Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
14.01.2015

Выпускной бал в начальной школе ( на баш. языке)

Залилова Розалия Ахметовна
Учитель начальных классов
Сценарий выпускного бала в начальной школе «Прощание с начальной школой» на башкирском языке. Внеклассное мероприятие для 4 класса включает красивые стихотворения, трогательные песни, веселые игры и конкурсы для детей и родителей. Готовый план праздника с пожеланиями учителям и напутствиями выпускникам. Подробная разработка поможет организовать яркий и незабываемый праздник, завершающий этап обучения в начальных классах.

Содержимое разработки

Башҡортостан мәғариф министрлығы

Ауырғазы районы мәғариф бүлеге

Муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһы

Талбазы башҡорт гимназияһы

Башланғыс мәктәп менән хушлашыу сараһы”

Төҙөнө һәм уҙғарҙы: Йәлилова Р.Ә.

Талбазы

Башланғыс мәктәп менән хушлашыу сараһы”

Маҡсат: - балаларҙың башланғыс мәктәптә уҡыу осоронда өйрәнгән

һөнәрҙәрен күрһәтеү,

сәхнәлә, халыҡ алдында сығыш яһау һәләтен үҫтереү;

уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: шарҙар, фотоальбомдар, бүләктәр, интерактив

таҡта, плакаттар, стена газеталары, “ Класс

тормошонан иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр” музыкаль

открытка.

Ҡунаҡтар: башланғыс класс уҡыусылары,

ата-әсәләр, уҡытыусылар.

Сара барышы

Ойоштороу мәле.( Күңелле музыка уйнай)

А. б. –Һаумыһығыҙ. Хәйерле көн хөрмәтле ата- әсәләр, уҡыусылар,

уҡытыусылар. саҡырылған ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә байрам,

тантана, шуға ла йөҙҙәр нурлана, шатлана. Дүртенселәребеҙ

башланғыс мәктәп менән хушлашырға йыйылды. Әйҙәгеҙ уларҙы

көслө алҡыштар менән сәхнәгә саҡырайыҡ ( күңелле музыка

аҫтында дәртле баҫып балалр инә. фанфары)

А. Б. – Бына улар, беҙҙең тантана хужалары. Әйҙәгеҙ, һәр береһе хаҡында дүрт юлллыҡтар тыңлап үтәйек.

Күп китаптар уҡырға Динар атлы малайыбыҙ

ЯратаРәсүлебеҙ, Йырсы ла, бейеүсе лә.

Һандар менән эш итә Беҙҙең бит ул кәйефтәрҙе

Мәсьәләләр тиҙ сисә. Күтәреп ебәреүсе лә.

Рөстәм беҙҙең көрәшсе, Гөлназ беҙҙең алдыра,

Күп һорауҙар биреүсе. Йырға ла, бейеүгә лә.

Тик томалдан ҡыҙҙарға Ярҙамсыл да, уңған да,

Йыш ҡына бәйләнмәсе. Дәрестәрҙә уң ҡул да

Русланбеҙҙең бик оҫта Айгөл атлы ҡыҙыбыҙ

Һүрәттәрҙе төшөрә. Бик йылғыр һәм зирәк.

Шиғырҙарҙы ла рифмалап, Уның көр тауышынан

Бар уйҙарын еткерә. Яңғырап тора бар төбәк.

Лилиә ул гел сәсәк, Алмас инде Алмас ул

Уҡыуҙа ла гел зирәк, Ул үҙе берәү генә.

Тырыш бул һин Лилиә , Бар һорауҙарға яуабы

Алға үрләү гел кәрәк. Бит уның әҙер генә.

Класыбыҙҙа тыныс ҡына

Малайыбыҙ бар- ул Ильяс

Тырыш бул һин- Ильяс.

Уңыштар булһын юлдаш.

Һүрәттәрҙе бик тиҙ итеп,

Яһап ҡуйыусы Айҙар.

Бигерәк ипле малай булдың,

Афарин һиңә Айҙар.

Шуҡ та һин, шаян да һин

Ангелинабыҙ беҙҙең.

Туптарҙы төҙ бәреүсе,

Һәм етеҙ йүгереүсе

Ҡыҙыбыҙҙа бит һин.

Сымры , үткер ҡыҙыбыҙ

Лианаатлы беҙҙең.

Үҙ һүҙен һүҙ итергә

Тырышып торҙо ул гел.

Нескә, изге күңелле

Ильназыбыҙбар беҙҙең.

Ваҡ ҡына деталдәр менән

Оҫта эш итеүсебеҙ ҙә ул.

Каратэ менән шөғөлләнә,

Рафаэль атлы егет.

Тарихты ла ярата ул

Белмәгәне бер ҙә юҡ.

Бына шундай малай- ҡыҙҙар

Дүртенсене бөтөрә.

Бишенсегә килә улар

Алла бирһа көҙ көнө.

Әйҙәгеҙ, һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.

(Руслан менән Айгөл сәхнәлә ҡала, башҡалар артҡы ишектән инеп китәләр)

Айгөл: - Руслан, әле генә беренселә инек, дүрт йыл үтеп тә китте эйе бит.

Руслан: -Эйе шул Айгөл, дүрт йыл һиҙелмәйсә үтте лә китте. Ошондай шиғыр ҙа иҫкә төштө хатта.

Беҙун дүрт уҡыусы

2010 йылдың 1 сентяберендә

Мәктәпкә башлап килдек

Тиктормаҫтар, шуҡтар инек.

Һикерҙек тә , уйнаныҡ та.

Ҡайһы саҡта иланыҡ та.

Яҙа белмәй аптырашып

Танауҙы тартып йыш-йыш

Телде тешләп арҡырыға

Ултырыр инек бик йыш.

Айгөл: - Ә минең хәтеремә гимназия тураһында шиғыр төштө, һөйләп

ишеттерәйемме?

Руслан: - Йәле, килгән ҡунаҡтар ҙа тыңлар.

Айгөл : Кесе йәштән йөрәккә дәрт,

Күңелгә шатлыҡ өҫтәй.

Шуға гимназия яҡын миңә

Тыуып үҫкән өйөмдәй.

Мин унда беренсе тапҡыр

Дәфтәр биттәрен астым

Елкенгән ҡошсоҡтай йылда

Баҫҡыслап алға барҙым.

Руслан: - Афарин, Айгөл. Ә ҡайҙа беҙҙең малайҙар һәм ҡыҙҙар?

Артабан бит йыр башҡарырға тейешбеҙ.

( тиҙ генә балалар сығып теҙеләләр )

Хор “ Шаула бала саҡ”

( йырлап бөтөү менән балалар инеп китә, Гөлназ менән Динар тороп ҡала)

Гөлназ: - Динар, ысынлап та дүрт йыл буйына гимназиябыҙ икенсе

йортобоҙға әйләнде.

Динар: - Әлбиттә, беҙ бит бында ярты көнөбөҙҙө үткәрәбеҙ.

Гөлназ: - Минең хәтеремә белем көнөнә ятлаған шиғырым иҫемә

төштө

Гимназиям, ишектәрең асып,

Ҡосағыңа мине алаһың.

Ғилем осҡондарын күңелемә

Дөрләр осҡон итеп һалаһың.

“ Башҡорттарым, уҡыу кәрәк “ тиеп

Телһеҙҙәрҙе телле итәһең.

Ватанға мөхәббәт уятып,

Күңел ҡылдарымды сиртәһең.

Динар: - Афарин, Гөлназ. Минең дә хәтерҙә ул гимназия, уҡытыусы тураһында шиғыр.

Гөлназ: - Йә һуң улайһа көттөрмә, һөйләй һал.

Динар: Алыҫ түгег беҙҙең гимназия:

Өйөбөҙҙән күренә

Баҡсаһындағы гөлдәре

Рәшәткәнән үрелә.

Уҡытыусы ҡаршы ала

Ихлас, яҡты йөҙ менән.

Әсәй ҡарашы тоямын

Уның нурлы йөҙөнән.

Гөлназ: - Афарин, Динар. Эйе, башланҡыс класта уҡығанда күп

нимәгә өйрәттеләр беҙҙе уҡытыусылар, һүҙ менән генә

һөйләп бөтөрөртөк түгел, әйҙәгеҙ булмаһа ҡарап алайыҡ.

Динар:- Әйҙәгеҙ һуң.

( Динар менән Гөлназ инеп китәләр)

Биш- ун минутлыҡ музыкаль открытка ҡарау.

( интерактив таҡтаны ситкә алып ҡуялар)

Бейеүсенең итәгенә

Алма биҙәге төшкән

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Яңы бейергә төшкән

Ҡыҙҙар- йондоҙҙар башҡарыуында башҡорт ҡыҙҙары бейеүен тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп ҡарағыҙ.

Бейеү. ( “Аҡҡоштар”)

А.б. – Йырламай ҙа ғүмер үтә,

Йырлы ғүмер йәмлерәк,

Йырламай ҙа байрам үтә,

Йырлы байрам йәмлерәк.

-Ә хәҙер, байрамыбыҙҙы, йырсы ҡыҙыбыҙ, гимназияның , районыбыҙҙың сараларында әүҙем ҡатнашҡан, Сулпылар 2013 телевезион конкурсында 1 урын яулаусы Фәхретдинова Гөлназ йырҙар бүләк итә.

(уйын “ Һорау- яуап) Балаларға ҡыңғырауҙар алырға тәҡдим ителә, һәр береһенә һорау яҙылған, яуап бирергә кәрәк.

Иң оҡшаған фән.

Иң иҫтә ҡалған көн.

Иң күңелле байрам.

Иң еңел фән.

Иң ауыр фән.

Класташтарыңа теләктәр.

Уҡытыусыларға теләктәр.

Ата-әсәләргә теләктәр.

Иң иҫтә ҡалған көн.

Иң күңелле байрам.

-Иң ауыр фән

Иң яратҡан фән.

-әгәр һин киренән 1 класҡа килһәң, нимәләр эшләмәҫ инең ?

Башланғыс класс уҡыусыларына теләктәр

-Афарин, балалар. Байрамыбыҙҙы, Уҡытыусыларға романс менән дауам итәйек. Романс

( Барыһы ла инеп китә, сәхнәлә Лилиә менән Рәсүл ҡалалар)

Лилиә ; - Рәсүл, ысынлап та беҙгә белем биреү өсөн уҡытыусылар

күпме көс һала, эйе бит.

Рәсүл: - Эйе шул , ифрат күп көс, күңел йылыһы һала улар үҙ эшенә.

Лилиә: - Уҡытыусыларҙы ҙурлап күпме йыр, шиғыр ижад ителгән, әйҙә

беҙ ҙә үҙебеҙ ятлағандарын һөйләп ишеттерәйек. Әйҙә Рәсүл, башла.

Уҡытыусы!

Һин түгелһең

Тик һабаҡ уҡытыусы,

Һин аңдарҙы яҡтыртыусы,

Йәндәрҙе балҡытыусы!

Һин кешелек киләсәген

Таңдарға ҡаратыусы,

Күңелдәрҙә ғүмерлеккә

Хыялдар яратыусы.

Лилиә: - Афарин, Рәсүл!

Рәсүл: - Ә хәҙер, һүҙ һиңә Лилиә .

Рәхмәт һеҙгә уҡытыусылар!

Һеҙең хәстәрлектә

Арта бара аҡыл һәм аңым.

Артҡан һайын аңым, арта яңы таңым

Күркәмлеген күрәм донъяның

Йәшәү йәмен ерҙә

Асҡан һайын беҙгә

Күңелдәрҙә тыуа беҙҙең

Оло рәхмәтебеҙ һеҙгә!

А. б.- Рәхмәт, Лилиә һәм Рәсүл, шундай матур йөкмәткеле шиғырҙар бүләк иткән өсөн.

А. б. – Шатлыҡтар- күңелебеҙҙә,

Ал ҡояш – күгебеҙҙә!

Күмәкләшеп бейеп алайыҡ.

Байрам бит бөгөн беҙҙә.

Дәртле “ Татар егеттәре “ бейеүе менән Вәлиев Динар һәм Ғимранов Рәсүл сығыш яһай, көслө алҡыштар менән ҡаршы алығыҙ.

( сәхнәгә малайҙар уҡытыусыларҙы саҡыралар, күмәк бейеү)

Басырова Лиана йыр бүләк итә.

Ҡурайсылар! Шатлыҡ йырын

Көйләһен, әйҙә, ҡурай.

Байрамыбыҙ шатлығын.

Һөйләһен ,әйҙә, ҡурай!

Һеҙҙең алда ҡурайсыларыбыҙ сығыш яһай. Рәхим итегеҙ , егеттәр! Или баш. Егет бейеү

А. б. Дүрт йыл буйы ҡыңғырауҙар сыңы

Саҡырыу булды һәр бер дәрескә

Бөгөн улар – саҡырыу һәм оҙатыу

Алда торған өлкән синыфҡа.

Үтә торҙо йылдар ҙа ,

Үҫә барҙы аңығыҙ.

Был донъяның серҙәрен

Тағы күберәк астығыҙ.

Дуҫлыҡты,татыулыҡты

Юлдаш иттегеҙ һәр ваҡыт,

Ҡурҡытманы һис нәмә

Ҡыйыуҙар сафы булдығыҙ.

Байрамыбыҙҙы Хор “ Кто добрее всех на свете” хоры дауам итә

А. б. Киләсәктә өлкән класта

Оло һынауҙар көтә

Моңһоулоҡҡа бирешмәйсә

Төшөгөҙсө вальсҡа!

Вальс. биш пар.( диск . А. Бәхтиева)

А. б. Һәр кеше үҙенең Тыуған ерен яратырға, хөрмәт итергә тейеш , әйҙәгеҙ

Хор “ Минең Ватаным” йырын тыңлап алайыҡ.

Ҡотлауҙар. Класс етәксеһе( медальдар, фотоальбом, бүләктәр)

Ҡыҙрасов З.Н. ( грамоталар, рәхмәт хаттары)

Башланғыс класс уҡыусылары.

Ата- әсәләр.

Рөстәм : Ауыр көндәр еңел генә

Ҡайһылай тиҙ үттеләр.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар

Етеҙ булып үҫтеләр

Ангелина Баларҙың кисергәнен

Әсәйҙәр ҙә кисерә.

Нисек итеп дүртенсенән

Бишенсегә күсергә?

Алмас: Урра, каникул!

Дүртенсене тамамлап.

Бишенсегә күсәбеҙ.

Ҡояш менән ял итергә

Һыу буйына төшәбеҙ.

Лиана Һүҙ бирәбеҙ уҡытыусым,

Уҡырбыҙ дүрткә. Бишкә.

Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ

Өйрәткән һәр бер эшкә.

Хор менән “ Йәйге каникул” йырын башҡарыу. Башлап Лиана һәм Рөстәм йырлай.

А. б. –Илебеҙгә ер һәм күгебеҙгә- тыныслыҡ!

Әҙәмдәргә ихтыяр көсө,

Тәнебеҙгә һаулыҡ,

Күңелдәргә сафлыҡ теләйем!

Тормошобоҙ мул булһын!

Юлдарыбыҙ уң булһын!

Тигән юғары нотала

бөгөнгө башланғыс мәктәп менән хушлашыу кисәһен тамамлайбыҙ.

Артабан байрамыбыҙҙы сәй өҫтәле артында дауам итәбеҙ.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/94359-vypusknoj-bal-v-nachalnoj-shkolena-bash-jazy

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки