- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Глагол- как часть речи. Сказки
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ
БАЙҠЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЯҺЫ
Тема: Ҡылым тураһында төшөнсә.
Әкиәттәр.
(Усманова М.Ғ, Башҡорт теле,6 –сы класс)
Төҙөнө: Байҡы урта белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле уҡытыусыһы
Хәйҙәршина Регина Нәғим ҡыҙы
Тема: Ҡылым тураһында төшөнсә.Әкиәттәр.
Маҡсат:
1.Әкиәт менән таныштырыу. Урыҫ халыҡ әкиәтен уҡыу һәм төп мәғәнәһен аңлатыу.
2.Һөйләү телмәрен үҫтереү. Һорауҙарға яуаптар алыу.
3.Ҡылым темаһын үтеүҙе дауам итеү.
4.Уҡыусыларға башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:дәреслек (56-57 бит), актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр (плакат), «Ҡылым» темаһына таблица.
Дәрес планы.
I Ойоштороу моменты
II Тема һәм маҡсатты әйтеү
III Артикуляцион күнегеүҙәр
IV Яңы тема өҫтөндә эш
V Нығытыу күнегеүҙәре
VI Өйгә эш биреү
VIIБаһалау
VIIIЙомғаҡлау
Дәрес барышы.
IОйоштороу моменты.
Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылыр! Ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресе.
II Тема һәм маҡсатты әйтеү.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән ҡылым темаһын үтеүҙе дауам итәбеҙ Күнегеүҙәр эшләрбеҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ. Шулай уҡ әкиәттәр тураһында һөйләшеп үтәрбеҙ. Төп маҡсат булыпп бөгөн беҙҙең ҡылым темаһын үтеү тора. Һәм әкиәттәрҙең үҙенсәлеген шулай уҡ ҡарап үтәрбеҙ. Һәм әкиәттәр тураһында әңгәмә алып барырбыҙ. Шулай уҡ, Һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү уятыу тора.
III.Артикуляцион күнегеүҙәр.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙ таҡтала яҙылған шиғырҙы күрәһегеҙ. Ә хәҙер ошо шиғырҙы уҡып сығайыҡ.
Ел иҫә,
Ел иҫә,
Иртән дә иҫә, кис тә
Кемдең күргәне бар
Ел була ниндәй төҫтә.
Уҡытыусы: Ә хәҙер хором бергә уҡыйбыҙ. Уҡыусылар, нимә тураһында был шиғырҙа һүҙ бара?
Уҡыусы: Был шиғырҙа ел тураһында яҙылған.
Уҡытыусы: Дөрөҫ, Уҡыусылар, был шиғырҙа башҡорт теленең ниндәй специфик хәрефтәрен күрәһегеҙ?
Ҫ,ә, ң.
Уҡытыусы: Дөрөҫ!Шулай итеп, ошо артикуляцион күнегеүҙе эшләп, беҙ үҙебеҙҙең телде шымарттыҡ һәм башҡорт теленең специфик хәрефтәрен иҫкә төшөрҙөк.
IV.Яңы теманы үҙләштереү.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ ҡылым темаһын үтәбеҙ. Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Ҡылым – глагол (тәржемә итеү)
Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙ ҡылым тураһында нимәләр беләһегеҙ
Уҡыусы: Ҡылым- ул һүҙ төркөмө. Ни эшләй һорауына яуап бирә. Һәм эш- хәрәкәтте белдерә.
Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ! Ә хәҙер миҫалдар килтерәйек.
Уҡыусы: Яҙа, эшләй, йоҡлай.
Уҡытыусы: Афарин дөрөҫ! Шулай итеп, беҙ ҡылым тураһында белемебеҙҙе иҫкә төшөрҙөк. 55- се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.(таблица менән эш).
Уҡытыусы: Ә хәҙер 56- сы биттәге күнегеүгә иғтибар итәйек. Әкиәтте уҡып сығарға һәм тәржемә итергә кәрәк. Ролдәргә бүлеп уҡыйбыҙ. Уҡыусылар, нимә ул әкиәт?
Уҡыусы: Әкиәт –ул жанр. Унда төп герой булып хайуандар тора.
Уҡытыусы: Дөрөҫ, ә ни өсөн беҙгә әкиәттәр кәрәк?
Уҡыусы: Әкиәт беҙҙе нисек йәшәргә өйрәтә.
Уҡытыусы: Тағы ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?
Уҡыусы: Урыҫ халыҡ әкиәттәре...һ.б.
Уҡытыусы: Был әкиәттә нимә тураһында һүҙ бара?
Был әкиәттә дуҫлыҡ тураһында һүҙ бара.
Уҡытыусы: Дөрөҫ! Әкиәттең дауамын һеҙ беләһегеҙме?
Уҡыусы: Урыҫ халыҡ әкиәте (Брементские музыканты) менән ауаздаш.
Уҡытыусы: Афарин! Дөрөҫ.
Ә хәҙер ошо әкиәттән ҡылымдарҙы табып күсереп яҙайыҡ. Заман менән үҙгәртәбеҙ.
Уҡыусы: Заман- ул время.
Ҡылымдарҙың киләсәк, хәҙерге һәм үткән заманы бар.
Уҡытыусы: Дөрөҫ. Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртәбеҙ.
Уҡыусы: Бул- буласаҡ, була, булған
Сыҡ- сығасаҡ, сыға, сыҡҡан
Бар-барасаҡ, бара, барған
Кит-китәсәк, китә, киткән
өр- өрәсәк, өрә, өргән
осра-осраясаҡ, осрай, осраған
ет-етәсәк, етә, еткән
һикер-һикерәсәк, һикерә, һикергән
ҡысҡыр- ҡысҡырасаҡ, ҡысҡыра, ҡысҡырған
ҡушыл- ҡушыласаҡ, ҡушыла, ҡушыласаҡ.
Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ.
V.Нығытыу күнегеүҙәре.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, биттәге күнегеүгә иғтибар итәйек. Биремде уҡыу.
Уҡыусы: Глаголы речи: һорарға- спрашивать, яуап бирергә- отвечать, риза булырға- соглашаться, әйтергә- сказать, һөйләргә- рассказывать, мөрәжәғәт итергә- обращаться, алдарға- обманывать, һөйләшергә- разговаривать, ҡысҡырырға- кричать, һөйләнергә- разговаривать.
Глаголы мышления: уйларға- думать, фекерләргә- размышлять, белергә- знать, хыялланырға- мечтать.
Глаголы состояния: шатланырға-радоваться, ҡайғырырға – грустить.
Уҡытыусы: Эйе дөрөҫ. Афарин.
VI.Өйгә эш биреү
Уҡытыусы: Өйгә эш һеҙгә биттәге күнегеү. Һеҙгә тексты уҡып тәржемә итеп, ҡылымдарҙы табып күсереп яҙырға кәрәк.
VII.Баһалау.
VIII. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы: Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә Ҡылым темаһын үттек. Ҡылым – ул һүҙ төркөмө, ни эшләй һорауына яуап бирә һәм эш- хәрәкәтте белдерә. Ул зат, һан, заман менән уҙгәрә.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/100140-glagolkak-chast-rechi-skazki
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Профилактика и коррекция девиантного поведения обучающихся в работе социального педагога»
- «Основы управления персоналом»
- «Методика и технологии обучения учащихся с ОВЗ в условиях реализации ФГОС»
- «Введение ФГОС СОО: содержание Стандарта и особенности проектирования образовательных программ»
- «Реализация инклюзивного образования в детской музыкальной школе (ДМШ) с учетом особых образовательных потребностей детей с ОВЗ»
- «Методика преподавания технологии в средней школе в контексте ФГОС»
- Изобразительное искусство и педагогическая деятельность в образовательных организациях
- Теория и методика преподавания истории в общеобразовательной организации
- Профессиональная деятельность методиста дошкольной образовательной организации
- Урегулирование споров с помощью процедуры медиации
- Ведение педагогической деятельности в образовательной организации
- Педагогическое образование: теория и методика преподавания мировой художественной культуры

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.