- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
- «Риторические аспекты профессиональной коммуникативной деятельности современного педагога»
- «Игровые пособия для работы с детьми дошкольного возраста (палочки Кюизенера, блоки Дьенеша, круги Луллия, ментальные карты Бьюзена)»
- «Обучение английскому языку детей дошкольного возраста»
- «ИКТ-компетентность современного педагога»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Урок
Тема: М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырын өйрәнеү.
.
Маҡсат: Уҡыусылар менән лексика тураһында төшөнсәне ҡабатлау, һүҙлектәр менән эш итергә өйрәнеү; бер мәғәнәле, күп мәғәнәле һүҙҙәр, синонимдар, омонимдар, антонимдар тураһында үтелгәндәрҙе системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың уҡыу, яҙыу һәм һөйләү телмәрен, һүҙлек аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, һүҙлек, телмәр һәләтлектәрен байытыу, тел байлығын арттырыу.Тасуири уҡыу уҡыу күнекмәләрен булдырыу, ижади фекерләүҙе, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү; М. Аҡмулла поэзияһы үрнәктәре нигеҙендә әхләҡи тәрбиә биреү, М.Аҡмулла шиғырҙарының хәҙерге дәүер кешеһенә төбәп әйтелгәндәй булыуына баҫым яһау
Ҡулланылған алымдар: системалы эшмәкәрлекле һәм лингвомәҙәни йүнәлеш.
Дәрес төрө: ҡабатлау, һығымта яһау һәм системаға һалыу.
Ҡулланылған технологиялар: мини-тикшеренеү, проблемалы технология, компьютер технологияһы.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар,мәҡәл әйтеү, карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, тәржемә итеү, сылбырлы уҡыу,алдан тема буйынса һүрәт төшөрөү, ял минуты, ижади эш.
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: мәғрифәтсе шағир М.Аҡмулланың ижады менән танышыу өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Лексика буйынса үтелгәндәрҙе нығытыу, системаға һалыу.
Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, синонимдарҙы, антонимдарҙы, омонимдарҙы, фразеологик берәмектәрҙе телмәрҙә ҡулланыу,уҡыған шиғырҙарҙы тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.
Шәхси һөҙөмтәләр: туған телебеҙҙең матурлығвн аңлау.
Башҡорт (дәүләт теле) (5 класс)
Йыһазландырыу; плакаттар, һүҙлектәр, мультимедиа проекторы, индивидуаль эш өсөн карточкалар, уҡыусылар төшөргән һүрттәр. “Башҡорт халыҡ ижады” китабының lll томы (мәҡәлдәр), һүҙлектәр.
Эш төрҙәре | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Йыһазландырыу | ||
1-се этап. Ойоштороу моменты. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. | Хәйерле көн, балалар! Бер-берегеҙгә ҡарағыҙ әле. Күҙгә –күҙ ҡарашҡас, һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар тыуҙы? Күҙҙәр яғымлы, көләс, тимәк, беҙҙе иғтибарлы, алсаҡ, яҡшы күңелле кешеләр уратып алған. Аңланығыҙмы, кем араһында булыуыңдан күп нәмә тора. Ихлас кешеләрҙе күргәс беҙгә, беҙгә рәхәт булып китә, күңелдә йылы тойғолар тыуа, яҡшы эштәр эшләйһе килә. Шулай итеп, алға, изге эштәргә! Ултырығыҙ. | Ултырыу. | |||
Өй эшен иҫкә төшөрөү. | (Маҡсат: ниндәй материал үҙләштерелеүен тикшереү). --- үткән дәрестәрҙә нимә өйрәндек? --- ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? --- нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә һеҙҙең маҡсатығыҙ ниндәй булырға тейеш? Дәресебеҙгә маҡсат сығарырға кроссворд ярҙам итер. | ||||
К | а | м | а | л | е | т | д | и | н | ||
С | т | ә | р | л | е | б | а | ш | |||
к | |||||||||||
с | и | н | о | н | и | м | |||||
а | н | т | о | н | и | м | |||||
М | и | ә | к | ә | |||||||
А | ҡ | м | у | л | л | а | |||||
Интерактив таҡтала.
Һорауҙар:
М.Аҡмулланың атаһының исеме кем?
М.Аҡмулла ниндәй атаҡлы мәҙрәсәлә уҡый?
Матур, һылыу, зифа, сибәр – был ниндәй һүҙҙәр?
Аҡ-ҡара, көн-төн – был ниндәй һүҙҙәр?
М.Аҡмулла ниндәй районда тыуған?
“Нәсихәттәр” шиғырының авторы кем?
Беҙҙең кроссвордта ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән 2 һүҙ килеп сыҡты. Лексика һәм Аҡмулла. Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә лексика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлап, системаға һалырға тейешбеҙ һәм М.Аҡмулланың ижады менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Өйгә эш Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырын уҡырға өйрәнеп килергә ине.
Йыш ҡына һәр телдең үҙенең «ил һүрәте» бар тиҙәр. Башҡорт теленең дә тарихын күрһәтеүсе һүрәт бар. Рус яҙыусыһы Гогольдың рус телендә һүҙҙәрен әйтеп үткем килә: « Постижение законов языка есть тяжкая обязанность, но и наслаждение». Ысынлап та, яңы, билдәле булмаған биттәрҙе асыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡ . Телдең иң ҡыҙыҡлы бите-лексик яғы.
Аҡмулла поэзияһы үрнәктәре нигеҙендә синонимдар, омонимдар, антонимдар, фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен һүҙлектәр ярҙамында асыҡларбыҙ һәм киләсәктә үҙ телмәребеҙҙә ҡулланырға өйрәнербеҙ;М.Аҡмулла шиғырҙарының хәҙерге дәүер кешеһенә төбәп әйтелеүенә ҡолаҡ һалып ижади фекерләргә, һығымта яһарға өйрәнербеҙ
Дәрес алды шиғыры уҡыу.
Уйын-ярыш
(и.таҡта)
Әңгәмә
Ә хәҙер,һеҙҙең менән М.Аҡмулла ижады донъяһына сәйәхәткә сығабыҙ. Алда беҙҙе ҡыҙыҡлы туҡталыштар көтә. Сәйәхәт итергә беҙгә ете төҫтәге тажлы сәскә ярҙам итер.
Тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтәйек.
Атаһы эшкә киткәндә улы йоҡлап ҡалған, шуға ла өҫтәлгә бер яҙыу ҡалдырған. Бына ул яҙыу, һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ.
.ә.е..е и..ә, у.ы.! ( Хәйерле иртә, улым!).
-Малайҙың кәйефе ниндәй буласаҡ?
-Ни өсөн?(Һүҙҙең тылсым көсө).
Ос һин, ос, тажым,
Сит илдәргә ос, тажым,
Ә ергә төшөү менән
Беҙ әйткәнсә эшлә һин!
Беҙҙе “белем иле батшалығына” илт. Афарин.(интерактив таҡтала, күмәкләп ҡабатларға).
1)Һүҙ – телмәрҙең нигеҙ ташы. Шунлыҡтан уны телдең төҙөү материалы тип әйтәләр. Телдә һүҙҙәр бик күп, улар төрлө-төрлө, һәр һүҙ нимә лә булһа аңлата шуға ла мин кеше һүҙен йәйғорҙоң 7 төҫө тип билдәләр инем, һәм һәр һүҙҙең лексик мәғәнәһе була,
Һүҙ.
1.Бер ауыҙ һүҙ: йылы, иркә...
Йәнгә туңған боҙҙо ҡай саҡ
Иретергә шул да етә.
2.Бер ауыҙ һүҙ: һалҡын, тупаҫ...
Сәскәләге һөйөнөстө
Ҡырау төҫлө һуға тоташ.
3.Һүҙ дауалай, һүҙ таҙалай.
Һүҙ яралай, һүҙ язалай.
Һүҙ ағарта,һүҙ ҡаралай.
4.Күңелдәргә һүҙ һыя алмай-
Телдән оса тыйыла алмай,
Ниҙәр генә ул ҡыланмай!
5.Нисек кенә һүҙ ҡыланмай:
Батырлана йә ҡыя алмай,
Тәүфиҡләнә йә оялмай.
6.Яуызлана, изгеләнә,
Ойоп китә,һиҙгерләнә,
Дауалай, яулай йә теләнә...
7.Һүҙ – хис, аҡыл; ул- мөхәббәт.
Һүҙ-илһам ул. Ул- мөхәббәт.
Һүҙ – илаһи! Һүҙ – мөхәббәт!
8.Һәм һүҙ – хөкөм: ҡәһәр, ҡарғыш.
Һүҙ – тормош ул: хәтәр алыш!
Һүҙ – ул үҙе тере яҙмыш. Т.Ҡарамышева.
1-се туҡталыш.
Шиғриәт минуты.
Уҡыусылар һүҙ тураһында әҙерләп килгән шиғырҙарын уҡый. Исемен, унда нимә тураһында һүҙ барыуын, был шиғыр ниндәй хис-тойғолар тыуҙырыуы тураһында әйтәләр.
--- Уҡыусылар, һеҙ өйҙә “Һүҙ” тураһында шиғыр әҙерләп килдегеҙ, әйҙәгеҙ һеҙҙе тыңлап китәйек.
“Асҡыс һүҙ” алымы.
Таңһылыу Ҡарамышева үҙенең “Һүҙ” шиғырында һүҙҙе ниндәй һүҙҙәр менән ҡылыҡһырлай.
Был эшкә дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Йылы
Иркә
Тупаҫ
Һалҡын
Дауалай
Ҡылана
Батыр
Тәүфикләнә
Оялмай
Теләнә
Яуызлана
Изгеләнә
Һиҙгерләнә
Ойоп китә
Хөкөм
Ҡарғыш
Ҡәһәр
Интерактив таҡтала эш: һүҙҙе ҡылыҡһырлаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға.
Кластер төҙөү.
2-се этап. Аҡмулла Туҡталышы. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
(Маҡсат уҡыусыны шиғыр менән аңлы рәүештә эшләргә йәлеп итеү).
Аҡмулла туҡталышы тип атала, алдағы дәрестәрҙә уның тураһында һөйләшеп, белеп киткән инек, кем иҫкә төшөрөп класҡа һөйләп үтер мәғрифәтсе-шағир тураһында.
Дәрес темаһын яҙыу.
1 уҡыусы һөйләй.
Лексика темаһын ҡабатлау.
Фотоһүрәте.
3-сө этап. “Нәсихәттәр” туҡталышы.
“Асҡыс һүҙ” алымы.
“Аңлатмалы һүҙлек”
Парлашып эшләү.
Шиғырҙы сылбырлы уҡыу.
Был шиғыр нимә тураһында?
( Кеше өсөн кәрәк бурған иң кәрәкле сифаттарҙы бер-бер артлы һанап үтергә ҡоролған)
----Ниндәй сифаттар инде улар?
М.Аҡмулланың шиғырында “иман”, “күңел”, “аҡыл”,”шөкөр”, “әҙәп”, “сабыр”, “ихлас” һүҙе менән бирелгән концепты асыу, йәғни шиғырҙа нисек
бирелеүен күҙәтеү.
Иман – кешенең дингә, аллаға ышаныуы, ҡабул итеүе.(вера)
Күңел – кешенең эске рухи донъяһы, хис-тойғоһо, уй-фекере. (74-се бит), (134-се б)
Аҡыл – кешенең фекер йөрөтөү,уйлау һәләте. (105-се бит), (12-се б).
Шөкөр – ҡәнәғәт- эш-хәлгә, нимәгә йәки кемгәлер ҡарата ҡәнәғәт булыу. (179-сы б).
Әҙәп – кеше араһында үҙеңде дөрөҫ тота белеүҙән килгән тыйнаҡлыҡ.(314-се б).
Сабыр –кешенең ҡыйынлыҡтарға, ауырлыҡтарға түҙеүе, уларҙы сыҙам үткәрә белеүе. (216-сы б).
Ихлас- саф күңелле, эскерһеҙ, нимәлер эшләүгә ысын теләк, мөнәсәбәт. (95-се б).
Иң әүүәл кәрәк нǝмǝ - иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
“Хоҙай, кисер!” тигән менән эш бөтмәйҙер,
“Иман шарты”н өйрәнмәһә - Иван, тигән.
* * * * *
Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл,
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.
* * * * *
Өсөнсө ҡиммәт нәмә - аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
* * * * *
Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", - тигән - хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
* * * * *
Бишенсе ҡиммәт нәмә - әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән - мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
* * * * *
Алтынсы ҡиммәт нәмә - сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө - хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
* * * * *
Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.
* * * * *
4- се этап.
“Синоним, антоним, омоним” туҡталышы.
Хоҙай- алла, тәңре, пәйғәмбәр. (бог)
Күңел – йән, эске донъя, йөрәк, бәғер (душа) 80-се б.
Аҡыл-зиһен, аң, иҫ, һуш (ум, разум) 10- сы б.
Шөкөр – ҡәнәғәтләнеү, риза булыу 155-се б.
Әҙәп- тәртипле, тәүфиклы, итәғәтле, ипле,тыйнаҡ, кеселекле, матур холоҡло 162-се б
Сабыр- түҙемле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сыҙамлы 114-се б
Ихлас – ысын күңелдән, ысын йөрәктән, саф к74елле, ысын тел9кле, эскер8е2 61-се б.
Бүлеп биреү.
Карточкаларға яҙыу.
Синоним һүҙлектәр менән эш.
Парлашын эшләү.
Күңел боҙоҡ – күңел таҙа
Ер өҫтө – ер аҫты
Аҡыл – аҡылһыҙ
Аҙ – күп
Шөкөр – шөкөрһөҙ
Төҙ юл – һикәлтәле юл
Әҙәп –әҙәпһеҙ
Мөхәббәт – нәфрәт
Сабырлыҡ – сабырһыҙлыҡ
Ихлас - ихласһыҙ
Бүлеп биреү.
Карточкаларға яҙыу.
Антоним һүҙлектәр менән эш.
Тимер менән ҡаҙаҡланған тәҙрәһе,
Ҡара таш менән уралған бар тирәһе. (“Урыным зиндан”)
Һарғайтты аҡ йөҙөмдө ҡара таш өй,
Ат менән күрмәй әҙәм башы. (“Урыным зиндан”)
Бирҙең,тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,
Тура юлға телде шуға әйҙәйем! (“Тел”).
Бүлеп биреү.
Карточкаларға яҙыу.
Омоним һүҙлектәр менән эш.
5-се этап.
“Фразеологик берәмәектәр” туҡталышы. Һүҙлек менән эшләү.
Дәфтәрҙә эшләү.
М.Аҡмулланың шиғырҙарынан фразеологик берәмектәр табырға. Ҡағиҙәне әйтеү. Дәфтәрҙә яҙып эшләү.
Уҡытыусы һүҙе: А3мулла тура 872ле, 7ткер телле була. Уны бай т7р9л9р яратмай2ар, 1867 йылда у1а яла я1ып т5рм9г9 ултырталар. 1871 йылда (хм9тбай Бакиров тиг9н ду6ы, залог 8алып, ша1ир2ы т5рм9н9н 3от3ара.
1871 йылды4 й9йен А3мулла 3а2а1станда 7тк9р9.
1872 йылда Петербургка барып а3ланып 3айта.
Төрмәлә ятҡанда үҙенең “Урыным зиндан” тигән шиҡырын яҙа. Шул шиғырҙан алынған юлдар (һөйләмдәр) таратып бирәм һәр командаға 2-шәр. Фразеологик берәмектәр табырға, һүҙлектән аңлатмаһын табып дәфтәргә яҙырға.
Дошманға пәйғәмбәр ҙә ярамаған,
Эт эсенә һары май онамаған. (278- се бит)
Тере саҡта күнмәй икән ҡара наҙан,
Донъя ҡыуып, мәғрифәткә ҡарамаған.(92-се бит)
Аһ ороп, аш эсмәй, ҡан йотабыҙ, (174-се бит)
Үлгәнгә, үлмәһәк тә, йәнәшәбеҙ.
Күңел баҫыр бер нәмә юҡ, күңел сарсай,
Мылтыҡлы һалдат йөрөй урай-урай. (162- се бит).
Ҡаңғырҙы башым минең тауыш менән,
Яҡшының ямандан юҡ айырмаһы. (“Урыным зиндан”). (59-сы бит).
Был донъяла күп тороп,
Ғүмер һөрөү билдәһеҙ. (“Билдәһеҙ”). (87- се бит).
Эт эсенә һары май онамаған (килешмәгән) – муллыҡ, аш-һыу файҙаға ашмаған кешегә ҡарата хуплап әйтәләр.
Донъя ҡыуып – мал табыу, мөлкәт йыйыу өсөн тырышыу. ( собирать богатсво)
Ҡан йотоу – бик ҙур ҡайғы кисереү. (очень сильно переживать)
Күңел баҫыр – ауыр ваҡытта берәй кешегә йәки нимәгәлер йыуаныу. (утешение).
Ғүмер һөрөү – йәшәү, донъялыҡта тороу.(жить)
Ҡаңғырҙы башым – ни эшләргә белмәй аптырау, юғалып ҡалыу.( расстерятся).
Интерактив таҡтала тикшерелә.
6- сы этап. “Текс һәм мәҡәл” туҡталышы.
Үҙ-үҙеңде тикшереү һәм үҙ аллы эш.
Текс өҫтөндә эш. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып уҡы.
Мифта...етдин б...ләкәй...ҙ...н үк бик ш...ҡ, т...ктормаҫ, тынғ...һыҙ б...ла бул...п үҫә. Атаһ... Кам...летд...н Аҡму......ны бәләк...й сағ...нан уҡ ярат...п етм...й. Үҙ әс...һе үл...п киткәс, Аҡмуллаға бик й...шләй үгәй әсәһенең ҡыйырһытыуҙарын күрер...ә ту...а килә.
Атаһы-
Таратма материал менән эш. (мәҡәлдәрҙең яртышар өлөшө һәм өҙөктәр яҙылған карточкалар таратыла).
Йылы һүҙ таш иретер.
Мәҡәлдәрҙең яртыһын тап, был мәҡәлдәрҙең ҡайһыһы ҡайһы текстҡа тап килә.
Аҡму...а б...шта 72 ау...лдары.нда т...7ге 8...ба3ты ата8...нан ала, ун...н к...рше ауыл м...2р9с...л9ренд9 у3...й. Ст9рл...баш м92р...с98енд9 Ш9мсетд...н З9к...2е4 д9р...ст9рен т...4лай. Й...й к5нд...рен 3а2...3 дал...ларына кит...п, 3а2а3 б...лал...р...н у...ытып й5р...й, 3...шын кире Троицки1а у3...р1а 3айта.
Дала –
Изгелек эшлә лә һыуға һал,халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер.
Сы1...п кит..үен9 ун 5с йыл тиг...нд9, А3мулла т...у1ан ау...лына 9йл...неп 3айта. Л9к...н ата...ы 89м 7...9й 9с....8е уны я...ты й...2 мен9н 3аршыламай. О2а...ламай ул ата й...ртон, т...у1ан ау...лын б5т...нләйг9 ташлап кит9.
Ата...ынан алып кит...9н аты 89м арба...ы мен9н А3мулла...алы3 ара...ында й...р5й. У1а балт... о...та8ы булып та эшл...рг9 тура килг9н. Шу1а к....р9 уны4 арба8ында 5с к...шт9 булып, б5т9 9йб...р29ре л9 шунда й5р...г9н.
Ат –
Әткән һүҙ – атҡан уҡ.
7-се этап. Рефлексия туҡталышы.
Дәрес башында ниндәй маҡсат ҡуйған инек?
Был маҡсатҡа ирешер өсөн нимәләр эшләнек?
Нимәләрҙе иҫкә төшөрҙө, ҡабатланыҡ?
Һеҙгә нимәне табыуы, иҫтә ҡалдырыу ҡыйын булды?
М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырынан тапҡан асҡыс һүҙҙәр хәҙерге дәүергә тап киләме?
Был шиғырҙа нисәгсе йылдар һүрәтләнә?
Был ваҡиғанан һуң нисә йыл үткән?
Был шиғырын нисәнсе йылда яҙған?
Нисә йыл үткән?
Тормош үҙгәргәнме?
Ниндәй проблемалар һаман бар?
Һүҙ тураһындағы шиғырға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Телмәрҙең нигеҙ ташы нимә булды?
Ниндәй һүҙҙәр бар?
М.Аҡмулланың шиғырҙарындағы һүҙҙәр ниндәй?
Ә был һүҙҙәр барыһы ла ҡайҙа осрашалар һуң?
Ниндәй һүҙлектәр менән эшләнек, беләһегеҙ?
Улар ни өсөн кәрәк?
Шиғыр 21- се быуат балалары өсөн дә мөһим, сөнки иман, күңел матурлығы, намыҫ, ғәҙеллек, кешеләргә, тормошҡа ҡарата һөйөү, хөрмәт, шөкөр итеү, сабырлыҡ, әҙәпле булыу,эскерһеҙлек кеүек ҡиммәттәр тураһында һүҙ бара.
Интерактив таҡтала кластер.
Һүҙлектәрҙә.
Мәғәнәләрен аңлатыу өсөн.
Тикшереү, баһалау.
Му тест.
Кем бөтә нәмәне аңланым ти, йәшел шаҡмаҡ.
Кемдәр белемдәрен нығытырға кәрәк ти, һары.
Кемдәр ауыр булды, ярҙам кәрәк ти, ҡыҙыл шаҡмаҡ.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/534483-urok
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Социальное обслуживание: основы и базовые технологии»
- «Основные аспекты социальной работы с бездомными людьми»
- «Фортепианная техника»
- «Преподавание изобразительного искусства в начальных классах в соответствии с ФГОС НОО от 2021 года»
- «Образовательная программа дополнительного образования детей»
- «Организация внеурочной деятельности в контексте ФГОС»
- Педагогика и методика преподавания музыки в начальной и основной школе
- Основы реабилитационной работы в социальной сфере
- Профессиональная деятельность педагога-психолога в образовательной организации
- Учитель-наставник. Организационно-методическое сопровождение профессиональной деятельности педагогов
- Теория и методика преподавания физики и астрономии в образовательной организации
- Основы менеджмента в образовательной организации

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.