытыусыны компьютер программаһы менән таныштырғанда айырым темалар буйынса бyлha ла дәресөлгөләре тәҡдим итергә кәрәк. Ошо проблеманы күҙ уңында тотоп, концепцияғаҡушымтала башҡорт теле дәрестәрендә информацион технологиялар ҡулланылған бер нисә дәресөлгөһөбирелә. Программаның мөмкинлектәрен яҡшы аңлап алһа, аҙаҡтан уҡытыусыүҙе уҡ ижад итә башлаясаҡ. Персональ компьютерҙарҙыңһәм электрон дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеүе башҡорт теле буйынса программаға ла, предметты уҡытыу методикаһына ла тәҫир итмәйҡалмаҫ.
Башҡорт телен уҡытыуҙа компьютер ҡулланыу
Уҡытыуҙа комьютер ҡулланыу мәсьәләһенә туҡталайыҡ. Уҡытыусы эшенең төп формаһы - дәрес. Компьютер ярҙамындаүткәрелгән дәрестәрҙең структураһыүҙенә бер төрлө, уның теорияһыәлегә ентекләп эшләнмәгән.Үрҙәәйтелгәнсә, компьютер ярҙамындаүткәрелгәндәрестеңүҙен! хас маҡсаттары, формалары һәмһөҙөмтәләрҙе билдәләүсе методикаһы бар.
Тағы бер теоретик hopay тыуа: уҡыусыларҙың ниндәй категориялары өсөн компьютер технологиялары эффектлы буласаҡ,әҡайһыларыөсөнкомпьютер файҙаланыу өлгөрөш сифатын арттырмаясаҡ?
Уҡытыуҙа компьютерҡулланыу компьютер ярҙамындаүткәрелгән дәрес менән генә сикләнмәйәсәк. Дәрес был процестың иң мөһимөлөшө лә түгеләле. Киләсәктә уҡыусыларҙыңөйөндәге компьютерҙығаиләлә уҡытыуҙың бер ысулы итеп, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлегендәҡулланыу мөмкинлегенҡарау кәрәк. Перспективала уҡытыусы балаларҙыңөйҙәрендәге персональ компьютер аша дистанцион дәресүткәреүҙе күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Мәктәптә компьютер уҡытыусы менән уҡыусы араһында күпер ролен башҡара. Компьютер ярҙамында дәресүткәргәндә уҡыусы индивидуапь программа менән уҡый ала. Шулай уҡ уҡыусы материалды өйрәнеүһәмүҙләштереүҙеңүҙенә уңайлы тиҙлегенһайлай ала. Әгәр бала арып китһә, компьютер уға күңеллеһәм шул уҡ ваҡыттаөйрәтеүсе уҡыу программаһын тәҡдим итә ала. Компьютер технологияһының башҡа технологиялар менән сағыштырған саҡта иң төпөҫтөнлөгө - ул һәр бер уҡыусы менән айырым, индивидуаль эшләргә мөмкинлек бирә.
Персональ компьютерҙарҡулланыу тәжрибәһенән сығып шуны әйтергә була: техника уҡытыусыныҡайһы бер элементар һәм ялҡытҡыс эштәрҙән бушата, мәҫәлән: тест һөҙөмтәләрен эшкәртеүһ.б.
Беҙҙеңҡарамаҡҡа, компьютерҙы түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы:
яңы теманы аңлатыуһәмөйрәтеү режимында;
яңы теманы үткәндәнһуң элементар күнекмәләрҙеҡабатлау (тренировка режимында);
материалдыүҙлэштереүҙе тест ярҙамында тикшереү;
өйрәнелгән материал буйынса схема-иллюстрация яһау режимында.
йомшаҡөлгәшеүсе уҡыусыларҙы эшкә ылыҡтырыу;
үҙ алдына белем алыу режимында;
Уҡытыу процесында компьютер ҡулланыуөлгәрештең сифатын күтәрергә ярҙам итә. Шулай уҡ бер нисә дисциплина буйынса алынған белем берҙәм логик бәйләнештәҡарала.
Компьютер программаларының отошло үҙенсәлектәрен һанапүтәйек:
уҡыусыларҙа техник күнекмәләр тәрбиәләүөсөн ваҡыттыҡыҫҡарта;
күнегеү эштәренеңһаны күбейә;
уҡыусыға эшләүөсөн иңҡулайлы темп һайларға була;
уҡыусының белем кимәленәҡарап дифференциациялы уҡыу алымы ҡулланырға мөмкин;
уҡыусы белемде үҙе таба, сөнки программа уның уҡыуҙаәүҙем ҡатнашыуын талап итә;
уҡыу эшмәкәрлегенә ысынбарлыҡта булған процестарҙың компьютерҙа моделдәрен эшләү инә;
уҡытыу программаһы менән эшләү уйын формаһын ала һәм уҡыусыларҙың күбеһендә белеем алыуға мотивация барлыҡҡа килә;
уҡыусы глобаль селтәр аша башҡа информацион киңлектәр менән аралаша ала.
Уҡытыу программаларының етешһеҙлектәрен дә күрһәтеү кәрәк:
программа менән эшләгәндә хис-тойғоларға урын ҡалмай;
конкрет уҡыусыларҙың, конкрет төркөмдәрзеңүҙенсәлектәре иҫәпкә алынмай;
уҡыусыларҙың телмәренүҫтереүгә, дөрөҫ, хатаһыҙ яҙыуына иғтибар ителмәй;
дәрес ваҡытында килеп сыҡҡанғәҙәти хаталарға технология характерлы хаталар ҙаөҫтәлә, улар программа менән эшләгәндә барлыҡҡа килә;
материал ныҡҡыҫҡартылып, бер төрлөрәк итеп бирелә;
белемде тикшереүҙең формалары тестарға һәм программалаштырылғанhopay алыуға ғына ҡайтып ҡала;
уҡытыусынан компьютер буйынса махсус белем талап ителә. Күреүебеҙсә, компьютер ярҙамында уҡытыуҙың яҡшы яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә күп. Уҡытыуҙа компьютер технологияларын ҡулланыуҙы инҡар итергә кәрәкмәй, ләкин компьютеризация менән артыҡһәм урынһыҙ файҙаланыуға ла юл ҡуйырға ярамай. Уҡыусыларҙың йәшен иҫәпкә алып төҙөлгән программаларҙы дәрестәҡулланыу файҙалымы йәки юҡмы икәнен билдәләгән критерийҙар булдырыу кәрәк. Компьютер ярҙамындаүткәрелгән дәрес компьютер ҡулланылмаған дәрескәҡарағанда яҡшыраҡһөҙөмтә бирә икән, бындай дәрестәр маҡсатҡа ярашлы һәм файҙалы, тип һанарға мөмкин.
Информацион технологиялар ҡулланылған башҡорт теле дәрестәрендә эш төрҙәре
Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа башҡорт теленә иғтибар артҡандан арта бара. Үрҙәәйтелгәнсә,2006йылдан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә ләөйрәнелә башланы. Балалар өсөн яңы булған телде өйрәнеүҡыҙыҡлыһәм күргәҙмәле булһынөсөн башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу мотлаҡ.Әгәр уҡыу материалы ҡыҙыҡлыһәм уҡыусының бөтә һиҙеү ағзалары менән (күреү, ишетеү, яҙыу, механик хәтер)ҡабул ителһә, телгә ҡыҙыҡһыныу уяна, материал баланың хәтерендә уйылып ҡала.
Информацион технологиялар ҡулланылған дәрестәрҙә ошондай эш төрҙәреҡулланырға була:
1. Электрон дәреслекҡулланыу.Ҡала шарттарында урыҫ мәктәптәренең 5 -11 синыфтары өсөн сығарылған "Башҡорт теле" электрон дәреслегенҡулланыу отошлораҡ. Ул түбәндәге бүлектәрҙән тора:
кеше тормошо һәм эшмәкәрлегенең төпөлкәләрен сағылдырыусы 30 тема;
телмәрҙә киңҡулланыла торған башҡорт халыҡ мәҡәлдәре,әйтемдәреһәм фразеологик берәмектәр (31-се тема);
башҡорт теленең төп грамматик конструкцияларын үҙэсенә алған грамматика бүлеге;
башҡорт теленең хәрефтәреhәмөндәре менән таныштырыусы фонетика бүлеге;
башҡорт теленең белешмә -һүҙлеге.
