Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
06.03.2017

Мастер-класс. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүҙә фекерләү технологиялары

Сабирьянова Лира Зулфатовна
учитель башкирского языка
Уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлеген үҫтереү өсөн түбәндәге маҡсаттарға иғтибар йүнәлтелә:
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙың ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен үҫтереүҙә фекерләү технологияһын ҡулланыуҙың эффектлылығын күтәреү;

Содержимое разработки

Мастер - класс

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүҙә фекерләү технологиялары.

Уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлеген үҫтереү өсөн түбәндәге маҡсаттарға иғтибар йүнәлтелә:

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙың ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен үҫтереүҙә фекерләү технологияһын ҡулланыуҙың эффектлылығын күтәреү;

Бурыстар:

- логик һәм тәнҡитле фекерләү технологияһының структуралы компонеттарын, метод һәм алымдарын ҡулланыу;

- логик һәм тәнҡитле фекерләү принциптарына нигеҙләнеп, коммуникатив шәхес тәрбиәләү;

- саҡырыу – мәғәнәгә төшөнөү – рефлексия законлылығын һаҡлау;

- һәр уҡыусының фекерләү ҡеүәһен иғтибар үҙәгендә тотоу.

Фекерләү технологияларының төп принциптары:

балаларҙың азатлығы һәм үҙен ижади сағылдырыуы;

уҡыу процесында һынау һәм хаталаныу методы;

коллективта хеҙмәттәшлек;

аралашыу.

Көтөлгән һөҙөмтә:

уҡыусыларҙын киләсәктә бер нисә тел белгән эрудициялы, үҙаллы, ижади эшләүсе белгестәр, милли рухы һәм үҙаңы үҫешкән, юғары мәҙәниәтле шәхестәр әҙерләү системаһын булдырыу;

яңы технологиялар ҡулланып эшләү нигеҙендә белем сифатын күтәреү;

башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыу материалын актив ҡабул итеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу;

төрлө ҡатамрлылыҡтағы информацияға үҙ баһаһын бирергә өйрәтеү, тәнҡитле фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү;

белем алыуға яуаплы ҡараш һәм коммуникатив күнекмәләр формалаштырыу.

Дәрес элеменнтарының бер нисә төрөнә туҡталып үтәйек.

Белеүебеҙсә,интеллектуаль яҡтан үҫешкән шәхес өсөн хас булған логик эҙмә -эҙлекле фекер йөрөтөү, сағыштырыу,анализлау синтезлау, дөйөмләштереү, һығымта яһай алыу кеүек һыҙаттарҙы тел саралары менән дә тәрбиәләйбеҙ.

Урта кластарҙа ял минуттарында уҡыусыларҙың логик фекерен – аналогия буйынса фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә миҫал:

һүҙ – һөйләм = хәреф – һүҙ

балыҡ – алабуға = ҡош –

көн –төн = плюс –

бүре – ауыҙ = ҡош –

бүре – инә бүре= һыйыр –

ат- йорт хайуаны = бәпембә -

Анаграмма

Ағас - … (саға)

Баҡса - …

Таба - …

Тормош - …

Айыу - …

Метаграммалар

“Һ” менән мин түктерәм күҙ йәшен,

“Т” менән булам һинең ысын ҡәрҙәшең

“Һ” менән бер батҡаҡ ер,

Ҡошҡа әйләнә “Ҡ” менән,

“Т” менән әкиәт геройы,

“Б” менән соҡор була.

Фразеологизмдар

Йондоҙ һанау Йондоҙ һанау

Эшһеҙ йөрөү,

ваҡытты бушҡа уҙғарыу

Мөгөҙҙө һындырыу Мөгөҙҙө һындырыу

Ныҡ шашҡан кешегә ҡаршылыҡ күрһәтеп,

кәрәген биреү

Күҙе аҡайған Күҙе аҡайған

Бер нәмәгә иҫе китеп ныҡ мауығып,

бүтән нәмәне онотҡан кешегә әйтелә

Тауыҡ тәпәйе менән Тауыҡ тәпәйе менән

яҙған кеүекяҙған кеүек

Йәмһеҙ, бысраҡ яҙыу

Ең һыҙғаныу Ең һыҙғаныу

Эшкә әҙер булыу,

ҙур тырышлыҡ менән эшләү

Ашарҙай булып ҡарау Ашарҙай булып ҡарау

Асыу менән ҡарау

Эҙ йәшереү Эҙ йәшереү

Таптырмаҫ, тоттормаҫ өсөн юлды бутау

Биткә ҡыҙыллыҡ килтереү Биткә ҡыҙыллыҡ килтереү

Оятлыҡ килтерерлек эш ҡылыу,

оятҡа ҡалдырыу

Символдар аша әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.

Н.Нәжми үҙенең “Ҡапҡалар” поэмаһында ябай ҡапҡа образы аша лирик геройҙың рухи үҫешен күрһәтеүен, символдар, логик фекерләү аша шәүесте үҫтереүгә йүнәлтелгән дәрес фрагментын ҡарайыҡ. Уҡыусылар башта лирик геройҙың үҫеш эволюцияһын күрһәтеүсе тормош баҫҡыстарын һүрәткә төшөрәләр. артабан тексҡа анализ яһау барышында, геройҙың үҫешен символдар аша күрһәтә баралар.

Йорт ҡапҡаһы – бала саҡ, баҫыу ҡапҡаһы – үҫмер саҡ; ҡала ҡапҡаһы- белемле; Бранденбург ҡапҡаһы- тыныслыҡ, еңеүсе; Һиндостан ҡапҡаһы – дуҫлыҡ.

Рефлексия. Дуэль.

Уйын технологияһы. Дәрестә үткән материалды балалар ике рәткә бүленеп, бер-береһен дуэлгә саҡырыу юлы менән нығыталар, йомғаҡлайҙар.

Һығымта:

уҡыусыларҙан киләсәктә бер нисә тел белгән эрудициялы,үҙаллы, ижади эшләүсе белгестәр, милли рухы һәм үҙаңы үҫешкән, юғары мәҙәниәтле шәхестәр әҙерләү системаһын булдырабыҙ;

яңы технологиялар ҡулланып эшләү нигеҙендә белем сифатын күтәрәбеҙ;

башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыу материалын актив ҡабул итеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырабыҙ;

төрлө ҡатмарлылыҡтағы информацияға үҙ баһаһын бирергә өйрәтәбеҙ, тәнҡитле фекер йөрөтөү һәләтен үҫтерәбеҙ;

белем алыуға яуаплы ҡараш һәм коммуникатив күнекмәләр формалаштырабыҙ.

Эффектлы уҡытыу технологияларын ҡулланыу

Исеме

Йөкмәткеһе

Күләме

Һөҙөмтәһе

Яңы теманы аңлатҡанда

Уҡытыуҙың проблемалы- үҫтереүсе технологияһы. Схемалар һәм моделдәр нигеҙендәге интенсив уҡытыу

Уҡытыусы – уҡыусы, һорау – яуап тибындағы аралашыу ( проблемалы, мәғлүмәтле). Материал тематик блоктар менән бирелә. Терәк схемалар һәм таблицалар уҡыусылар менән бергә эшләнә.

25%

Диалог, телмәрҙең әүҙем үҫеше. Материалды системаға һалыу, фекер үҫеше

Уҡыу һәм яҙыу аша критик фекер үҫеше.

Уҡыу эшмәкәрлеге тәртибе: һорау, аңлау, рефлексия

10%

Белемде, үҙ аллы алыуға өндәү, кәрәкле мәғлүмәтте генә һайлау, һәр яңы мәғлүмәткә тәнҡит күҙе менән ҡарау.

Теманы нығытҡанда

Информацион технологиялар

Компьютер программалары, аудио, видео аша яңы мәғлүмәт алыу; уйын моделдәре, ролле уйындар

5%

Тәжрибә туплау

Уйын технологиялары

Уйын моделдәре, ролле уйындар

5%

Уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинселектәренең, хис-тойғоларының сағылышы

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/247866-master-klass-bashort-bite-drestrend-u

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки