- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
- «Центр «Точка роста»: создание современного образовательного пространства в общеобразовательной организации»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
Рабочая программа по башкирскому языку для 8 класса на основе ФГОС
Аңлатма яҙыу
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәпәтр өсөн Башҡорт теленән программалар (V-XI кластар өсөн), (Төҙөүселәре: В. Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. – Ижевск «Книгоград, 2008) нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы 8 – се класта 68 сәғәткә (аҙнаға 2 сәғәт), 9 – сы класта 33 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Программа йөкмәткеһе 2 йүнәлештән тора:
Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү;
Уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
уҡыусыларға башҡорт теленең фонетикаһынан, лексикаһынан, һүҙьяһалыш менән грамматикаһынан, стилистикаһы менән пунктуацияһынан, шулай уҡ телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;
уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.
Дөйөм характеристика
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем бирең процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһетендә коммуникатив тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешене. Хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли – мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Башҡорт теленең базислы уҡыу планында урыны
Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 373 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5 - се класта - 102 сәғәт, 6 – сы класта – 102 сәғәт, 7- се класта – 68 сәғәт, 8 –се класта – 68 сәғәт, 9 – сы класта – 33 сәғәт.
Башҡорт телнән төп белем биреүҙә өлгө программа инвариант өлөшөн тәшкил итә һәм ул 370 сәғәткә иәҫпләнгән. программаның вариатив өлөшө 50 сәғтә (аҙналы уҡыу планына ҡаралған дөйөм сәғәттәр һанының 12%) тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.
Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше
Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып уҡыусылар тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. 5-9 кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.
Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешелөрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиөттең, мәҙәниөт-тең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.
Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелеклелек ҡиммәте үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.
“Башҡорт теле” предметын үҙләштереүҙең
шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙәмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли – мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифттарын үҫтереүҙә туҡан телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли – мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды сиситемаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙәмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (идивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелелеге, өлгәшелгән һөҙәмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты(хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-фекер алышыу һ.б.) үҙләштереү,
ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау,
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу,
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү,
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү;туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли - мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙәмтәләре:
телдең төп фунциялары тураһында, башҡорт теленең башшҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында. Туған телдең кеше һәм йәмәғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәдәле һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистк ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Башҡорт теле предметының йөкмәткеһе
Программала ҡаралған курстың йөкмәткеһе фәнни һәм еңел аңлайышлылыҡ, системалылыҡ һәм күсәгилешлек (дауамсанлыҡ) нигеҙендә эшләнде.
Тел материалы кластар буйынса милли мәктәптәрҙең уҡыу планына яраҡлаштырып бүленде.
Башҡорт теле курсында фонетиканы, лексиканы, һүҙьяһалышты, грамматиканы (морфологияны һәм синтаксисты) өйрәнеү ҡаралған.
Әйтелгәндәрҙән тыш, дөрөҫ әйтелеш, дөрөҫ яҙыу(орфография), тыныш билдәләренең ҡуйылышы буйынса күнекмәләр булдырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен камиллаштырыу, стилистик күнекмәләр формалаштырыу, шулай уҡ тел белеменән ҡайһы бер белешмәләр ҙур урын биләй.
Программала билдәләнгән теоретик белешмәләр башҡорт тел белеменең бөгөнгө ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып бирелә.
Программала материал өлөшләтә һыҙма-баҫҡыслы принципта урынлаштырылды. Исем менән ҡылым һүҙ төркөмдәре ике класта (5-6 кластарҙа) өйрәнелә, сөнки ул һүҙ төркөмдәре башҡорт телендә иң ныҡ үҫешкән һәм ҡатмарлыларҙан һанала. Был үҙенсәлек уҡыусыларҙың йәш һәм белем кимәлен иҫәпкә алыу мәсьәләһен ҡуя. Ҡалған һүҙ төркөмдәре һыҙма(теҙмә) принципта бирелә.
Лексика менән уҡыусылар 5-6 кластарҙа танышалар: 5-се класта һүҙҙең мәғәнәләре өйрәнелһә,6-сыла башҡорт теленең һүҙҙәре килеп сығышы, ҡулланылышы яғынан тикшерелә.
8 –се класс
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Ҡушма һөйләм.
Синтаксис буйынса ике составлы һөйләмдәрҙе, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе, айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡабатлау (4 сәғәт)
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (8 сәғәт)
I.Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә; уларҙа тыныш билдәләре.
II.Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксик төпсөү яһай белеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Ике баш киҫәге лә булған ябай һөйләмдәрҙән торған теркәүесле ҡушма һөйләмдәр. Ул төр ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Теркәүесле ҡушма һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләре.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (18сәғәт)
I.Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү ысулдары: 1) теркәүестәр, 2) бәйләүестәр, 3) килеш ялғауҙары, 4) интонация, 5) мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре, улар эргәһендә тыныш билдәләре; эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән һөйләмдәр. Хәл һөйләмдәр: ваҡыт, урын, рәүеш, күләм-дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән һөйләмдәр.
Хәл эйәрсән һөйлөмдәренең хәл әйтемләренән айырмаһы (практик планда).
Һөйләм киҫәктәрен, айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе, хәл әйтемдәрен, эйәрсән һөйләмдәрҙе, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы телмәрҙә стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре. Ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм яҙып синтаксик һәм пунктуацион төпсөү күнекмәһен үҫтереү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (VII класс). Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр. Сифаттан, сифат ҡылымдан килгән аныҡлаусыларҙың айырымланыуы. Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡушма һөйләм бүлеге буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә һалыу.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр (8 сәғәт)
I.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөмтөшөнсә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
II.Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менәнуҡыу күнекмәһе; шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙмателмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VIII класс). Бер нисә эйәрсән һөйләмле эйәртеүле һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеү ысулдары; бер баш һөйләмгә бер төрлө бер нисә эйәрсән һөйләмдең бәйләнеүе, бер баш һөйләмгә төрлө юл менән бәйләнгән бер нисә эйәрсән һөйләм
Синтаксик һәм пунктуация буйынса ике составлы тарҡау ябай, бер нисә ябай һөйләмле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләренән күп эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре тураһында ҡабатлау (6 сәғәт).
Уҡытыусы уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып,V—VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау ойоштора (3 сәғәт).
Уҡыу планы
I сирек – 17 сәғәт
II сирек – 14 сәғәт
III сирек – 20 сәғәт
IV сирек – 17 сәғәт
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе
үҙләштерелеүен баһалау
Тел дәрестәрендә укыусыларҙың төрлө темаларға телдән сығыш яһауҙарын мотлаҡ ойошторорға кәрәк, уны системаға өйләндереү маҡсатҡа ярашлы. Уҡыусыларҙың асыҡ бәйләнешле һәм йәнле итеп һөйләүҙәренә ирешергә кәрәк.
I | II | III | IV | |
Инша | 1 | 1 | 1 | - |
Изложение | - | 1 | 1 | 1 |
Диктант | 1 | 1 | 2 | 1 |
Күрһәтелгән сәғәттәр һаны бәйләнешле телмәр үҫтереүгә билдәләнгән махсус эштәр үткәреүгә бирелә.
Программаға индерелгән эш ҡағыҙҙарын яҙыуға өйрәтеү бөтә кластарҙа ла беренсе сиректән үк башлана, ә икенсе - дүртенсе сиректәрҙә уларҙы яҙа белеү күнекмәһен булдырыу өсөн уҡыусылар менән дәрестән тыш индивидуаль эштәр алып барыла.
Башҡорт теле курсының ҡайһы бер темаларын үткәндә һәм бүтән предметтарҙы укытканда оҡшаш мәғлүмәттәр, оҡшаш төшөнсәләр осрай. Оҡшашлыҡтар бигерәк тә туған әҙәбиәт, рус теле һәм әҙәбиәте, сит ил теле предметтарында күп. Телдең туған әҙәбиәт менән бәйләнеше телмәр үҫтереү программаһы менән дә билдәләнелә. Әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән төрлө һүрәтләү, күркәмлек сараларын тел дәрестәрендә лә файҙаланырға кәрәк. Телдең теге йәки был күренештәрен (мәҫәлән, төрлө грамматик формаларҙың ҡулланылышы, һүҙҙәрҙең бәйләнеү саралары һәм юлдары, төрлө синтаксик төҙөлмәләр иллюстрациялау өсөн әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән әҫәрҙәрҙән миҫалдар алынырға тейеш).
9 – сы класс
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел тураһында дөйөм төшөнсә (6 сәғәт)
I.Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел - үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле һәм уның башҡа ҡәрҙәш телдәр араһындағы урыны.
Әҙәби тел һәм диалект тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше. Ике теллелек.
II.Әҙәби тел нормаларын таный, уларға ярашлы һөйләй һәм яҙа белеү.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (IX класс). Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Телдең вазифалары. Тел һәм мәҙәниәт. Башҡорт теле менән рус теле - беҙҙең республика халыҡтары тормошонда. Әҙәби тел һәм күркәм (художестволы) әҙәбиәт теле.
Башҡорт әҙәби теленең стилдәре (8 сәғәт)
I.Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре: йәнле һөйләү стиле, фәнни, рәсми (эш ҡағыҙҙары), эпистоляр (хаттар), публицистик стилдәр, күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле. Уларҙың төп үҙенсәлектәре.
һүрәтләү саралары - күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле саралары. Лексик һәм грамматик синонимдар.
II.Төрлө стилгә ҡараған текстар һайларға өйрәтеү. Стилистик яҡтан төҙөк һәм хаталы текстарҙы сағыштырып, уларға стилистик анализ яһарға өйрәтеү. (Уның өсөн газета, журналдарҙағы мәҡәләләрҙең стиль төрөн, әҙәби әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләтеү, уларға стилистик төпсөү яһау эштәрен ойоштороу). Башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәләр яһатыу. Башҡортса һәм русса һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, үтелгән эштәргә таянып, һығымта яһатыу.
Телмәр төҙөгәндә, стилистик маҡсатты күҙ уңында тотоп, синоним һүҙҙәрҙе, морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү. (Уның өсөн проза һәм поэтик әҫәрҙәрҙә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибендәге үҙенсәлектәрҙе, уларҙың стилистик ролен билдәләтеү күнегеүҙәре эшләтеү, проза һәм шиғри әҫәрҙәрҙә һүрәтләү, тасуирлау сараларын таптырыу, уларҙың телмәрҙәге стилистик функцияларын билдәләтеү эштәрен ойоштороу, һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы талап итеүсе яҙма эштәр үткәреү). Текстарҙан һүрәтләү сараларын таптырыу, һөйләү, яҙма телмәрҙә уларҙы ҡулланырға өйрәтеү.
\/-IХ кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу
(11 сәғәт)
Фонетика, орфоэпия, орфография (телмәр ағышындағы төрлө фонетик күренештәрҙең, ялғауҙарҙың, ҡушма һүҙҙәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы) (4 сәғәт) .
Лексика (1 сәғәт), Морфология (4 сәғәт) Синтаксис һәм пунктуация (2 сәғәт)
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе
үҙләштерелеүен баһалау
Тел дәрестәрендә укыусыларҙың төрлө темаларға телдән сығыш яһауҙарын мотлаҡ ойошторорға кәрәк, уны системаға өйләндереү маҡсатҡа ярашлы. Уҡыусыларҙың асыҡ, бәйләнешле һәм йәнле итеп һөйләүҙәренә ирешергә кәрәк.
Кластар | Изложение | Инша | Бөтә сәғәттәр һаны | ||
өйрәтеү изложениелары | контроль изложение | Өйрәтеү иншалары | контроль иншалары | ||
IX класс | 4 | 1 | 5 | 3 | 14 |
Күрһәтелгән сәғәттәр һаны бәйләнешле телмәр үҫтереүгә билдәләнгән махсус эштәр үткәреүгә бирелә.
Программаға индерелгән эш ҡағыҙҙарын яҙыуға өйрәтеү бөтә кластарҙа ла беренсе сиректән үк башлана, ә икенсе - дүртенсе сиректәрҙә уларҙы яҙа белеү күнекмәһен булдырыу өсөн уҡыусылар менән дәрестән тыш индивидуаль эштәр алып барыла.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 5 - 9 кластар өсөн, Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова, Өфө, 2009
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Грамматика һүҙлеге (һүҙ үҙгәреше), Өфө, 2007
Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө, 2006
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле (морфология), М.В.Зәйнуллин, Өфө, Китап, 2005
Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы, Ә.С.Раҡаева, М.С.Дәүләтшина, 2008
Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, 5-11 кластар, Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина, Эдвис, 2008
Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 5-9 кластар өсөн, Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова, Өфө, 2009
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы, Ә.С.Раҡаева, М.С.Дәүләтшина, 2008
Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, 5-11 кластар, Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина, Эдвис, 2008
Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы, 5-9 кластар өсөн, Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова, Өфө, 2009
Грамматика һүҙлеге (һүҙ үҙгәреше), Өфө, 2007
Башҡорт телендә тыныш билдәләре, И.Ә Шарапов, Өфө, 2007
Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр, Т.Ә.Бикҡужина, 1997
Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө, 2006
Материаль-техник ҡулланмалар
телевизор;
видеомагнитофон
компьютер
Электрон дәреслектәр
1. Башҡорт теле. Башҡорт мәктәптәренең 7-8 синыфтары өсөн электрон дәреслек, 2006 й.
2.Башҡорт теле. Башҡорт мәктәптәренең 5-6 синыфтары өсөн электрон дәреслек, 2007 й.
Интернет ресурстары
http://blang.ru/textbooks.php
http://oprb.ru
http://kiskeufa.ru
http://yanshishma.ru
http://bashkir.jimdo.com Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайты.
http://www.shonkar.ru
http://amanatrb.ru
Төп әҙәбиәт
Әсә теле –8-9 кл, Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш., Өфө, 2004
«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары
“Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал, Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А., Өфө, Китап, 2010
8-9 синыфтар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр, Абдуллина Ф.Ф., В.Ш.Псәнчин, Өфө, Китап, 2006
Өҫтәлмә әҙәбиәт
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу, М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова, 2009
«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, гәзиттәре.
12
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/278016-rabochaja-programma
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Преподавание географии и биологии по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- «Основные аспекты профессиональной деятельности педагога-психолога»
- «Основы конфликтологии и урегулирования споров с помощью процедуры медиации»
- «Профессиональный стандарт «Руководитель профессиональной образовательной организации»: нормативно-правовые аспекты управления в образовании»
- «Педагог-наставник в дополнительном образовании детей: содержание и организация деятельности»
- «Преподавание истории и обществознания по ФГОС ООО и ФГОС СОО: содержание, методы и технологии»
- Педагогическое образование: педагогика и методика преподавания химии в образовательной организации
- Физическая культура и специфика организации адаптивной физической культуры для обучающихся с ОВЗ
- Менеджмент в образовании
- Методика организации образовательного процесса в начальном общем образовании
- Социально-педагогическое сопровождение обучающихся в образовательном процессе
- Педагогика дополнительного образования детей

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.