Охрана труда:
нормативно-правовые основы и особенности организации
Обучение по оказанию первой помощи пострадавшим
Аккредитация Минтруда (№ 10348)
Подготовьтесь к внеочередной проверке знаний по охране труда и оказанию первой помощи.
Допуск сотрудника к работе без обучения или нарушение порядка его проведения
грозит организации штрафом до 130 000 ₽ (ч. 3 статьи 5.27.1 КоАП РФ).
Повышение квалификации

Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014

Почему стоит размещать разработки у нас?
  • Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
  • Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
  • Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
Свидетельство о публикации
в СМИ
свидетельство о публикации в СМИ
Дождитесь публикации материала и скачайте свидетельство о публикации в СМИ бесплатно.
Диплом за инновационную
профессиональную
деятельность
Диплом за инновационную профессиональную деятельность
Опубликует не менее 15 материалов в методической библиотеке портала и скачайте документ бесплатно.
24.03.2020

Науруз байрамы

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың йолалары, байрамдары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғолары уятыу. Көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.

Содержимое разработки

Науруз байрамы

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың йолалары, байрамдары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғолары уятыу. Көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.

Зал матур итеп биҙәлә. Стенала «Төклө аяғың менән, Науруз!» — тип яҙылған плакат.

Сәхнәнең бер яғында яҙғы урман күренеше. Ағас ботаҡтарында — ҡоштар. Икенсе яҡта ауыл күренеше.

Сәхнә артында ҡоштар һайрауы, шишмә сылтырап ағыуы, ҡурай моңо ишетелә

Нар, нар, нардуған, нардуғанға кил, туған!

Малайҙар. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар. Һаумыһығыҙ, малайҙар!

Малайҙар. Ҡыҙҙар — һауалағы йондоҙҙар!

Ҡ ы ҙ ҙ а р. Ә һеҙ, малайҙар, сүплектәге ҡалайҙар!

Малай. Бибеш, Йәнеш, Гөлйемеш, Гөлйемеш шаҙра, имеш, Гөлйемеш илаҡ, имеш.

Ҡ ы ҙ. Рамаҙан, Рамаҙан ике бото бер ҡаҙан, ҡара төплө ҡаҙандан килеп төшкән Рамаҙан!

Малай. Гөлсөм, Гөлсөм, Бында торма, күлгә сум.

Ҡ ы ҙ. Гәрәй, Гәрәй, Тау башынан тәгәрәй.

Малай.Хәлисә, Хәлисә,

Бер самауыр сәй эсә,

Урынынан саҡ күсә.

Ҡ ы ҙ. Азат илаҡ, илаҡ, илле ҡолаҡ

(Алып барыусы инә. Ҡулында табаҡҡа тултырылған бойҙай.)

Алып барыусы. Ниңә шаулашаһығыҙ, балалар? Ошо үсекләшеүегеҙҙе ҡуйығыҙ әле. Етмәһә, бөгөн байрам, улай ярамай.

Балалар. Байрам?! Ә ниндәй байрам? (Аптырашып ҡулдарын йәйәләр.)

Алып барыусы. Науруз байрамы. Ҡояш календары буйынса яңы йыл башланған көн (21 март.)

Бала. Апай, табаҡта нимә?

Алып барыусы (усына байҙай алып). Был — бойҙай, туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе. Оҙаҡламай, ҡар иреп бөткәс, ошо бойҙайҙы сәсәләр. Ул өлгөргәс, тарттырып, унан төрлө тәмле ашамлыҡтар бешерәләр.

Науруз йылға баш булыр, Бойҙай — ашҡа баш булыр. Бойҙай уңһа, аш булыр, Уңмаһа, аш таш булыр.

(Әбей инә.)

Йылдың башы уң булһын, Ризығы мул булһын.Ҡаҙандар ташып торһон, Бир көндәрҙең һилен. Илдәр булһын имен. Амин.

Балалар. Амин!!! Алып барыусы. Бөгөн беҙ яҙҙы — Наурузбикәне ҡаршы алырға йыйылдыҡ.

Әйҙәгеҙ әле, ул килгәнсе башҡаларҙы ла ҡотлап, уларға сәләмәтлек теләп, уйнап-бейеп алайыҡ.

Малай. Ас ишеген, инәбеҙ, — Науруз әйтә, — киләбеҙ. Хәйер доға ҡылабыҙ, Аш-һый көтөп торабыҙ.

Ҡ ы ҙ. Ҡыш китте, яҙ килде. Өйрәк менән ҡаҙ килде. Былбылдан ауаз килде. Науруз мөбәрәк булһын.

Малай. Науруз хаҡы биш алтын, Бирһәң, ярар ике алтын, Карама алан-йолан. Науруз мөбәрәк булһын.

Ҡ ы ҙ. Науруз әйттек беҙ һеҙгә, Хаҡын бирегеҙ беҙгә. Йәшегеҙ етһен йөҙгә. Малығыҙ артһын көҙгә.

Малай. Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, тыңлағыҙ, Науруз етте, уйнағыҙ. Ҡаҙ, йомортҡа һәм дә май Әҙерләйек беҙ, давай. Науруз, Науруз!

«Ҡарабай» халыҡ йыр-бейеүе башҡарыла.

(Ҡар бабай килеп инә.)

Ҡар бабай. Һаумыһығыҙ, балалар. Тиҙҙән Наурузбикә килә икән тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?

Балалар. Эйе, дөрөҫ.

Ҡар бабай. Мин китергә йыйындым, һеҙҙең менән хушлашырға тип килдем. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу киттеләр инде. Наурузбикә бик көслө, дәртле икән. Ҡояш менән һөйләшеп, мине иретәләр генә. Сыҙар хәлем ҡалманы.

Алып барыусы. Ҡар бабай, хушлашмаҫ элек беҙҙең менән уйнап кит әле. Беҙгә лә күңелле булыр.

«Эх, туңдырам» уйыны үткәрелә.

Ҡар бабай. Эй, арыным. Ирей баш¬ланым, ахыры. Наурузбикә лә килеп етер. Мин китәйем әле. Хушығыҙ!

Балалар. Хуш бул, Ҡар бабай!

«Айҙар ғынайым» халыҡ йыры башҡарыла.

Әбей. Ҡар бабай ҙа китте. Балалар, Наурузбикәһеҙ байрам байрам булмаҫ, әйҙәгеҙ, уны саҡырайыҡ.

Балалар. Наурузбикә! (З тапҡыр.)

(Музыка аҫтында Шүрәле килеп инә.)

Алып барыусы. Абау, һин кем?

Әбей. Әстәғәфирулла тәүбә, был кем тағы?

Шүрәле. Мин Наурузбикә? Алып барыусы. Юҡ, һин һис оҡшамағанһың. Наурузбикә матур, зифа, ә һинең башыңда мөғөҙҙәрең бар. Балалар, кем ул?

Балалар. Шүрәле был, Шүрәле.

Шүрәле. Наурузбикәне сихырланым да йыраҡҡа йәшерҙем. Яратмайым мин ҡояшты, яҙҙы, ҡоштарҙы.

Әбей. Нисек инде, Шүрәле, беҙгә Наурузбикә кәрәк.

Алып барыусы. Эйе, беҙ уны көтәбеҙ. Сихырыңды ҡайтар кире.

Шүрәле. Ә-һә-һә, сихырҙы кире ҡайтарыу эше бик ауыр ул. Уның өсөн һеҙ минең өс һынауымды үтәргә тейешһегеҙ.

Балалар. Беҙ әҙер!

Шүрәле. Ярай улай булғас. Беренсе һынау — зирәклеккә. Ике йомаҡ әйтәм, ә һеҙ яуабын табығыҙ.

1. Осоп килә, йөҙөп китә, ваҡыт еткәс, иреп бөтә. (Ҡар.)

2. Үкерә лә ҡотора, бөтә ерҙе тултыра. (Буран.)

Әбей. Үәт, афарин, балалар. Күрәһең¬ме, Шүрәле, беҙҙең балаларҙың зирәклеген.

Шүрәле. Икенсе һынауым ауыр буласаҡ. Мин һеҙҙең батырлығығыҙҙы һынайым.

(Музыка аҫтында арҡан тартышыу.)

Алып барыусы. Был һынауыңды ла үтәнек. Шүрәле, малайҙар һынатманы.

Ш ү р ә л е. Ә өсөнсө һынауым бик-бик ауыр. Етеҙлегегеҙҙе ҡарайым. Минең менән «Кем өлгөр» тигән уйын уйнарға кәрәк. (Уйнайҙар.)

Алып б а р ы у с ы. Йә, Шүрәле, балалар был һынауыңды ла үтәне. Ебәр инде Наурузбикәне.

Шүрәле. Ярар, балалар, бик зирәк булып сыҡтығыҙ. Хәҙер ебәрермен.

Наурузбикә инә. Ул йәшел оҙон күлмәктән, башында япраҡтарҙан һәм умырзая сәскәләренән яһалған таҡыя. Ҡулында — умырзаялар. Күңелле көй яңғырай, ҡоштар һайрауы ишетелә.

Ағым һыуҙар кистем мин, Һеҙгә килеп еттем мин. Науруз әйтеп үттем мин. Науруз мөбәрәк булһын!

Ҡәҙерле балалар! Көн менән тән тигеҙләшкән ваҡытта кешеләргә бәхет теләгеҙ, ике ҡулығыҙҙы биреп күрешегеҙ. Бер-берегеҙгә яғымлы булығыҙ. Шул ваҡытта күрмәҫ күҙҙәр күрә башлар, телһеҙҙәрҙең теле асылыр, тәнегеҙгә таҙалыҡ, күңеле¬геҙгә изгелек хисе тулыр.




Ҡ ы ҙ. Эй яҙ ҡыҙы, яҙ ҡыҙы, Хуш киләһең, уҙ инде. Ҡунаҡ булып килер тип, Күптән көттәк беҙ һине.

Әбей. Әйҙәгеҙ, балалар, Науруз-бикәнән йылдың нисек килерен юратайыҡ.

Наурузбикә. Яҡшы килер йылыбыҙ, Туҡ булыр һәр көнөбөҙ. Ямғыр яуып, ҡояш сығыр, Емешләнер гөлөбөҙ. Илгә килер именлек, Һау булырҙар уландар. Иген ишелеп уңыр. Ҡуйырырҙар урмандар. Әбей. Амин, шулай ғына була күрһен инде, балаҡайҙар. Юрағанығыҙ юш килһен. Науруз мөбәрәк булһын!

«Яҙ килә» йырын башҡарыу. (Х. Кәрим һүҙҙәре, Ж. Фәйзи музыкаһы.)

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле, уйын уйнап алайыҡ.

«Ҡурай» халыҡ йыр-уйыны башҡарыла. Алып барыусы. Кемдәр һүҙгә оҫта, сығығыҙ майҙанға. Шиғыр һөйләп алайыҡ.

1-се бала. Көндәр аяҙ, күктән алһыу Нур һибеп, ҡояш көлә. Ергә тама көмөш тамсы, Һағынып көткән яҙ килә.

2-се бала. Әйтегеҙсе, ҡайһы ваҡыт Яҙҙағынан йәмлерәк? Ҡыш айҙарын да яратам, Әммә яҙ күңеллерәк.

3-е ө бала. Көндәр йылы, күктән алһыу Нур һибеп ҡояш көлә. Йәйге шатлыҡ, көҙгө байлыҡ Яҙ менән бергә килә.

4-с е бала. Йәмле яҙ нурҙары менән Селтәрләнә йомшаҡ ҡар. Епшек ҡар һыуҙары менән Тулып шаулай шаршылар.

5-се бала. Науруз байрамында бөгөн Уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ. Һәр саҡ шулай уйнап-көлөп, Үтһен бала сағыбыҙ.

Алып барыусы. Ҡәҙерле балалар! Бына шулай беҙ яҙ килеүен бөгөн шатланып ҡаршы алдыҡ. Хәҙер һуңғы тапҡыр Наурузбикәгә һүҙ бирәйек тә рәхәтләнеп үҙебеҙҙең хазиналағы ризыҡтар менән һыйланып алырбыҙ.

Наурузбикә. Донъялар тыныс булһын, зәңгәр күкте ҡара болот ҡапламаһын, үләндәр һәр саҡ йәшел булһын, игендәр мул уңыш бирһен!

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/402451-nauruz-bajramy

Свидетельство участника экспертной комиссии
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и закажите рецензию на методическую разработку.
Также вас может заинтересовать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
У вас недостаточно прав для добавления комментариев.

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.

 

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Рекомендуем Вам курсы повышения квалификации и переподготовки