Официальные курсы
повышения квалификации и профессионального развития
НТЦ
Официальные курсы
профессиональной
переподготовки педагогов
Государственная лицензия, Разрешение ИНТЦ в соответствие с ФЗ-86.
Документы об обучении подходят для аттестации. Данные вносятся в ФИС ФРДО и Госуслуги
Программы одобрены и утверждены экспертами
Инновационного научно-технологического центра
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
14.01.2022

Дәрес конспекты: Ф. Туғыҙбаева «Тыуған көнөң менән»

Мингажева Лира Маратовна
Учитель башкирского языка и литературы
Вот улучшенное описание в SEO-формате, соответствующее всем требованиям: Конспект открытого урока, посвященный творчеству и жизненному пути Ф. Туғыҙбаевой. Урок направлен на углубление знаний о Дне родных языков, развитие навыков выразительного чтения стихов и пословиц, а также формирование связной устной речи. В ходе занятия учащиеся знакомятся с ключевыми произведениями писательницы, что способствует пробуждению интереса к ее наследию. Особое внимание уделяется воспитанию уважительного отношения к башкирскому языку и родной культуре. Материал включает работу с пословицами и поэтическими текстами, что помогает улучшить дикцию и эмоциональную окраску речи. Урок построен на принципах преемственности и патриотического воспитания, позволяя школьникам глубже понять ценность языкового разнообразия. Подходит для проведения в рамках тематических занятий и внеклассной работы.

Содержимое разработки

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТЕРСТВОҺЫ

МР БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

1-СЕ ҺАНЛЫ ИНЙӘР ДӨЙӨМ УРТА БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

Ф.Туғыҙбаеваның «Тыуған көн» шиғыры буйынса Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған

«Ерҙә һәр тел- бөйөк хазинаһы халыҡтың»

муниципаль семинарҙың сиктәрендә

үткәрелгән асыҡ дәрес


Әҙерләне һәм уҙғарҙы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минһажева Лира Марат ҡыҙы

2019 й.

Тема: Ф.Туғыҙбаева «Тыуған көн».

(21 февраль - халыҡ-ара Туған телдәр көнө)

Маҡсат: Ф.Туғыҙбаева ижады һәм тормош юлы менән танышыу,Туған телдәр көнө тураһында белемдәрен арттырыу,мәҡәлдәр, шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, бәйләнешле һөйләм телмәрен үҫтереү,яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлектәрен формалаштырыу:

Шәхси:дәрестән файҙалы уйҙар ҡалдырыу, үҙеңә баһа биреү;

Регулятив: дәрестең маҡсатын билдәләү,эште планлаштырыу;

Коммуникатив: тасуири уҡыу, бәйләнешле һөйләм телмәрен үҫтереү, тел тураһында мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу;

Уҡыу- уҡытыу методик комплексы: ноутбук, проектор, Ф.Туғыҙбаева ижадына күргәҙмә,презентация

Дәрес барышы.

1) Ойоштороу өлөшө.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ һәм дәресте башлайыҡ. Ултырығыҙ, ҡуяндар! Ултырығыҙ, айыуҙар! Ултырығыҙ, уҡыусылар! Ултыр, матурым!.

2) Артикуляцион күнегеү.

- Бәхет, шатлыҡ, сәскә, теләк, яҡшы кәйеф,торт

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыйыҡ, тәржемә итәйек.

- Нисек уйлайһығыҙ, бөтә ошо һүҙҙәрҙе дөйөмләштереп, ниндәй һүҙбәйләнеш менән әйтеп була?Дөрөҫ, Тыуған көн. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләнек. Ә дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? Дәрестең маҡсатын асыҡлайыҡ.

3. Яңы тема:Ф.Туғыҙбаева «Тыуған көн».

1) Автор тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.

Факиһа Туғызбаева яҙыусы. Р. Ғарипов (1992), С. Юлаев (1995) премиялары лауреаты. РФ (2000), БР (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. БР мәғариф отличнигы (1999). Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014).

Shape11950 йылдың 1 ғинуарында БАССР Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңлы[1] ауылында тыуған. Урта мәктәпте, Өфөдәүләт университетын (1972) тамамлай. «Башҡортостан пионеры» газетаһында (1972), «Пионер» журналында (1979-1987) эшләй. «Аҡбуҙат» журналын ойоштороусы һәм баш мөхәррире (1990-2010). Балалар өсөн шиғырҙар яҙа.

2) Һүҙлек эше: тантана- торжество, церемония;

Тәүфиҡлы- благонравный, воспитанный,

Танау сөйөү- задирать нос, зазнаваться

Көтөк булыу- дожидаться, дождаться кого- чего

Эйәр- седло

3) Шиғырҙы үҙ аллы уҡыу.

4) Бер баланан уҡытыу.

5) Тәржемә итеү.

6) Һорауҙар һәм эштәр:

-Шиғыр ни өсөн Тыуған көн тип атала икән?

-Айбулатҡа ниндәй теләктәр әйттеләр?

- Ә һеҙҙең класта февраль айында кемдәр тыуған көндәрен үткәрҙе?

- Һеҙ уларға ниндәй теләктәр әйттегеҙ?

4. Ял минуты.

Ял минуты бик кәрәк

Дәрестең уртаһында.

Төрлө хәрәкәт яһау

Арыуҙы оноттора.

А сейчас все на зарядку

Встанем дружно по порядку.

« Аҡ ҡалас» уйынын уйнап алыу.

5) –Уҡыусылар, кешенең генә түгел, тагы ниндәй Тыуған көндәр билдәләйбеҙ әле беҙ?

-Республика көнөн. Март айында Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ә бөгөн ниндәй байрам икән.

-Эйе, бөгөн, Халыҡ-ара Туған телдәр көнө.

Тап 20 йыл элек, 1999 йылдан 21 февраль Халыҡ- ара Туған тел көнө тип иғлан ителә.

Донъяла һәр кемгә үҙ туған теле ҡәҙерле. Тел тураһында бөйөк шәхестәр бына нимә, ти.

1) Ерҙә һәр тел- ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың (М.Ямалетдин).

2) Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш (М.Ҡулаев).

3) Телдән дә көслө нәмә юҡ (Ғ.Хөсәйенов).

4) Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да (И.Кинйәбулатов).

5) Тел- ул халыҡтың мәңге тере тарихы (Ғ.Хөсәйенов).

- Ә һеҙҙең өсөн, тел нимә ул, уҡыусылар?

(Йәшәү рәүеше, тормош, ысынбарлыҡ, Тыуған ил, ата- әсәм, халҡым)

  • Тел тураһында һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

  • Мәҡәлдәрҙең башы бирелгән, һеҙгә аҙағын табырға кәрәк.

  • Иле барҙың...( теле бар).

  • Һөйҙөргән дә тел,...(көйҙөргән дә тел).

  • Тел яҙмышы...(ил яҙмышы).

  • Терелткән дә тел, ...( Үлтерткән дә тел).

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатып ҡарағыҙ.

Тел тураһында Рәсүл Ғамзатовтың Шундай шиғыры бар. (Родной язык)

Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры үҙ теле менән ғорурланып «Бер телдән дә телем кәм түгел», тигәйне.

6) Дәресте йомғаҡлау.

-Бына дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Телдең киләсәге, илдең яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ошо кәңәштәрҙе күңелегеҙгә һалып ҡуйырға тәҡдим итәм:

- Ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, туған телеңде онотма.

-Өйҙә туғандарың, яҡындарың, ғөмүмән, таныштарың менән мөмкин тиклем туған телеңдә аралаш.

-Башҡа милләт кешеләрен, бүтән телдәрҙе хөрмәт ит.

7) Рефлексив анализ.

- Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

- Үҙең өсөн ниндәй яңы мәғлүмәт алдың?

- Нимә оҡшаманы?

- Нимә ҡыҙыҡлы булды?

8) Өйгә эш:

Тел тураһында фразеологик берәмектәр яҙырға.

Хочу закончить урок стихами кабардино-балкарской поэтессы Танзили Зумакуловой

Родной язык!

Он с детства мне знаком.

На нём впервые я сказала «мама» ,

На нём клялась я в верности упрямой,

И каждый вздох понятен мне на нём…

Но, как родной,

Люблю я русский.

Он нужен мне, как небо, каждый миг…

На нём живые, трепетные чувства

Открылись мне,

И мир открылся в них…

Текут две речки в сердце, не мелея,

Становятся единою рекой…

Забыв родной язык – я онемею,

Утратив русский – стану я глухой.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/479386-dres-konspekty-ftuybaeva-tyuan-kn-men

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки