- Курс-практикум «Педагогический драйв: от выгорания к горению»
- «Оказание первой помощи в образовательных учреждениях»
- «Труд (технология): специфика предмета в условиях реализации ФГОС НОО»
- «ФАООП УО, ФАОП НОО и ФАОП ООО для обучающихся с ОВЗ: специфика организации образовательного процесса по ФГОС»
- «Специфика работы с детьми-мигрантами дошкольного возраста»
- «Учебный курс «Вероятность и статистика»: содержание и специфика преподавания в условиях реализации ФГОС ООО и ФГОС СОО»
Свидетельство о регистрации
СМИ: ЭЛ № ФС 77-58841
от 28.07.2014
- Бесплатное свидетельство – подтверждайте авторство без лишних затрат.
- Доверие профессионалов – нас выбирают тысячи педагогов и экспертов.
- Подходит для аттестации – дополнительные баллы и документальное подтверждение вашей работы.
в СМИ
профессиональную
деятельность
К. Даян «Шыршы»
Тема. Ҡадир Даян “Шыршы”.Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.
Маҡсат.Уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү.
Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәрешен нығытыу.
Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү, ижади ҡараш тәрбиәләү.
Йыһаз. Проектор, экран, магнитофон,Ҡадир Даян һүрәте, Ҡадир Даяндың китаптарынан күргәҙмә.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ! Уҡыусылар, бөгөн ниндәй көн?
Кем дежур?
Синыфта бөтәһелә бармы?
Слайд-1
II.Артикуляцион күнегеү.
аоуы
Ҡа-ҡа-ҡа-ҡарғаҠу-ҡу-ҡу-ҡуян
Ҡо-ҡо-ҡо-ҡояш ҠШ
Ҡы-ҡы-ҡы-ҡыш
III.Фонетик күнегеү.
Слайд-2
Тышта ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа!
Әйҙә, сығайыҡ,
Саңғы шыуайыҡ.
Ҡырға барайыҡ;
Биттәр ал булһын,
Күңелле ял булһын!
(Ҡадир Даян)
IV.Ҡадир Даян кем ул?
V.Бөгөнгө дәрестең темаһы:Ҡадир Даян “Шыршы”.Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны, теманы яҙығыҙ.
VI.Маҡсатыбыҙ:Ҡадир Даян тураһында белергә, шиғыры менән танышырға,ҡылым темаһын өйрәнеүҙе дауам итергә, яңы һүҙҙәр үҙләштерергә,телмәребеҙҙе үҫтерергә, байытырға, ижади үҫешергә.
Слайд-3
VII. Ҡадир Даян — күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, 1975 йылда вафат була. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. 1930–1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башгосиздатта мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936–1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.
Ҡадир Даян Беренсе май байрамында демонстрацияла йырлау өсөн уҡыусыларға бер йыр сығара. Был йыр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла. Ҡ. Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.
БР Милли китапханаһында 50-гә яҡын китап, йыйынтыҡ, Ҡадир Даян әҫәрҙәре баҫылған ваҡытлы матбуғат баҫмалары күргәҙмәгә ҡуйылған. Авторҙың рус теленә тәржемә ителгән китаптары - «Светлый путь» (Уфа, 1954), «Подарок» (Уфа, 1966), «Песни из долины Ак-Идели» (Л., 1951), «Лирика» (Уфа, 1966), Избранные произведения (Уфа, 1970) һәм башҡорт драматургияһының алтын фондын тәшкил иткән «Таңсулпан» романтик драмаһы ла (Уфа, 1959) экспозицияға индерелгән. Ҡадир Даян балалар өсөн яҙылған башҡорт әҙәбиәте үҫешенә лә ярайһы ҙур өлөш индерҙе. Уның «Ни етә һуң дуҫлыҡҡа?», «Ҡоштар килә», «Хәйләкәр төлкө», «Берҙән-бер көндө» китаптары йәш уҡыусыларҙа әле булһа ҙур һорау менән ҡуллана.
VIII.“Шыршы” шиғыры өҫтөндә эш.
1).Уҡытыусы уҡый.
2).Үҙ аллы уҡыйҙар.
3).Һүҙлек өҫтөндә эш.
Слайд-4
Тирәһендә әйләнәбеҙ-вокруг кружимся
Күмәкләшеп-все вместе
Киске уттар-вечерние огни
Ҡабына-зажигается
Нурлана-лучится
Алтындай-
Көмөштәй-
(Уҡытыусы артынан һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар, һүҙлектән тәржемәһен табалар,кем табып бөткән һөйләмдәр төҙөй тора)
4).Тәржемә эше.Шиғырҙы тәржемә итеү.
5).Шиғырҙы уҡыусылар ҡысҡырып, сылбырлап уҡыйҙар.
6).Һорауҙарға яуаптар алыу.
- Йәшел шыршы ҡасан матурлана?
- Балалар нимә эшләйҙәр?
- Ә ни өсөн шыршы биҙәйҙәр? Ә һеҙ Яңы йыл байрамын көтәһегеҙме?
- Нисек әҙерләнәһегеҙ?
7).Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар.Был йыр.Йырлап алайыҡ.?
IX.Шиғырҙан ҡылымдарҙы табайыҡ, таҡтаға яҙайыҡ.
Слайд-5
(Матурлана, тағыла, нурлана, ҡабына, әйләнәбеҙ, йырлайбыҙ, уйнайбыҙ)
1). Икенсе куплеттағы ҡылымдарҙы зат , һан менән үҙгәртәйек.
Слайд-6
Мин йырлайым Беҙ йырлайбыҙ
Һин йырлайһың Һеҙ йырлайһығыҙ
Ул йырлай Улар йырлай
2).Ике төркөм менән эш.
Слайд -7
А).Беренсе рәт әйләнәбеҙһүҙен, икенсе рәтуйнайбыҙ һүҙен зат, һан менән урында үҙгәртә.
Б).Ҡайһы төркөм зат алмаштарын дөрөҫ һәм тиҙ ҡылымдар менән бәйләр?
Слайд -8
.....әйләнәбеҙ. .....йырлайһығыҙ.
.....йырлайым. ..... әйләнә.
.....уйнайһың. .....уйнайбыҙ.
.....әйләнә. ..... әйләнәм.
.....йырлайҙар. .....йырлайһың.
..... уйнайһың. .....әйләнәләр.
X. Мнемосхема буйынса эш.Схема буйынса уҡыусылар хикәйә төҙөйҙәр.
Слайд - 9
Мәҫәлән.Ҡыш көнө ҡарҙар йыш яуа . Балалар кейенеп, бейәләй кейеп уйнайҙар. Сана, саңғы менән шыуалар. Ҡарҙан ҡар бабай эшләйҙәр. Ҡыш көнө ҡояш әҙ йылыта. Һыуыҡ тәҙрәләргә төрлө биҙәктәр төшөрә.Оҙаҡламай шыршыны төрлө матур уйынсыҡтар менән биҙәйбеҙ, сөнки аждаһа йылы килә. Эх, күңелле лә ҡышҡы көндәр.
XI. Өйгә эш.Уҡыусылар һеҙгә ижади эш. “Ҡыш” темаһына ошондай схема эшләргә һәи хикәйә төҙөргә.Бөгөн өйрәнгән һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға.
XII. Йомғаҡлау.Бөгөн беҙ дәрестә нимәләр белдек?
Слайд-10 Нимәләр ҡуйырға?
XIII. Баһалау.
XIV.Яңы йыл изге, сихри, мөғзизәле байрам.Уға ла әҙ генә ваҡыт ҡалды.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә матур теләктәребеҙҙе әйтеп, шыршыны биҙәй башлайыҡ.Һәр кем бер изге теләк әйтһен.(Көй аҫтында теләк әйтеп шыршы биҙәйҙәр) Шыршы тирәләй йырҙы йырлау.
Ошоноң менән дәрес тамам. Рәхмәт. Һау булығыҙ!
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/240750-k-dajan-shyrshy
БЕСПЛАТНО!
Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)
Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.
- «Особенности логопедической работы с детьми с СДВГ»
- «Организация образовательного процесса по ОБЖ в соответствии с ФГОС ООО от 2021 года»
- «Основы профессиональной деятельности классного руководителя (куратора) с учётом требований ФГОС СПО»
- «Современные педагогические технологии в условиях реализации ФГОС»
- «Профилактика буллинга в образовательном учреждении в соответствии с методическими рекомендациями Минобрнауки России»
- «Старший воспитатель: управление образовательной деятельностью в соответствии с ФГОС ДО»
- Менеджмент в образовании
- Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации
- Психология и педагогика дошкольного образования
- Деятельность учителя-методиста в рамках сопровождения реализации общеобразовательных программ
- Социальное сопровождение и социальная поддержка семей с детьми
- Организация досуговых мероприятий и развитие социального партнёрства в дополнительном образовании детей

Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться на сайте. Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться. Это займет не более 5 минут.