Электрон дәреслектә уҡыу өсөн материалдар, өндәрҙеңәйтелеше буйынса күнекмәләр, шулай уҡ нығытыуһәм тикшереүөсөн күнегеүҙәр бар. Материал лексик-тематик принципта бирелгәнһәм башҡорт халҡы, уның тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше, йәшәү рәүеше, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте менән таныштыра. Коммуникатив ситуацияларҙыңhәм диалогтарҙың тематикаһы уҡыусыларҙың реаль ихтыяждарын hәмҡыҙыҡһыныуҙарын сағылдыра. Дәреслектә бирелгән материалдың "ябайҙан - ҡатмарлыға" принцибында бирелеүеүҙләштереүҙе еңелләштерә, телде белеү кимэле терле булган укыусыларга анлайышлы итэ. Шулай ук дэреслек компьютерна башҡортса барыу күнекмәләрен дә бирә.
Теманан - темаға күсә килә уҡыусылар яңыһүҙҙәрҙеhәмһүҙбәйләнештәрҙе әкренләпүҙләштерә, уларҙы аңларға, дөрөҫhәмурынлы ҡулланырғаөйрәнә.
Грамматик материалды шулай уҡүҙаллы белешмә әсбап кеүек файҙаланырға мөмкин.
Электрон дәреслектә бирелгән бер тема материалын бүлеп, эш төрөнәҡарап, дәрестең төрлө этабында ҡулланырға була.
2. Электрон һүҙлек менән эш. Электрон һүҙлектә биш төрлө һүҙлек берләштерелгән:
-башҡортса-урыҫсаһүҙлек (Р.Г.Азнагулов. Башкирско - русский словарь. Уфа, "Китап", 2002);
-урыҫса-башҡортсаһүҙлек (З.Г.Ураксин, Ю.З.Ураксин. Русско- башкирский словарь. Уфа, "Китап", 2002);
-аңлатмалыһүҙлек (аңлатмаһүҙлек, тип бирелә); Хәҙерге башҡортәҙәби теленең аңлатмалыһүҙлеге./Яуаплы мөхәррире З.Г.Ураксин. /Өфө,2005);
һүҙлектәр буйынса килеп сыҡҡанhүҙ моделдәрен тикшереү кәрәк.MicrosoftOfficeWord программаһында төрлө шрифт менән эшләү уңайлы. Мәҫәлән, "Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар" темаһынүткәндә, компьютер ялғауҙар ярҙамында мөмкин тиклем күберәкһүҙ теҙепҡарарға ярҙам итә икән, бындай технология отошло. Һүҙҙеңтамырын йәки нигеҙенҡабат-ҡабат яҙыукәрәкмәй,һүҙ+ ялғауҙарҙың төрлө моделдәрен төҙөп ҡарарға була:
Яһаусы ялғауҙар Үҙгәртеүсе ялғауҙар
күҙкүҙ
күҙ + леккүҙ+ ҙең
күҙ+ сәнкүҙ + гә
күҙ+ лекүҙ+ ҙе
күҙ+ ләш (еү)күҙ+ҙә
күҙ+ ҙән
6. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн сыҡҡан "Башҡорт теле.ru" дәреслеге.
"Башҡорт теле.ru" дәреслеге - тәүге яңы быуын дәреслеге. Ул үҫмерҙең йәшенә, ихтыяжына тура килерлек итеп, компьютер символикаһы ҡулланылып, заманса төҙөлгән. Шуға күрә, ул балаға башҡорт телен ҡыҙыҡһынып һәм теләк менән өйрәнергә мөмкинселек бирә. Дәреслеккә диск та эшләнгән. Күнегеүҙәрҙе дүрт төр телмәр эшмәкәрлегенә лә (уҡыу, яҙыу, тыңлау, һөйләү) йүнәлтеп үткәрергә була, сөнки ҡайһы бер күнегеүҙәр аудиояҙмалар оҙатыуында бирелә. Диктор ярҙамында уҡыусы үҙе үҙенсәлекле башҡорт өндәрен әйтергә өйрәнә. Күңелде күтәреп ебәреү өсөн башҡортса йырҙар ҙа тыңлап алырға була. Шулай уҡ дәреслектә тел практикаһы биреүҙә иң алдынғы алымдарҙың бepehe - проект эшләү алымы ҡаралған.
Проект эше - ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү hәм эш аҙағында күҙгә күренерлек, матур биҙәлешле, тотоп ҡарарлыҡ һөҙөмтә сығарыу, уны ҡулланыу. Дәрестәрҙә эшләгән күнегеүҙәрзән тыш, проект эштәрен башҡарған уҡыусы тел практикаһы ла ала. Проект методикаһын ҡулланыу түбәндәге бурыстарҙы ла үтәй:
эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә hәм телде өйрәнеүгә теләк уята;
уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы информация табырға өйрәтә;
проект эше ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер- береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен башҡара;
бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе hәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына;
орфографик һүҙлек (Н.Ф.Суфьянова, З.К.Ишмөхәмәтов. Башҡорт теленең орфографик hүҙлеге. Өфө, "Башҡортостан энциклопедияһы ғилми нәшриәте, 2002);
дөйөм һүҙлек (башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса, орфографик һүҙлектәр).
Һүҙлеккә алынған hүҙҙәр мәктәп дәреслектәренә, синыфтан тыш уҡыу китаптарына нигеҙләнеп төҙөлгән. Электрон һүҙлек авторҙары балаларҙың телмәр культураһын үҫтереү, hүҙ байлығын арттырыу, башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғандар. Шуға күрә һүҙлеккә йыш ҡулланышлы hүҙҙәр алынған. Иҫкергән hүҙҙәр, төрлө һөйләштәрҙә ҡулланылған hүҙҙәр, төрлө фонетик, морфологик варианттар алынмаған. Бөгөнгө нәфис әҙәбиәттә осраған, матбуғат биттәренә ингән яңы hүҙҙәр, терминдар ҙа алынған. Проект авторҙары һүҙлектәргә фон итеп күҙҙе арыттырмай торған яғымлы асыҡ йәшел төҫтө һайлаған. Уҡыусыларға электрон һүҙлек менән эшләү оҡшай, уларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уяна. Концепцияға ҡушымтала "Башҡортостан - тыуған илебеҙ" темаһы буйынса электрон һүҙлек ҡулланылған дәрес өлгеһе бирелә.
Презентация эшләү.
Информацион технология ҡулланылған был эш төрөн телмәрүҫтереү дәрестәрендә файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы. Слайдтар ябай MicrosoftPowerPoint программаһында эшләнә. Бында AdobePhotoshophәмFineReader график редактордары ярҙамында һүрәттәге бәләкәй етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, фотографияларҙыҙурайтырға, бәләкәйләтергә, киҫергә, музыкаль яҡтан биҙәргә була. Уҡыусыларүҙҙәре лә төрлө презентациялар эшләй ала. Мәҫәлэн, 5-се синыф уҡыусылары "Йыл миҙгелдәре" тигән презентация эшләне, башҡортса баҫырға, фон өсөн милли музыка һайларғаөйрәнде. Слайдтарҙы компьютерҙа ла, мультимедиа проекторы аша экранда ла күрһәтергә була.
Компьютерҙа һүрәт төшөрөү.
Был эш төрөMSPaint программаһында эшләнә. Рәсем уҡытыусыһы менән берлектә милли орнамент, сюжетлы һүрәттәр эшләргә була. MSPaint программаһында эшләүөсөнһүрәт төшөрөүгәһәләт кәрәк. Был эш төрө урта синыф уҡыусыларыөсөнҡыҙыҡлы.Һүрәттәр бик сағыу килеп сыға, сөнкиҡулланыла торған төр гаммаһы бик киң. Уҡыусылар тарафынан компьютерҙа эшләнгәнhүрәттәрҙeҡулланып, брошюра сығарылды.
Һүҙҙәрҙең һәм һөләмдәрҙеңмоделдәрен төҙөү.
Моделдәр төҙөү алымын урта һәм юғары синыфтарҙаҡулланырға кәрәк. Был эш төрөнүткәргәндәмотлаҡ орфографик hәмморфологик
уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуальһәмколлектив яуаплылыҡ уята, сөнкиhәp уҡыусыүҙенең эшен дөйөм эшкәҡуша;
бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эшдокументаль яҡтан раҫларғаһәм күрһәтергәөйрәтә.
Уҡыусыларөйҙәге компьютерҙарына башҡорт шрифты индереп, проекттарҙы компьютерҙа ла эшләп килтерә.
7. Компьютерҙа тестар ярҙамында материалдыүҙләштереүҙе тикшереү.
Материалдыүҙләштереү сифатын диагностик тестар ярҙамында тикшереүөсөн компьютер ҡулланыумәсьәләһендәайырым туҡталыу кәрәк. Тест контролен материалды үҙләштереүҙең сифатын ғәҙел тикшереүсе метод, тип һанарға була. Тест ҡырҡа ваҡыт эсендә бөтә уҡыусыларҙың да белемен тикшерергә, етешһеҙлектәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.Һөҙөмтәләр уҡытыусығаүҙенең эшен артабан планлаштырырға, хаталар ебәрелгән темаларҙыҡабаттанүҙләштереүҙе ойоштороуға ярҙам итә. Шулай уҡ тикшереүҙең тест формаһыөйрәнелгән материалды эҙләп, бүлгеләп тикшереү мөмкинлеген дә аса. Бындай контроль ваҡытында субъектив баһалау булмай. Тестар ярҙамында тикшереү системалы рәүештә ойошторолһа, уҡыусыларҙаүҙеңде тотоу тәртибеһәм ярышыу сәме формалаша.
Тест ярҙамында тикшереүҙең тағы бер ыңғай яғы - һөҙөмтәгә уҡыусының текст төҙөй белеү-белмәүе йоғонто яһамай, уға дөрөҫ яуапты бер нисә яуап вариантынан һайлап алыу ғына кәрәк. Икенсе яҡтанҡарағанда, был ысулдың кире яғы ла бар, сөнки уҡыусы дөрөҫ яуапты белмәһә лә, осраҡлы рәүештә дөрөҫ яуап биреүе мөмкин.
Тестарүҙ-үҙеңде тикшереү (самоконтроль) өсөн дә яҡшы.Әгәр материал үҙләштереүҙә етешһеҙлектәр булһа, теманы яңынанөйрәнергә,дөрөҫ яуапты табырға, аңламаған урындарҙы асыҡларға була. Тимәк, тестар ниндәйҙер кимәлдә уҡыуөсөн мотивация формалаштыра. Уҡытыусы, балаларҙың белем кимәленәҡарап, индивидуальhopayҙapтөҙөй ала, дифференциация алымыҡуллана.
Тестар ярҙамында тикшереүҙең тағы бер өҫтөн яғы 1 ҡуйылған баһаларҙыңғәҙеллеге, сөнки дөрөҫһәм дөрөҫ булмаған яуаптарҙыңһанын теүәлһанап була.
Шулай ҙа компьютер программаһы уҡыусының эшен ҡырҡа баһаламаҫҡа тейеш. Кешегә баһаны кеше генә бирә ала. Һәp хәлдә уҡытыусыға баланың күңелен төшөрмәҫкә, уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәренән сығып тейешле бaha ҡуйырға мөмкинлек ҡалдырырыға кәрәк.
Шулай итеп, компьютер ярҙамында үткәрелгән тест диагностикаһы уҡытыусыға тикшереү процедураһы еңелләштерә, ә уҡыусыға белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/267187-problemy-i-perspektivy-izuchenija-bashkirskog
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Помощник по уходу: основные аспекты профессиональной деятельности»
- «Обучение детей основам безопасности дорожного движения в соответствии с ФГОС ДО»
- «Применение педагогических игр в работе с дошкольниками»
- «Преподавание математики по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Обучение мерам пожарной безопасности (в том числе лиц, ответственных за проведение противопожарного инструктажа)»
- «Подготовка обучающихся к ЕГЭ 2025 по биологии в условиях реализации ФГОС»
- Педагогика и методика дошкольного образования
- Современные технологии социального обслуживания населения
- Преподаватель среднего профессионального образования
- История и кубановедение: теория и методика преподавания в образовательной организации
- Содержание и организация методической работы в дошкольной образовательной организации
- Менеджмент в дополнительном образовании детей

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.