- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Конспект логопедического занятия по звуку Ҙ для 1 класса башкирских школ
Дәрес темаһы:[ҙ] өн-хәрефе
1.Коррекцион белем биреү маҡсаты:
- Ҙ өнөн ижектәрҙә, һүҙҙәрҙә дөрөҫ ишетергә, һүҙҙәрҙе дөйөмләштерергәөйрәтеү.
- һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә, өн анализы яһарға, һөйләмдәр төҙөү һәләтен киңәйтеү.
2. Коррекцион үҫтереү маҡсаты:
-фонематик ишетеү һәләтен, бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.
- иғтибарҙы, хәтерҙе,фекерләү ҡеүәһен нығытыу.
- һүҙ байлығын арттырыу.
3. Коррекцион тәрбиәләү маҡсаты:
-башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылыш , һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: өн символдары, [ҙ] өнөнә карточкалар, “Өндәр өйө”, “Ижектәр өйө”, ҡырҡылған һүрәттәр, предметлы һүрәттәр, төҫлө ҡәләмдәр.
Дәрес барышы:
Уҡытыусы-логопед:
-Һаумыһығыҙ, балалар! Беҙ бөгөн өндәр иленә сәйәхәткә юлланабыҙ.Һеҙ әҙерме ҡыҙыҡлы сәйәхәткә?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Алдағы дәрестәрҙә ниндәй өндәр илендә сәйәхәт иткәйнек?
-Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:Афарин,балалар.
-Сәйәхәткә барыр өсөн беҙгә бик яҡшы кәйеф кәрәк.Бер – берегеҙгә ҡарап йылмаябыҙ, күҙҙәрҙе йомоп, урында бер тапҡыр өйрөләбеҙ һәм күҙҙәрҙе асабыҙ. Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙ һеҙҙең менән өндәр иленә килеп сыҡтыҡ. Был илдәбашҡорт өндәренең серҙәрен өйрәтәләр; уларҙы ижектәрҙә, һүҙҙәрҙә нисек ҡулланырға, нығытырға өйрәтәләр. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шул серҙәрҙе асыҡлап китәйек. Бының өсөн уңайлы ғына итеп өҫтәл артына ултырайыҡ.
Тәүҙә телдәргә артикуляция күнекмәләре яһайыҡ:
Йылмайҙыҡ,
Футбол,
Торба,
Тәмле варенье,
Ҡойма,
Көрәк.
Бармаҡтарға күнекмәләр яһайыҡ: ҡулдарҙы йылытайыҡ.
Яңаҡтарға күнегеү: һағыҙ сәйнәү.
Уҡытыусы-логопед:
-Афарин, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән [ҙ] өнөн нығытыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, [ҙ] өнөнөң артикуляцияһын асыҡлап китәйек. [ҙ] өнөн әйткәндә ирендәр нисек була?
-Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Телдең осо ҡайҙа була?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Һауа нисек сыға?
-Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Әйҙәгеҙ, дөрөҫ итеп [ҙ] өнөн әйтәйек әле.
Бер нисә баланан индивидуаль һорау
Уҡытыусы-логопед:
- [ҙ] өнөнөң артикуляцияһын тикшерҙек, хәҙер [ҙ] өнөнөң ниндәй өн икәнлеген асыҡлайыҡ.
[ҙ] өнөн әйткәндә еп өҙөлә,
[ҙ] өнөн әйткәндә ҡош йоҡлай, һайрамай
[ҙ] өнө тартынҡы өн.
Тартынҡы өндө беҙ күк шаҡмаҡ менән билдәләйбеҙ. Афарин, балалар!
-Шулай итеп, [ҙ]өнө тартынҡы икәнлеген асыҡланыҡ.Һеҙҙең алдығыҙҙа күк шаҡмаҡ ята,мин һеҙгә өндәр әйтәм,ә һеҙ [ҙ]өнөн ишетһәгеҙ күк шаҡмаҡты күрһәтегеҙ.Иғтибар менән тыңлағыҙ. әҙерләнегеҙ:п,т,һ,к,һ,п,т,к,һ,т,к.
Уҡыусылар [ҙ] өнөн ишетеп күк шаҡмаҡты күрһәтәләр.
Уҡытыусы-логопед:
-Афариндар, һеҙ дөрөҫ ишетеп күк шаҡмаҡты күрһәтә алдығыҙ. Әйҙәгеҙ хәҙер [ҙ] өнөнә йырларға өйрәтәйек. Бының өсөн беҙгә ҡурай сәскәһе ярҙамға килер. Тартынҡы өндәргә ниндәй өндәр йырларға өйрәтәләр? (ярҙам итәләр)
- Уҡыусыларҙың яуаптары:һуҙынҡы өндәр.
Уҡытыусы-логопед:
-Эйе, һуҙынҡы өндәр. Әйҙәгеҙ, ҡурай сәскәһендә һуҙынҡы өндәрҙең артикуляцияһын иҫкә төшөрәйек: а – о, о - , у - , ы - .
ҙа – ҙо – ҙу – ҙы
-Һәр бер ижекте өс тапҡыр ҡабатлап йырлағыҙ. (йырлау)
-Хәҙер киреһенсә йырлап ҡарайыҡ: аҙ – аҙ – аҙ, уҙ – уҙ – уҙ, оҙ – оҙ – оҙ, ыҙ – ыҙ – ыҙ.
Балалар хор,төркөмләп,берәмләп ижектәрҙе ҡабатлайҙар.
Уҡытыусы-логопед:
-Әйҙәгеҙ, балалар, [ҙ] өнө менән һүҙҙәр уйлап әйтәйек.
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Афарин, һеҙ бик күп һүҙҙәр беләһегеҙ икән. Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята, иғтибар менән ҡарағыҙ. Һеҙ уларҙы бер һүҙ менән нисек әйтерһегеҙ?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-һүрәттәр араһынан [ҙ] өнө булған һүҙҙе айырып әйтегеҙ әле.
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Тапҡан һүҙегеҙҙә [ҙ] өнөнөң урынын билдәләгеҙ.Был эштә күк шаҡмаҡтар ярҙам итер.
-һинең карточкаңдағы һүрәттәр араһында ниндәй һүрәттең атамаһында [ҙ] өнө ишетелә?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Бер нисә баланан һорау. Бер бала таҡта янында эшләй.
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы - логопед:
- Балалар,боҙһүҙенә өн-анализ яһайыҡ . Бының өсөн беҙгә өндәр өйө ярҙамға килер.
Уҡытыусы-логопед:
-Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа өйҙәр ята, әйҙәгеҙ “Өйөнә урынлаштыр” уйынын уйнап алайыҡ. Һәр берегеҙҙә һүрәттәр. Ошо һүрәттәрҙәге һүҙҙәрҙе өлөштәргә бүлеп өйҙәргә урынлаштырығыҙ. 1 өлөштән торһа – бер ҡатлы өйгә, 2 өлөштән торһа – 2 ҡатлы йортҡа, 3 өлөштән торһа – 3 ҡатлы йортҡа урынлаштырабыҙ.
Бер бала таҡта янында эшләй. Ҡаҙ, тәҙрә, беләҙек.
Уҡытыусы-логопед:
-Афарин, балалар! Һеҙ өйҙәргә дөрөҫ урынлаштырҙығыҙ
Ял минуты.
-Әйҙәгеҙ, балалар,ял итеп алайыҡ. Шарҙы ике ҡуллап тоттоҡ һәм аяҡ остарына баҫып өҫкә күтәрелдек. Шарҙар остолар, остолар, бейеккә остолар. Аҫҡа төштөләр.тағы лаюғарыға остолар, аҫҡа төштөләр. Ә хәҙер түңәрәк буйлап йүгерәбеҙ. Атлайбыҙ. Урындарға ултырабыҙ.
Уҡытыусы-логопед: Ҡарағыҙ әле, балалар. Бында һеҙгә нимәнелер йүнәтергә әҙерләп ҡуйғандар. Был һеҙҙең яратып уйнаған пазлы уйынына оҡшаған. Хәҙер һеҙ ошо ҡырҡылған һүрәттәрҙе йыйып ниндәй һүрәт килеп сығыуын белерһегеҙ. Әйҙәгеҙ, эште башлайыҡ.
Һәр бер бала ниндәй һүрәт төҙөгәнен әйтепсыға.
Уҡытыусы-логопед:
Килеп сыҡҡан һүрәткә ҡарап һөйләм төҙөгөҙ инде. Ә һөйләмде ошо схемаға ярашлы төҙөргә кәрәк.
-Афарин, балалар! Һеҙ шундай уңғандар, һүрәттәрҙе тиҙ генә йыйып та ҡуйҙығыҙ, һөйләмдәр ҙә төҙөнөгөҙ.
Уҡытыусы-логопед:
-Ә ниндәй тиҙәйткестәр беләһегеҙ?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
-Афарин, һеҙ бик күп тиҙәйткестәр беләһегеҙ.
Дәрескә йомғаҡ яһау:
-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар ,ҡайтыр алдынан иҫкә төшөрөп үтәйек:беҙ бөгөн ниндәй илдә сәйәхәттә булдыҡ?
-Ниндәй эштәр үтәнек?
-Һеҙгә ниндәй эштәрбигерәк ныҡ оҡшаны?
- Уҡыусыларҙың яуаптары.
Уҡытыусы-логопед:
Дәрес тамам. Һау булығыҙ!
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/490451-konspekt-logopedicheskogo-zanjatija
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Внеурочная деятельность: методы и технологии организации учебно-воспитательной работы по ФГОС»
- «Разговоры о важном: специфика организации и проведения внеурочных занятий»
- «Требования ФОП НОО и ФАООП УО: организация обучения и воспитания младших школьников в соответствии с ФГОС»
- «Организация трудового воспитания в образовательных учреждениях»
- «Среднее профессиональное образование: содержание и методы работы преподавателя по ФГОС СПО»
- «Развитие и отдых: детские лагеря - виды, функции и нормативное обеспечение деятельности»
- Педагогическое образование: история и кубановедение в образовательной организации
- Педагогика и методика преподавания истории и обществознания
- Педагогика и методика преподавания математики
- Социально-педагогическая деятельность в образовательной организации
- Содержание и организация тьюторского сопровождения в образовании
- Содержание профессиональной деятельности старшего вожатого образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.