Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
21.12.2018

Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы

Региональный компонент.Знакомство обычаями башкирского народа.

Содержимое разработки

Муниципаль бюджет балаларға белем биреү учреждениеһы

Тема: “Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы” (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары өсөн сара)

Әҙерләне: тәрбиәсе Сафина Гөлсәсәк Марс ҡыҙы

Асҡар – 2018

Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы.

Төркөм бүлмәһе башҡорт йорто һымаҡ матур итеп биҙәлгән. Балалар эскәмйәләрҙә ултыралар.

Кендек инәй килеп инә. Ҡулында бәпес итеп уралған ҡурсаҡ.

Кендек инәй:Балалар, иҫән-һаумыһығыҙ! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам, бәпесебеҙ тыуҙы, аллаға шөкөр. Үҙе шундай теремек кенә, күҙ теймәһен, тфү-тфү. Имен-аман тыуыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Уңын бир! Йүнен бир!Йүнен бир!Уңын бир!

Кендек инәй бәпестең ҡолағына исем ҡысҡыра.

Кендек инәй: Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә лә сәңгелдәккә һалырға ярамай. Исеме булмаһа бәпесте ен-бәрейҙәр алмаштыра, үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрә лә ҡуя, ти. Ул саҡта бала зәғиф, ауырыу була, хатта үлеп тә ҡуя икән. Яңы мин ҡушҡан исем баланы һаҡлай. Был исемде Йүргәк исеме, йәки “Тәүге исем” тип атайҙар.

Кендек инәй:(һамаҡлап, теләк теләй)

Ағзаң теүәл булһын,

Аҡылың теүәл булһын,

Изге бала бул!

Мөхәммәт өммәтенән бул,

Аллаһы ҡөҙрәтенән бул”

Балаһы бар – ҡыҙы бар,

Бер ай һынлы ҡыҙы бар,

Бөтә кеше ҡыҙығыр.

Тфү-тфү, буш икән,

Ай һынлы түгел икән.

Ҡыҙы, ҡыҙы, ҡыҙы бар,

Ҡыҙы барҙың наҙы бар,

Ҡыҙы юҡтың наҙы юҡ

Барса тундары ла юҡ.

Ә һеҙ ниндәй теләктәр алып килдегеҙ бүләккә?

Бала.Оҙон ғүмерле булһын.

Бала.Бәхетле булһын.

Бала.Тиҙерәк атлап китһен.

Бала.Тәүфиҡле булһын.

Бала.Ауырымаһын,һау булһын.

Бала.Атаһы менән әсәһенә изгелекле бала булһын.

Кендек инәй.Ауыҙығыҙға бал да май.Теләктәрегеҙ алланың амин тигән сағына тура килһен.

Матур итеп кейенгән ҡыҙҙар уртаға сыға. Һәр береһенең ҡулында ҡурсаҡ.

Кендек инәй:Йәгеҙ әле, балаҡайҙар, мин һеҙгә өйгә эш биргәйнем, өлкәндәрҙән һорашып. яңы тыуған бәпәйҙе нисек дөрөҫ тәрбиәләргә белеп килергә. Әйеме?

1-се ҡыҙ: Бәпәй тыуғас, уның аяғын ғына өлкән апайына йәки ағаһына күпһәткәндәр. Шулай итһәң, улар татыу була. Өлкәндәре бәләкәсен яраталар.

2-се ҡыҙ: 40 көн үтмәйенсә баланы яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, уны ен-шайтандар алмаштырыуы бар. Берәй йомош менән сыҡҡанда, бәпәйҙең өҫтөнә бысаҡ йәки ҡайсы һалырға кәрәк.

3-се ҡыҙ:Баланың ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөртөргә кәрәк, кешеләрҙең күҙе теймәһен өсөн. Күҙ тейһә, бала ауырый, илай.

4-се ҡыҙ: Ҡаш матур үҫһен тип, баланың ҡаштарын көмөш тәңкә менән һыҙып сығалар.

5-се ҡыҙ:Баланың тыуыуына ҡырҡ көн үтмәҫ элек “ҡарын сәсен” алалар. Ҡарын сәсе алынмаған баланы рәнйетергә ярамай – рәнйеше ҡаты төшә, тиҙәр.

Кендек инәй:Афарин, аҡыллыларым! Ә беләһегеҙме, ҡайһы бер кешенең балаһы тыуып тора, улеп тора. Балаһы үлмәһен, йәшәһен өсөн дә әмәл бар.

Кендек инәй баланы бишектән ала ла, йүгертеп йөрөй.

Кендек инәй:Бала һатам! Бала һатам! Кем ала?! Бала һатам! Кем ала?

Алдан әҙерләнгән асылмалы тәҙрәне аса, унан атай булып кейенгән малай ҡарай.

Атай кеше: Мин алам! Күпме тора? Бер баш ҡолонло бейә бирәм, бирерһеңме баланы?

Кендек инәй:Бирәм.

Бала һатам, кем ала?

Ергә һалдым - ер алмай,

Күккә сөйҙөм – ҡош алмай,

Эткә һалдым – эт алмай,

Бала һатам, кем ала?

Бала һатам, кем ала?

Атай кеше:Бала һатһаң, мин алам,

Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:Ғүмере менән һатам,

Бәхете менән һатам,

Тәүфиғе менән һатам.

Атай кеше: Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:Ғүмере менән һатам,

Бәхете менән һатам,

Тәүфиғе менән һатам.

Атай кеше: Нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй:Ғүмере менән һатам,

Бәхете менән һатам,

Тәүфиғе менән һатам.

Атай кеше:

Бала һатһаң, миңә һат,

Ғүмере менән бергә һат,

Бәхете менән бергә һат,

Тәүфиғе менән бергә һат,

Бүләгенә тун бирәм,

Уға ҡушып мал бирәм.

Атай кеше тәҙрәнән баланы ала, бишеккә һалып бәүетә.

1-се ҡыҙ: Инәй, ә ниңә үҙ балаһын үҙе һатып ала ул?

Кендек инәй:Уның мәғәнәһе. Атай кеше һатып алғас, үҙенең балаһын түгел, ә кешенекен алған була бит инде. Ул шулай итеп ен-шайтандарҙы алдай.Ә ҡайһы берәүҙәр балалары үлеп тик торһа, яңы ғына тыуған бәпесте эттән еҫкәтеп, ялатҡандар, бапаға эт еҫе һеңә. “Әйттем бит, эт тә алманы был баланы” тип әйткәндәр. Шунан уға Йүргәк исемен Эталмаҫ тип ҡушҡандар. Ен, шайтан эт еҫен яратмайҙар, балаға яҡын да бармайҙар.

Кескәй малайҙар килеп инәләр.

Малайҙар: Һаумыһығыҙ, инәй! Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар!

Кендек инәй:Һаумыһығыҙ, малайҙар! Бәпәй күрергә килдегеҙме?

Малайҙар:Бәпес күрергә, ҡоймаҡ ашарга килдек.

Кендек инәй:Әйҙәгеҙ һуң, түргә уҙығыҙ! Бына бәпесебеҙ (сәңгелдәктәге бәпәйгә ымлап күрһәтә).

Кендек инәй ҡоймаҡты сәңгелдәктәге бала әргәһенә ултырта. Малайҙар шул ҡоймаҡты алабыҙ тип, ҡулдарын һуҙһалар, сәңгелдәк әргәһендә ултырыусы кендек инәй уларҙың ҡулдарына таяҡ менән һуға. Малайҙар юрамал илаған булалар.

Кендек инәй:Тағы ла тейерһеңме?Инде тағы тейерһеңме?

Малайҙар:Бүтән урламайбыҙ.

Аҙаҡ кендек инәһе малайҙарҙы ҡоймаҡ менән һыйлай.

Кендек инәй:Малайҙарҙың илағанын, ҡысҡырғанын ишетеп, күҙгә куренмәгән ен-бәрейҙәр “Әһә, быларҙы туҡмаған кеүек,беҙҙе лә туҡмар,тип сәңгелдәккә яҡын килмәйҙәр.

Кендек инәй.Балалар,бәпәйебеҙ имен һау тыуҙы,аллаға шөкөр.Тиҙҙән уның тыуыуына ҡырҡ көн дә булып китер.Мулла олатайҙы саҡырып,аҙан әйттереп,бәпескә ысын исем ҡуштырырбыҙ.Шуға тиклем беҙ күмәкләшеп уға исем уйлай торайыҡ.

1 -се бала.Әйҙәгеҙ,Зәйнәп исемен ҡушайыҡ.Зәйнәп-ғәрәп исеме,таҙа тигәнде аңлата.

2-се бала.Хәтирә тип ҡушайыҡ исемде.Хәтирә-ғәрәпсә иҫтәлек тигәнде аңлата.

3-со бала. Мәҙинә исеме лә бик матур бит. Мәҙинә-изге ҡала исеме.

4-се бала.Юҡ.Заһира исеме матурыраҡ.Заһира-ғәрәпсә нур сәсеүсе,бик матур тигәнде аңлата.

5-се бала.Ә Айһылыу тип исем ҡушһаҡ ай кеүек тулы йөҙлө һылыу булыр ине бәпес,әйе бит.

Кендек инәй. Бик матур,мәғәнәле исемдәр әйтеп киттегеҙ.Бына шулай,ҡыҙҙар,малайҙар,балаға исем һайлағанда,исемдең нимә аңлатҡанын белер кәрәк.Сөнки һәр бер исем нимәнелер аңлата.Мәҫәлән Зөһрә-йондоҙ исеме,Нәилә-бүләк була,Ләйсән-яҙ көндәрендә яуған тәүге ямғыр.Беҙҙең әле ваҡытыбыҙ бар,баланың әсәһе менән атаһына исем һайларға ярҙам итербеҙ,йәме.Ә бәләкәсебеҙҙең йокоһо килде.Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп Бишек йырын йырлап уны йоҡлатайыҡинде.

Кендек инәй һәм балалар Бишек йырын йырлайҙар.

Кендек инәй.Ә хәҙер шым ғына үҙебеҙҙең төркөмгә ҡайтайыҡ.Бала ял итһен.Уны күрергә башҡа балалар ҙа килер аҙаҡ.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/338559-bashort-halynda-bala-tere-jolay

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки