Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
03.03.2025

Йөрәгемә бөтә донъя һыйған

Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, аҡындар, шағирҙар - һүҙ оҫталары тыуған! Милләттең аҡыл осошон, рухи бейеклеген билдәләгән улар. Тора-бара улар исеме халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән, халыҡ күтәргән байраҡтың юғарылығын билдәләгән. Рустарҙа Пушкин, немецтарҙа Гете, итальяндарҙа Данте, татарҙарҙа Туҡай , башҡорттарҙа- Рәшит Назаров.Башҡорт шағиры исеме бөйөк ижадсылар араһында үҙ урынын алған. .Телгә алмаған милләттәрҙә юҡмы ни улар! Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡ! Ана шундайҙарҙың береһе – Рәшит Назаров.

Содержимое разработки

Йөрәгемә бөтә донъя һыйған”

Рәшит Назаров ижадына бағышланған

 әҙәби-музыкаль кисә

Толбазы 2024

Маҡсат:

1)Р.Назаровтың ижады менән таныштырыу ,уның шиғырҙарының тәрән мәғәнәлегеген күрһәтеү,балаларҙы тасуири шиғыр һөйләргә өйрәтеү.

2)Халыҡ алдында һөйләү культураһын үҫтереү.

3)Яҡташыбыҙ Р.Назаров менән ғорурланыу тойғоһо уятыу,шиғырҙары аша тирә-яҡҡа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

Р Назаровҡа арналған стена газеталары,портреты,китаптарҙан күргәҙмә,

«Йөрәк» йыры менән диск.

Сара барышы

(Р.Назаровтың “Йөрәк” йыры яңғырай)

1- се алып барыусы:

-Хәйерле көн ,хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар,саҡырылған ҡунаҡтар!

Бөтәгеҙҙе лә райондашыбыҙ,Республикабыҙҙың С.Юлаев,районыбыҙҙың

Ғ.Ибраһимов исемендәге премиялары лауреаты ,бөйөк шағирыбыҙ

Р.Назаровҡа 80-йәш тулыуға арналған кисәгә килеүегеҙ менэн тәбрикләйбеҙ .

2-се алып барыусы:

-Эйе,доңъя күләмендә күренер оло таланттар араһында башҡорт улдары

һәм ҡыҙҙары ла булған ,барҙар һәм буласаҡтар!Шуларҙың береһе –райондашыбыҙ

Рәшит Назаров.Ул беҙҙең баш особоҙҙан ғына түгел,бәлки бөтә әҙәбиәт күгенән

бығаса күренмәгән балҡыш,яңы яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте.

Йыртып астым күкрәгемде

Йолкоп алдым йөрәгемде

Һәм йомарлап устарыма

Илттем уны дуҫтарыма

Илттем уны һиңә ,йәнем?

Тик күрмәнең ниңә,йәнем?

2-се алып барыусы:

-Р. Назаров –беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел ,бөтә доңъя әҙәбиәтендә һирәк осрай торған иҫ киткес талант, үҙе бер күренеш , бөйөк шағир .

Уның тыуыуына 80  йыл хәҙер. Ә шиғырҙары уның 22 йәшенә тиклем генә яҙылған.

-Аурғазы районының Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың 11 нояберендә Фатима апай менән Сәйетбаттал ағайҙың бишенсе балаһы булып доңъяға килгән . Рәшиткә аяуһыҙ яҙмыш бары биш-алты йыл ғына ирекле ижад итеү ҡыуанысы бүләк иткән . Ниндәй ҡыҫҡа мәл , кеше ғумере өсөн күҙ асып йомғаң ғына ара. Ә күпме таң ҡалдырырлыҡ ижад мөғжизәһе.

Был тормоштоң ҡанундарын боҙоп ,

Йылдар ҡосағына еләһе ине ,

Киләсәктә ниҙер көтә мине?

Их, туғандар , беләһе ине!

1 -се алып барыусы:

11-йәшендә ҡәләм тибрәтә башлаған бөйөк шәхес Р.Назаровтың 1962 йылда йәш яҙыусыларҙың республика семинарында шиғырҙарын тыңлағас ,Н.Нәжми яҙыусылар союзы идараһының коридоры буйлап: “Талант табылды ,талант!”-тип ҡысҡырып йөрөгән тиҙәр. Тәүге шиғырҙарын 10-11 йәштә яҙа. Рәшит Назаровтың 15 йәшлек сағындағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ

1-се укыусы:

Күл
Күл тора ауыл артында 
Зәңгәрләнеп, күкләнеп. 
Ситендәге һай ерҙәре 
Һаҙлыҡланған мүкләнеп.
Һис кем һиҙмәгән был күлдең
Донъяла булғанлығын,
Йәйен томанға төрөнеп, 
Ҡыштарын туңғанлығын.

2-се алып барыусы:

---1965 йылда Башҡортостан китап нәшриәте йәш шағирҙың “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. (слайд).

1970 йылда Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә. (слайд).

 Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла.(слайд).

1 -се алып барыусы:

---Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс, 1991 йылда ғына донъя күрә. 1994 йылда “Йәшен” тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға. (слайд). Әҙәбиәтебеҙ тормошонда уларҙың һәр береһе көтөп алынған ҙур яңылыҡ, оло күренеш ине. Шағир һәр яңы йыйынтығында тағы ла тулыраҡ, тағы ла көслөрәк сағылды. 

Ғүмер шиғырынан өҙөк.

2-се укыусы:

Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,

Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна...

Һәр бер таңда минең йөрәгемдә

Башланмаған ғүмер уяна.

Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,

Ваҡ бәхеткә тик мин табынман,

Үткән ваҡыт, минең өсөн үлеп,

Халҡым өсөн тыуыр яңынан!..(Ғүмер).

2-се алып барыусы:

Рәшит Назаров – тәбиғәт балаһы. Шағир, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләп яҙған шиғырҙары бик күп. Бына уларҙың береһе Илемә.

3-сө уҡыусы:

Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә

Осор инем ҡоштай талпынып,

Ҡанат осом ҡағылып үткән ерҙә

Ҡойолор ине офоҡ ватылып.

Илем! Һинең зәңгәр киңлектәрҙә

Офоҡтарҙы ватып осам мин,

Талпынам да алыҫ күкте ҡосам,

Күкрәгемә Ерҙе ҡыҫам мин.

1-се алып барыусы:

Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай. Ул 1963-1966 йылдарға тура килә.

Ә 1966 йылдың аҙағында иһә халыҡ араһында шомло хәбәр ишетелгән: «Рәшиткә армияла зәхмәтле сир ҡағылған,хеҙмәт иткән еренән уны тыуған ауылына оҙатып ҡуйғандар икән»Әй был язмыш! «Eтемдең ауыҙы ашҡа тейһә –мороно ҡанай »-ти халыҡ.Халҡыбыҙға бөйөк дандар өҫтәйәсәк талантты толпар өҫтөнән рәхимһеҙ яҙмыш бигерәк тә иртә һуғып төшөрҙөләһә!

Шул йылдарҙағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

4-се укыусы:

Мин – һалдатмын.Илдең бер һалдаты.

Янда дуҫтар-бөркөт кеүектәр.

Кемдәр үҫкәс һалдат була.

Ә беҙ һалдат булып тыуҙыҡ-ҡырҡ дүрттәр.

Шағирҙың хәле 1969 йылдың йәйендә айырыуса мөшкөл күренә.Ныҡ бирешкән ,ҡаҡ һөйәккә ҡалып ябыҡҡан.Үкһеп,үкһеп зар илаған әсә: «Рәшитте ҙур врачтарға күрһәтергә кәрәк ине!Үҙемдең сәләмәтлегем юк...Минән дә тороп ҡалһа ,нишләр инде балаҡайым?»-тип уттар йота.

Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,

Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна ...

Һәр бер таңда минең йөрәгемдә

Башланмаған ғүмер уяна .

Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,

Ваҡ бәхеткә тиҡ мин табынмам ,

Үткән ваҡыт , минең өсөн үлеп,

Халҡым өсөн тыуыр яңынан !....

2-се алып барыусы:

Үҙенең тыуған яғын, йортон да онотмай шағир. Әсәһенә, тыуған иленә, теленә ҡарата тойғолары шиғыр юлдарында ята. (слайд).

(Уҡыусылар сығыш яһай_________________________________)

Тыуған ерем һыуы
Йүгереп төштөм Өршәккә,
Һыуын алдым көршәккә,
Урман буйлап тын ғына 
Ҡайтым киттем моң ғына.
Тирә-яҡта киң ялан
Тәрән йоҡоға талған.
Юҡ, ул да минең һымаҡ
Моңло уйҙарға ҡалған.

Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтерем тик туған телемдә!

Шағирҙың баҫыуҙа арымай-талмай көнө буйына эшләгән кешеләргә лә арналған шиғырҙары бар. Мәҫәлән, Тракторист йыры, Бесәнсе йыры, Хөрмәт, Баҫыуҙы таң һәм башҡалар. Әйҙәгеҙ берәүһен тыңлап китәйек.

Хөрмәт.

Хеҙмәтле кеше блғанға

Хөрмәтле беҙҙең Хөрмәт,

Эштә лә ул иң егәрле,

Ялда ла һәр саҡ үрнәк.

Хас сәсрәү ялҡын инде ул!

Тире лә таммай ергә:

Сосланып бәреп сыға ла,

Боҫланып оса үргә.

Күҙе – ут, йөҙө – ҡара тут,

Ҡояшта шундай янған!

Дан хеҙмәт уның усына

Тамғаны уя һалған.

Ә Хөрмәт быға ҡәнәғәт:

  • Иҫәп, - ти, - минең теүәл;

Ҡырҙа күпме кәбән ҡойһам,

Ҡулда шул тиклем һөйәл.

Мөхәббәт лирикаһына ҡағылған шиғырҙары ла күп.

Йәшен
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…

1-се алып барыусы:

Сараны дауам итәләр ( “Башҡорт ҡыҙҙары бейеүе” )

-Шағирҙың иң һуңғы шиғыры 19 февралдә 1977 йылда яҙылған:
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында... 
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам... 
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...

2-се алып барыусы:

Шағир Риф Фәйзрахман улы Мифтахов Рәшит Назаров ижадын ентекләп өйрәнеүсе, тикшереүсе, уның ижади мираҫын йыйыусы тәүге әҙип. Уның тырышлығы менән Рәшит Назаровтың ике томлығы донъя күрҙе – шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә режиссер Гәүһәр Батталова, оператор Урал Ғатауллин ҙур өлөш индерҙе – улар шағир ижадына арнап «Йөрәк» исемле документаль фильм төшөрҙө. Шулай итеп, Ауырғазы ерендә тыуған талант үҙенең тыуған ерен, тыуған яғын, Башҡортостанын донъя кимәленә күтәрҙе. Йыл һайын шағирҙың тыуған ерендә «Назаров уҡыуҙары» үткәрелә. Унда йыйылыусы әҙәбиәтселәр, тәнҡитселәр шағирҙың әҫәрҙәрен уҡый һәм өйрәнә, музыкаль саралар ойоштора.

  1-се алып барыусы:

Хәтерләйем,дуҫтар ,барыһын-барыһын...

Тик мине лә бер яҙ таныңда

Кемдер берәү иҫкә алһын ине,

Былай ғына –дуҫтар янында...

-ошо шиғыр юлдары менән Р.Назаровтың юбилейына арналған сараны тамамлайбыҙ.

-

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/603361-jrgem-bt-donja-yjan

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки