Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
14.04.2023

Разработка урока «Тема семьи в повести Баязита Бикбая» Аҡ сәскә

Суфиянова Эльвира Камилевна
учитель башкирского (родного) языка и литературы
Технологическая карта урока , 10 класс, «Тема семьи в повести Баязита Бикбая »Аҡ сәскә«(»Белый цветок«) » (на башкирском языке для детей изучающих родной башкирский язык и литературу в русскоязычной школе).

Содержимое разработки

Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесында ғаилә темаһын проект технология нигеҙендә аналаизлау.

Маҡсат : 1.Әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙың, тарихи осорҙоң кеше, ғаилә, йәмғиәт системаһына йоғонтоһон күрһәтеү.

2.Әҙәби әҫәргә таянып, фекерләү үҫтереү.

3.Уҡыусыларҙы тормошҡа әҙерләү.

Эпиграф: “Әхлаҡҡа нигеҙләнгән ғаилә генә ысын ғаилә була ала”

Дәрес барышы.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Беҙ һеҙҙең менән Б.Бикбайҙың ижады менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Ә хәҙер ҡыҫҡаса ғына

  1. Бикбайҙың тормошо һәм ижады буйынса үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек.

Интерактив таҡтала таблица ярҙамында ҡабатлау.

  1. Үткән дәрестә“Ҡарлуғас” драмаһын уҡып анализлап киттек, ә бөгөн ҡабатлап, белемдәрҙе нығытып китәйек.

Һорауҙар.

- Б.Бикбай ни өсөн 1938 йылда азатлыҡ темаһына мөрәжәғәт иткән?

- Ни өсөн халыҡ был драманы ярата?

- Автор ни өсөн төп геройына Ҡарлуғас тигән исем биргән?

- Был әҫәрҙең төп темаһы? Конфликты? Образдары? Әһәмиәте?

Интерактив таҡтала таблица Яуаптар :

- Сөнки тап ошо йылдарҙа Сталин репрессияһы көсәйә бара.

- Сөнки азатлыҡ өсөн көрәш халыҡ күңеленә тап килә.

- Ҡарлуғас – сыуаҡ көндәрҙә тыныс булһа ла, дауыл алдынан юғары осорға яратҡан ҡош, драмала ул ҡатын-ҡыҙҙың азатлыҡҡа ынтылыу теләген сағылдыра.

- Хеҙмәтсән халыҡтың үҙ азатлығы өсөн көрәш.

3. Дәрестә буласаҡ һөйләшеүҙе күҙаллау.

Беҙ барыбыҙҙа хыялланырға яратабыҙ, һәр беребеҙ төрлөсә хыял диңгеҙенә сума, берәүҙәр юғары белем алыуҙы, икенселәр сит ил машинаһында елдереүҙе бәхет һанай....

  • Ә һеҙ кешене ысын мәғәнәһендә бәхетле итер хыялды нимәлә күрәһегеҙ?

Интерактив таҡтала яуаптар.Оло мәңгелек мөхәббәт.Бәхетле ғаилә.Тәрбиәле балалар үҫтереү.Ниндә генә осраҡта ла ябай ҙа, бөйөк тә кеше булып ҡалыу.

Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү ниндәй темаға буласаҡ.

Слайд. Мәңгелек темалар. Ғаилә, Йәмғиәт Кеше яҙмышы,Мөхәббәт.

Маҡсат .Әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙың, тарихи осорҙоң кеше, ғаилә, йәмғиәт системаһына йоғонтоһон күрһәтеү.

Төркөмдәрҙә эшләйәсәкбеҙ.

Уҡытыусы: Бөгөнгө һөйләшеүҙә.

-Кем һин, кеше?

- Һинең булмышың ниндәй?

- Нисек кеше булырға ?

- Аҡ менән ҡаранан, яҡшы менән ямандан торған тормош хикмәттәрен айырып алыу өсөн нимәләр эшләргә?

- Ҡапма-ҡаршылыҡлы заманда нисек кешелек сифаттарын юғалтмай ҡалырға кеүек кешелекте борсоған проблемалы һорауҙарға Б.Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесына таянып яуап табырбыҙ.

Р.Бикбай Б.Бикбай тураһында иҫтәлектәрендә. Слайд.

Был шағир өсөн оло баһа, “ил ағаһы” булыу –үҙе бөйөклөк.

Бөйөклөк һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ.

Ә кешене ниндәй сифаттар бөйөклөккә күтәрә. Яуаптар.

Төркөмдәрҙә эш. 1-се төркөм ыңғай сифаттар,2-се т. ҡапма ҡаршы сифаттар таба. Һүҙлек эше. Интерактив таҡтала .

Бөйөклөктөһәр кем үҙенсә аңлай, уға төрлө мөнәсәбәт белдерә. Уҡыусылар, 20 –се съезда шәхес культы фашлана, илебеҙҙә уның эҙемтәләренә ҡаршы киң көрәш йәйелдерелә. Ә уға тиклем шәхес культы, уның эҙемтәләре тураһында яҙыу рөхсәт ителмәгән була.

Назар Нәжми һүҙҙәре.

Хәҡиҡәт уның иманы булғанғалыр, ул беренселәрҙән булып, бөтөнләй ижади яҡтыртылмаған темаға мөрәжәғәт итеп, бик актуаль проблема күтәреп “Аҡсәскә” повесын яҙа.ошо осорҙоң фажиғәләрен Нәғимә менән Әхмүш ғаиләһенең яҙмышы аша асып бирә.

Беҙҙе борсоған һорауға повестҡа таянып яуап табырбыҙ, уҡығандан һуң тыуған уй-тойғоларыбыҙ менән уртаҡлашып, бәхәс ҡорорбоҙ.

«... ижад уты татлы булған өсөн Б.Бикбай ғүмерендә лә, ижадында ла бик ихлас, үҙ-үҙенә тоғро, ел иҫкән яҡҡа боролмаусан булып йәшәне, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы, үҙенең мөнәсәбәте булды. Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме булып та күтәрелде.» Интерактив таҡтала .

Проблемалы һорау.

Йәштәрҙең ғаилә ҡороуға ҡараштары,хис-тойғолары, маҡсаттары һәр ваҡыт тап киләме? Заман кешеләрҙе генә үҙгәртмәй, тыштан да яңырта, икенсе төҫкә кертмәйме икән.( Интерактив таҡта.)

Яңы тема. Б.Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесына анализ.

Өйгә эште тикшереү.

Йөкмәтке буйынса бүлек исемдәрен тәртипкә килтер. (Интерактив таҡтала таблица.)

Повестың идеяһын асыу.

Автор ни өсөн повестҡа “Аҡсәскә” тип исем биргән, уның менән нимә әйтергә теләгән, фаразлап ҡарағыҙ.Ҡыҙҙың күңеле лә аҡ сәскә кеүек аҡ, таҙа, яҡты киләскле, өмөтлө. Ул тирә яғына тик аҡлыҡ ҡына һибеп торор.Аҡсәскә образы менән автор киләсәктең йәштәр, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ, әсә ҡулында булыуына ла ишара яһайҙыр. Интерактив таҡтала ромашка һүрәте.

Ниндәй ул- аҡ, матур, саф, йылмайып торған кеүек, таҙа.

Китап менән эш.

Әҫәрҙә ҡыҙға Аҡсәскә тип исем ҡушыуҙы әсәһе Нәғимә нисек аңлата.

Өҙөктө табып уҡырға. 271-се бит. “Ә сәскәләр һуң...

Әҫәрҙең төп темаһы, төп проблемаларҙың хәл ителеше.

--Әйҙәгеҙ бергәләп повеста ниндәй проблемалар күтәрелеүен ҡарап үтәйек, әҫәрҙә улар нисек яҡтыртыла.

--Повеста һүрәтләнгән осор тураһында нимә әйтә алаһығыҙ. Был йылдар тураһында мәктәп директоры Ғилман Низамовичтың һүҙҙәрен табып уҡығыҙ.

Яуаптар. 275-се бит Ни эшләйһең...

Уҡытыусы һүҙе. Ысынлап та, был йылдар тарихта ауыр эҙ ҡалдырған шомло йылдар. Башҡортостанда 50293 кеше ошо осор ҡорбаны була. Халыҡ бер-береһенән шикләнеп , һәр кем үҙ яҙмышы өсөн генә борсолоп көн иткән. Илдең абруйлы ул-ҡыҙҙарына халыҡ дошманы тигән хурлыҡ исем таҡҡандар. Шулар араһында Дауыт Юлтый, Имай Насыри, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай кеүек талантлы шағир, яҙыусыларҙың булыуы йөрәкте өйкәй. Уларҙың ғаиләләре өсөн дө ҡара көндәр башлана. Уларҙың туғандары, балалары ауыр эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә.

-- Нәғимә менән Әхмүш Ямаевтар ғаиләһенең бәхетһеҙлегенә нимә сәбәпсе?

-- Повеста Нәғимәнең атаһы тураһында нимә әйтелә?

275-се бит Минең атайым коммунист...

Уҡытыусы һүҙе.Повеста халыҡ дошмандарын һүрәтләүгә ҙур урын бирелмәй, ошо ауыр исемдең яҡындарына, балаларына йоғонтоһо, ҡыйынлыҡҡа баш эймәгән, кешелек сифаттарын юғалтмаған, рухи бай кешеләрҙе һүрәтләү беренсе урынға ҡуйыла.

Төркөмдәрҙә эш. (Интерактив таҡтала таблица.)

Уҡытыусы һүҙе. Кеше алдында һәр ваҡыт һайлау мөмкинселеге бар. Ниндәй юлды, йәшәүҙе һәр кем үҙе һайлай, кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа. Нәғимәнең һайлаған юлы – урау ҙа, ауыр ҙа, ҡатмарлы ла. Ул уны сыныҡтыра. Балаһына, тормошҡа булған һөйөүе уға алдына килгән ҡаршылыҡтарҙы еңергә көс бирә.

Әхмүш маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн еңел юл һайлай. Тәүге йылдарҙа теләгенә ирешкәндәй булһа ла, һуңыраҡ тормош төпкөлөнә яйлап тәгәрәй бара. Бер яһалған хата аҙым артынан икенсеһен эйәртә. Аҡсәскә, Ғәлиә менән осрашыу Әхмүште берсә күңелен әрнетә, үткәне өсөн үкенеү тойғоһо уята. Тимәк, бөтәһе лә юҡҡа сыҡмаған, уның да тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

Ғаилә, мөхәббәт проблемаларының хәл ителешен асыҡлау.

1-се т. Кеше- “алла” 2-се т. Кеше-бөтә ғаләм – Бейеклек .

3-сө т. Кеше үҙе айҙы, ерҙе, күкте ижад иткән тиңһеҙ Бөйөклөк

Ниндәй ҡаты ихтыяр! Бындай тотанаҡлылыҡ бары үҙенең хаҡлығына ныҡ ышанған, көслө тәбиғәтле, дөрөҫ тәрбиә күргән кешеләрҙә генә була. Тимәк, большевик атаһының, мәктәп, комсомол ойошмаларының хәстәрҙәре, тырышлыҡтары бушҡа китмәгән”

М.Мәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”«... Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ , һәр кемдең таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтерҙәрҙән һаҡлай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме- мөхәббәт» (Интерактив таҡтала .)

Төркөмдәрҙә эш. Һорауҙар карточкала.

Рефлексия. Мәҡәлдәрҙең аҙағын әйтеп бөтөр. (Интерактив таҡтала .)

Миәкә районы буйынса мәғлүмәт.( Интерактив таҡтала таблица)

Уҡыусылар! Һеҙҙең яуаптарҙан сығып, проблемалы һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ.

Заман кешеләрҙе генә үҙгәртмәй, тыштан да яңырта, икенсе төҫкә кертмәйме икән. Яуаптар.Башҡортостан ҡыҙы” журналынан өҙөк...

Һәр замандың үҙ кешеһе, шәхесе, ғаиләһе булған. Ғаилә ҡороу- һәр кемдең изге бурысы. Һәр йома, шәмбе көндәрендә ауыл, ҡалаларҙа гөрләтеп туйҙар үткәрелә. Никах һарайҙарында меңәрләгән йәщ ғаилә теркәлә. Айырылышыуҙар, ҡауышыуҙар һәр заманда ла булған. Тик уны йәмғиәткә, тормош ауырлығына ғына ҡайтарып ҡалыу дөрөҫ түгелдер. 100 йыл алдамы, 100 йыл элекме – ғаиләне ныҡлы иткән рухи ҡиммәттәр,уның нигеҙ таштары булырҙай кешелек ҡиммәттәре бар.

Ғаиләнең нигеҙе ныҡлы булһын өсөн ниндәй әхлаҡи ҡиммәттәр булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?

Әхлаҡи ҡиммәттәргә нигеҙләнгән ғаиләләр, 50 йыл бергә йәшәп алтын туйҙарын билдәләгән,60,70 йыл иңгә-иң терәп тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә күтәргән инәй-олатайҙарыбыҙ үҙ яҙмыштарын бер ҙә заманға ғына ҡайтарып ҡалмаған. Улар колхозлашыу, шәхес культы, һуғыш йылдарының ауырлығын иңендә татығандар, ныҡлы ғаилә ҡорғандар, өлгөлө ул-ҡыҙҙар үҫтереп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкән өләсәй, олатайҙар.

Эпиграф уҡыла ( Интерактив таҡтала).

Был проблема бер кемдән дә ситтә ҡалмай. Быуындар, нәҫел дауам итһен өсөн ғаилә кәрәк, бәхетле ғаиләләр булғанда ғына бәхетле балалар тыуа. Тимәк, йәмғиәтебеҙҙең нигеҙ нығый. Былар мәңгелек темалар, тормоштоң үҙе кеүек мәңгелек улар.

Повесть беҙгә ниндәй һабаҡ бирә?

Тарихтан һабаҡ алырға, законһыҙлыҡ,тормош ауырлығы алдында баҙап ҡалмаҫҡа, матур киләсәккә өмөт, ышаныс менән йәшәргә саҡыра.

Синквейн. Кеше, ғаилә, мөхәббәт.

Кеше бөйөк,илаһи. Изгелек ҡыла. Изгелекле кеше

Донъяға килә,йәшәй, эшләй, эҙ ҡалдыра.

Өйгә эш.

Уҡытыусы һүҙе. Дәрес тамам. Кешелектең Рухи ҡиммәттәрен беләйек, уларҙы һанлайыҡ. Ябай ҙа, бөйөк тә, аҡ сәскәләй аҡ та, пак та булайыҡ! Ысынлап та, уңған ҡатын, өлгөлө әсәй, өләсәй, талантлы шағирә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әйткәнсә.

Интерактив таҡтала.

Кеше – алла.

Ҡояш бит ул кеше.

Кеше – бөтә ғаләм – бейеклек.

Кеше үҙе айҙы, ерҙе,күкте

Ижад иткән тиңһеҙ бөйөклөк.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/534552-urok

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки